|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 79 80 81 82 83 84 85 86 87 » #
|
АТЛЫ БАШҠОРТ-3
|
|

Ошо һимеҙ, тоҡрой кәүҙәле кешене былай ҙа күрә алмай йөрөгән лейтенантҡа етә ҡалды:
- Бына нимә, иптәш Итәлмасов! Гражданкала һин алтын ҡабул иткәнһеңме, яҡут ҡабул иткәнһеңме, унда минең эшем юҡ. Ә бына бында беҙ ҡушҡан эште урын-еренә еткереп башҡарырға тейешһең! Ҡыҙыл Армия командирының теләһә ниндәй приказы һәр бер боец өсөн закон! Төшөндөңмө?
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
БЕҘ ЙӘШ САҠТА ХӘЙЕР, БӨГӨНГӨ ЙӘШТӘРГӘ ЛӘ ШӨКӨР БИТ
|
|

Элек-электән иғтибар итә киләм, бәғзе бер олпат йәштәге кешеләр үҙҙәренең ҡасандыр булған йәш саҡтарын, ғөмүмән, үткән быуынды маҡтап, хәҙерге йәштәрҙе тәнҡитләргә әүәҫләнеп китеүсән. Оло быуын вәкиле булыуыма ҡарамаҫтан, үҙем "Элек шәкәр ҙә татлыраҡ, һыу ҙа еүешерәк була торғайны…" тигән һымағыраҡ итеп фәлсәфәләп, һәр саҡ бөгөнгө көндөң тик ниндәйҙер етешһеҙлеген генә табырға тырышыу яҡлы түгелмен. Һүҙ юҡ, һәр заманда йәшәгән кешеләрҙең, улар алып барған тормоштоң ыңғай һәм кире яҡтары бар. Элек беҙҙең ауылда йәшәгән Солтанхәмит мулла олатай: "Заман - ул Аллаһ Тәғәләнеке. Заманды бер ҡасан да яманларға ярамай", - ти торғайны. Һәр дәүерҙә йәшәгән халыҡ үҙ заманына ярашлы ғәмәлдәр ҡыла инде ул.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ҮҘГӘРЕШ БУЛЫУЫН ТЕЛӘҺӘҢ, ҮҘЕҢӘ ҮҘГӘРЕРГӘ КӘРӘК!
|
|

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
КЕМДЕР КИЛЕН АЛЫП ҠЫУАНДЫ...
|
|

Башҡаларҙан айырылып торһон өсөн Аллаһы Тәғәлә һәр бер халыҡҡа тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, хатта кейем биргән, тиелә бер башҡорт риүәйәтендә.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
АТ АУНАҒАН ЕРҘӘ ТӨК ҠАЛА
|
|

Ат хаҡында әйтемдәр күп инде ул. Мәҫәлән, "Ат аунаған ерҙә төк ҡала". Мәғәнәһе менән "Утһыҙ төтөн сыҡмай" тигән әйтемгә лә оҡшаш ул. Ат аунауҙан - төк, ут яныуҙан - төтөн. Сәбәп - һөҙөмтә. Мәғәнә һәлмәклеге һәм оҡшашлығы буйынса был ике әйтемде бер-береһенең варианты, игеҙәге тип әйтергә лә була. Уларҙың "Утһыҙ төтөн сыҡмай" тигәненә килгәндә, кемдер берәү махсус төтәткестәр эшмәкәрлегендә төтөн сыҡһын өсөн ялҡындың мотлаҡ булыуы шарт түгел, тип тә әйтер. Кем белә, бәлки, киреһенсә, төтөнһөҙ ут булмайҙыр? Ә? Тағы ла киң билдәле "Иң тәүҙә йомортҡа булғанмы, әллә тауыҡмы?" тигән дилемма алдына килеп баҫабыҙ. Ғәҙәттә, логиканың ошондай дилемма аталмыш юл сатына килеп сыҡҡанда әңгәмә-бәхәстәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылыусан. Шул саҡта кемдер әйтеп ҡуйыр: һе, тауыҡ бит үҙе лә ҡасандыр йомортҡа эсендә ятҡан.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ӘЙҘӘГЕҘ, КИНОҒА!
|
|

Баш ҡалабыҙҙы көньяҡтан һәм көнбайыштан уратып аҡҡан Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярының бер өлөшө тотошлайға бетон менән ҡапланғас, халыҡ үтә лә ғәжәпкә ҡалғайны. Был тере йылғаны таш бығау менән тышап ҡуйған кеүек булды тәүге мәлдәрҙә. Ошондай "йәнһеҙ" мөхиттә ял итергә теләрме икән өфөләр, тип уйларға ла ерлек бар ине.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
АРКАЛАР АРҠАЛАРҒА ТӨШМӘҺЕН
|
|

Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһын яңыртып төҙөү барышында инеү төркөмө аркаһы ҡутарып ташланған. Ошо турала "Архзащита" активистары хәбәр итте.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ЙӨҘӨН ЮҒАЛТҠАН ВЛАСТЬ
|
|

Халыҡ хәтере тере, ул яҡшыны ла, яманын да онотмай - быуындан-быуынға тапшырып килә. Хатта сәйәси шарттар ҙа, ил етәкселәренең теге йәки был ҡарашта тороуы ла тере хәтерҙе юҡ итә алмай. Хатта бөгөн бөтә кешелек донъяһын хәүеф аҫтында тотоусы атом бомбаһы ла юҡ итә, көйҙөрә һәм яндыра алмай уны.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
|
|
ТӘБИҒӘТЕБЕҘ МЕНӘН БӘХЕТЛЕБЕҘ!
|
|

Ҡомарлы турист булмаһам да, әллә ҡайҙарҙа ятҡан сит илдәргә атлығып тормаһам да, үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Күккә ашҡан тау-ҡаялары, йырып сыҡҡыһыҙ йәшел урмандары, йылға һәм күлдәре үҙенә тарта шулай ҙа. Шуға күрә йәй генә түгел, йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә ғаиләм менән республиканың ниндәй ҙә булһа төбәгенә барып ҡайтабыҙ.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘҺЕ ГЕНӘ КЕШЕНӘН ШӘХЕС ЯҺАЙ
|
|

2022 йылдың 16 ноябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһында уҙғарылған Хөкүмәт сәғәтенә илдең мәғариф министры Сергей Кравцов та саҡырылғайны. Тап шунда Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин мәктәптәргә хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарыу мәсьәләһен күтәрә. Баҡтиһәң, "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы федераль закондың 34-се статьяһына ярашлы, белем алыусыларҙың йәиһә балиғ булмаған уҡыусыларҙың ата-әсәләре ризалығынан башҡа уларҙы ниндәй ҙә булһа хеҙмәткә йәлеп итеү тыйылған булған. Ошондай "тоҙһоҙ", хатта шәхес үҫеше өсөн зыянлы норманы кем законға индергәндер - уныһы хәҙер ҡараңғы.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ХАЛҠЫМА НИСЕК ФАЙҘА КИЛТЕРӘЙЕМ? ҮҘЕБЕҘГӘ ОШО ҺОРАУҘЫ БИРЕП ЙӘШӘЙБЕҘ
|
|

Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға торған йәштәр - сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл хәҙер. Илдең юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү һынауҙары тамамланып, иң-иңдәрҙе һайлайҙар ошо көндәрҙә. Беҙ әңгәмәләшкән егеттәр ҙә ҡасандыр ошо тулҡынландырғыс минуттарҙы кисергән, хәҙер инде Мәскәүҙә ҡанат нығытып, үҙ һуҡмағынан атлаусылар. Улар - Мәскәү политехник университеты студенты Ғәзинур Ырыҫмөхәмәтов, И.М. Губкин исемендәге Нефть һәм газ Рәсәй дәүләт университетынан Урал Әхмәтов менән Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетынан Айҙар Бикбулатов. Йәштәр менән илебеҙҙең баш ҡалаһында юғары белем алыу, унда берегеп китеү, замандаштары тураһында һөйләштек. Был әңгәмә мәктәп тамамлап тороусыларға ла, атай-әсәйҙәргә лә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.
|
Уҡырға
10.08.23
|
| |
|
|
ИСХАҠ ҒҮМӘРОВТЫ ГИТЛЕР ОЯҺЫН ТУҘҘЫРҒАН ТИП БЕЛӘБЕҘ
|
|

Данлы Совет Армияһының Германия фашистарын тар-мар итеүенә лә етмеш һигеҙ йыл булып китте. Илен һаҡлаусы меңәрләгән яҡташыбыҙҙың күрһәткән батырлығын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Ватаныбыҙҙы азат итеүселәр араһында минең ауылдаштарым да күп кенә. Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры гвардия полковнигы Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы тураһында ишетмәгән кеше лә аҙҙыр. 1945 йылдың майында ул командалыҡ иткән 1050-се уҡсылар полкы "Гитлерҙың өйөн" баҫып алыуы хаҡында мин бала саҡтан уҡ хәбәрҙар инем. Ана шул мөһим ваҡиғаның ҡап уртыһында булған был башҡорт полководецының ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр матбуғат сараларында - район һәм өлкә гәзит-журналдарында әленән-әле сыҡҡылап тора (бер нисә йыл элек Баймаҡ районы гәзитендә Азамат Мөхәмәтшиндың эстәлекле бер мәҡәләһен дә уҡығайным).
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
ҮҘЕНСӘ, ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ИЖАД ИТӘ
|
|

