Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 26 27 28 29 30 31 32 33 34 » #
ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ ҺӘМ СУФЫЙСЫЛЫҠ
|

Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтында "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте" тигән коллектив монографияның исем туйы булды.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ХӘЙБУЛЛА КИЛЕНДӘРЕ СӘСКӘ ҮҪТЕРӘ
|

Эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәһен алып ҡарағанда иң ауыр, ҡатмарлы йүнәлеш - аҙыҡ-түлек һәм сәскәләр менән булышыуҙыр, моғайын. Сөнки беренсеһе тиҙ генә иҫкереп, ә икенсеһе тиҙ генә һулып бара. Ике осраҡта ла әҙер тауарҙы бик йылдам һатып бөтмәһәң, күпме хеҙмәтең, ваҡытың һәм көсөң әрәм була, тигән һүҙ. Шулай ҙа бындай ауырлыҡтар республика уңғандарын ҡурҡытмай һәм был ике төр эшмәкәрлек менән булыусылар бихисап. Бөгөн ошондай ике уңған ҡатын-ҡыҙ - сәскәләр үҫтереп, донъяны йәмләүгә үҙ өлөшөн индереүсе, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында гөрләтеп донъя көтөүсе ике һылыуҡай Дилбәр РӘхмӘтова һәм Лина Ҡулбулдина менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
БӘХЕТЕҢДЕ СӘСМӘ!
|

Күптәр өсөн мөһим тойолмаған, йәки иғтибар итмәгән ҡайһы бер күренештәр ҙә элек ололарҙың тәрбиә һабаҡтарында телгә алынған. Бына, мәҫәлән, йәмәғәт урындарында ҡул йыуыу, киптереү тәртибенә ҡарата бер һабаҡ.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 6
|

* * *
Арттағы бәләкәй Н. ҡалаһына ялға ебәрҙеләр. Урындағы мунсаға барып йыуынып-таҙарынып, бөҙрәханаға инеп сәс алдырып, ҡырынып, яңы кейем һатып алып кейенеп, ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтҡандай булып йөрөнө яугирҙар. Яҡында ғына һуғыш бара, снарядтар шартлай тимәҫһең дә: кешеләр шулай уҡ йәшәй, эшкә бара, автобус көтөп туҡталышта тора, ана, егет менән ҡыҙ бер кемдән дә тартынмай, бер-береһенә һырылышып, үбешәләр...
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙЕК, КҮРҺӘТӘЙЕК!
|

Элек оҙон-оҙон әкиәттәр һөйләй белеүселәр була торғайны. Уларҙы кисен әкиәт һөйләтер өсөн саҡыра инек. Беҙ интернатта йәшәгәндә юғарыраҡ класта уҡыған Зөлфиә апайҙы бүлмәләр буйлап саҡырып әкиәт һөйләттек. Ул "Ел-ел, арбам", "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу" кеүек эпостарҙы һөйләй ине. Тыңлаусыларҙың ишетеп аңлау һәләтен, телмәр байлығын, зиһенен үҫтереүҙә был әһәмиәтле тәрбиәүи алым булғандыр, тип уйланыла хәҙер.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
НИНДӘЙ БАЛАЛАР ҮҪТЕРҘЕҢ?
|

1966-1980 йылдарҙа телевидение һәм радио өсөн төрлө темаларға тапшырыуҙар әҙерләгән саҡта коллегаларыма мөрәжәғәт итергә тура килгеләй ине.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
БЕҘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘБЕҘ, БАЛАЛАРЫБЫҘ ҘА БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘСӘК!
|

Быуындар араһында бәйләнеш булыуы, һаҡланыуы бик мөһим. Ә бының өсөн өлкәндәр һәм йәштәрҙең бер-береһен тыңлай һәм ишетә белеүе шарт. Үҫеп килгән быуын өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һаламы, уларҙың уй-хыялдары, ынтылыштары һәм донъяға ҡараштары ниндәй? Был һорауҙарға яуапты Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты (директоры Гөлшат Әхмәтова) уҡыусылары Артур ДАУЫТОВ, Айтуған МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Айназ МОРАТШИН һәм Ғәлим МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмәбеҙҙә табырһығыҙ.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ТУҠЛАНЫУ ҘА МӨҺИМ...
|

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мәктәп туҡланыуы системаһын үҙгәртеп ҡороу тураһында һөйләне. Республиканың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе бер нисә тапҡыр илдә иң яҡшы тәжрибә булараҡ танылды, тип билдәләне ул.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ҠЫҢҒЫРАУ СЫҢЛАТЫП...
|

