| 
| Беҙҙең номерҙар |  
|  |  
| Ғинуар Февраль
 Март
 Апрель
 Май
 Июнь
 Июль
 Август
 Сентябрь
 Октябрь
 
 
 
 |        | 
| 
| СИТ РИЗЫҠТЫ АШАМА: ТӘБИҒӘТТЕҢ ТӨП ҠАНУНЫ БЫЛ |  
|  
 
Һуңғы ваҡытта туҡланыуға етди иғтибар бирелә һәм ҡасандыр көн тәртибендә булған "Нимә ашайһың - һин шул" тигән һүҙҙәр ҡабат көн ҡаҙағына сығарыла. Ғәмәлдә, экологик тап килеү - ул тәбиғәттең төп ҡануны, әгәр беҙ сит ризыҡ ҡулланабыҙ икән, ошо төп ҡанунды боҙабыҙ.
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
| 
| ТАБИП ХӘЛИЛ МОСТАФИН: ҒҮМЕРЛЕК ҺӨНӘРЕМ - КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫУ |  
|  
 
Бөгөн барса кешелек коронавирус тигән мәкерле микроскопик дошман тыуҙырған  COVID-19 сиренән ыҙа сигә. Һүҙ юҡ, ошо заман сиренә лә дауа табылыр, ҡаңғырышып, инде ни хәл ҡылырға белмәгән кешеләр еңел тын алырлыҡ ваҡыт та йыраҡ түгелдер. Ошо сир медицина хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың йәшәйешебеҙҙә ни тиклем мөһим эштәр башҡарғанын зиһенебеҙгә яңынан тылҡып индерҙе. Тап шуның өсөн уҡыусыларыбыҙға табип һөнәре, хәҙерге заман медицина хеҙмәте хаҡында "Геронтологтарҙың һәм гериатрҙарҙың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы" вице-президенты, Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-гериатры, "Һуғыш ветерандары госпиталдәре союзы" коммерциаль булмаған ойошма Идараһының рәйестәше, "БР геронтологтар һәм гериатрҙар ассоциацияһы" рәйесе, медицина фәндәре кандидаты,  Хәрби фәндәр академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы,                 Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мөжәүир улы МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
| 
| КЕМ БУШЛАЙ ТИКШЕРЕЛӘ? |  
|  
 
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан бушлай анализдың кемдәргә тейешлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә ПЦР ысулы менән тикшерелеүгә түбәндәге категория граждандар хоҡуҡлы:
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
|  |  
| 
| ҠУШТАУ - МАХСУС ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘҺЕ! |  
|  
 
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге "Ҡуштау" махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана. Ҡарарға 2 сентябрҙә, ошо уҡ көндә иртән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу буйынса ризалыҡ алғас та, ҡул ҡуйылды.
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
| 
| ҺӘҮӘҪКӘР БАЛЫҠСЫЛАРҘЫ КЕМ ҠЫЙЫРҺЫТА? |  
|  
 
Башҡортостан - иллегә яҡын төр балығы булған йылға-күлдәргә бай төбәк. Балыҡсылар араһында айырыуса Ағиҙел, Әй, Ләмәҙ, Эйек йылғалары, Яҡтыкүл, Асылыкүл, Ҡандракүл, Павловка һыуһаҡлағысы популяр иҫәпләнә. Республикала йылдың һәр миҙгелендә лә, ыуылдырыҡ сәскән ваҡытты, атап әйткәндә, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем осорҙо иҫәпләмәгәндә, балыҡ тоторға мөмкин. 
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
| 
| СИР ЙӨҘӨН ҮҘГӘРТӘ |  
|  
 
Эйе, аптырарлыҡ та шул: ғибрәт хәлдәр күбәйҙе бөгөн тормошобоҙҙа. Һуңғы көндәрҙәге шуларҙың иң аяныслыһы - тыуған еребеҙ экологияһын яҡлап сыҡҡан халыҡҡа туҡмаҡ күтәреү, тын юлдарын быуып, йәш түктергән "аждаһа" ағыуы - газ менән һөжүм итеү. Көнбайыш һәм АҠШ-тың тыныс халыҡҡа ҡаршы ҡулланылған тупаҫ буйһондорорға маташыу ысулы беҙгә - Башҡорт иленә лә килеп етте. Октябрь революцияһынан һуңғы бер быуаттан ашыу замандан һуң тәүге тапҡыр халҡыбыҙға ҡарата көс ҡулланыу оятһыҙ рәүештә ҡайтанан тергеҙелеп, бар ғаләмгә шаһит ҡылынды...
 
