Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 55 56 57 58 59 60 61 62 63 » #
ЖУРНАЛИСТ - ҺӨНӘР ТҮГЕЛ, Ә ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ
|

Гәзит уҡыусыларҙың күбеһе кеүек, мин дә элек ваҡытлы матбуғат эшен кнопкаға баҫыу менән конвейер буйлап гәзит-журнал теҙелеп китә икән, тип кенә күҙ алдына килтерә инем. Төптө яңылышҡанмын, тиһәм, бер аҙ алдаҡсы булып сығырмын, сөнки матбуғат эше, ысынлап та, конвейер кеүек. Тик ул теҙелеп киткән гәзит-журнал түгел, ә баҫма битендә донъя күргән мәҡәлә үткән юл.
|
Уҡырға
16.06.23
|
|
|
АҒЫ ЛА БАР, ҠАРАҺЫ ЛА...
|

"Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?" тип бынан тиҫтәләрсә йылдар элек танылған композитор Сара Садиҡова менән шағир Нәби Дәүли йыр ижад иткәндә, моғайын, уларҙы баш ҡаланың ҡояшлы иртәләре, кешеләренең яғымлылығы, йылмайыуы арбағандыр, ҡорос атында баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаршылап-оҙатып тороусы дуҫлыҡ, именлек, тоғролоҡ символы Салауат Юлай улының ғәйрәтле һыны әсир иткәндер, тип ышанабыҙ. Баш ҡалабыҙ гимнына әүерелгән легендар "Өфө йүкәләре" авторҙарын да бит йәшлек йылдарын хәтерләтеп тороусы аллея һәм йәшеллеккә күмелгән урамдары илһамландырған.
|
Уҡырға
16.06.23
|
|
|
ЕҢЕҮСЕГӘ - АВТОМОБИЛЬ!
|

Ленин исемендәге майҙанда Өфө хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнирҙа тотош республиканан 100 көрәшсе араһынан Өфөнән Артур Зөлҡәрнәев абсолют еңеүсе булды.
|
Уҡырға
16.06.23
|
|
|
ТАНЫРЛЫҠ ТА ТҮГЕЛ!
|

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың боронғо рекреацион зоналарының береһе - Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһында ҡатнашты.
|
Уҡырға
16.06.23
|
|
|
ОСРАҠЛЫ ТАНЫШЫУҘАН НЫҠЛЫ ДУҪЛЫҠҠА
|

Матди яҡтан кеше ни хәтлем бай булып та, рухи йәһәттән ярлы икән, уның тормошо тулы була алмай. Ә рухи байыу ни рәүешле башҡарыла һуң? Халҡыбыҙҙың дине, йыр-моңо, аһәңле шиғриәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре - барыһы ла беҙҙең күңелдәрҙе рухи яҡтан байыта, иманлы итә, әхлаҡлы, матур уй-хисле булырға саҡыра. Шулай уҡ намыҫ, выждан, киң күңеллелек кеүек рухи байлыҡ төшөнсәләрен тәрбиәләүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте ҙур. Ә һүҙ көсө шиғриәт йәки әҙәби әҫәрҙәр менән бер рәттән ваҡытлы матбуғатҡа ла ҡағыла.
|
Уҡырға
16.06.23
|
|
|
"ЕҢЕҮЕМДЕ АТАЙЫМА БАҒЫШЛАЙЫМ"
|

"Урал аръяғы-2023" Бөтөн Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында "Ирәндек моңдары" Халыҡ-ара башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде. Гран-приҙы быйыл Сибай ҡалаһынан Нух ҠОТОЕВ яуланы, төп бүләк - "Лада Гранта" автомобиле асҡысын уға Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ РУХИ КОРОЛЕНӘ АРНАЛДЫ
|

Май урталарында Өфөлә башҡорт халҡының арҙаҡлы дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының тәссауыф мәҙәниәте" тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уның эшендә Исламды, динде, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, филологтар, философтар, журналистар, яҙыусылар, дин һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, алыҫ сит илдәрҙән дә вәкилдәр ҡатнашты.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘРЕБЕҘ ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ
|

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә, бигерәк тә үҙебеҙҙең милли шөғөлдәргә әүҙем тотоноп китеүен күрәбеҙ. Иҫ киткес зауыҡлы әйберҙәр эшләгән оҫта ҡуллылар араһында ғүмере буйы ошо шөғөлөнән айырылмай йәшәгәндәре лә бар. Шундай ханымдарҙың береһе - быйыл "Ҡурай даны" милли телевизион премияһына лайыҡ булыусы ҡул оҫтаһы, тормош иптәше менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үткәрелгән марафондарҙа әүҙем ҡатнашыусы Вәсилә Камалетдинова. Уның милли кейемдәрҙе тергеҙеү эшенең әһәмиәте тураһындағы фекерҙәрен уҡыусыларыбыҙға ла еткерәбеҙ.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 8
|

Шул салғыны күтәреп, тәүге тапҡыр бесәнгә китеп барғанымды күрһәгеҙ ине! Әйтерһең, минең яурында салғы түгел - флаг. Һәм оло байрамда иң алғы сафта атлайым. Барам-барам да, түҙмәйенсә, юл эргәһендәге үләнде сабып ҡарайым.
- Юҡҡа ҡыялма, танһығың ҡаныр әле, - ти әсәйем.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
ТАШЛАМАЛАР ШУНДАЙ
|

Махсус хәрби операцияла (МХО) ҡатнашҡан Башҡортостан хәрбиҙәре күп кенә ташлама һәм пособиеға хоҡуҡлы. Уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә ярҙам саралары ҡаралған. "Егеттәр мөһим эш атҡара, улар илгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙарыбыҙ яҡлаулы һәм үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәүҙә ныҡлы әҙерлекле булһындар өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ", - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
УҠЫРҒА... ҠАЙҘА? СИБАЙҘА!
|

Уҡырға ҡайҙа барырға? Был һорау сығарылыш класс уҡыусылары өсөн генә түгел, бәләкәйерәктәре өсөн дә йыш ҡабатланырға тейеш. Сөнки кешеләр, бигерәк тә бала кешеләр, танауҙарынан йыраҡ ҡарай һалып бармай. Ә бит яратҡан һөнәрең буйынса яратҡан эшеңә, байрамға барғандай барып, яратҡан ғаиләңә әйләнеп ҡайтыу өсөн күп кәрәкмәй - дөрөҫ йүнәлеш табып, дөрөҫ юлдан барыу етә. Тик... теләгең мөмкинлектәреңә тура киләме, хыялың зәңгәр томандар артында түгелме, тормошҡа ашҡандаймы?
Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының дүрт факультетының (тәбиғи-математика, педагогика, технология һәм иҡтисад-хоҡуҡ) дүрт студенты менән осрашҡанда әле мәктәп парталары артында ултырған буласаҡ студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғы килде.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
ӨФӨНӨҢ БИЛӘМӘҺЕНДӘ...
|

Өфө биләмәһендә археологик ҡомартҡылар бихисап. Бөгөнгө көндә 102 ҡомартҡы билдәле. Улар араһында - боронғо туҡталҡа, ҡәберлек һәм башҡалар. Ҡыҙғанысҡа күрә, улар бик әҙ өйрәнелгән һәм күпселеге ҡала үҫкән ваҡытта, XVII быуаттан алып XX быуат баштарына тиклем, өлөшләтә йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Дала зонаһы күскенселәре. Юэчжи
Ерләгәндә табут ҡуллана башлау осраҡтары, бар урындарҙа ла баш һөйәген деформациялау йолаһының таралыуы аныҡ теркәлгән, был бындағы мәҙәниәттең яңы элементтарын хасил итә. Уларҙың үтеп инеү юлдары беленеп тора: ошо төбәктә гун-усунь ҡәбиләләре менән бер территорияла оҙаҡ ваҡыт дауамында аралашып йәшәү ҡатнаш никахтар өсөн шарттар булдыра.
Һөйләш телендә лә сифатлы үҙгәрештәр бара (Үҙәк Азияның төрки элементтары көсәйә). Күршеләренең төрки һүҙҙәрен үҙләштереү ҡағиҙәгә ярашлы ла, маҡтаулы ла булып иҫәпләнә башлай: урындағы ҡәбиләләр араһында һун-усундәр хакимлыҡ итеүселәр хәлендә була.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
"ӘР-РӘХИМ" ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ ТӨҘӨЛӘСӘК!
|

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете төҙөлөшө тергеҙелде. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов белдереүенсә, 2007 йылда төҙөлә башлаған дини ҡоролманың проект-смета документацияһына һуңынан бик күп үҙгәрештәр индерелә, ахырҙа, эш туҡтатылып ҡуйыла. Әлеге ваҡытта территория төҙөкләндерелә, майҙан кәртәләнә, барыһы ла стандарттарға тап килтерелә.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
БЕҘҘЕҢ ЯРАТҠАН ҠАЛА
|

ҺОРАУ: Өфөләге үҙгәрештәргә ниндәй баһа бирерһегеҙ? Ғөмүмән, үҙгәрәме баш ҡалабыҙ?
Илдус ӘХМӘТЙӘНОВ: Беҙҙең Өфө үҙгәрә, был шикһеҙ. Ләкин ул ҡабаланмай, яйлап ҡына үҙгәрә. Баш ҡалала ниндәйҙер ҙур үҙгәреш булһын өсөн Өфөлә күләмле сара үтергә тейеш. Мәҫәлән, ШОС һәм БРИКС саммиттары өсөн әҙерлек барышында Өфө иҫ киткес үҙгәрҙе. Һәм бына баш ҡаланың 450 йыллығына ҡарата ла байтаҡ эштәр башҡарыла. Шуға күрә Өфөнөң тиҙ үҙгәреүен көтөргә ярамай, минеңсә - бында барыһы ла һәлмәк кенә, әммә юғары кимәлдә үҙгәрә. Ошо үҙенсәлегебеҙ менән дә беҙ, өфөләр, бәлки, күптәрҙән айырылабыҙҙыр әле. Һәр эштә лә тиҙлек түгел, ә сифат тәүге урында тора икәнлеген онотмайынса ғына үҙгәрештәр кисереп йәшәп ятабыҙ.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
БАЙРАМ БЕҘҘӘ, БАЙРАМ!
|

12 июндә баш ҡала, ғәҙәттәгесә, бер юлы өс байрамды - Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 449 йыллығын һәм башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләй.
"Өфө байрам итә!" тип аталған ҡала фестивалендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем ҡаланың үҙәк өлөшө төп байрам майҙанына әүереләсәк. Чернышевский урамының Мостай Кәрим урамынан Ленин урамына тиклем арауығы "Мәҙәни Арбат"ҡа әйләнәсәк. Бында кәсепселек һәм күргәҙмә зоналары, интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, музыканттар һәм рәссамдарҙың ижады менән танышырға мөмкин буласаҡ.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
БЕҘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘСӘКБЕҘ!
|

Бала бар йортта сер булмаҫ, ти. Бына ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, баш ҡалабыҙҙың күркәм байрамы алдынан халыҡтың иң кескәй һәм дөрөҫтө генә һөйләр өлөшө булған балалар - баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә йөрөгән тәрбиәләнеүселәре Әмир Заманов, Мәрйәм Хәмид, Рөстәм Сәғитов һәм ошо балалар баҡсаһын тамамлап, 123-сө лицейҙа 1-се класта уҡыған Элина Теләүбаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙың яуаптарын һеҙгә лә ишеттерәбеҙ.
|
Уҡырға
09.06.23
|
|
|
СҮП УТАУ, ҺЫУ ҠОЙОУ
|

Июнь айында баҡса эштәренең иң ҡыҙған мәле. Үҙегеҙҙең йәшәгән төбәккә хас һауа торошона ҡарап, үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарыу ваҡытын билдәләргә кәрәк. Халыҡта гөлйемеш сәскә атһа, башҡа ҡырауҙар булмай, тигән фараз-күҙәтеү ҙә йәшәй. Гөлйемеш сәскә атһа, йәй килә, емештәре ҡыҙарһа, көҙ етә.
|
Уҡырға
02.06.23
|
|
|
МИН НИҢӘ ҺУНАРСЫ БУЛМАНЫМ?
|

Беҙҙең ауыл Мәләүез йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Яр аҫтынан ағып сыҡҡан шишмә һыуын үрҙә телгә алынған йылғаға ҡоя. Шишмә сыҡҡан урынды ҡасандыр бында йәшәгән Сөләймән атлы ауылдашым бурап, таҙартып тотҡан. Беҙ бәләкәй саҡта бөтә ауыл халҡы көйәнтә аҫып, һыуға йөрөй торғайны. Бер ун йыл тирәһе элек Сөләймән уҙамандың ейән-ейәнсәрҙәре олаталары башланғысын ҡеүәтләп, шишмә башын яңынан бурап, һыу алыр өсөн уңайлыҡтар булдырҙы, рәхмәт яуғырҙары!
|
Уҡырға
02.06.23
|
|
|
БАШҠОРТТАРҘА ЙОНДОҘҘАР АТАМАҺЫ
|

Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән.
|
Уҡырға
02.06.23
|
|
|
|
Биттәр : # « 55 56 57 58 59 60 61 62 63 » #
|
Киске Өфө
|
|
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон...
Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."
(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|