Уҙған аҙнала Башҡортостан район һәм ҡалаларында "Һуңғы ҡыңғырау" байрамдары уҙҙы. Быйыл республикала 11-се синыфты 15,5 мең уҡыусы тамамланы, шуларҙың 4385-е - Өфөлә. Һуңғы ҡыңғырау һәр мәктәп уҡыусыһы өсөн мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Бер үк ваҡытта моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла байрамды һәр уҡыусы көтөп ала, сөнки уларҙы төрлө һынауҙар һәм мөмкинлектәр менән тулы киләсәк көтә.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
АҺ-АҺ, БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КИТАП УҠЫЙ ИКӘН ДӘҺӘ!
|

Ысынлап та шулай тип аптырарлыҡ булды шул Өфөлә үткән икенсе Халыҡ-ара "Китап-байрам" йәрминкәһе ваҡытында. Өс көн буйы барған был сараға халыҡ эркелеп килде, баш ҡаланың Совет майҙаны гөж килеп торҙо. Китаптар һатылған төрлө павильондарҙа сираттар пәйҙә булды.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ЯҢЫ БӘЙЛӘНЕШТӘР
|

Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты. Яҡтар артабан берлектәге эш йүнәлештәрен тикшерҙе.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
КИТАП БАШ ҠАЛАҺЫ
|

24-26 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә "Китап-байрам" гөрләп уҙҙы. Былтырғы сарала көндәр эҫе торҙо, шуға күрә лә өс көн буйына Шайморатов һәйкәле ҡаршыһындағы фонтанда балаларҙың сыр-сыу килеп һыуҙа ҡойоноуы иң иҫтә ҡалған зауыҡлы тамаша булды.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
ЕВРОПАЛА РИЗАҺЫҘЛЫҠ АРТА
|

Планетаның тыныс граждандары нисек кенә теләмәһен, Ер йөҙөндә һуғыш һәм ыҙғыштар һис туҡтарға уйламай. Әле бында, әле тегендә ҡанатлы тактик ракеталар, снарядтар, дрондар шартлай.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
УҢЫШ ҠАҘАНЫРҒА ӨЙРӘТӘ
|

Гәзитте бөгөн күпселек өлкәндәр генә уҡый, тип кемделер бик ышандырырға тырышыусылар бар. Миңә, мәҫәлән, 38 йәш, ләкин мин гәзит уҡырға яратам һәм үҙемде әле өлкән быуын вәкиле тип иҫәпләй алмайым. Улыма 20 йәш һәм ул, эйе, һәр бер бөгөнгө интернет ҡоллоғонда йәшәгән быуын вәкиле булараҡ, гәзитте һирәк уҡый, маҡтана алмайым.
|
Уҡырға
31.05.24
|
|
|
РӘШИТ НАЗАРОВ ҺЫНЫ...
|

Ауырғазы районының Талбазы ауылында башҡорт шиғриәтенең сағыу вәкиле, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровҡа бюст асыу тантанаһы үтте.
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
ДИНАРҘАРҘЫҢ СӘЙӘХӘТ ОЙОШТОРҒАНЫ
|

Башҡортостанда туризм йылдан-йыл әүҙем үҫешә. Бәләкәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем иҫәпләнгән туристик маршруттар буйлап төбәк халҡы ла, республика ҡунаҡтары ла бик теләп сәйәхәт итә. Ысынлап та, үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла эшҡыуарлыҡ йүнәлеше - туризм. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ - туризм өлкәһендә үҙ урынын тапҡан, туристарға киң билдәле "Динарҙар менән турҙар һәм ағып төшөүҙәр" туристик фирмаһы етәкселәре Динар Байегетов һәм Динара КАШАПОВАлар менән.
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
ИЖАД ИТЕР ӨСӨН ТОРМОШ АУЫРЛЫҠТАРЫН ДА ҮТЕҮ КӘРӘК
|

Был юлы өс һорауҙы ошо көндәрҙә 50 йәшен билдәләгән Әбйәлил һылыуы, шағирә Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНАға төбәнек.
Шиғриәт тураһында ҡанатлы һүҙҙәр күп әйтелгән. Ләкин һәр кем элек яңғырағандарға үҙенекен өҫтәй ала. Илһам ҡошо көтмәгәндә-уйламағанда килеүе лә ихтимал. Күңел хистәрен шиғри юлдарға ҡасан һала башланығыҙ?
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 5
|

