|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 71 72 73 74 75 76 77 78 79 » #
|
КӘРӘКЛЕ ҺҮҘҘЕ ЕТКЕРӘ
|
|

Әлеге мәлдә республиканың ваҡытлы матбуғатына яҙылыу кампанияһы бара. Район һәм республика баҫмалары гәзит һәм журнал уҡыусыларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирә, төрлө акциялар ойоштора, бүләктәр вәғәҙә итә һәм башҡалар. Бөтә нәмәгә хаҡтар артҡан мәлдә гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа осһоҙҙан түгел, әлбиттә, ләкин рухи аҙыҡ сығанағы булған баҫмалар үҙенең тоғро уҡыусыларын юғалтмаясағына өмөт бағлай.
|
Уҡырға
24.11.23
|
| |
|
|
ТЕЛЕЭКРАН БЕҘҘЕ ТӘРБИӘЛӘЙМЕ?
|
|

Ә һеҙ телевидениела күптән эшләйһегеҙме?
- Ике йыл.
- Моғайын, бик ҡыҙыҡтыр?
- Эйе. Беләһегеҙме, тиҙҙән телевидение бөтә кешелек донъяһын ныҡ үҙгәртәсәк. Театр ҙа, китап та, гәзит тә - бер нәмә лә булмаясаҡ. Тик телевидение ғына. Минең һүҙҙәремде бына егерме йылдан һуң иҫләрһегеҙ әле...
Хәтерегеҙгә төшкәндер, был - бынан утыҙ өс йыл элек премьераһы булған билдәле "Москва слезам не верит" исемле совет фильмынан алынған өҙөк. Уны профессор Тихомировтың өйөндә табын артында Рудольф әйтә.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ТУҠЛАНЫУЫҢ СОВЕТ ОСОРОНДАҒЫ КЕҮЕКМЕ?
|
|

СССР заманы юҡҡа сыҡһа ла, беҙ совет диетологияһы ҡанундарын бөгөн дә ҡулланабыҙ икән. 1939 йылда совет хөкүмәте "Тәмле һәм сәләмәт туҡланыу тураһында китап" баҫтыра һәм унда төп диетологик ҡағиҙәләр, блюдоларҙың рецептары бирелә. Әммә хәҙерге заман медицинаһы был ғәҙәттәрҙең ҡайһы берҙәрен зыянлы тип, кире ҡағып та маташа.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
УРАМДАҒЫ ИНӘЙ
|
|

Ул киткәс, урам бушап, етемһерәп ҡалған кеүек булды. Әйтерһең, ошо урындың айырылғыһыҙ бер өлөшө ине. Аптырайым: сит-ят бер кеше лә күңелгә шул тиклем үтеп инә алыр икән. Хәйер, нишләп сит булһын инде. Кешене белер өсөн өс йыл ғүмер әҙ түгел.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ЗАҺИҘӘ
|
|

