|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 67 68 69 70 71 72 73 74 75 » #
|
БЕЛӘККӘ ЛӘ ҠАРА, ЙӨРӘККӘ ЛӘ ҠАРА
|
|

Интернет сәхифәләрендә "17-18 сентябрҙә Екатеринбургта пауэрлифтинг буйынса "Алтын Юлбарыҫ-16" донъя чемпионатында ҡатнашҡан Гөлнара Вахитова бицепсҡа штанга күтәреүҙә беренсе урын алып, рекорд ҡуйып, спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән" тигән яҙманы уҡығас, ул ҡыҙ менән гәзиткә әңгәмә эшләү маҡсаты барлыҡҡа килде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләгән Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы ВАХИТОВА булып сыҡты ул. Гөлнара Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда тыуған. Атаһының тамырҙары Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Биктимер ауылынан. Ҡыҙ урта мәктәпте әле үҙе эшләгән интернатта алтын миҙалға тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алған, математик.
Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы һөнәре буйынса математик, үҙе тарих менән ҡыҙыҡһынып, шәжәрәләр төҙөп, китаптар яҙа, бер үк ваҡытта ауыр атлетика менән шөғөлләнеп, донъя, Рәсәй күләмендә еңеүҙәр яулай. Шәжәрәләр төҙөү буйынса авторлыҡ программаһы ла бар. Уны Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының ғилми советында ҡарап раҫлағандар. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, уҡыусыларҙы шәжәрә төҙөргә өйрәтә.
Урынлы һорау тыуа: бер үк кешелә йүнәлеше төрлө юҫыҡта булған шөғөлдәр нисек һыйышып йәшәй һуң? Бының сәбәбен милли рух тип атарға булалыр. Хәйер, быларҙың барыһы ла Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы менән әңгәмәлә.
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
|
|

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә
Әл Ҡашғари: "Us (ус) - изгелек менән яуызлыҡты айыра белеү, уғыҙҙар шулай әйтә. Әйтәләр: "ol us boldi" - ул изгелекте яуызлыҡтан айырҙы".
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
Бахмут мәҙәниәте ҡәбиләләре
Бахмут ҡәбиләләренең ерләү йолаһында яңы һыҙаттар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Бөрө ҡәберлегендә,VI-VII быуаттар сиктәренән башлап, барса үлгән кешеләр янына ҙур балсыҡ һауыттарҙа күп итеп итле шыйыҡ аҙыҡ (бутҡа, һурпа) ҡуйыла; ябай формалы ҡәберҙәр менән бер рәттән, ҡатмарлы формалылары - тар ғына төньяҡ стеналарында соҡоп яһалған уйымдары һәм оҙон яғында ырмау-киртләстәре булғандары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта бахмутлылар ҡәберҙәр янына аттарҙы (уларҙың тиреләрен, башын, аяҡтарын) ритуаль күмеү йолаларын ғәмәлгә индерә.
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
АЙЫҒАБЫҘМЫ? АЙЫҒАБЫҘ!
|
|

Рәсәй Хөкүмәтендә 2030 йылға тиклем алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү концепцияһы раҫланды. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документта билдәләнеүенсә, илдә алкоголдән ваҡытһыҙ үлем кимәле юғары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда алкоголдән 407,8 мең, 2018 йылда 196 мең кеше вафат булған. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 1,1 миллиондан ашыу кеше алкоголизм һәм алкоголь психозынан яфалана.
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘЙЕК!
|
|

Яңы йортҡа, фатирға күскәндә һәр кем яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫа: яҡшыраҡ йәшәр өсөн пландар ҡора, яңы белем алырға, тормошон үҙгәртергә хыяллана.
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
АТА-ӘСӘ АҢЛАЙ
|
|

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
|
Уҡырға
31.01.24
|
| |
|
|
ҺОҠЛАНҺЫНДАР, ТИК ЗЫЯН КИЛТЕРМӘҺЕНДӘР
|
|

Йыл башындағы оҙайлы ялдар ваҡытында Мәскәүҙә эшләп килгән "Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың туристик потенциалы тураһында һөйләнеләр. Аҙна дауамында Мәскәү халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары республикабыҙҙың ял йорттары, туристик базалары, спорт үҙәктәре, тәбиғәте менән танышты. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләгәндәр, "Афарин!" тиергә генә ҡала. Экскурсия үткәреүселәрҙе тыңлап йөрөгәндә үҙемдең Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрем тураһында уйланым. Беҙҙең төбәктең туристик потенциалы шул тиклем ҙур, һәр район тураһында бер-нисә көнгә етерлек программа әҙерләргә була.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ХАЛҠЫБЫҘҘА МАТУР ЙОЛАЛАР БАР
|
|

Үткән йылдың көҙөндә, турист маршрутына эләгеп, Астана ҡалаһын барып күреү бәхетенә өлгәшелде. Заманса төҙөлгән йорттар биҙәй ҡаҙаҡтарҙың баш ҡалаһын. Әммә уларға ҡаҙаҡ мәҙәниәте, ҡаҙаҡ рухы һеңдерелә. Үтә күренмәле ете ҡатлы "Нур - Алем" музейының беренсе ҡаты "Милләт павильоны" тип атала һәм ҡаҙаҡ милләтенең тарихы, йолалары тураһында бай белешмә бирә. Шунда бер нәмә иғтибарымды йәлеп итте: ҡаҙаҡ, ҡунағының күҙе төшкән әйбер булһа, оҙатҡанда уға был әйберҙе бүләк итә икән. Был йола башҡортта ла булыуы билдәле. Әммә беҙ уны онотобораҡ ебәргәнбеҙ, сөнки был турала һөйләмәйбеҙ. Кем белә, бәлки, башҡорттан баш алғандыр әле был күренеш? Быныһы минең фекер. Нисек кенә булмаһын, күршеләш йәшәгән халыҡ менән күп йолаларыбыҙ оҡшаш икәненә ошо сәфәрҙә тағы бер тапҡыр инанылды.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ҠЫШ БАБАЙ ҺҮҘЕНДӘ ТОРА
|
|

Бөгөн Яңы йыл алдынан Миңъямал апаһы менән Хисам еҙнәһе ял йортонан ҡайтып етергә тейештәр. Зарифа уларҙың өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ. Урбаш ауылына килеп төшөүенә аҙна-ун көн үтеп китте. Хужалыҡта бер нисә дебет кәзәһе бар. Бына шуларҙы ҡарай Зарифа. Улы Динарға ылаҡтар менән уйнау оҡшай. Улар менән ҡуша ырғый-һикерә, һөҙөшә. Зарифа ла ҡәнәғәт, әүрәһен балаҡайы, хәрәкәттә - бәрәкәт. Яңы йыл... Зарифа өсөн ул хәҙер иҫ китерлек шатлыҡлы көн түгел. Бары улына ниндәйҙер байрам яһарға кәрәк. Ҡатын яһалма шыршыны тағы ла бер тапҡыр уратып ҡарап сыҡты. Матур! Төбөнә бүләкте һалаһы ғына ҡалды шикелле. Ҡыш бабай бүләген. Тып итеп эргәһенә улы килеп баҫты.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ АҪЫЛ ХАЗИНАҺЫ, МИЛЛӘТЕМДЕҢ ИЗГЕ ТҮЛЕ УЛ!
|
|

Уҙған 2023 йыл бик күп яңылыҡтары менән тарихҡа инде. Матди һәм матди булмаған ҡаҙаныштар араһында башҡорт халҡы өсөн, шағир әйтмешләй, аҫыл хазина булып торған башҡорт теле лә яңы үрҙәр яулауға өлгәште. 2022 йылда ул, рус теле менән бер рәттән, донъяның 200 теле исемлегенә инһә, 2023 йылда ошо нигеҙҙә "Һомай" аҡыллы колонкаһы эшләнде. Бында башҡорт телен үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарған ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеген билдәләп китмәй булмай. Бөгөн шуларҙың береһе - РУВИКИ яңы интернет-энциклопедияһының Рәсәй халыҡтары телдәре бүлеге етәксеһе Рөстәм ҒАТАУЛЛИН менән түңәрәк ҡорҙа гәпләшәбеҙ.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
|
|

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә
Әл Ҡашғари: "Ir - был һүҙ "оят" тигәнде аңлата. Әйтәләр: "Эр ир болди" - ир оялды".
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
Бахмут мәҙәниәте ҡәбиләләре
Үрҙә бәйән ителгән ваҡиғалар б.э. V-VIII быуаттарында ултыраҡ тормошта йәшәгән иртә бахмут мәҙәниәте вариҫтарының йәшәү рәүешендә һәм мәҙәниәтендә етди үҙгәрештәргә килтерә. Уҙған быуаттарҙағы кеүек үк, Ағиҙелдең барса һул яры буйындағы ерҙәр, уның тауҙар араһынан ағып сыҡҡан урынынан тамағына тиклем, турбаҫлы һәм кушнаренко мәҙәниәттәренә ҡараған ҡәбиләләрҙең биләмәләре булған.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ХЕҘМӘТ КЕНӘ КЕШЕ ИТӘ…
|
|

Пионер галстуктары таҡҡан тиңдәштәрем менән тигеҙ сафта тороп, дәртләнеп йырлай инек беҙ шундай йырҙарҙы: "Эх, хеҙмәт йыры, шаула, яңғыра бөтә ерҙәрҙә. Ҡала-ауылды осоп һин иңлә барлыҡ телдәрҙә!.." Һуңғы осорҙа мәктәп уҡыусылары өсөн хеҙмәт дәрестәрен ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу хаҡында хәбәрҙәр ишетелә башлағас, ярты быуаттан ашыу элек күңелемә ныҡ инеп оялаған ана шул йыр йышыраҡ иҫемә төшә. Ысынлап та, ҡәҙерле туғандар, ҡасандыр һәр кемебеҙгә яҡын булған "хеҙмәт" һүҙен инде байтаҡ йылдар лөғәтебеҙҙә (йырҙарыбыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ) һирәгерәк ҡулланабыҙ һымаҡ. Илебеҙ халҡы эшһеҙлектән йонсомай, әлбиттә, ә шулай ҙа ошо төшөнсә тураһында бер аҙ фекерләп алмаҡсымын.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
МАҠТАНЫРЛЫҠ ТА ШУЛ!
|
|

Уҙған йылдың декабрь аҙағында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев матбуғат конференцияһы уҙғарҙы, унда республикабыҙҙың һәм баш ҡалабыҙҙың 20 киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм 6 блогосфера вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу, һәр ваҡыттағыса, хакимиәттең Ҙур залы фойеһында түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолдо. Әйткәндәй, Ратмир Мәүлиев, тиҙҙән ошо фойеға реконструкция эшләнеп, ҡала менән заманса идара итеү үҙәге булдырыласағы хаҡында белдерҙе. "Беҙҙең Өфө иң "аҡыллы" 3 ҡала иҫәбенә инә, шуға күрә беҙ ҙә заман менән бер ҡатар атларға тейешбеҙ", - тине ҡала етәксеһе. Артабан ул журналистарҙы 2023 йылдың ҡыҫҡаса йомғаҡтары менән таныштырҙы.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
БАЙДЕН ТРАМПТЫ ҠЫҪЫРЫҠЛАЙ
|
|

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында донъя хәлдәре ниндәй һүрәтләнеш алды? Ғәҙәттәгесә, тәүге һүҙ һәм ваҡиғалар өйөрө, әлбиттә, МХО тирәләй бара. Был осор ике яҡ та бер-бер береһенең тыл объекттарын туҡтауһыҙ тип әйтерлек утҡа тотто. Рәсәй ғәскәрҙәре ҡаршы яҡ көстәрҙе төрлө йүнәлештәрҙә ҡыҫырыҡлауын дауам итә һәм боевиктар өҫтөнә ут яуҙыра, ә был иһә беҙҙең көстәрҙең Очеретино, Новокалиново, Бердычи һәм Петровское йүнәлештәрендә әүҙем хәрәкәтенә булышлыҡ итә. Ҡаршы яҡтың ҡорал ресурсы, атап әйткәндә, снаряд ҡытлығы килеп тыуҙы.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
КӨЙӨНӨРГӘМЕ, ҺӨЙӨНӨРГӘМЕ?
|
|

Яңы йыл байрамдары ла үтеп китте. Һәүетемсә, тип өҫтәге килә, ләкин тел әйләнмәй: беҙгә - байрам, ә тегендә, ут эсендәге уландарға нисектер? Улар тарафынан был көндәрҙә сәләм-хәбәрҙәр, видео-сәхифәләр ҙә булманы (бәлки, аҙағыраҡ килеп етер, моғайын). Ҡайҙандыр аҙашып, түше тулы орден-миҙал таҡҡан, үҙен "спецназ ветераны Кирилл" тип таныштырған хәрби операция яугирының видео-мөрәжәғәте генә килеп сыҡты Бәйләнешкә.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ХЕҘМӘТ ДӘРЕСЕ ҠАЙТАРЫЛА
|
|

Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү программалары дәүләт аккредитацияһы булған мәғариф ойошмаларының төп дөйөм белем биреү программаһына "Хеҙмәт" (технология) дәресе индерелә.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ҠУЯН ҺЫМАҠ СОС БУЛАЙЫҠ!
|
|

Тормош шулай ҡоролған, ул бер урында тормай. Үҙ ағышы менән һаман алға бара. Бына әле генә беҙ ҡуян йылына аяҡ баҫҡайныҡ. Йыл башында оҙон һымаҡ ине ул. Әммә ул, баҡтиһәң, үтеп тә бара икән. Уның һыуыҡ ҡышы, йылы яҙы, көтөп алған йылы йәйе, ямғырлы көҙө ней арала үтеп өлгөргәндер инде. Хәҙер беҙ ҡуян йылын оҙатырға тип мәж килеп йөрөйбөҙ. Мәйтәм, шуныһы һәйбәт, ҡуян йылы үтә. Әммә уның ҡуяны барыбер беҙҙең менән бергә ҡала. Шуға, әйҙәгеҙ әле, урман һәм даланың биҙәге булған ошо йомшаҡҡай менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
АУ – 6 (Аҙағы)
|
|

Ҡалҡынырға ниәтләнеп Әсләм башын күтәрҙе, тирә-яғына күҙ һирпте. Унан терһәктәренә таянды, күтәрелергә маташты, тик эсе һыҙлауы уны кире ятырға мәжбүр итте. Теге бәндә ныҡ һуҡҡан икән шул, аңғармайыраҡ ҡалды - һин дә мин ҡыҙыҡһынып һорашып торғас һис көтмәгәйне бындай аҫтыртын хөсөттө. Ҡайҙан килеп сыҡты ул бәндә? Артынан күҙәтеп килгәндер инде. Булып үткән ваҡиға тиҙ ҡайтты Әсләмдең иҫенә. Эйе, теге көндө төшөнә кергән әҙәм булды был - шул бит йылым аша һикереп сыҡтым тигәндә, әлеге ише эскә бәреп төшөргәйне.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
ЭШҠЫУАР ЯҘМАЛАРЫ, ЙӘКИ НИМӘНӘН ҠУРҠЫРҒА ЯРАМАЙ?
|
|

Рубриканың сираттағы ҡунаҡтары - ысын мәғәнәһендә заман башҡорттары. Уларға ҡарап башҡорт булғы килә. Уларға ҡарап, милләтең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Сая рухлы булыуҙары менән бергә, донъяға йәштәрсә прагматик ҡарашлы улар, үҙҙәренең кем һәм ни өсөн йәшәгәнлектәрен яҡшы аңлайҙар. Иманлы, намыҫлылар. Йәшәү рәүештәре - айыҡ, маҡсаттары - аныҡ. Бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштерә, бер нисә йүнәлештә эшләй алалар. Уңыш ғәли йәнәптәре улар менән Һеҙ тип һөйләшәлер ҙә, ниндәйҙер дәғүәләр белдерергә лә тартыналыр кеүек. Рухлы, заманса фекерләй белеүсе эшҡыуарҙар, алдынғы ҡарашлы милләттәштәребеҙ - Ислам ТӨХВӘТУЛЛИН Һәм Илнур НИҒМӘТУЛЛИН менән әңгәмә - эшҡыуарлыҡ һәм уның нигеҙҙәре хаҡында.
|
Уҡырға
26.01.24
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 67 68 69 70 71 72 73 74 75 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|