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев - СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың шәкерте, барлыҡ эштәре лә тематика тәрәнлеге, халыҡсанлығы менән айырылып тора. Талант эйәһе киндерҙә башҡорт тарихын мәңгеләштерә, донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, һынлы сәнғәт аша милләтенең, тыуған еренең мәртәбәһен күтәрә. "Ауыл хыялыйы", "Өйөрөлмәк", "Толпар", "Алпамыша", "Ҡыҙылташ", "1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар", "Салауат тураһында иртәк" (авторҙашы И. И. Ғаянов), "Ҡанатлы ат", "Ҡолап барыусы Толпар", "Сен-Жермен майҙанында таң", "Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте" һәм башҡа эштәре һынлы сәнғәтте үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Беҙ бөгөн Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВҡа өс һорау бирҙек.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
АТЛЫ БАШҠОРТ – 2
|
|

Сафтың ҡойроғонда торған Заһретдин иң һуңғы минутҡа тиклем ниндәйҙер мөғжизәгә ышанды. Был уҫал старшина уның яғына күҙ ташлар ҙа: "Итәлмасов, ко мне!" - тип ҡысҡырыр төҫлө тойолдо. Ләкин уның фамилияһын телгә алыусы кеше булманы, старшина эскадрон писарына ниҙер әйтте лә ҡайҙалыр китеп барҙы. Уның урынына баҫҡан икенсе кеше бөтөнләй ауылса:
- Хәҙер һеҙҙең барығыҙҙың да исемлегегеҙҙе алам! - тип ҡулы менән ишара яһаны ла коридор башындағы тумбочка артына барып ултырҙы.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
"Урал батыр" эпосы - башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хаҡында ҡиммәтле сығанаҡ
Башҡорт фольклоры ("Урал батыр" эпосы)
5. Башҡорт фольклорында Авесталағы уңдырышлылыҡ алиһәһенә арналған гимнға "Аҡбуҙат" эпосы тап килә. Әгәр Авестала, Ардви Сураға ҡорбан килтереп, унан күп башлы йылан рәүешендәге дейеүҙәрҙе, сихырсыларҙы, яуыз ендәрҙе еңергә, йә иһә иҫәпһеҙ йылҡы көтөүҙәренә эйә булырға ярҙам итеүҙе үтенһәләр, "Аҡбуҙат" эпосында Шүлгәндең һыу аҫты батшалығы һүрәтләнә, унда барса ошо яуыз һәм изге көстәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ хайуандар Шүлгән ҡарамағында булып, уға хеҙмәт итә.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
ИР ҠАНАТЫ...
|
|

Башҡорт аты - башҡорт балы менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүренешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
СИФАТ БИЛДӘҺЕ ҠАСАН ҠАЙТЫР?
|
|

Ишеттегеҙме әле? 2024 йылда Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусыларҙың дәрескә кейә торған кейеме (форма) ГОСТ талаптары менән етештерелә башлаясаҡ, имеш!
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
ӘЖӘЛГӘ ДАРЫУМЫ ҠЫМЫҘ?
|
|

Магазиндарҙа һирәк-һаяҡ осраған ҡымыҙ эсемлеген күрһәм йә уны ҡайҙалыр ауыҙ итергә тура килһә, байтаҡ йылдар элек булған бер ваҡиға йәнемде әрнетеп иҫкә төшә. Онотолмай ҙа, хәтерҙән дә сыҡмай, сөнки ул үткәндәр менән генә бәйле түгел, ә бөгөнгө тормошобоҙҙоң да сағылышы.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
…БУЛҺАҢ, "КИСКЕ ӨФӨ"НӨ УҠЫР ИНЕҢ
|
|

Ошо һүҙбәйләнештәге "... булһаң" тигәндең алдынан кешенең сифаттарынмы, ғәмәлдәренме белдергән бик күп һүҙҙәр ҡуйырға мөмкин: мәҫәлән, "Аңлы булһаң", "Илһөйәр булһаң", "Телһөйәр булһаң", "Ғәмле булһаң" һәм башҡалар. Әйткәндәрем менән ысынлап та гәзит, журнал, китаптан айырылған милләттәштең сәмен уятмаҡсымын әле: эйе, аңлы, илһөйәр, телһөйәр булһаң, һин "Киске Өфө"нө, шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан башҡа баҫмаларҙы ла уҡыр инең. Хәйер, был ишара әлеге ваҡытта "Киске Өфө"нән айырылмаған уҡыусыларыбыҙға төбәлмәй, әйтелгәндәрҙе үҙ адресығыҙға ҡабул итеп ҡуймағыҙ берүк.
|
Уҡырға
04.08.23
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 79 80 81 82 83 84 85 86 87 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|