Рус яҙыусыһы Филипп Диомидович Нефедов 1838 йылда Иванов-Вознесенск ҡалаһында крепостнойҙар ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында училище тамамлай, шул йылдарҙа уҡ проза менән ҡыҙыҡһына башлай. Ф. Д. Нефедов артабанғы уҡыуын Мәскәү университетының тарих-филология факультетында дауам итә. Мәскәүҙең алдынғы баҫмаларында уның рус крәҫтиәндәренең ауыр тормошон һүрәтләгән "Безоброчный", "Крестьянское горе", "Иван-воин" һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Ул байтаҡ йылдар "Русский курьер" гәзитендә эшләй, әҙәбиәт һәм публицистика менән шөғөлләнә, либераль ҡараштары арҡаһында эҙәрлекләүҙәргә лә дусар була. Яҙыусы шулай уҡ этнография, археология һәм антропология менән ныҡлап мауыға, Рәсәй буйлап оҙайлы сәйәхәт ҡыла. Башҡортостан ерҙәрендә йөрөгәндә ул башҡорттарҙан бик күп легендалар, йырҙар һәм әкиәттәр яҙып ала. Тәү сиратта яҙыусының иғтибарын, әлбиттә, Салауат батыр образы йәлеп итә. Башҡорт халҡының милли батырына һәм Крәҫтиәндәр һуғышына арналған "Движение среди башкир перед Пугачевским бунтом; Салават, башкирский батыр" тигән ғилми хеҙмәт яҙа. Әҙәби әҫәрҙәре лә байтаҡ уның. Ф. Д. Нефедов үҙе йәшәгән замандағы башҡорт йәмғиәтенең ҡатмарлы тормошо тураһында бәйән иткән "В горах и степях Башкирии", "На восточной окраине" тип исемләнгән хикәйәләр циклдары менән бер рәттән, иҫ китмәле ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырған "Зигда", "Ушкуль" тигән хикәйәттәр ҙә ижад итә. Был әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән көслө, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар, әлбиттә, һоҡланыу уята. Шулай итеп, Ф. Д. Нефедовтың башҡорт халыҡ легендаһына таянып ижад ителгән "Зигда", йәки башҡортса "Заһиҙә" хикәйәтенең тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ҠАНЫБЫҘҘА БАР ЯУГИРЛЫҠ
|
|

Күренекле яҙыусы, драматург, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәби конкурстар лауреаты, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған Фәнис Хөсәйенов тураһындағы "Бер ғүмер етмәй икән...", "Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине" тигән юлъяҙмалары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. Уның менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо очерктарында күтәрелгән проблемалар хаҡында барыр.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
|
|

Беҙ, хәҙерге заман башҡорттары, уҡымышлы боронғо төрки бабаларыбыҙ кеүек, яҙма телебеҙҙе "Әлифба" китабынан башлап үҙләштерә башланыҡ. Әлиф - ғәрәп алфавитының тәүге хәрефе, әммә ул ғәрәпсә "а" хәрефен белдереп, "алиф" тип әйтелә. Ҡашғари һүҙлеге лә тап ошо хәрефтән башланып китә.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
Турбаҫлы мәҙәниәте ҡәбиләләре
Дала күскенселәренең иң ҙур төркөмө, ниндәйҙер беҙгә билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында төньяҡҡа күсеп китергә мәжбүр була, һәм улар Ағиҙел йылғаһының урта ағымы бассейнында, үҙәге Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағы янындағы, йәғни хәҙерге Өфө территорияһында булған төбәктә төпләнә. Был ваҡытта (б.э. IV быуаты) халыҡ күпләп йәшәгән ошо территория эре мәҙәни-иҡтисади үҙәктәрҙең береһе була. Ошоға бәйле Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында хәҙерге "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы һәм мосолман зыяраты участкаларында тимер быуаты башында уҡ 6 эре ҡәлғә-ҡаласыҡ барлыҡҡа килеүе, ошо урында бер-береһенән 300 метрҙан алып 1-2 километрға тиклем арауыҡта ананьин (б.э. тиклемVII-V бб.) һәм ҡараабыҙ (б.э. тиклем IV б. - б.э. II б.) мәҙәниәттәре ҡәбиләләре йәшәүе хаҡында иҫкә алырға була. Улар - Уфимское (Чертово), Усть-Уфимское,Сутолока йылғаһы тамағындағы Дуҫлыҡ монументы, Өфө-III, Өфө-IV ҡаласыҡтары.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ТЫЛДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ТЫНЫСЛЫҠТЫҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛҺЕН ИНЕ
|
|

"Ирҙәр айырылһа, ил таралыр", тигән боронғолар һәм ил өҫтөнә килгән һәр һынауҙа берҙәм күтәрелеп сыҡҡандар. Бөгөн дә илде берләштерер ирҙәр бар: уларҙың күбеһе Украиналағы махсус хәрби операцияла үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Ошо көндәрҙә яҙмышын ил хәүефһеҙлегенә бәйләгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыу мөмкинлегенән файҙаланып, "Әсән" хәрби ҡушаматлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Радик Динәхмәтов, 1-се ротаның "Алпан" ҡушаматлы замполиты, лейтенант, "Аҡ барыҫ" ҡушаматлы өлкән сержант менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ЕР ҠЫРТЫШЫН АҠТАРЫП АЛТЫН ЭҘЛӘЙ СИТТӘР
|
|