Мина ергә төшөп шартлағанда ярсыҡтары бик алыҫтарға тарала. Һин мина төшкән ерҙән алыҫта, окопта ултыраһың икән, ерҙең көсәнеүен тояһың. Ер көсәнә, ыңғыраша төҫлө. Ҡайһы бер тауышһыҙ миналар ҙа бар, уларҙың ҡырт итеп ергә инеп китеүен генә ишетәһең һәм ерҙең, һауаның тулҡыны килеп бәрелә. Был ныҡ контузия бирә торған тулҡын. Һуғыштың аяуһыҙлығын, төрлө ҡорал уйлап табыусы ғалимдарҙың башлылығын күрергә була был ҡанҡойош ваҡытында. Шундай миналар бар: улар шартлай, һауа тулҡыны һалдаттарҙы төрлө яҡҡа атып бәрә. Барып ҡараһаң, һалдат ята, бөтөн ере имен, яраланған ере күренмәй. Әммә ул кешенең эсендәге бөтөн ағзаларын селпәрәмә килтергән! Уға ҡағылдыңмы - иптәшең инде һуңғы һулышын алған була... Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ кешелекһеҙ был һуғыштың йөҙө! Уға йәлләү, намыҫ, изгелек кеүек төшөнсәләр ят, бары күберәк һалдаттарҙы юҡ итеү, хәйләкәрлек, үлем көҫәү генә уның булмышы!
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
КИТАПТАР МИНЕ КЕШЕ ИТТЕ...
|

Билдәле ғалим, юрист, тарихсы-этнограф, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән ӘМИНЕВты беҙ хаҡлы рәүештә "китап ене ҡағылған"дар исемлегенә индерә алабыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, уның ҡулында ҙур сумкаһы, уның эсендә яңы ғына һатып алған, типография еҫтәре аңҡып торған китаптар ята булыр.
Шул да мәғлүм булһын, пенсия йәшенә еткәнсе хоҡуҡ һаҡлау органдарында тәфтишсе, прокурор булып хеҙмәт иткән Закирйән Әминев отставкаға сыҡҡас, көтөлмәгән йүнәлеш, тарих, этнография менән шөғөлләнеп, халҡыбыҙҙың мифологияһы буйынса сенсацияға торошло асыштар яһаны. Быларҙың барыһы менән Зәкирйән Әминев бала сағынан башлап туплаған китаптарына бурыслы. Хәйер, был хаҡта ғалимдың үҙенә биргән һорауҙарға яуаптарында.
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
УРАЛ - БАШҠОРТТОҢ ТӘҮ ВАТАНЫ, ЙӘКИ БИЛДӘҺЕҘ ҒАЛИМДЫҢ ЯҘМАҺЫ НИҘӘР ҺӨЙЛӘ
|

Рәсәйҙең боронғо акттары дәүләт архивында билдәһеҙ автор тарафынан 1852-1855 йылдарҙа яҙылып, "Башҡорт-мишәр ғәскәрен тарихи һәм статистик яҡтан байҡау" тип аталған документ табылғайны. Ошо тарихи документ өлөшләтә "Башҡортостан архивтары" ғилми-документаль журналында 2007 йылда рус телендә баҫылып сыҡҡайны. Бынан 150 йылдан ашыу элегерәк барлыҡҡа килгән был яҙмала авторҙың башҡорт тарихына ҡағылышлы үҙенсәлекле генә ҡараштары сағылыш тапҡан. Күрәһең, яҙма авторы башҡорт халҡының боронғо тарихы буйынса мәғлүмәтле тарихсы-ғалим булғандыр. Ошо документта башҡорттарҙың Урал төбәгендә йәшәүсе иң боронғо халыҡтарҙың береһе булыуы тураһындағы фекер айырыуса иғтибарҙы йәлеп итеп тора: билдәһеҙ ғалимдың фекеренсә, башҡорттарҙың борон-борондан Урал буйҙарын төйәк иткән тәү ҡәбиләнең туранан-тура вариҫтары булыуы бәхәс тыуҙырмай. Бик боронғо дәүерҙәрҙә Урал ерлегендә төрки, фин, монгол ҡәбиләләре лә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, бары тик башҡорттар ғына үҙенең тәү Ватанында мәңгелеккә тороп ҡалған... Был документты башҡорттарҙың килеп сығышының һәм тарихының күскенселек концепцияһына тәнҡит күҙлегенән ҡарау өсөн тағы ла бер дәлил рәүешендә күрһәтергә була. Өфө ҡәлғәһенә 1586 йылда ҡала статусы бирелеү факты ошо яҙма авторы тарафынан уны нигеҙләү датаһы итеп күрһәтелеүгә сәбәп булғанлығына иғтибар итергә кәрәк. Ошо яҙмалағы тарихи мәғлүмәт уҡыусыларыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр,тип уйлайбыҙ.
|
Уҡырға
23.05.24
|
|
|
|
Биттәр : # « 26 27 28 29 30 31 32 33 34 » #
|
Киске Өфө
|
|
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон...
Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."
(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|