|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
|
МИН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛМАНЫМ
|
|

Балалар, тигәндәй, улары әлеге мәлдә ни эшләп йөрөгән була икән? Ни эшләһендәр, өлкәндәре бар хәлдәренсә әсәләренә булышалыр. Ә ике йәшлек Фәриҙәһе, моғайын, тәпәй баҫырға өйрәнгәндер. Ун бер йәшен тултырған бер бөртөк кенә улы - Мөҙәрисе уҡыуға шәп, һунарға әүәҫ ине. Ғаиләне бағыусы булыр. Зәбирәһе - баш ҡыҙҙары, инде Фәүзиәһенең ҡул аҫтына инерлек, ярҙамынан ҡалдырмайҙыр. Һәләк сос, тиктормаҫ Сәкинәһе менән Фәрзәнәһе урамдан ҡайтып инмәйҙәрҙер. Уларҙың бит әле уйнап туймаҫ саҡтары. Аһ, балаҡайҙар, атайығыҙҙың ниндәй аяныслы хәлдә тороп ҡалғаны һеҙҙең башығыҙға ла инеп сыҡмайҙыр. Инмәһен дә. Әлегә һеҙгә атайҙың инде юҡлығын белмәй тороу хәйерлерәк. Сабый йәнен ҡыйып, рухын ҡаҡшатмаҫ өсөн. Атай хәтерегеҙгә һуңыраҡ төшәсәк. Башығыҙға бер аҙ аҡыл ултырғас. Ул мәлдә инде бирешмәҫһегеҙ. Сөнки буйтым ғына үҫерһегеҙ. Һеҙ ҙур һәм бәхетле булырһығыҙ. Һеҙҙе, шул бәхетле итер өсөн ғүмеремде бирәм түгелме һуң...
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
ӘҘӘБИӘТЕБЕҘҘЕҢ МӘҢГЕЛЕК УРМАНЫ – НОҒМАН СӨЛӘЙМӘН УЛЫ МУСИН
|
|

Һәр ҡайһыбыҙҙың мөғжизәле бала саҡ хәтирәләре уның исеме менән бәйле. "Ағиҙел" журналының сираттағы һаны килеүгә ғаилә ағзаларының иң йылғыры, иң өлгөрө йәһәт кенә баҫманы ҡулына эләктерә һалып, башҡалар күрмәгән урынға барып йәшенеп, унда баҫылған романды, повесты йә хикәйәне уҡырға тотона. Уҡып бөткәнсе баҫманы ҡулынан ысҡындырмай, үҙенә генә билдәле булған урынға йәшереп һалып ҡуя. Әҫәрҙә барған ваҡиғалар менән танышып сыҡҡандан һуң ғына ул журналды башҡалар таба алырлыҡ урынға һалып ҡуя. Бер нисә минуттан һуң журнал тағы бер нисә көнгә юғалып тора. Мөғжизә көтөү эстафетаһы ошо рәүешле дауам итә. Был саҡта ғаилә ағзаларын журналдың һанынан-һанына баҫылған романға бәйле шундай һорауҙар борсой булыр:
- Һөйгәне Карам артынан алыҫ Германиянан Башҡортостанға аяҡ баҫҡан Зильда-Заһиҙәне бында ниндәй тормош көтә, уны Карамдың туғандары нисек ҡаршы алыр, үҙ итерме?
- Төлкөсура Ахуновтың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Һеңлеһе Миңлегөл яҙмыш һынауҙарын нисек үтер? Ғилман Төлкөсурин башҡорт урмандарын һаҡлап ҡала алырмы?
Эйе, бында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Салауат Юлаев", "Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн", "Халыҡтар дуҫлығы" ордендары кавалеры Ноғман Мусиндың киң билдәле, уҡыусылар тарафынан тәү башлап "Ағиҙел"дә йылы ҡабул ителгән, әле булһын яратып уҡылған "Һайлап алған яҙмыш", "Мәңгелек урман" романдары хаҡында бара.
Быйыл Ноғман Сөләймән улы Мусин 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Урмандарыбыҙға хас имәндәр ныҡлығы, хәтер теүәллеге, фекер үткерлеге, хәҡиҡәт саялығы хас халыҡ яҙыусыһына. Уның бынан 50-60 йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы кисә, бөгөн, әле генә булған һымаҡ һәр бер деталенә тиклем иҫләп һөйләүенә һоҡланмай мөмкин түгел.
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (3-сө бүлек)
|
|