Төрлө ҡаҙылма байлыҡтар табыу менән шөғөлләнеүселәрҙең ерҙәребеҙҙе соҡоп, ер-һыуға, кейек-йәнлеккә күпме зыян килтереүен үҙебеҙ күреп йөрөйбөҙ. Бер туҡтауһыҙ байлыҡ арттырыуҙы маҡсат иткән ситтәрҙең урындағы халыҡтың сәләмәтлегендә лә, тәбиғәттең юҡҡа сығыуында ла эше юҡ - ауыр техника ер ҡыртышын аҡтара ғына. 2021 йылда Радий Хәбиров тәҡдиме менән Ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыу буйынса республика ведомство-ара комиссияһы булдырылғайны. Ул ҡаҙылма байлыҡ табыусыларҙы уларҙың эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһендә уңдырышһыҙға әйләнгән ерҙең етештереүсәнлеген тергеҙергә мәжбүр итеү менән дә шөғөлләнә.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
АТАЙЫМДЫҢ ҺУҢҒЫ ҺАБАҒЫ
|
|

Туған телебеҙҙең торошо, киләсәге хаҡындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан замандаштарға эйәреп, мин дә бер нисә күҙәтеүемде, баштан үткәндәремде яҙырға булдым.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
БАШ ҠАЛАЛА НИҘӘР БАР?
|
|

Әлбиттә, яҡшы, ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙән башлағы килә. Өфө һәүетемсә йәшәй, юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә кеүек. РФ Президенты В.В.Путин яңыраҡ ҡына Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстан вәкилдәрен 2024 йылда Өфөлә үткәреләсәк Рәсәй - Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенә арналған ХХ төбәк-ара форумға саҡырҙы. Ил Президенты шулай уҡ киләһе йыл Өфөлә тағы бер оло сара - "Рәсәй - спорт державаһы" йыйыны үткәреләсәге хаҡында ла хәбәр итте.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ЙЫЛЫ ӨЛӘШЕП ЙӘШӘЙЕК!
|
|

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
ҠАҒЫҘ БАҪМАҒА ЕТМӘЙ
|
|

Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙға баҫылған матбуғат баҫмаһын алдырмайым, интернеттан ғына уҡыйым, тигән кешеләр күбәйҙе. Эйе, бөгөн барлыҡ гәзит-журналдарҙың интернетта электрон сайты, социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмдәре бар. Мин дә анһатыраҡ юл эҙләп, шулай уҡып ҡараным да, ҡағыҙ гәзиткә етмәй тип, ташланым был ғәҙәтте.
|
Уҡырға
17.11.23
|
| |
|
|
МОСТАЙ ШИҒРИӘТЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘЙ
|
|

Халҡыбыҙға бөйөк шағир һәм лайыҡлы ул бүләк иткән октябрҙең республикала Мостай исеме аҫтында, Мостай айы булараҡ үтеүенә күнеккәнбеҙ инде. "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында еңеүселәрҙең баш ҡалаға йыйылыуы тантанаһы иһә ошо төрлө сараларҙың шартлы рәүештә йомғаҡлау өлөшө булараҡ ҡабул ителде һәм ул ысын мәғәнәһендә Шиғриәт һәм Талант байрамына әүерелде.
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
КҮК ЙҮТӘЛ
|
|

Күк йүтәл, быума йүтәл тип йөрөтә уны халыҡ. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла йыл һайын 500-600 бала тап ошо күк йүтәлдән үлә. Быума йүтәл (коклюш) - бактериаль сир, ул кешенән кешегә күсә, тик бының өсөн ныҡ яҡын контакт булырға, мәҫәлән, балалар бергә уйнарға, аралашырға тейеш. Йәғни, асыҡ һауала бактерия йәшәй алмай, шуға ла ауырыған кешенең эргәһенән үтеп китеп кенә уны йоҡтороп булмай.
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
ТАТЫУ ҒАИЛӘЛӘ ҺӘР САҠ ЭШТӘР КӨЙЛӨ
|
|

Уларҙың икеһенә айырым-айырым бер үк һорауҙы бирҙем: "Хәләл ефетең менән бәхетлеһеңме?" "Мин, ҡустым, Фәнүзәнән башҡа ҡатын-ҡыҙ менән тормош ҡороуҙы хатта күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инем, - тип яуап бирҙе ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ҡатыны хаҡында Сәлмән ағай. - Хазина бит ул минең өсөн. Алтын-көмөшөм. Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр!" "Үҫмер сағымдан уҡ хыялымдағы "Алтын аттағы принцымды" тап ана шул Сәлмән ағайың һымаҡ итеп күҙ алдына килтерә инем, - тине Фәнүзә еңгә лә. - Йәшереп-батырып, оялып-уңайһыҙланып тора торған ваҡыттар үтеп киткән инде, тураһын әйткәнгә аптырама, ҡәйнеш…"
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
ФИЛАРМОНИЯЛА ЮБИЛЕЙ МИҘГЕЛЕ БАШЛАНДЫ
|
|

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се ижад миҙгелен асып, Башҡортостан филармониялары фестивален ойошторҙо: баш ҡала тамашасылары алдында Учалы, Стәрлетамак, Нефтекама, Сибай филармониялары коллективтары сығыш яһаны.
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
МӘРЙӘМ АПАЙ МӘКТӘБЕ
|
|

Тыуған төйәгенә, атайсалына һөйөү уның бар булмышында сағыла. Һәр күҙәнәгендә йәшәйҙер ул һөйөү. Күҙҙәрендәге ниндәйҙер моңло һағыш ҡатыш нур ҙа, йөҙөндәге ихласлыҡ менән йылылыҡ та ошо һөйөү балҡышылыр. Әйләнә-тирәһендәге һәр кемгә әсәләрсә хәстәрлек, әйтеп аңлатҡыһыҙ наҙ менән баға ул, һәр беребеҙ өсөн борсолоу ҙа күрәм мин уның ҡарашында. Һүҙем - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, дирижер, уҡытыусы, йырсы, йөҙҙән ашыу йыр авторы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы СОЛТАНОВА хаҡында.
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
ЙӨРӘГЕМ ТӨНДӘ ЙОНДОҘ ЙОТҠАН БЫЛ ЯЛҠЫНДЫ КЕМГӘ ҺУҘАҺЫ?
|
|

Быйыл сентябрҙә "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үткәндән һуң проект етәксеһе Наилә Сәфәрғолова һүҙ ярышында ҡатнашыусы Салауат Шәйәхмәтов хаҡында "Бәйләнештә" селтәрендәге диуарына шундай һүҙҙәр яҙып ҡуйғайны: "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотҡан, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге премияға лайыҡ булыусы (3 урын), Миәкә районы егете Салауат Шәйәхмәтовҡа ошо көндәрҙә 25 йәш тулған икән!
Күңелдәребеҙҙе арбаған, шиғырҙары менән беҙҙе әсир иткән, ҡыуандырған, шатландырған һәм илатҡан Салауатҡа иң изге теләктәремде юллап, аҡ бәхеттәр, саф мөхәббәт, ижади үрҙәр, ҡоростай сәләмәтлек теләгем килә. Һин - башҡорт әҙәбиәтенә, башҡорт халҡына үҙ һүҙеңде әйтер өсөн тыуған Шағир, Салауат. "Йөрәк һүҙе" сәхнәһе һине оло ижад һуҡмаҡтарына сығарып, яңынан-яңы ижади үрҙәргә алып менһен!"
Беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ ошо Салауат атлы егет менән һәм тиҙ арала "Киске Өфө"лә осрашып, бына ошо ҡыҙыҡлы әңгәмәне ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
10.11.23
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 71 72 73 74 75 76 77 78 79 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|