«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
+  - 


Күренеүенсә, боронғо Ҡытай хроникаһында төрлө атамалар менән нарыҡланған 3 тиҫтәнән ашыу ҡәүемдең бер үк телес берләшмәһенә ҡарауы әүәл ошо уртаҡ атаманың этноним түгел, ә политоним булыуын раҫлай: тимәк, заманына күрә бик ҙур ғәскәр йыя алыусы ил телес, тип аталған. Ошо ил составында төрки теллеләрҙән башҡа иранлылар ҙа була: мәҫәлән, алань, йәғни алан ҡәүеме фарсы теллеләр иҫәбенә инә. Тарихсы С.Г. Кляшторный ошо хаҡта былай тип яҙа: "... слово теле является китайской транскрипцией древнемонгольского слова tegreg, вошедшего и в тюркские языки, с первоначальным значением "обод, колесо", а также телега, тележник". Иными словами, китайцы позаимствовали из монгольской (сяньбийской или жуаньжуаньской) среды тот термин, который в этой среде использовался, но уже не в переводе, а в оригинальном звучании".
Ҡытайҙар телестарҙы үҙ телдәрендә башҡа бер исем менән - гаогюй (гаоцзюй), тип атай, ул ҡытайсанан "бейек арбалар", тип тәржемә ителә. С.Г. Кляшторный бер үк сәйәси-этник берләшмәнең төрлөсә аталыуын ошолай аңлата: "Другие названия дили, чиле и тиле также не оригинальны, это лишь иные варианты передачи слова теле/tegreg. И теперь позволительно сделать вывод - племенной союз гаоцзюй/теле имел самоназвание. Этим самоназванием оказалось имя огуз, происходившее, согласно древнеогузским легендам, из имени героя-эпонима Огуз-кагана".
Ошо яҙмаларҙан күренеүенсә, теле-тиләүҙәрҙең боронғо ата-бабаларын тегрекле, йәғни арбалылар, тип атағандар. Хәҙерге башҡорт телендә лә тәгәрмәс, диалекттарҙа тәгәрсәк һүҙҙәре ҡулланыла. Күрәһең, боронораҡ төркисә тәгәрәк һүҙе лә булғандыр; түңәрәк (диалектта - түгәрәк) һүҙенең семантикаһы буйынса шул уҡ тәгәрәк һүҙенә яҡын булыуын тоҫмалларға була. Тимәк, телес-тиләүҙәрҙең боронғо төрки ҡәүемдәренән булыуына шик юҡ. С. Г. Кляшторныйҙың фаразы ла ысынбарлыҡҡа яҡын: боронғо төрки донъяһына уғыҙ атамаһы менән килеп ингән ҡәүемдәр ҙә күп халыҡлы, төрлө ырыулы сәйәси-этник берләшмә булған. Тап шуның өсөн Урта Азияла, Көньяҡ Себерҙә шул уҡ теле тамырлы ҡәбиләләр йәшәгән, уларҙың атамалары хәҙерге заманға тиклем килеп еткән: телеуттар, теленгиттар, телестар, телеуҙар, телеукусшиҙар, тиләүҙәр.
Икенсе бер Ҡытай хроникаһы - "Тан-шу"ла Гаогюй (телес) биләмәләрендә түбәндә һаналып үткән ҡәбиләләр йәшәүе хаҡында мәғлүмәт бирелә: юаньгэ, сйеяньто, кибиюй, дубо, гулигань, доланьгэ, пугу, байегу, тунло, хунь, сыгйе, хусйе, хигйе, адйе, байси. Боронғо Орхон-Енисей ташъяҙмаларында теркәлгән ҡайһы бер төрки ҡәүемдәренең атамалары ҡытай телендәгеләренә тап килә: юаньгэ - уйғыр, сйеяньто - сир-ямтар (сирҙар - ҡыпсаҡтарҙың боронғо атамаһы, турк-сир будун - төрки-сир халҡы), дубо - туба (тува), гулигань - курыкан, доланьгэ - теленгит (алтайҙарҙың этник төркөмө), пугу - буку (ҡырғыҙҙарҙың ырыу атамаһы), байегу - байырку (Орхон яҙмаһында), тунло - тонгра (Енисей яҙмаһында), хунь - кун (ғәрәп һәм Европа текстарында осрай), адйе - эдиз (Орхон яҙмаһында).
Ҡайһы бер тарихи документтар Ҡытай яҙмаларындағы гаоцзюй/теле ҡәүемдәренең үҙ сиратында тағы ла боронғораҡ Хань династияһы замандарында иҫкә алынған динлин ҡәбиләләренең вариҫтары булыуын фаразларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ошо сығанаҡтарҙың береһендә беҙҙең эраға тиклем III быуат аҙаҡтарында гун шаньюйы (батшаһы) Маодунь һәм цзянькунь-ҡырғыҙҙар буйһондорған ҡәбиләләр араһында динлиндар ҙа аталып үтелә.