Һуңғыраҡ осорҙарҙа, Ҡаҙан даруғаһы ерҙәренә мишәрҙәр миграцияһы һөҙөмтәһендә, улар менән тығыҙ аралашып йәшәгән аҙ һанлы дыуан башҡорттары аҡрынлап этник ассимиляцияға дусар була, һәм уларҙың байтағы үҙҙәренең этник башҡортлоғон юғалта. Әммә Себер даруғаһында тороп ҡалған дыуан ырыуы тоҡомдары рус батшаһы ҡулы аҫтына инергә ашҡынып бармай, әйлеләр, ҡатайҙар, табындар, ҡыуаҡандар менән бер булып, Себер хандарына, атап әйткәндә, хан власын үҙ ҡулына алған Шибан ханға һәм уның вариҫтарына тоғролоғон белдерә. Табын, терһәк, әйле, дыуан, һеңрән, һарт, ҡошсо ырыуҙары юлбашсылары Мортаза ханға, унан һуң уның улы Күсем ханға һәм уның улдарына хеҙмәт итергә, уларҙы үҙ хандары итеп ҡабул итергә ризалыҡ белдерә.
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
ТИМЕР ЮЛ ҺӨНӘРМӘНЕ
|
|

Хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанып, оҙаҡ йылдар дауамында һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап эшләй алған шәхестәр һәр ваҡыт һоҡландыра. Эше еңелдәрҙән һәм ябайҙарҙан булмаһа ла, тап бына шундай үҙ өҫтөнә алған яуаплылыҡты тулы кимәлдә тойоп йәшәгәндәрҙең береһе - өс тиҫтәнән ашыу йыл тимер юлсы булып хеҙмәт иткән Ибраһим Ғәфүр улы ДӘҮЛӘТБАЕВ менән булыр бөгөнгө әңгәмәбеҙ.
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
РУХ АТЫБЫҘ ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЛҠТЫ
|
|

Тотош Ер шарының 37 иленән меңдән ашыу артистарын Рәсәй уртаһына йыйып алған VI Бөтә донъя фольклориадаһы саралары сиктәрендә мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙа телгә алынған, үҙенә тотош эпос бағышланған, улай ғына ла түгел, үҙенә эйәреп артынан өйөр-өйөр йылҡы сыҡҡан Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә эпосыбыҙ геройы буҙ толпарға - Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды.
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨ...
|
|

Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусылар кәңәшмәһе
Йыйылыусыларҙы Рәсәйҙең Мәҙәниәт министры Ольга Любимова видеояҙма аша тәбрикләп, был сараны үткәреү Рәсәй өсөн ҙур бәхет булыуын, Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы, ихласлығы һәм уңайлы инфраструктураһы арҡаһында уның юғары ойошҡанлыҡ менән үтеүенә ышаныс белдерҙе. Конференцияның модераторы, В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова билдәләп китеүенсә, конференцияла Рәсәйҙең 57 төбәгенән халыҡ ижады йорттары директорҙары, ошо системала эшләүселәр ҡатнаша һәм уларҙың барыһы ла халыҡ ижадын, фольклорҙы туплау, һаҡлау менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, Тамара Валентиновна белдереүенсә, һәр рәсәйле ошо эшкә үҙ өлөшөн индерә. "Был залда йыйылыусыларҙың береһен дә был эштең ни тиклем мөһим һәм кәрәкле икәненә инандырыу кәрәк түгел, - тине ул. - Бында бары тик бер уйҙа, бер фекерҙә булыусылар ултыра. Һәр ҡайһыбыҙға традицияларҙы, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, уның киләсәген тәьмин итеү - бик мөһим. Шуға күрә, йөҙ тапҡыр һөйләгәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ булһын өсөн, бөгөнгө программала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен күрһәтергә, уларҙың тәжрибәһе, белеме менән таныштырырға тырыштыҡ".
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
МАЛАЙ САҠТА ҺӘР КЕМ ШУЛАЙ ШӘПЛӘНӘ
|
|

Өс малай тау итәгендә һөйләшеп ултырабыҙ. Малай тигәс тә, малай ҙа түгел инде беҙ. Быйыл 10-сы синыфты тамамлайбыҙ. Апаруҡ егет булған саҡ. Тау итәгендәге бәләкәй генә аҡланда һынған-мынған ботаҡтан эскәмйә һымаҡ нәмә әтмәләп алғанбыҙ һәм унда иркенләп ултырып, арҡаларҙы ағас олонона терәп, һөйләшеп ултырырға яратабыҙ беҙ. Тирә-яҡта урман, унда бер-береһен уҙҙырып ҡоштар һайрай. Торғаны бер ожмах инде! Ә ауыл аҫта, әйтерһең, беҙҙең ус төбөндә генә. Ауылдағы тормош беҙҙең күҙ алдында ҡайнай. Кемдеңдер ашығып ҡайҙалыр китеп барғаны, кемдеңдер өтәләнеп ҡайҙандыр ҡайтып килгәне, берәүҙең кем менәндер серләшеп торғаны һәм башҡаһы - ҡыҫҡаһы, бөтәһе беҙгә күренеп тора. Ә бына беҙҙең дә уларға күренеп торғаныбыҙ тураһында башҡа ла инеп сыҡмай. Һөйләй торған һүҙ тап ошоға бәйле лә инде.
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
МИН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛМАНЫМ
|
|

* * *
Хәтәр осоноп ҡалған булһа ла шартлатҡыстарҙы урынлаштырғанда Хәйривараның йөрәге әрнене: шулай уҡ ошо хәтлем дәүләт тиктомалға күккә осормо икән ни? Быға юл ҡуймаҫҡа ине лә, нисек килеп сығыр. Булдыра алырмы? Тырышырға, снарядтар менән аҙыҡ-түлекте һаҡлап ҡалыу хаҡына мөмкин булғандың барыһын эшләү лазым. Ә бәлки, мөмкин булмағанын да. Ҡоралы ла, аҙығы ла алыҫ түгел киләсәктә кәрәк буласаҡ. Ныҡ кәрәгер. Бына контрһөжүм башланһын әле...
Һиллек хөкөм һөргән урман эсендәге тейелмәгән ҡар өҫтөндә батальон үткән юл ярылып ята. Ошоноһо әлеге мәлдә иң кәрәкмәгәне һәм эсте бошорғаны. Бына ҡасан ул, ирекһеҙҙән, тиҙерәк күҙ асҡыһыҙ буран күтәрелеүен теләйһең. Уныһы ла бит кисә генә борхолдата ине, бөгөн килеп баҫылды ла ҡуйҙы. Һепертеп кенә эҙҙәрҙе күмеп киткәндәме. Немецтар был урынға тығылып та тормаҫтар ине.
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
ӨФӨНӨҢ МӘҘӘНИ ҠАТЛАМЫ ҒЫНА ЛА УНЫҢ 1600 ЙЫЛЛЫҠ ЙӘШЕН БИЛДӘЛӘЙ
|
|

Бынан алдағы аҙна ла Башҡортостан һәм башҡорт йәмәғәтселеге өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың береһе - башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса уҙғарылған фәнни сессия. Уның эшендә Рәсәй, Башҡортостан һәм Польша, Беларусь республикалары ғалимдары ҡатнашты. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы Игорь Кызласовты Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар советы түңәрәк ҡорға саҡырып, үҙҙәрен генә түгел, халыҡты, бигерәк тә башҡорттарҙы борсоған һорауҙарға яуаптар алды. Төп ҡыҙыҡһыныу, әлбиттә, боронғо Өфөнөң йәшен билдәләү тураһындағы мәсьәләгә ҡайтып ҡалды.
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (2-се бүлек)
|
|

Тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, Майҡы бей, йәғни Байку әмир оҙон ғүмерле кеше була, ул Сыңғыҙ хандың үҙенә лә, уның улы Джучиға ла, һуңғыһының улы Батый ханға ла хеҙмәт итә. Күрәһең, табын ҡәүеме заманында монгол ғәскәрендә хәрби хеҙмәттә булып, байтаҡ йылдар буйына дауам иткән монгол походтарында ҡатнаша. Майҡы бейҙең ҡушаматы Уйшын була, тимәк, табындар ҙа Үҙәк Азияла яугирлығы менән дан тотҡан усунь - уйшин этник берләшмәһенә ҡараған төркөм, тип ныҡлы фараз итергә мөмкинлек бар. Джучи һәм Батый хан яуҙары тамамланғас, табындарҙың ҙур бер төркөмө Башҡорт илендә тороп ҡала, башҡалары хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһын төйәк итә. Тап шул осорҙа табындарҙың бер өлөшө дыуан тармағын хасил иткәндер, тип иҫәпләргә ерлек бар.
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
УТЫҘ ЙЫЛДЫ ҠАЙҘАН АЛЫРҒА?
|
|

Юғары иҡтисад мәктәбенең яңыраҡ булып үткән Халыҡ-ара конференцияһы Рәсәйҙә пенсия өлкәһендә үҙгәрештәрҙең яңы варианттарына арналды.
|
Уҡырға
09.07.21
|
| |
|
|
|
|
ҺЕҘГӘ БАЙРАМ КИЛӘ!
|
|

VI Бөтә донъя фольклориадаһы республиканың төрлө ҡала һәм райондары буйлап уҙасаҡ. "Үҙәк", "Төньяҡ", "Төньяҡ-көнбайыш" һәм "Көнсығыш" фестиваль округтарындағы саралар иртәнге 12-нән киске 5-кә тиклем асыҡ һауала ойошторола.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
ЙӨРӘКТӘРЕНДӘ БӘНДӘБИКӘЛӘРЕБЕҘ ТОҠАНДЫРҒАН ҠУҘ БАҘЛАЙ
|
|

Фольклориаданы иң ныҡ көткән һәм иң ныҡ әҙерләнгәндәр - улар ағинәйҙәр, тиһәк, бер ҙә арттырыу түгел һымаҡ. Эйе, ошо бер тиҫтә йыл эсендә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булған энтузиаст, вайымлы, зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ башҡорт мәҙәниәтенең "Фольклор" тигән майҙанына йән өрҙө, милли кейемдең ырыу, төбәккә хас өлгөләрен, һаҡал, яға, селтәр, хәситә, алмиҙеү кеүек биҙәүестәрҙе, ҡашмау, ҡалфаҡ, таҡыя кеүек баш кейемдәрен, ситек, ҡата, сарыҡ кеүек аяҡ кейемдәрен тергеҙеп, был матурлыҡҡа бар гүзәл заттарҙың иғтибарын йәлеп иттерҙе. Бөгөн улар үҙҙәре лә ошо матурлыҡҡа төрөнөп, ауыл, район, ҡала кимәлендә байрамдар ойоштора, йолалар үткәрә, кәсептәргә яңы һулыш өрә, республикала үткән бар мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөй. Әйҙәгеҙ, республика ағинәйҙәренең үҙҙәрен тыңлайыҡ әле.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
АУЫЛ ҠОТОН АРТТЫРА...
|
|

