|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
Биттәр : # « 81 82 83 84 85 86 87 88 89 » #
|
МИЛЛИ МУЗЕЙЫБЫҘҘА...
|
|

Республиканың төп музейында "Китап фонды раритеттары" күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә. Күргәҙмәләге төп урынды Өфөлә "Китап-байрам" Халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Милли музейға һаҡлауға тапшырылған Усман Ҡөрьәне күсермәһе биләй.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
ДАУАЛАУҒА ҠАРАҒАНДА СИРҘЕ ИҪКӘРТЕҮ ЯҠШЫРАҠ
|
|

Өйәнәк (эпилепсия), көнсөллөк һәм сихыр кеүек сирҙәр Иблис аша килә, ул бит фәхешлек, боҙоҡлоҡ, яманлыҡ сығанағы. Тән сирҙәренә фалиж һуғыу, махау ауырыуы (проказа), түләмә (язва), аҡылдан яҙыу һәм башҡа шундай сирҙәр инә. Микробтар, ауырыу бактериялары, вирустар - былар бары тик сирҙең тышҡы сәбәбе генә. Бөтә сырхауҙың сығанағы - кеше тәненә ағыу өрөп индерә торған Иблис.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
|
|
ИЖАДИ ЭҘҘӘРЕ ҠАЛДЫ
|
|

Хәтирәләр һәр кемдең артынан эйәреп йөрөмәй: күптәр туғандары хәтерендә ҡала, уҡытыусының эшен уҡыусыһы дауам итә, остаз данын шәкерттәре тарата, ижадсыларҙы ижади емештәре мәңгеләштерә. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында билдәле режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе булып уҙҙы. Талантлы шәхесте иҫкә алыу тураһында һорашып, уҡыусыһы Денис Нурғәлингә мөрәжәғәт иттек:
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
ТУРАЙҒЫР ҺАБАҒЫ – 2
|
|

Ҡунаҡтар Ҡаҙыршаға килеп төшкәндән һуң бер сәғәт үтеүгә келтер-келтер йырлаған арба тауышын тыңлап, йәйләүгә табан китеп баралар ине инде. Көн салт аяҙ. Арбаға егелгән күк байтал һарҡыу ерҙәр осраһа, йүгереп бара ла, үргә тартылғанда атлауға күсә.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
БЫНДА КҮП НӘМӘ БАҺАҺЫН ЮҒАЛТА, ИҢ ҠИММӘТЛЕҺЕ - ҒҮМЕР, ҒАИЛӘ, ТЫНЫС ТОРМОШ
|
|

Июнь аҙағында беҙ, Башҡортостандан бер төркөм журналист, махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булдыҡ. Бик күп йәнле осрашыуҙар ойошторҙоҡ, ҡыҙыҡлы темалар алып ҡайттыҡ. Иғтибарығыҙға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, әле махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән Азат БАДРАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Азат Шамил улы менән осрашыу фронт һыҙығынан бер нисә километр алыҫлыҡта ғына булды. Ул Башҡортостандан 700 яугир хеҙмәт иткән полкка килгәс, командир шунда уҡ рация аша беҙгә хәбәр еткерҙе: "13-сө" урында (Азат Бадрановтың позывнойы), штабҡа килегеҙ, төркөмдәргә өйөлмәгеҙ, дистанция һаҡлағыҙ". Был ваҡытта яугирҙарҙың күбеһе хәрби бурысын башҡара ине, шуға күрә Азат Бадранов янына уларҙың бер аҙы ғына килде. Төрлө яҡтан "Һаумыһығыҙ, Азат Шамил улы!", "Сәләм бирҙек, иптәш лейтенант!" тигән һүҙҙәр ишетелде. Һәм шунда уҡ күп һанлы һорауҙар яуа башланы, сөнки Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең төбәктең рәсми вәкиле һәм уның бурысы - Башҡортостан яугирҙарының булған проблемаларын Рәсәй Оборона министрлығына еткереү.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Күп кенә аспекттары буйынса төрки телле халыҡтарҙың формалашыуын һәм үҫешен сағылдырған ошо схеманы ҡабул итеп булмай. Бына, мәҫәлән, яҙма сығанаҡтарға ярашлы, Себер, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Көнсығыш Европа далаларында төрки телле ҡәбиләләр абсолют күпселекте тәшкил иткән. Ошо концепция яҡлылар, мәҫәлән, нисек итеп шундай ҡыҫҡа осорҙа боронғо төркиҙәрҙең бик ҙур территорияла таралып китеп, урындағы икенсе телле халыҡтарҙан һандары һәм телдәре яғынан өҫтөнлөк алыуҙарын аңлата алмай. Бынан башҡа, бер генә тарихи сығанаҡта ла төркиҙәрҙең ошондай киң экспансияһы сағылыш тапмаған.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
ҺУҠЫР ЗАКОНДАР ҘА БУЛА…
|
|

Күҙҙәре бәйләнгән, бер ҡулына бизмән, икенсеһенә ҡылыс тотҡан ҡатын-ҡыҙ статуяһын кемдең күргәне юҡ? Суд органдарының ғәҙел хөкөм символы итеп яһағандар уны. Боронғо грек мифологияһына таянып төшөрөлгән ана шул һүрәтте күрһәм, һәр саҡ бынан күп йылдар элек ҡараған бер һинд фильмын хәтерләйем.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
ЙӘШНӘП ЙӘШӘР САҠТАРЫНДА...
|
|

Йәйҙең үҙенә ылыҡтырып торған хозурлығы менән бергә кеше ғүмерҙәренә янаған хәүеф-хәтәрҙәре лә күп шул: кемдәрҙер еләк-емеш, бәшмәк йыйырға сығып, аҙаша; кемгәлер талпан ҡаҙала, йылан саға; эҫе һуға, йәшен ата - әҙме ни моңһоҙлоҡ йә һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүселәрҙе аҙым һайын һағалап тороусы бәлә-ҡазалар. Ләкин был һанап кителгән осраҡтар буйынса статистика бөтөнләй әҙ һәм кешенең иҫән ҡалыу ихтималлығы ла күберәк булһа, йәй осоронда һыуға батыусыларҙың хәле башҡасараҡ. Ҙур һыу менән ут моңһоҙлоҡто ғәфү итмәй. Ут менән һыуҙың ялы-ҡойроғо юҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит.
|
Уҡырға
14.07.23
|
| |
|
|
ЯМҒЫРҘЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ
|
|

Ямғыр болоттары тропосферала, атмосфераның иң түбәнге ҡатламында барлыҡҡа килә. Тропосфера ҡатламы ерҙән йылына, шуға күрә Ергә яҡын температура 8-9 километр бейеклектәге -300С температураға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
ҠУРСАУЛЫ КӨМБӘҘ
|
|

Метеориттар - миллиард йылдар буйы Марс һәм Юпитер орбиталары араһында Ҡояш тирәләй өйөрөлгән емерек планеталарҙың ярсыҡтары. Төрлө дәүмәлдәге бихисап шул ярсыҡтар планеталар араһында осоп йөрөй һәм Ергә килеп бәрелә.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
БАШҠОРТТАРҘА ҠЫМЫҘ КӘСЕБЕ
|
|

Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән малдарын йәйләүгә ҡыуған, йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармаған. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
ТУРАЙҒЫР ҺАБАҒЫ - 1
|
|

Иршат менән Зәлиәнең өйләнешеү хаҡында белдергән теләгенә ике яҡтан да ата-әсәләре аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәнеләр. Тыңларға ла теләмәнеләр. Йәштәр иһә үҙҙәренсә эш итте, дөрөҫөрәге, ата-әсәләренең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне. Район загсына барып никахтарын теркәргә ғариза бирҙеләр, туй үткәреү мөҙҙәтен дә билдәләнеләр. Кисә генә мәктәп партаһы артында ултырған балалар тимәҫһең үҙҙәрен.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
БАЛАҢДЫҢ РУХИ ТОРОШО
|
|

Баланың һаулығын ҡайғыртыу, уның тормошон кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү һәр ата-әсәнең төп бурысы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер осраҡта ололар матди хәстәрлек менән генә булып, баланың рухи торошоноң ни хәлдә булыуына иғтибар бирмәй, кеше менән аралашыу, йәмғиәттә үҙен нисек тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе күҙ уңынан ысҡындыра. Һәр кешенең шәхси сиге (личная граница) була һәм бер кемдең дә уны боҙорға хаҡы юҡ. Ошо хаҡта ла әйтергә, аңғартырға, аңлатырға онотабыҙ. Үҙен рәнйеткәндәргә ҡаршы һүҙ әйтеүҙән тыйылған, уларға ҡаты итеп яуап бирергә белмәгән, әйберҙәренә һорауһыҙ тейгәндәрҙе урындарына ултырта белмәгән баланы мәктәптә лә, унан һуң, эштә, шәхси тормошонда ла ҙур ауырлыҡтар көтә. Ул һәр ваҡыт йәмғиәт өсөн ҡорбан ролен үтәйәсәк. Был хәлдән уны нисек араларға? Психологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн улар ата-әсә телмәренән түбәндәге 7 фразаны алып ташларға кәңәш итә.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
ИР ҺӘМ ҠАТЫН БЕР-БЕРЕҺЕНЕҢ КЕЙЕМЕ
|
|

Изге Ҡөрьәндә "Ир менән ҡатын бер-береһенең кейеме", тип әйтелә. Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған, сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең асылды беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ белә. Әйҙәгеҙ, "кейем" һүҙенең мәғәнәһенә төшөнөп ҡарайыҡ башта, ошо юҫыҡта үҙебеҙҙең икенсе яртыбыҙға күҙ һалайыҡ.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
БАЛАЛАРЫБЫҘҒА БИРГӘН ТӘРБИӘ МЕНӘН...
|
|

ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тәрбиәһендә лә ҡатнашабыҙ булып сыға
Тормошта шул ҡәҙәре бер-береһенә тап килгән парҙар осрай: бындай үҙ тиңен тапҡан бәхетлеләрҙең күңеле берҙәй асыҡ, уй-фекерҙәре уртаҡ була. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023" республика асыҡ конкурсында ҡатнашып, "Ғаилә ижады" номинацияһында икенсе урын яулаусы, үҙҙәренә терәк булырҙай ике ул үҫтереүсе Азалия һәм Юлай ВӘЛИЕВтар шундай парҙарҙың береһе. Улар менән 8 июлдә Рәсәйҙә билдәләнгән бик мәғәнәле байрамдарҙың береһе - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе. Йәштәрҙең өлкәндәргә ҡарата мөнәсәбәте, балалар тәрбиәһе, бәхет серҙәре тураһында фекерҙәрен һеҙгә лә еткерәбеҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
ОЛАТАЙ-ӨЛӘСӘЙҘӘРҘЕҢ ЯУАПЛЫ ОСОРО
|
|

Оҙаҡҡа һуҙылған йәйге каникулдар башланды. Ғәҙәттә, ҡалаларҙағы ата-әсәләр балаларын ауылдарҙа йәшәгән олатай-өләсәйҙәргә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡунаҡҡа ебәрә. Рәхәтләнеп ял итһендәр һәм эшләһендәр, һаулыҡтарын нығытһындар, шулай уҡ башҡорт телен дә өйрәнһендәр, тигән ниәттән инде. Тәүгеләре тормошҡа ашалыр, ә бына аҙаҡҡыһы йыш ҡына килеп сыҡмай: балалары башҡорт телен өйрәнәһе урынға, киреһенсә, олатай-өләсәйҙәрен рус теленә өйрәтеп ҡайтып китә. Төп проблема шунда: өләсәйҙәр рус телендә һөйләшкән ейәндәре менән үҙҙәре рус телендә һөйләшә башлай. Былай барһа, киләсәктә телебеҙҙе һаҡлауы бик ҡыйын буласаҡ икәне кемдең башына инеп сыға икән?
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
|
|
КӨС БАР - АҠЫЛ КӘРӘКМӘЙ
|
|

"Франция ут эсендә, бензин бысҡыһы менән ҡоралланған кешеләр юлындағы бөтә нәмәне юҡ итә, онтай, емерә..." - тип яҙып сыҡты ул көндәрҙә донъя мәғлүмәт саралары. 27 июндә Париждың Иль-де Франс биҫтәһендә полицейский 17 йәшлек ҡара тәнле үҫмерҙе атып үлтергәндән һуң башланып киткән протест шаңдауы бөтөн Францияны ялмап алды: ҡораллы демонстранттар хөкүмәт биналарын яндыра, банк һәм магазиндарҙы талай. Урам буйҙарында емереклек, яндырылған транспорт һәм туҡталыштар, төтөн. Ут һүндергес ҡорамалдар менән магазин витриналары онтала, таш, быяла, бетон плитә киҫәктәре тәртип һаҡсылары - полиция һәм спецназға ҡаршы елгәрелә. Кемдәрҙер бензин бысҡыһы тотоп, электр линияһы үткәргестәрен өҙгөләй...
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
ТОРАТАУҒА АРТЫЛ БАҪҠЫС БУЙЛАП
|
|

Мәғлүм булыуынса, Ишембай районындағы Торатау тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел. Ул башҡорт халҡы өсөн тарихи объект булараҡ та бик әһәмиәтле. Сөнки был тау халҡыбыҙҙың боронғо тарихы менән тығыҙ бәйләнгән.
|
Уҡырға
07.07.23
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 81 82 83 84 85 86 87 88 89 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|