 |  
|  Уҡырға 03.09.20
 |  |  |  |  
| 
| ӨЛӘСӘЙЛЕ ҒҮМЕР МИҘГЕЛДӘРЕ |  
|  
 
"Атаң барҙа - ил, атың барҙа юл таны" тигән әйтемдең мәғәнәһе бик ҙур. Борон-борондан халҡыбыҙ ер-һыу атамаларына, уларҙың килеп сығыу тарихына ҙур иғтибар бүлгән. Минең өләсәйем дә беҙгә был тәңгәлдә ҙур тәрбиә бирҙе. Бер аҙ тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ ала ла, арҡаһына дәү киндер тоғон артмаҡлап, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, күрше-тирә балаларын эйәртеп, ер-һыу танытырға алып сыға торғайны.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ЭЛЬБРУС НИҒМӘТУЛЛИН МЕНӘН СКАНДИНАВСА АТЛАЙБЫҘ |  
|  
 
Үтеп барған йәйҙең бер көнөндә Башҡортостан спорты тарихында яңы бит асылды - "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы "Планетаның иң көслө кешеһе" ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинавса атлау буйынса клуб асты. Әлбиттә, ҡайҙа Эльбрус - унда ысын тамаша, шоу-программа. Быға халыҡ инде өйрәнеп тә бөткән һәм күптәр тап уның күргәҙмә сығыштарын ҡарар, стронгмэн менән тағы бер тапҡыр һоҡланыр өсөн генә лә килә.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ |  
|  
 
Айбулат СИСӘНБАЕВ.
 Өфө - ғәжәп ҡала. Үҙенең йөҙәрләгән йыл тарихы эсендә ул Рус дәүләтенең иң көнсығыш нөктәһе лә, Коминтерн үҙәге лә булып өлгөрә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы берләштергән ҡала әле лә булһа биҫтәләргә бүленеп, уларҙың үҙенсәлеген һаҡлай. Ике быуат элек төҙөлөп, ҡыйшайып бөткән ағас өй янында егерме ҡатлы таш һәм быяла йорт тороуы аптырарлыҡ түгел. Өфө - тарих һаҡсыһы. Был ҡала урамдары әле һаман ағас ҡырҡыусы Ириада Чижованың модалы итек тауыштарын, Аксаковтарҙың уйланыуҙарын, Бабичтың йылмайыуын, Долорес Ибаррури сығыштарын, Рәми Ғарипов ярһыуын һаҡлай...
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| АУЫЛДАРЫБЫҘ ЙӘШӘҺЕН – УЛАР БИТ МИЛЛӘТ БИШЕГЕ, ЕЙӘР РИЗЫҒЫБЫҘ СЫҒАНАҒЫ, ТЕЛЕБЕҘ ҮӘ ИЛЕБЕҘ ТЕРӘГЕ |  
|  
 
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда социология, политология, лингвистика, демография һәм башҡа ижтимағи-гуманитар фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдарҙың урбанизация (ҡалалашыу) проблемаларына ҡарата иғтибары бермә-бер көсәйҙе. Был - заманса күренеш, һәм ул башҡорт халҡына, уның яҙмышына туранан-тура ҡағыла. Әммә ошо йүнәлештә халыҡ ҡарамағына сығарылған бәғзе бер гипотезалар,      уй-фекерҙәр һәм һығымталар менән бер нисек тә килешеп булмай. Был яҙмам ошо мөһим проблемаға арналған.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ЙЫЛАН  ЫРЫУЫНАН, БОРОНҒО БАШҠОРТ ЗАТЫНАН БЕҘ |  
|  
 
(5-се бүлек)
 Һөҙөмтәлә башҡорттар 7 йылға һуҙылған ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтен башлап, ихтилалға күтәрелә. Тарихсылар белдереүенсә, ошо ихтилал башҡорт халҡы өсөн иң уңышлыларҙан һанала: алыш-ҡырылыштарҙа байтаҡ ил улдары, ҡаһарман башҡорт яугирҙары һәләк булһа ла, башҡорттар бығаса күрелмәгән һөҙөмтәгә өлгәшә, Иван Грозный заманынан ҡалған килешеү шарттары ҡайтанан тергеҙелә, башҡорт иле Россия империяһының ярым бойондороҡһоҙ бер өлөшө итеп таныла. Бындай статусты уҫаллығы менән дан алған Петр I  бирмәгән хәлдә лә, ул батша хакимиәтен башҡорт халҡы күтәргән шарттар менән риза булырға мәжбүр итә. Әлбиттә, был еңеү еңел генә бирелмәй.
 Бына ул саҡтағы ваҡиғалар хроникаһы.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ВАҠЫТЛЫСА ҒЫНА СИТТӘН ТОРОП УҠЫУ ҺӘМ УҠЫТЫУҘАР |  
|  
 
Ошо көндәрҙә баш ҡалала республика педагогтарының август кәңәшмәһе булып үтте. Кәңәшмәлә 9 фекер алышыу майҙансығы эшләне, 2 меңдән ашыу кеше видеобәйләнеш буйынса ҡатнашты. Кәңәшмәлә цифрлы белем биреү мөхите маҡсатлы моделен индереү, балаларға өҫтәмә белем биреүҙең технологияһы һәм йөкмәткеһен яңыртыу, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм дистанцияла уҡыған осорҙа психологик сәләмәтлеге, белем биреүҙең ике һәм күп теллелеге шарттарында Башҡортостандың туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү кеүек көнүҙәк темалар күтәрелде.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ПРЕЗИДЕНТ    ӘЙТТЕ! |  
|  
 
Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа үткән ил Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә барышында башҡорт шихандарына бәйле ваҡиғалар тураһында үҙ фекерен белдереп, БСК тапҡан аҡса төбәкте үҫтереүгә инвестицияланмай, тип билдәләне.
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ҠУШТАУ ЙӘШӘЙӘСӘК! |  
|  
 
Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы Ҡуштауҙа төбәк әһәмиәтендә һаҡланған биләмә булдырыу башланғысын хупланы. "22 августа Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Ҡуштауҙа төбәк әһәмиәтендә һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырыу тураһындағы тәҡдиме менән хатын алды. Министрлыҡ был йәһәттән булышлыҡ итергә әҙер", - тип белдерә "РИА Новости" РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һылтанмаһына таянып. Киләсәктә был һаҡланған биләмә федераль әһәмиәттә булдырылыуы ла ихтимал тип билдәләнә ведомствола.
 
 
 |  
|  Уҡырға 28.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ҒӘМҺЕҘЛЕК ӨСӨН ТЫУМАНЫМ... |  
|  
 
Еңел генә, етеҙ генәТормош ҡуйған һорауҙарҙы
 Ситкә этеү, үтеп китеү
 Минең өсөн хас булманы -
 Ғәмһеҙлек өсөн тыуманым, - тип яҙғайны республикала танылған шағирә Эльмира Сәсәнбаева.
 
 
 |  
|  Уҡырға 21.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ЕЙӘНСУРА ҺАНДУҒАСЫ |  
|  
 
Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың XV "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Еңеүсе бәхете Ейәнсура һандуғасы - Әлфиә Мырҙабаеваға йылмайҙы һәм ул бәйгенең төп бүләге -"Лада гранта" автомобиленә лайыҡ булды. Еңеүсегә елле бүләкте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
 
 |  
|  Уҡырға 21.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ЯҠШЫНЫҢ               АТЫ ҠАЛЫР |  
|  
 
Ҡарттар ҡара аҡылға бай, йәштәр яңы аҡылға бай, тигән боронғолар. Борон-борондан ололар үҙҙәренең ҡара аҡылын, донъяуи белемен, тәжрибәһен быуындан-быуынға, йәштәргә тапшыра килгән. Элек ололар халыҡ медицинаһын һәйбәт белгән, киҫкен мәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итергә ашыҡҡан.
 
 |  
|  Уҡырға 21.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ТӘМЛЕКӘСЕҢДЕ ТОТ ТА "САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ"ҒА КИЛ! |  
|  
 
Гүзәл баш ҡалабыҙҙа йәмле Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәре осланып барыуын сәбәп итеп, ҡала йәштәре шунда ял итергә йыйыла  башланы. Улар араһында башҡорт йәштәренең ял минуттарын "Самауырлы ритайым" сараһы ярҙамында ойоштороусылар ҙа бар. Йәмәғәтселек тарафынан ихлас ҡабул ителгән ошо сара, ҡала йәштәренең буш ваҡыттарында күңел асыу төрҙәре тураһында уны ойоштороусы Рөстәм Абдразаҡов           һәм Шәһитулла Хамматов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
 
 |  
|  Уҡырға 21.08.20
 |  |  |  |  
| 
| ӘҘӘМ ҒҮМЕРЕНЕҢ АСЫЛЫ КЕШЕЛӘРГӘ КӘРӘК БУЛЫУҘА |  
|  
 
Мин белгән иң бөйөк башҡорт шағирәһе ул. Иң тәрән, иң моңло, иң һағышлы, иң затлы поэзия ижад итә белгән һәләт эйәһе. Һәм, ысынын әйтәм, уның шиғырҙарын аңлау һәм ҡабул итеү йәшенә яңы еттем, ҙур әҫәр уҡығандай тәьҫораттар алам, интернетта күҙгә салынған бер шиғырынан да әҫәргә "асығыуым" баҫылып, нәфсе туйып ҡала. Бар булмышым тула ла ҡуя. Ысын талант ошолай тәьҫир итәлер, күрәһең.Тамара Ғәниева тураһында һүҙ алып барғанымды күптәр аңлағандыр. Апайҙың инсульттан һуң сәләмәтлеге шәптән түгеллеген, интервьюларҙан баш тартыуын белһәм дә, осрашыу һорап мөрәжәғәт итергә йөрьәт иттем һәм "валяй" тигән егеттәрсә саҡырыу алып, түбәм күккә тейҙе. Һәм бына, шул һөйләшеү...
 
 
 |  
|  Уҡырға 21.08.20
 |  |  |  |  
|  |  | 
| Киске Өфө |  
|  |  
| 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын           билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ                    кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин.                                                 Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле                    "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
  
Мөхәрририәт.
  |    
| Беҙҙең дуҫтар |  
|  |  
| 
  
  |    |