|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
|
ТИРЕ ЛӘ ИҒТИБАР ТАЛАП ИТӘ
|
|
"Ҡояш, һыу һәм һауа - беҙгә иң яҡшы дауа!" - ҡасан ғына әле ошо һүҙҙәр йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балаларҙың девизы ине. Ололар ҙа йәй етеү менән, йылыға туймағандай, күберәк ҡояшта булырға, үҙенә файҙа алып ҡалырға ынтылды. Бөгөн иһә күптәр, киреһенсә, ҡояш нурҙарынан да, һыуҙан да ҡасырға тырыша. Сөнки, белгестәр әйтеүенсә, әүҙем ҡояш нурҙары һәм насар һыу тән тиреһенә кире йоғонто яһай. Ә инде онкологтар белдереүенсә, тире яман шеше күрһәткесе йылдан-йыл арта бара. Был ысынлап та шулаймы, әллә халыҡ араһында тыуҙырылған сираттағы имеш-мимешме? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатынан 1-се республика тире-венерология диспансерының беренсе категория табип-дерматовенерологы Алһыу ХАММАТОВАға мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
"ҮҘЕМ БУЛЫП ҠАЛАМ"
|
|
Фарсы теленән тәржемә иткәндә, уның исеме "Һөйөклө" тигәнде белдерә. "Һөйкөмлө һөйәк" тиҙәр, ғәҙәттә, ундайҙарҙы халыҡта. Яҙмышы, ғаиләһе, эшенән уңыуына шөкөрана ҡылып, үҙ-үҙе, тирә-йүндәгеләр менән тулы гармонияла йәшәгән Франгизә Финан ҡыҙы өсөн быйыл юбилей йылы. Телевидение режиссеры, Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы белгесе Франгизә Илбәкованың күркәм генә юбилейы алдынан үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
БУЙҺОНОУСАН БУЛҒАНДАРҘЫ АЛЛАҺ ҮҘЕНЕҢ ИҒТИБАРЫ МЕНӘН ҠЫУАНДЫРЫР
|
|
Зөлхизә айының 10-сы көнөндә бөтөн донъя мосолмандары динебеҙҙең иң бөйөк байрамы - Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Ул хаж ғәмәле тамамланыуға тура килә. Байрам өс-дүрт көн дауам итә.
Байрам бәйғәмбәребеҙ Ибраһим с.ғ.с. ваҡытына барып тоташа. Уның улын ҡорбанға килтереү өсөн күтәргән ҡулын Аллаһы Тәғәлә ситкә этеп, кешелеккә кеше ҡаны ҡойоуға тыйыу индерә. Ибраһим ғәләйһис-сәләм йондоҙҙарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе Алла тип иҫәпләүҙән һәм уларға табыныуҙан баш тартып, Аллаһтың берҙән-бер икәненә инана.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
ИҢ БОРСОҒАНЫ ШУЛ...
|
|
Был өс ижадсы ла тамашасыға, уҡыусыға яҡшы таныштыр, тигән өмөттәбеҙ. Уларҙың ниндәй өлкәлә, ниндәй кимәлдә ижад итеүе лә билдәлелер. Был юлы ижади эшмәкәрлектәре тураһында һөйләп тормайынса ғына, уларҙың "Һеҙҙе бөгөн иң борсоғаны ни?" тигән һорауға яуаптарын ғына ишеттермәксе булдыҡ.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
ЕҢЕЛЛЕК ЭҘЛӘГӘНДӘ КЕШЕ ХАҠЫНА ИНМӘ
|
|
Бөгөн ислам дине йәмғиәтебеҙгә үтеп ингән, тиергә лә була. Уны ныҡлап өйрәнгән, төплө ғилем алған, яҡшы белгән һәм беҙгә аңлайышлы итеп өйрәтә алған кешеләр арта бара. Шундайҙарҙың береһе Илшат хәҙрәт Хафизи. Дин тәғлимәттәрен тотоп йәшәгән кешеләр булмаһаҡ та, әлбиттә, һәр кемебеҙҙең күңелендә Аллаһ бар һәм дини философияны ла ниндәйҙер кимәлдә аңлайбыҙ кеүек. Әммә Илшат хәҙрәт менән һөйләшкән ваҡытта мин үҙемде бер нәмә лә белмәйенсә дәрескә килеп ултырған бала хәлендә тойҙом. Бығаса ҡыҙыҡһындырған, әммә бер дин әһеленән дә ҡәнәғәтләнерлек яуап таба алмаған һорауҙарыма яуап алдым, төшөнөп етмәгәндәремде асыҡланым һәм әңгәмә ниндәй темаға ҡағылғанда ла сикләү тойманым. Уның бер генә рус һүҙе лә ҡушмайынса саф башҡортса һөйләшеүе, яҡшы үҫешкән телмәр эйәһе булыуы, фекерләү ҡеүәһенең юғарылығы һәм шул фекерҙе дөрөҫ системаға һалып тыңлаусыһына еткерә белеү һәләте аҡыл, аң күрһәткеселер тип уйлайым. Бына шундай ғилемле милләттәшебеҙ, Ишембай егете Илшат Хафизи "Дәғүәт" нәшриәте ойоштороп, башҡортса дини китаптар нәшер итеү менән шөғөлләнә бөгөн. Гәзит уҡыусыларыбыҙға хәҙрәт менән әңгәмәбеҙ ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
САЛАУАТҠА ТИҢ БАТЫР УЛ - ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!
|
|
Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы - әле йәшәгән дәүеребеҙҙең генә түгел, тарихыбыҙҙың иң мөһим ваҡиғаларының береһе булып иҫәпләнергә лайыҡлы. Ул Башҡортостан Башлығы гранты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм халыҡтан йыйылған сараларға төҙөлдө. Билдәле Рәсәй скульпторы Денис Стритовичтың ижад емеше Рәсәйҙә һуңғы ике йылда асылған Хәрби Дан мемориалдарының 40-ынсыһы. "Был һәйкәл тотош ил күләменән ҡарағанда артыҡ ҙур булмаһа ла, әһәмиәте буйынса бәләкәй түгел", - тине тантанала ҡатнашыусы Рәсәй мәҙәниәт министры, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
ИҪЕРЕККӘ СӘЛӘМ БИРМӘ, СӘЛӘМ БИРҺӘҢ, СӘМ АЛМА
|
|
Араҡынан күргән ыҙаларымды яҙып үтәйем әле. Миңә генә ҡағылып, башҡаларҙы урап үтһен ине ул хәшәрәт. Шешәбикә менән дуҫлашыуым әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма күпме ҡайғы килтерҙе.
Бигерәк тә Өфөгә күсеп килгәс ауырға тура килде. Араҡы ҡоло булып, эшһеҙ аптырап йөрөгән саҡтарҙы һаман да тетрәнеп иҫкә алам. Башта дуҫтар ярҙам итергә тырышып ҡараны, килеп сыҡманы. Бөгөн һәр кем башта үҙен ҡайғырта, шунһыҙ мөмкин дә түгел. Ул саҡтарҙағы араҡы шауҡымы ғаилә тарҡалыуына тиклем алып барып еткерҙе. Иҫкә төшһә, әле лә тәнем зымбырлап, йөрәгем сәнсеп ҡуя.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
АЛТЫНҒА ТИҢ, УНАН ҠИММӘТ БЕҘҘЕҢ ҺАТҠАН БАЛЫБЫҘ...
|
|
Алдағы һанда хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Совет районында "Баллы төбәк" бал һәм бал нигеҙендә эшләнгән продукция йәрминкәһе үтте. Унда республикабыҙҙың 47 районы вәкилдәре үҙ тауарын тәҡдим итте. Быйылғы бал уңышы былтырғы менән сағыштырғанда ҡайтышыраҡ булды, тиһәләр ҙә, эшһөйәр бөжәктәр быйыл да хужаларын шәрбәтле ризыҡтан яҙҙырмаған - ана бит, кәштәләрен һығылдырып, сәскә еҫтәрен аңҡытып, рәт-рәт булып теҙелгән умартасы-һатыусылар.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
ЯЗА ҮТӘҮ ЯЛ ИТЕҮ ТҮГЕЛ БИТ
|
|
Яңыраҡ үҙәк матбуғатта байҙар өсөн махсус төрмәләр асыу хаҡында хәбәр булды. Был мәсьәлә ошо башланғыстың авторы - Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Йәмәғәт советы ағзаһы, юридик фәндәр докторы Владислав Гриб тигән әфәндене бик борсой икән: "Ә ниңә төрмәлә ултырыусы массаж яһатырға, туйғансы йоҡларға, сауна инергә тейеш түгел әле?" - тип өҙгөләнә комфорт яратыусы хоҡуҡ һаҡсыһы. "Шуның өсөн: сөнки ул ҡылған енәйәте өсөн яза хөкөмөн үтәй. Әгәр ана шул енәйәтте ҡылмаған булһа, йәне теләгән әлеге һәм башҡа ләззәттәрҙе ул иректә: өйөндә йәки курорттарҙа татып йәшәр ине," - тип яуап бирге килә был әфәндегә.
|
Уҡырға
22.09.15
|
| |
|
|
ЙЫЛАНДАРҘЫҢ ҠЫЛЫҠ-ТӘБИҒӘТЕН БЕЛӘЙЕК
|
|
Йылан тураһында хикмәтле һүҙҙәр, легендалар күп инде ул. Уларҙың 1 йәштән 8 йәшкә тиклемгеләрен - "хыя", 90-да булғанын "әфғый", 100-ҙән үтеп, 1 мең йәшкә еткәнен "аждаһа", 2 мең йәшлегенә "юха" тиҙәр, тип әйтә ине боронғолар. Йылан был йәштән дә уҙһа, "хуб" - егет йә ҡыҙ һүрәтенә инә икән. Һылыу ҡыҙ йә егет булып, егет-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡарата улар. Беҙ үҫкәндә Асылыкүлдә йыландың егеткә әйләнеп, бер ҡыҙҙы тотҡанын һөйләйҙәр ине.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
ЭШТӘН КЕШЕ ҠУРҠАМЫ? ЙӘКИ ҠАТЫН-ҠЫҘ ИҢЕНДӘГЕ ИЛ ХӘСТӘРЕ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
|
|
Халҡыбыҙҙың милләт ҡотон һаҡлар арҙаҡлы улдары ла, һүҙе алтын, үҙе ялҡын булған ҡатын-ҡыҙҙары ла бихисап. Гүзәл заттарыбыҙ ир-егеттәр менән бер ҡатар халыҡ-ара сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итә, ғилми китаптар яҙа, трибуналарҙан ялҡынлы телмәр тота һәм бер үк ваҡытта ғаилә усағын дөрләтеп, иренә тоғро ҡатын булыу, бала бағыу бурыстарын да үтәй. Республикабыҙҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһенә тырышып хеҙмәт иткән, йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға күп көс һалған арҙаҡлы сәйәсмән, РФ Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНАны ҡылыҡһырлайбыҙ ошо юлдар менән һәм гәзит уҡыусыларыбыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ТАРИХЫ
|
|

Үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында тыуған яҡты өйрәнеү дәүләт сәйәсәтенең мәҙәни-мәғариф өлкәһендәге мөһим йүнәлештәренең береһе булған. Яңы ойошторолған совет иленең автономия республикаларында, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ында, тыуған яҡты өйрәнеү ойошмалары урындағы фәндәр академияһы функцияһын үтәгән. Шулай уҡ буласаҡ ғилми-тикшеренеү институттарына кадрҙар әҙерләүсе ойошма ла булған ул.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
ЗЫЯРАТТАРЫҒЫҘҘЫ КИҢӘЙТЕГЕҘ. ЭСКЕЛЕК БЕҘҘЕ ЕҢӘ БАРА ТҮГЕЛМЕ?
|
|
Күптән түгел ауылым зыяратына инеп сығырға тура килде. Ҡәберлек тулған. Күп кенә ауылдаштарым, таныштарым, шап-шаҡтай, емереп донъя көтөрҙәй, балалар үҫтерерҙәй ир-егеттәр ята һыуыҡ ер ҡуйынында. Фотоһүрәттәре, исем-шәрифтәре генә ҡалған ҡәбер таштарында. Ә уларҙың яҡты донъяларҙы ҡалдырыу сәбәбе - эскелек.
Ни булды һуң был донъяға? Төн урталарына тиклем урамда араҡы, һыра һемереп, һүгенеп ҡыҙҙар, егеттәр йөрөй. Улар 30 йәшкә тиклем спиртлы эсемлектәрҙан һаҡ булырға тейеш ине лә бит. Тик дошмандарҙың һәр төрлө замана телекоммуникациялары аша йәмғиәт ҡоролошон, рухи сәләмәтлекте емерергә өндәгән пропагандаһы ата-әсә, мәктәп тәрбиәһенән көслөрәк булып сыҡты.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
АҘАШТЫРЫУСЫ САҠЫРЫУҘАРҒА ЙӘШТӘРЕБЕҘ ЮЛЫҠМАҺЫН
|
|
"Ислам дәүләте" тураһындағы хәбәрҙәр бер нисә йыл элек ишетелә башлағайны. Был террористик берләшмә әҙ генә ваҡыт эсендә үҙ сафтарына бөтә донъя буйлап кешеләр йәлеп итеү эшен киң йәйелдерҙе. Экстремистик характерҙағы материалдар 15 телгә тәржемә ителеп, видеохостинг, социаль селтәрҙәр, үҙҙәренең һәм берләшмәгә лояль мөнәсәбәттә булған ваҡытлы матбуғат саралары аша таратыла. Улар әленән-әле заманса технологияларҙы үҙләштерә һәм вербовкалау өсөн яңы форматтар эҙләй.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
ГӘЗИТ ҺҮҘЕ ТӘРБИӘЛӘҺЕН
|
|
Бөгөнгө заманда кеше китап уҡыймы, тигәндәргә йәлләп ҡарайым мин. Йәнәһе, мәғлүмәт быуатында йәшәйҙәр, шуға ла яңылыҡтарҙы тиҙерәк тапшырыу мөмкинлегенә эйә булған интернеттан ғына уҡыйҙар. Белгең килһә, уҡыу мәғлүмәт кенә бирмәй, ул хәтерҙе үҫтерә һәм, иң мөһиме, һине тәрбиәләй. Шуға ла бик китап уҡырға ваҡытың булмаһа, гәзит уҡы, тигән кәңәш бирә йөрөйөм эргә-тирәләгеләргә. Бар матбуғат баҫмаларын уҡырға өлгөрмәйһең икән, "Киске Өфө"нө генә булһа ла уҡы, уның биттәрендәге мәғлүмәт бер ҡасан да иҫкермәй, улар ана шул тәрбиәүи йүнәлештә булыуы менән дә ҡиммәт.
|
Уҡырға
14.09.15
|
| |
|
|
БУРЫСТАРЫМ БАР, УЛАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫУ ЮЛЫНДАМЫН
|
|
"Тамыр" балалар телеканалының тапшырыуҙарын яратып ҡараған балалар "Бауырһаҡ апай" тип белгән оҫта хужабикә, тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә өйрәтеүсе Ләйсән Мәзитова кескәйҙәр өсөн ижад итеүҙән тыш, етди документаль фильмдар ҙа төшөрә. Быйыл уның "Һуҡмаҡһыҙ юлсы" тип аталған документаль фильмын тамашасылар бик йылы ҡабул итте, ә "Герой-балалар" проекты Рәсәй кимәлендә "ТЭФИ - Регион 2014" бәйгеһендә иң яҡшы фильм тип табылған. Әле уның был эштәре Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгән. "Ижадхана"ға саҡырылған ҡунағыбыҙ менән тележурналист һөнәре, балалар һәм документаль фильмдар тураһында һөйләштек.
|
Уҡырға
07.09.15
|
| |
|
|
МӘСКӘҮ ҒАЛИМДАРЫ БАҺАЛАНЫ БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ ТУРАҺЫНДАҒЫ КҮП ТОМЛЫҠТЫ
|
|
Башҡорт ырыуҙары тураһында фундаменталь китап сығара башлап, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй тарихында тиңе булмаған күренешкә нигеҙ һалды республикабыҙ тарихсылары. Күптән түгел уның авторҙары, тарих фәндәре кандидаттары - тележурналист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Салауат ХӘМИҘУЛЛИН менән БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Этнология бүлеге мөдире Юлдаш ЙОСОПОВ Мәскәү ҡалаһында ошо проекттың исем туйын үткәреп, уның менән таныштырып ҡайтты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар проектты нисек баһаланы икән? Ошо һорауҙан башланып киткән әңгәмәне бөгөн гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
07.09.15
|
| |
|
|
ТАРИХ ҠАБАТЛАНАМЫ? ЙӘКИ ХХ БЫУАТ БАШЫНДА БАШҠОРТТАРҘЫҢ ФРАНЦИЯЛА ЭШЛӘГӘНЕ ТУРАҺЫНДА
|
|
Тарихи сығанаҡтарҙың байтағы тикшеренеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡала. Һәр эҙләнеүсе сикләнгән ваҡыт арауығында үҙен генә ҡыҙыҡһындырған материалды тупларға тырыша бит. Ниндәйҙер документ, баҫмаға юлыҡһа ла, үҙенә кәрәкле булмағанлыҡтан, уларҙың темаһына әһәмиәт бирмәй. Йәиһә бәләкәй генә факттар махсус тикшеренеүгә лайыҡлы түгел, тип табыла. Әммә ғалимдарҙың күҙ уңынан ысҡындырылған мәғлүмәттәр араһында бик ҡыҙыҡлылары ла осрай.
|
Уҡырға
07.09.15
|
| |
|
|
ИШЕҢ ЭРГӘҢДӘ ЙӨРӨЙ ТҮГЕЛМЕ? ЙӘКИ ИНТЕРНЕТ АША КЕЙӘҮ ЭҘЛӘГӘНДӘРГӘ БЕР КӘҢӘШ
|
|
Бөгөн "интернет аша таныштыҡ" тигән һүҙҙәр берәүҙе лә аптыратмайҙыр. Танышып, табышып, бәхетле йәшәп киткән йәки осрашып йөрөгәндәр аҙ түгел. Заманы шулай булғас, виртуаль аралашыуҙар ғәҙәти хәлгә әүерелгәс, кемдәрҙелер шундай ысулдар ҡәнәғәтләндергәс, тибеҙ инде…
Бигерәк тә ниндәйҙер айырым тәртиптәргә ҡоролған тормош алып барыусылар өсөн ҡулайлы ул компьютер. Мәҫәлән, дини кешеләрҙе алайыҡ. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең төркөмдәрен булдырып, кейем-һалым, аш-һыу, бала-саға кеүек көнитмеш мәсьәләре хаҡында һөйләшә. Шунда уҡ мосолмандар араһындағы танышыу сайттары ла бар. Һүҙем ана шул сайттар хаҡында. Әлбиттә, улар күптәрҙе бәхетле иткәндер, шунда танышып, оҡшатышып, матур ғаилә ҡороп ебәргәндәрҙе үҙем дә беләм. Ә шул уҡ ваҡытта ошо уҡ сайттар ярҙамында танышып, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙар тарихы ла билдәле.
|
Уҡырға
07.09.15
|
| |
|
|
ҠАСАҠТАР АҒЫМЫ ЕВРОПАНЫ БАҪЫП АЛДЫ
|
|
Европаға төрлө илдәрҙән килеүсе ҡасаҡтарҙың күбәйеүе әлегәсә тарихта күҙәтелгәне юҡ ине. Frontex сик буйы агентлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 7 айында ғына Евросоюз илдәренә 340 мең тирәһе ҡасаҡ килгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Ә уҙған йылда ҡасаҡтарҙың дөйөм һаны 123500 кешегә еткәйне.
Һуңғы ике айҙа иң күп ҡасаҡтар ағымы Грецияға йүнәлә. Тик июлдә генә Грецияның Лесбос, Хиос, Самок һәм Кос утрауҙарына 50 меңдән ашыу ҡасаҡ яңы тормош эҙләп килгән. Икенсе Европа иле - Италия ла - һуңғы ваҡытта Төньяҡ Африка һәм Яҡын көнсығыш илдәренән килгән ҡасаҡтар тулҡынын ҡабул итә. Йылдың тәүге яртыһында Италияға килеп һыйыныусылар һаны 90 меңдән ашып киткән.
|
Уҡырға
07.09.15
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.
(Ралф Эмерсон).
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|