Этногенетик тикшеренеүҙәр барышында тиләү ырыуы башҡорттарының ике гаплотөркөмгә ҡарауы асыҡланды: R1a-M198 һәм R1b-M73. Беренсеһе Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш зоналарында йәшәүсе башҡорттарға (шул иҫәптән табындарға ла), шулай уҡ ҡыпсаҡтарға хас. Ошо гаплотөркөмгә ҡараған кешеләрҙең ата-бабалары боронғо һинд-европа затынан булып, тәү төркиҙәрҙең тиеле/ тиләү/уғыҙ ҡәбиләләре формалашыуында ҡатнашҡан. R1b-M73 гаплотөркөмө иһә алтайҙарҙың ҡуманды ҡәбиләһендә, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, башҡорт ҡыпсаҡтарында ла бар. Бачат телеуттарының яртыһы тиерлек ошо уҡ гаплотөркөмдөң икенсе бер тармағына ҡарай.
Тиләү ырыуы башҡорттары нигеҙләгән ауылдар Учалы районында урынлашҡан. Бына уларҙың исемлеге: Әбләз (Ҡарағай) - был ауыл хәҙерге көндә бөткән, Әбсәләм (Этимгән) - 2010 йылда 89 кеше иҫәптә булған, әлеге көндә был ауыл да юҡ, Алтаяҡ (Килмәк) - бөткән ауыл, Амангилде, Байрамғол (Яңы Байрамғол), Ғәҙелша (Хәлит), Ғәлиәхмәр, Ҡаҙаҡҡол - был ауыл юҡ, Яңы Ҡаҙаҡҡол, Ҡәйепҡол, Ҡалуй, Көсөк, Мәҫкәү, Мишкә (Яңы Мәҫкәү), Муса, Науруз, Рафиҡ (Миндәк ауылы составында), Сураман, Йәһүҙә.
Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш зонаһында һәм көнсығышында заманында ҡыуаҡан башҡорттарының да ярайһы уҡ киң биләмәләре булған. Ҡыуаҡандарҙың килеп сығышы хаҡында ғилми әҙәбиәттә әлегә тиклем аҙмы-күпме аныҡ булырҙай ҡараш формалашмаған. Фольклор материалдарына айырым иғтибар биргән ғалим Р.Ғ. Кузеев та ҡыуаҡандарҙың ата-бабалары хаҡындағы риүәйәтен генә иҫкә ала: мәғлүмәт биреүселәр төп бабаларының Алтайҙан, Байкал күле тарафтарынан, йәиһә Монголиянан килеүҙәре тураһында һөйләй. Билдәле ғалим, заманында ҡыуаҡан ырыуынан айырымланып китеп, түбәләҫ исеме менән атала башлаған башҡорттарҙың үҙҙәренең сығышын һундар менән бәйләүенә иғтибар иткән: "Беҙҙең ырыуыбыҙ һундарҙан", - тип һөйләй улар.
Тарихсы С.И. Хәмиҙуллин фекеренсә, ҡыуаҡан атамаһының көнсығыш сығышлы булыуын Пекинда 1744 йылда баҫылып сыҡҡан "Общее обозрение маньчжурских родов, находящихся в составе восьми знамен" исемле хеҙмәттә Цин династияһына буйһонған 233 монгол һәм маньчжур ҡәбиләләре исемлегендәге Кэокэн тигән атама ла раҫлай. Тикшеренеүсе ошо атаманың беҙҙең ҡыуаҡанға тура килеүен иғтибарға алған.
Ҡыуаҡандар составына ингән түбәләҫтәрҙе лә боронғо монголдар менән бәйләп була. XV быуатта фарсы тарихсыһы Рашид ад-Дин Байкал аръяғындағы ҡәбиләләр тураһында яҙғанда тулас/туаластарҙы ла иҫкә ала. Сыңғыҙ хан походтары заманында тувалас-түбәләҫтәр элегерәк йәшәгән төйәктәрен ҡалдырып китеп, көнбайышҡараҡ күсеп китә. Алтын Урҙа дәүләтендә улар Бату хандың энеһе Шибан биләмәләрендә йәшәй, уларҙың Шибан олоҫо ҡәбиләләре составында булыуы тарихи сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан. Улай ғына ла түгел, түбәләҫтәр хандарға яҡын булған клан итеп ҡарала: шибанидтар нәҫеленән булған Убайдуллах хандың (1533 - 1540) әсәһе түбәләҫ бәгенең ҡыҙы була.
Йәнә шуныһы ҡыҙыҡлы: XVIII быуатта Ҡыуаҡан улусы составына ҡуңрат ырыуы инә. Ә был ырыу Алтын Урҙала аристократик ырыуҙар иҫәбенә ингән була. Артабан Ҡуңрат олоҫо айырымланып, үҙаллы олоҫ булып китә: 1737-1738 йылдарҙа Себер даруғаһында ошо олоҫ Конгратская йәиһә Конратская, тип теркәлә. Ҡыуаҡандар составынан сыҡҡандан һуң улар менән яҡын ҡәрҙәшлектә булған түбәләҫтәр ҙә айырым олоҫ хасил итә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 6-сы һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 349

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru