|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
Биттәр : # « 50 51 52 53 54 55 56 57 58 » #
|
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
|
|

"Аjа" - ус".
Был боронғо төрки һүҙе башҡорт телендә әлегә тиклем ҡулланыла. Шуныһы ҡыҙыҡлы, беҙ борон усты аңлатҡан ошо "ая" һүҙенә "ус" һүҙен ҡушып һөйләйбеҙ: "ус аяһы". Күрәһең, тәү мәғәнәһендә "ая" һүҙе бик бәләкәй үлсәмде аңлатҡандыр: башҡорт телендә шул уҡ һүҙ дүрт бармаҡ киңлегендәге үлсәү берәмеге тигәнде белдерә. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшина әҫәренән: "Итенең ҡырҡмаға ҡараһы юҡ. Ҡабырға һырттары бер ая май, байғоштоң".
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.
Өфө ҡалаһы территорияһындағы ҡәлғә-ҡаласыҡтар.
Был бүлектә һүҙ, башлыса, Өфө ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан Өфө-II ҡаласығы хаҡында барасаҡ, әммә беҙ уны билдәле бер ихтималлыҡ кимәлендә Башҡорт ҡалаһы тип атайбыҙ. Ағиҙел йылғаһы буйындағы ошо исемле ҡала йыш ҡына урта быуаттарға ҡараған сығанаҡтарҙа иҫкә алына.
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА АРНАП
|
|

Быйыл башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 270 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Үҙенең мәшһүр улын халыҡ онотмай һәм уның образы аша йәш быуында илһөйәрлек, ирек һөйөүсәнлек тәрбиәләй, тыуған ил, туған тәбиғәт, туған тел матурлығын күрә белеү һәм яратыу, уларҙы һаҡлау тойғоһон һеңдерә. Салауат Юлаевҡа, уның тормошона һәм ижадына арналған конкурс һәм башҡа төрлө саралар йыл дауамында барасаҡ. Ошондай проекттарҙың береһе Башҡортостан Милли музейы тарафынан ойошторолған "Салауат - мәңге батыр" конкурсы. Уның хаҡында музейҙың этнография бүлеге мөдире Лилиә Барлыбаева һөйләй.
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
КӨСЛӨНӘН ҮСЛЕ ЯМАН
|
|

Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигән халыҡ. Рәсәйгә үсле аҫтыртын хаиндар ана шулай көтмәгәндә арҡаға бысаҡ ҡаҙай һәм, өҫтәүенә, бер ниндәй ғәйепһеҙ, ҡоралһыҙ тыныс халыҡҡа ябырылыусан. Был террористарҙың һыналған алымы. Тик ни өсөн гонаһһыҙ халыҡ - бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро уларҙың ҡорбаны булырға тейеш һуң?.. Был ҡылыҡтары уларҙың ҡурҡаҡлығын, ике йөҙлөлөгөн, ҡара эслеген фашлай ҙа инде.
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
ҮҘАҢЫБЫҘҘА БУЛЫР ӨСӨН...
|
|

Бөгөнгө көндә ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата ниндәй генә төрлө фекерҙәр йәшәмәһен, уларҙың авторҙары гәзит-журналдарҙың, бигерәк тә туған телдә донъя күргән баҫмаларҙың әһәмиәтен инҡар итә алмай. Милли матбуғат, исеменән үк аңларға була, миллилеккә баҫым яһай, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә, халыҡты берләштерә, уға үҙаңынан ситләшмәҫкә булышлыҡ итә.
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
КӨТӨП АЛЫНҒАН ЮЛ
|
|

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән ҙур инфраструктура объекты - Көнсығыш сығыу юлы асылды. Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары буйынса тормошҡа ашырылды һәм 1276 метрға һуҙылған тоннель, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоғондағы күпер һәм М-5 федераль трассаһына тиклем 10 саҡрым автомобиль юлы төҙөлөштәрен үҙ эсенә алды. Төҙөлөш эштәренең тағы ла бер этабы булып яңы юлды М-7 федераль трассаһына тоташтырыу торасаҡ - быныһы киләсәк эше.
|
Уҡырға
29.03.24
|
| |
|
|
|
|
МАЙЛЫ ҠУЛДАР
|
|

Ауылыбыҙ эргәһендәге йылға аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Бүрәнәнән һалынған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро тамамланһа, мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп, һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа, ҡыш һалҡынлығына йылы өҫтәлгәндәй итә.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
РУС ФАМИЛИЯЛЫ МИЛЛӘТТӘШ
|
|

Март башында Башҡорт дәүләт филармонияһында "Яңы ваҡыттың боронғо көйҙәре" тип аталған ғәжәп үҙенсәлекле бер концерт булды. Камил Абдуллин етәкселегендәге камера оркестрына ҡушылып, Мәскәү музыканты Руслан Шмельков кларнетта уйнаны унда. Бында һүҙ был концерт тураһында түгел, ә уның төп ҡатнашыусыһы, рус фамилиялы башҡорт егете Руслан Шмельков тураһында булыр. Тамырҙары менән Хәйбулла районынан булған егет Халыҡ-ара "Musica Classica" конкурстары еңеүсеһе, III Донъя симфоник оркестрҙар фестивале ҡатнашыусыһы. Шулай итеп...
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ - 2
|
|

Бөтә организмға! Депрессия ни тиклем көслө булһа, командалар шул тиклем көсһөҙ була бара, һәм көндәрҙән бер көндө мейе команда биреүҙән туҡтай, шул саҡта үлем килә.
Шулай итеп, тәү сәбәп - депрессия, уны нисек тулыһынса бөтөрөүҙе әлегә медицина белмәй. Мин халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеп ҡараным. Һәм ышаныслы әйтә алам, һеҙҙең депрессияғыҙҙың төп сәбәбе - күҙ тейеү. Эйе-эйе. Тағы ла асығыраҡ итеп әйткәндә, һеҙгә күҙ тейҙергәндәр, быны мин бик күп факттарға таянып иҫбатлай алам.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
СИТ ИЛДӘРГӘ СЫҒЫП ҒИБРӘТ АЛ ДА ТЫУҒАН БАШҠОРТОСТАНЫҢА ЙӘШӘРГӘ ҠАЙТ
|
|

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем, уҡыуында алдынғы, хеҙмәтендә уңыш ҡаҙанған һәм тиҫтерҙәре араһында абруйлы башҡорт йәштәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы "Ҡош юлы" фестиваленең, Әбйәлил йәш яҡташтар ойошмаһының етәксеһе һәм башҡа төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙемсе, "КОРУС Консалтинг" ИТ-компанияһының бизнес-аналитигы Шәфҡәт ҒӘБИТОВ һәм Мәскәү дәүләт университетын "ҡыҙыл" дипломға тамамлап, Францияла магистратурала белем алып, бөгөн илебеҙҙең алдынғы нефть-газ компанияларының береһендә инженер Гүзәл ӘЛИБАЕВА менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
|
|

"Урй" - ҡысҡырыу, һөрәнләү, тауыш. Әйтем бар: "Урй ҡобса, уғуш аклышур, йағй кәлсә, имрам табрашур". Был тауыш ишетелгәндә - кеше йыйылыр (ярҙам итер өсөн), дошман килһә, алышҡа отряд йыйылыр, тигәнде аңлата. Кемделер ниҙелер бергәләп башҡарыуға саҡырғанда ҡулланыла".
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
VI - VIII быуаттарҙа Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең хужалығы һәм ижтимағи тормошо
VI - VIII быуаттар ҡомартҡыларында ситтән килтерелгән йөҙәрләгән әйберҙәрҙең булыуы төрлө йүнәлештәге сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр хаҡында һөйләй. Ошо йәһәттән көньяҡ тарафтарын - иң элгәре борондан уҡ үҙҙәренең сығышы, иҡтисады һәм мәҙәниәте менән бәйле Кангюйҙы атап була.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘР БОҘЛО ҺЫУҒА ЛА, УТ ЭСЕНӘ ЛӘ ИНӘ АЛА
|
|

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы ир-уҙаманы Артур ХИСМӘТУЛЛИН отпускыға ҡайтып китте. Беҙ быға тиклем Артурҙы биш балаға - бер уланға, дүрт ҡыҙға атай булған өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ белә инек. Тыуған ауылында сәләмәт, айыҡ тормош өсөн фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтеп, бар башланғыстарҙың алдында ла йөрөнө ул, күп кенә сараларҙың бағыусыһы ла булды. Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзитендә лә эшләп алды Артур. Шуға күрә лә, отпускыға ҡайтып төшөү менән редакцияға килеп сыҡты ул. Уның менән әңгәмә лә ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
БАШҠОРТ АҘЫМЫ
|
|

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһын 2018 йылдан бирле етәкләй. Тап шул саҡта бер юлы бер нисә Рәсәй төбәгенә көслө етәкселәр килде. Ул мәлдә Башҡортостан власы алдында торған мөһим мәсьәләләр аҙ булманы - йәмғиәтте консолидациялау, элиталарҙы берләштереү, иҡтисадты үҙгәртеп көйләү, мөһим социаль проблемаларҙы хәл итеү. Ә алда ковид пандемияһы, санкциялар буласаҡ. Республика барса ошондай һынауҙарҙы уңышлы үтте: Башҡортостан бөгөн йәшәйештең күп өлкәләрендә юғары үҫеш кимәлен күрһәтә, илдең алдынғы һәм көслө төбәктәренең береһе булып тора. "Российская газета" журналистары менән осрашыу барышында Радий ХӘБИРОВ төбәк мәсьәләләрен хәл иткәндә уға нимә булышлыҡ итеүе, республиканың баш ҡалаһы үҙенең юбилейы алдынан нисек үҙгәрәсәге һәм властарҙың йәштәрҙе ни рәүешле төбәккә ылыҡтырыуы хаҡында һөйләне.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
ҺУҢ БУЛҺА ЛА УҢ БУЛҺЫН
|
|

Үткән аҙнаның һуңғы көнөндә - Рәсәйҙә булып үткән Президент һайлауҙарының өсөнсө көнөндә, Украина хәрби көстәре Рәсәйҙең бер нисә төбәген пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар итте. Һөҙөмтәлә Рәсәй Һауа һөжүме оборонаһы тарафынан 35 дрон атып төшөрөлдө: Краснодар крайында 17, Мәскәү һәм Ярославль өлкәләрендә дүртәр дрон юҡҡа сығарылһа, Белгород менән Курск күгендә - өсәр, Калугала - дүртәү. Шул рәүешле Украина хәрби көстәре илебеҙҙә барған Президент һайлауҙарына тотҡарлыҡ яһау маҡсатында Рәсәй объекттарын ракета утына тоторға маташты, әммә уларҙың барыһы ла һауала сәпкә алынды һәм юҡ ителде.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
УЙНАП АЛАЙЫҠ!
|
|

Уйын - кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ниндәй генә уйын булмаһын, уның асылында тормош сағылышы ята. Ғөмүмән, бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә уйында ҡатнашмаған кеше юҡтыр. Хатта оло кешеләр ҙә, балалар кеүек, ваҡыты-ваҡыты менән уйнап алырға ярата.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
ҠУНАҠТАР БАҺАЛАЙ...
|
|

Тора-бара үҙең даими йәшәгән ауылдың йәки ҡаланың матурлығын, уға ғына хас булған үҙенсәлектәрен күрмәй башлайһың. Ә ситтән килгән кеше ошоларға иғтибар итеп, һин торған урынды яңынан аса. Күптән түгел Түбәнге Тагилдан ҡунаҡҡа килгән дуҫыбыҙ Марселгә Өфөбөҙҙө күрһәтеп йөрөнөк. Гәзит уҡыусыларын уны ҡалала хайран иткән, аптырауға һалған тәьҫораттары менән таныштырырға ҡарар иттем, сөнки уның фекерҙәре бик ҡыҙыҡ тойолдо.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
Бөгөн балалар китап уҡыймы?
|
|

Бөгөн балалар китап уҡыймы? Улар өсөн беҙҙә ниндәй китаптар нәшер ителә?
Искәндәр РӘХМӘТУЛЛИН, педагогия ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә китап уҡымай, тиергә булалыр. Балалар, бигерәк тә өлкән класс уҡыусылары, башҡорт һәм рус әҙәбиәтенән имтихан тапшырыр өсөн генә уҡыу программаһына ингән әҫәрҙәр уҡыйҙыр, бәлки. Икенсе яҡтан, балаларҙың китап уҡырға ынтылыуы ата-әсә өлгөһөнә лә, әҙәбиәт уҡытыусыларының үҙ фәненә генә түгел, ғөмүмән, милли һәм донъя әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алыуына ла бәйле бит.
|
Уҡырға
21.03.24
|
| |
|
|
БАШ МЕЙЕҢДЕ ЯЛҠАУЛАНДЫРМА!
|
|

Мин совет осоронда белем алғанмын. Бөгөн дә үҙемдең балаларға, ейәндәргә мәктәптә уҡығанда уҡ ятлаған шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләй алам. География, донъялағы илдәр буйынса төрлө мәғлүмәтте лә уларға ҡарағанда күберәк беләм. Юғары уҡыу йорттарын да тамамламағанмын, эшемдә лә юғары вазифалар биләмәнем. Әммә донъяны танып-белеү йәһәтенән мейемдә тупланған ошо ғилем арҡаһында бөтөн темаға ла әңгәмәләшә алам. Быны мин барлыҡ мәғлүмәтте ҡағыҙҙан уҡыу, әле һаман да гәзиттәр менән дуҫ булыу менән дә аңлатам.
|
Уҡырға
14.03.24
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 50 51 52 53 54 55 56 57 58 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|