Район ауылдары буйлап йөрөгәндә, бөгөнгө ҡиммәтселек заманына ҡарамай, халыҡтың дәртләнеп донъя көтөүен күреп, күңел кинәнә. Халыҡтың уңғанлығы бигерәк тә йәй көнө ихаталар гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта күренә. Ауыл урамдарына йәнә матур биҙәкле тәҙрә ҡапҡаслы йорттар, ҡапҡалар, уның тышындағы фигуралы ултырғыстар йәм бирә.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
БАЛАҪ ТА ҺУҒА...
|
|

Балаҫ һуғыу - башҡорт халҡының боронғо һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән - һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған был кәсепте атҡарғанда. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы ярҙамында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, кейеҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
МИН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛМАНЫМ
|
|

Ил өҫтөнә ябырылған афәт ябай ауыл кешеһе Хәйривараны ла урап үтмәне. Ажарланған ғәрәсәт ише ҡотолғоһоҙ ҡосағына ҡыҫып, башҡа миллионлаған яҙмыштар ыңғайына өйөрөлтөп-әйләндереп алды ла китте. Хәйер, нисек инде ул урап үтһен? Илдә йәшәгән һәр кем шул илдең киҫәксәһе лә. Бер бөтөн кисергән мәлдә киҫәксә ситтә ҡала аламы?
Ҡустыһы Ғилмитдин менән улар Өфөлә тап булыштылар. Байтаҡҡа алданыраҡ киткән туғаны Әлкәлә хәрби әҙерлек үтеп ята икән. Уйламағанда юлдары киҫешеүгә ҡыуанып бөтә алмаған ағай-эне, форсатын тура килтереп, фотоға төштө. Төшөүен төштөләр, ә ошо осрашыуҙары улар өсөн һуңғыһы икәнлеге баштарына ла инеп сыҡманы. Улар һуғышҡа китеп барһа ла үлер өсөн бармай ине бит...
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
МИЛЛИ КЕЙЕМ КЕЙЕҮ – УЛ АСЫЛЫҢДЫ ТАНЫУ, ҮҘАҢДЫҢ ҮҪЕШЕ БИЛДӘҺЕ
|
|

Бөгөн башҡорт йәмғиәтендәге оҫталарҙы, һәләтле, үҫенсәлекле кешеләр ижадын интернет аша ла күҙәтә алабыҙ. Йәғни, улар менән күрешеү форсаты булмағанда ла, интернет был мөмкинлекте бирә. Был мөмкинлекте файҙаланып, "Тамға" ижади берекмәһе хеҙмәтен, кәсептәрен һәм уның етәксеһе Зөлфиә КРАСНОВАның үҙен дә күптәр күҙәтәлер, хатта уларҙың тауары менән ҡулланалыр. Башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре һәм сувенирҙары етештереүсе, яһаусы берекмәнең интернет селтәрҙәрендә киң билдәле булған төркөмө бар - ул "Тамға".
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (1-се бүлек)
|
|

Дыуан ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктәр бер-береһенән айырылыбыраҡ ята, уларҙың бөгөнгө вариҫтары хәҙерге Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар райондарында йәшәй. Тарихи сығанаҡтарҙа Дыуан, Дыуанай, Дыуан-Табын олоҫтары теркәлгән. 1725 йылда Башҡорт ерҙәренә йәшертен мәғлүмәт туплау өсөн ебәрелгән Көнгөр бургомистры Юхнев тәү башлап башҡорт олоҫтары реестрын төҙөй, унда Себер һәм Ҡаҙан даруғаларында бер үк исемле Дыуан олоҫтары, ә Нуғай даруғаһында Дыуан-Табын олоҫо күрһәтелгән.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
ҠУНАҠТАРҒА БҮЛӘККӘ ОТКРЫТКАЛАР
|
|

Дизайнер Арыҫлан Бикбайҙың Башҡортостанды, башҡорт халҡын, үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, тарихты сағылдырған иҫтәлекле әйберҙәр етештереүсе шәхси "Bikbayman" студияһы ла бар. Уның менән ошо ижади эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләштек.
|
Уҡырға
02.07.21
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|