«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 30 31 32 33 34 35 36 37 38 » #
ЙӨК АТЫ


Совхоздың Үҙәк бүлексәһендә бер ат булды. Йөк аты, былай-алайым, күрер күҙгә күрмәлекле йөк аты. Ауылда кешеләрҙең генә түгел, ҡош-ҡорттоң, мал-тыуарҙың йөрөп ятыуы, тереклек итеүе ус төбөндәгеләй асыҡ бит: ылдым тартҡандарҙы, сығынсыламағандарҙы баҫымсаҡлайҙар. Был ат та өҙлөкһөҙ еккелә йөрөнө, күндәм генә ауыр арбаларҙы өҫтөрәне, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баш баҫып көтөү көттө, бесән осоронда косилканың мисәүендә түгел, иң төбөндә көсәнде, унан ҡалһа, тырмаға баҫтырҙылар, өй беренсә тиерлек йөрөтөп күбә тарттырҙылар.

Уҡырға
18.07.24  
 
ШӘКҮР ЙӨРӘГЕ "ХАЛҠЫМ!" ТИП ҺУЛҠЫЛДАП ТИПТЕ


Рәшит Закир улы Шәкүр, замандаштарының бер өлөшөн "һуңғы туй"ына йыйҙы ла, уйлы-аңлыларға йәнә бер фәһем ҡалдырҙы: ил-йорт эшендә фиҙаҡәр булғанһың, янып йәшәгәнһең икән, халҡың һине йөрәк түрендә йәшәтәсәк!

Уҡырға
18.07.24  
 
БАШҠОРТТАР ҺӘМ ҠАЛАЛАР, ЙӘКИ САЛ ТАРИХТАН ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНҒА СӘЙӘХӘТ


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Республикаһы Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире, иҫке төрки теле буйынса маһир белгес, филология фәндәре кандидаты СИБӘҒӘТОВ Флүр Шәрифулла улы. Әңгәмәбеҙҙә һүҙ башҡорт халҡының тарихи үткәне, боронғо ҡалалары, Өфө ҡәлғә-ҡалаһының тарихы һәм ҡалалашыу проблемалары хаҡында барҙы.

Уҡырға
18.07.24  
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

H.H. Бахметев (1798-1803)

Губернатор Николай Николаевич Бахметев Павел I батшалыҡ иткән ваҡытта ошо вазифаға йәш кенә көйөнсә ҡуйылды, ул казактарҙы ҡаты ҡыҫымға алыусы һәм ҡыуыусы булараҡ билдәлелек алған губернатор.

Уҡырға
18.07.24  
 
БАШҠОРТТОҢ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ДИНЕБЕҘ ТАЛАПТАРЫНА ЛА ТАП КИЛӘ


Тажикистан башлығы Эмомали Рахмон күптән түгел ҡул ҡуйған закондарҙың береһендә шул ил ҡатын-ҡыҙҙарына хижәп кейеүҙе тыйып, милли кейемдә йөрөүҙе генә рөхсәт иткән, имеш. Ошо турала бөтә йәмғиәт интернет селтәре аша саң ҡаға. Берәүҙәр уны хуплай, "Әллә ҡасан шулай кәрәк ине, юғиһә, йөрөйҙәр шунда, сепрәккә төрөнөп…" тигән һымағыраҡ хәбәрҙәр йөрөтә. "Мосолман иле булып һаналған илдә шул юғарылыҡҡа өлгәшелгән, ә ниңә беҙҙең Рәсәйҙә һаман шундай закон индермәйҙәр?" тип тә ебәрә икенселәр. "Мин үҙем мосолман динендәмен, әммә тик аят мәжлестәренә генә яулыҡ ябынып йөрөйөм, миңә ана шул еткән", тиеүселәр ҙә юҡ түгел. "Ни өсөн бот төбөнә тиклем ҡыҫҡартылған, түштәре ярым асыҡ күлдәктәрҙе тыйыу урынына һаман шул хижәпкә бәйләнәләр?" тип, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар…

Уҡырға
18.07.24  
 
ҮЛЕМДӘН - БЕР САНТИМЕТР


Үткән аҙнаның һуңғы ике көнөндәге ваҡиға донъя кимәлендә, шул иҫәптән интернет селтәрендә ҙур шаңҡыу булды: үҙенең һайлау алды осрашыуҙарының береһе - Пенсильвания штатында үткән митингыһы ваҡытында АҠШ-тың элекке президенты Дональд Трампҡа һөжүм итеү тураһында хәбәрҙәр киң мәғлүмәт теленән төшмәне.

Уҡырға
18.07.24  
 
ШАҠҠАТЫРҒЫС ХАҠТАР!


Килоһын 100 тәңкәгә картуф һатып алғанығыҙ бармы, йәмәғәт? Ә мин - юҡ, Өфөнөң "Перекресток" магазинында ошондай хаҡ ҡуйылған һап-һары эре генә картуфҡа ауыҙ асып текләп торғайным былай: әллә "алтын" йәшелсәме был, тип... Ҡәҙимге картуф булып сыҡты, әмәлгә ҡалғандай, кис эштән ҡайтышлай, ҡыҙым бер моҡсай һатып алып та ҡайтҡан.

Уҡырға
18.07.24  
 
ЫҢҒАЙҘАРЫ ИШӘЙӘ, ӘММӘ...


Бейек тау башында урынлашҡан, төрлө яҡтан йылғалар менән йыуылған күркәм баш ҡалабыҙ үҙенсәлекле лә, мөһабәт тә, матур һәм заманса ла йәшәү урыны. Оҙаҡламай Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, һәм беҙ ошо ваҡиғаның шаһиттары булыу менән икеләтә бәхетлебеҙ.

Уҡырға
18.07.24  
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ РИЗЫҠ


Халҡыбыҙ быуаттар буйына ергә аҫабалыҡ хоҡуғы менән файҙаланған. Ситтән килтерелгән яһалма аҙыҡ-түлек заманында экологик таҙа ризыҡты үҙең үҫтереп, ғаилә аҫрарлыҡ ерең бармы бөгөн?

Уҡырға
18.07.24  
 
ТЕАТР ЧЕЧНЯҒА ЮЛЛАНА...


2024 йылдың сентябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Чечен Республикаһының баш ҡалаһында милли театрҙарҙың "Федерация" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Спектакль 10 сентябрҙә Грозныйҙа Х. Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә күрһәтелә.

Уҡырға
11.07.24  
 
ҺЫУЫҠ СӘЙ ҺЫУҺЫНДЫ ҠАНДЫРА


Һыуыҡ сәй - татлы һуттар һәм газлы һыуҙарҙы алмаштыра алыр файҙалы эсемлек. Был эсемлекте ғаиләлә барыһы ла ни тиклем яратып эсеүенә үҙегеҙ ҙә ғәжәпләнерһегеҙ әле. Был юлы ете төрлө тәмле һыуыҡ сәй әҙерләү ысулы менән бүлешмәксебеҙ. Уларҙы байрам өҫтәленә ҡуйырға ла була.

Уҡырға
11.07.24  
 
ҠАУЫН ТӘМЕ ҠЫШҠА ҠАЛҺЫН


Йәй бүләк иткән тәмле-татлы емеш-еләктәрҙе, йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа ла һаҡлап ҡалдырыу тураһында һәр уңған хужабикә хәстәрлек күрәлер был мәлдә. Ундайҙарға ҡауындан да ҡышҡа әҙерләмә ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
11.07.24  
 
БАШҠОРТ АҪАЛЫ БАЛАҪЫ


Аҫалы балаҫ музейындағы уйҙар

Махсус биләмәлә "Башҡорт аҫалы балаҫтары" музейы урын алған: гран-при бүләгенә лайыҡ аҫалы балаҫтар күргәҙмәһе теҙелгән, иң күренекле оҫталарҙың фотогалереяһы һәр йыл тулылана, яңырып тора. Оҫталар галереяһын иҫтәлекле экспонаттар тәшкил итә: "Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп" республика фестиваленә нигеҙ һалған данлыҡлы балаҫсыларҙың фоторәсемдәре, тәржемәи хәле - биографияһы, уларҙың уникаль эш үҙенсәлектәре сағыла. Бында башҡорт аҫаларын ижад иткән милли халыҡ сәнғәте хаҡында уникаль тарихи һәм фәнни мәғлүмәт туплана.

Уҡырға
11.07.24  
 
ӘСӘНӘН КҮРГӘН КЕЙЕҘ БАҪҠАН


"Кейеҙ ҡалынлығы беләккә төшә", ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бик боронғо кәсептәренең береһе булыуы бер кемгә лә сер түгел. 1771 йылда уҡ Иоганн Готлиб Георги башҡорт ерҙәре буйлап үткән экспедиция яҙмаларында ла был хаҡта әйтеп ҡалдырған: "Тирмәне ябыу, аҫтыңа түшәү, бурка йәки икенсе өҫ кейеме, эйәр аҫтына һалыу һәм башҡаһы өсөн йөндән кейеҙ баҫалар. Йәғни тетелгән йөндө сепрәккә баш бармаҡ ҡалынлығында йәйеп һалып, эҫе һыу һирпеп, сепрәге менән ҡуша баҫалар һәм тағы эҫе һыу һирпәләр, йәнә баҫалар, йөн ныҡ итеп йәбешеп ятҡансы бар көстәренә тапайҙар".

Уҡырға
11.07.24  
 
ӘСЕ ҠОРОТ


Беҙҙән үрьяҡҡа ҡарай дүрт өй юғары Хәбирә апайҙар йәшәне. Шыршы байрамын ярата ине ул, көтөп ала ине, шуға Октябрь байрамы үтеү менән өй түренә шыршы индереп ултырып, шуны биҙәргә керешә. Ул саҡта шыршы уйынсыҡтарына ҡытлыҡ булғанға күрә апайыбыҙ ҡағыҙҙарҙан семәрләп ҡар бөртөктәрен эшләй, буялғандарын тигеҙ итеп киҫеп сылбырҙар теҙә, әтәс, айыу, ҡуяндар ҙа ҡағыҙҙан. Ылғый барып йөрөгәс, беләбеҙ, декабрь аҙағы етеүгә шыршы апаруҡ күркәмләнә, ҡупшылана. Юҡ, бының менән генә биҙәү мәшәҡәттәре бөтмәй, тамамланмай әле, 31 декабрь көнө өҫтәп, ҡағыҙ киҫәктәренә йомарлап шыршыға манпасый, баш бармаҡтай камауай шәкәр, бал ҡалаҡ ҙурлыҡ йәш ҡорот йомарсыҡтары тағыла. Былары кемдәр өсөн, тиһегеҙме? Әлбиттә ҡунаҡҡа саҡырылған эт өйөрө балалар өсөн!

Уҡырға
11.07.24  
 
ТӘҘРӘ ТӨБӨНӘ МЕНҺӘ...


Хоҡуҡ һаҡлау органдары балалар ғүмеренә бәйле хәүеф-хәтәр тураһында даими иҫкәртә, халыҡты киҫәтә тора. Шулай ҙа көндәр йылыныу менән бындай хәбәр-иҫкәрмәләр бермә-бер артҡан төҫлө. Мәҫәлән, тәҙрәләрҙе асып ҡуйыу ҙа хәүеф тыуҙыра бит.

Уҡырға
11.07.24  
 
ТОРМОШ РУЛЕГЕҘҘӘ КЕМ УЛТЫРА?


Рим Папаһы Америка Ҡушма Штаттарына барған. Уның ваҡыты бик тығыҙ икән, сөнки төрлө ҡалаларҙа никах үткәрергә кәрәк булған. Бына ул Луизиана буйлап, американдарҙың транспорт сараһын мөмкин тиклем фантастик оҙонлоҡҡа һуҙа белеүҙәренә аптырап, лимузинда китеп бара. Папаның кәйефе шәп, тик үҙ ғүмерендә ул бындай машинаның руленә ултырғаны юҡ. Һәм ул водителгә өндәшә: "Минең рулгә ултырғым килә". Ябай водитель нисек инде Папа һынлы Папаға ҡаршы килһен? "Әлбиттә, изге ата", - тип яуап бирә.

Уҡырға
11.07.24  
 
ЕҢЕҮ ҠАНАТТАРЫ - 3


* * *

- Севастополь өсөн! - Главнокомандующийҙың ошо һүҙҙәре хәҙер барлыҡ танкистар, пехота, моряк һәм лётчиктарҙың телендә. Совет армияһы алға табан барыуын дауам итә, "Тиҙҙән еңеү!" тигән ышаныс барлыҡ күңелдәрҙе биләп алған. Ҡырым киңлегендә совет дивизиялары хәрәкәт итһә лә, Севастополь һаман дошман ҡулында. Уны бирмәҫ өсөн нығытмалар ҡорған немец фашистары теше-тырнағы менән ҡаршы тора. Бына шуға ла ерҙә генә түгел, күктә дәһшәтле алыш бара. Еңеүгә булған ышаныс совет һуғышсыһын тик алға әйҙәһә лә, бер талап үҙгәрешһеҙ ҡалды: юғалтыуҙар аҙыраҡ булырға тейеш. Төнгө бомбардировщиктар авиация полкының ҡатын-ҡыҙҙар эскадрильяһы ошо мәхшәр эсендә ҡайнай, дошман нығытмаларына өҙлөкһөҙ рейдтар яһайҙар.

Уҡырға
11.07.24  
 
ХӘҠИҠӘТКӘ АҠЫЛЫҢ МЕНӘН ИНАН!


Рухи хазиналар, тигән саҡта, әлбиттә, үҙебеҙҙең меңәр йыллыҡ тамырҙарҙы барлайбыҙ. Шул ваҡыттар эсендә халҡыбыҙға төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Һынауҙарға һынмай, киләсәккә атларға динебеҙ көс-ҡеүәт бирҙе. Ислам динен һаҡлап, милләттең иманын нығытып йәшәгән дин әһелдәре, уҡымышлылар тураһында китаптар ҙа донъя күреп тора. Йәмғиәттә әле ниндәй үҙгәрештәр бара? Бөгөнгө йәштәребеҙ ниндәй? Уларҙың матур итеп никах мәжлестәре, айыҡ туйҙар үткәреүе хәҙер кемделер аптыратмай. Дини ғилем алыр өсөн мәсеттәрҙә төрлө курстар эшләп тора. Шул уҡ ваҡытта һәр замандың һәр өлкәлә хәл итәһе үҙ проблемалары бар. Быйылғы Ғаилә йылы уға ниндәй үҙгәрештәр индерер? Ғаилә, тигән саҡта беҙ нимәләргә иғтибар йүнәлтергә тейешбеҙ? Хөрмәтле дин әһелдәребеҙ - Булгаков ауылының 1-се йәмиғ мәсете имам-хатибы Нурмөхәмәт НУРИЕВ һәм Өфө ҡалаһының "Рамаҙан" мәсете имам-хатибы Илшат ҒӘТИӘТУЛЛИНдың фекерҙәре заманыбыҙ, замандаштарыбыҙ хаҡында.

Уҡырға
11.07.24  
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР

Иван Иванович Неплюев

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Иван Васильевич Чернов (1825-1902) - Ырымбур казак ғәскәренең генерал-майоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе. Сығышы менән Һамар казактарынан.
1839-1847 йылдарҙа Каруанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында хеҙмәт итә, белемле булыуы һәм тырышлығы уға урядник чинынан башлап генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелеү мөмкинлеген бирә. 1847-1861 йылдарҙа Ырымбур хәрби губернаторы штабында өҫтәл начальнигы (дәүләт учреждениеларындағы VII класлы түбәнге ҡатлам чиновнигы) дәрәжәһендә эш башҡарыусы була. 1861-1865 йылдарҙа - 1-се, 2-се һәм 3-сө башҡорт кантондары попечителе, 1-се кантон начальнигы вазифаларын башҡара. 1865 йылда башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтары буйынса комиссия ағзаһы итеп ҡуйыла, Ырымбур губернаһында крәҫтиәндәр эштәре, ҡала мәсьәләләре менән шөғөлләнә, 1866 йылда Ырымбур дворяндары йыйылышы депутаты итеп һайлана. 2-се һәм 1-се дәрәжә изге Станислав, 4-се һәм 3-сө дәрәжә изге Владимир, 1-се дәрәжә изге Анна ордендары кавалеры. 1874 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. 1907 йылда, үҙе үлгәндән һуң 5 йыл үтеүгә, Ырымбурҙа уның "Генерал-майор Иван Васильевич Чернов яҙмалары" тигән китабы нәшер ителә. Был әҫәрҙә, башлыса, Ырымбур губернаторҙары эшмәкәрлеге һәм ошо осорға ҡараған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар хаҡында бәйән ителә. "Хаҡлыҡтан һис бер тайпылмайынса, шәхсән үҙем күргәндәр, ышаныслы кешеләрҙән ишеткән нәмәләр йә иһә эштәрҙән һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынғандар ошо яҙмаларымдың нигеҙе булып тора", - тип башлай автор үҙенең хеҙмәтен. Уҡыусыларыбыҙға XIX быуатта йәшәгән күренекле дәүләт эшмәкәренең башҡорттар хаҡында яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрен тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
11.07.24  
 
Биттәр : # « 30 31 32 33 34 35 36 37 38 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru