| 
Беҙҙең номерҙар
 | 
 
|   | 
 
 
 
Ғинуар 
Февраль 
Март 
Апрель 
Май 
Июнь 
Июль 
Август 
Сентябрь 
Октябрь 
  
 | 
 
 
  
  
  
 | 
| 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ УТЫҘ ТЕЛДӘ ЯҢҒЫРАНЫ
 | 
 
| 
  
  
Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы үтте. Унынсы тапҡыр ойошторолған ярышта Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, Һиндостан, Израиль, Германия, Ҡырғыҙстан, Монголия, Франция, Үзбәкстан, Украина һәм башҡа илдәрҙән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. 
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
БӘНДӘБИКӘ РУХТАШТАРЫ
 | 
 
| 
  
  
Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы Оло Эйек тигән данлы йылғаның һул яғында урынлашҡан, ауыл советы, урта мәктәп, мәсет, өс магазин, баҙар, балалар баҡсаһы бар, ете урамының өсәүһе Бәндәбикә йылғаһының аръяғына, Иҫәнғолға киткән яҡта теҙелеп китә. Мәҡсүт  ҡасандыр Ҡойо ауылы тигән икенсе исем дә йөрөткән, бындағы бошман-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Ишбай (Ҡолшай) тигән ауылға ла күсеп ултырған. Бөгөн Ҡолшай картала юҡ, Мәҡсүт үҙе лә егермеләп йортон һатыуға ҡуйған, тиҙәр. Совет осоронда гөрләп торған "Октябрьский" совхозы ерҙәре күрше Ырымбур өлкәһенән уҡталған "инвесторҙарға" йыл һайын умырып йолҡоноп алына, Мәскәүҙән килгән ҡалын кеҫәле бер "инвестор" райондың 70 процент һөтөн биреп торған дүрт һыйыр фермаһын юҡҡа сығарып, иң яҡшы сыр заводын ябып, оҫта ғына итеп бөтә хужалыҡтарҙы банкрот яһаны ла, инде уңдырышлы баҫыуҙарҙы берәм-берәм күрше өлкә байҙарына ярты быуатлыҡ ҡуртымға бирә.  Халыҡтың күҙе үткер. Күҙе күрә. Һүҙе генә үтмәй...
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ДАУАХАНАҒА ЙӨРӨРГӘ ЯРАТМАҺАҢ ДАУАХАНА ҺИҢӘ ҮҘЕ КИЛӘ
 | 
 
| 
  
  
Былтыр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы уҙғарҙы. Уның барышында 105 меңдән ашыу кеше беренсел медицина ярҙамы алды,              10 мең социаль сир: шәкәр сире (868 осраҡ), туберкулез (101), яман шеш ихтималлығы (606) һәм уның 51 раҫланған осрағы, 8 меңдән күберәк кешенең ҡан баҫымы юғары булыуы теркәлә.  Шулай уҡ республика райондары һәм ҡалаларына тар медицина белгестәренән тупланған күсмә бригадалар ҙа сыҡты. Улар ихтыяж булған барлыҡ категория граждандарҙы ла ҡабул итте. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Республика клиник балалар дауаханаһының баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәтеү буйынса штаттан тыш баш белгесе             Артур МОСТАФИН менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ҺӘР СИРҘЕҢ ДАУАҺЫН ДА БИРГӘН ХОҘАЙ
 | 
 
| 
  
  
Һуңғы ваҡытта тотош донъя хәүеф солғанышында ҡалды, хатта быға тиклем ҡайҙа һуғыш, атыш, үлтереш, ҡайҙа аслыҡ, яланғаслыҡ, хәйерселек, ҡайҙа, нимә, ҡасан булғанына битараф ҡалмаған халыҡты  бөгөн хатта илдәге, дәүләттәге үҙгәрештәр ҙә әллә ни борсомай, сөнки иғтибар үҙәгенә Ҡытай тарафынан янаған коронавирус тип аталған афәт сыҡты. Сығып ҡына ҡалманы, барыһын да аяҡҡа баҫтырҙы. 6 февраль мәғлүмәттәре буйынса, был сирҙән 549 кеше вафат булған (сир сығанағы булған Ухандә - 414 кеше). Сирләүселәрҙең һаны ла көн һайын арта бара. Уларҙың күпселеге Хубэй провинцияһында, шулай уҡ Пекинда, Гуандун, Шанхай провинцияларында, Гонконгта, Тайвандә.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ШӘЖӘРӘМДЕ ӨЙРӘНЕҮ КҮҢЕЛЕМДӘГЕ РУХТАН КИЛӘ
 | 
 
| 
  
  
Үҙ тамырҙарын барлағандар күбәйә арабыҙҙа. Шәжәрәләрҙе өйрәнеү ҙә киң таралды. Архивта көндәр дауамында мәғлүмәт эҙләүселәр һаны ла бермә-бер артты, ти архив хеҙмәткәрҙәре. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ ошондай эҙәрмәндәрҙең береһе - Өфө егете Артур АЛАҠАЕВ.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
АСҠЫНДАР ӨЛГӨҺӨ
 | 
 
| 
  
  
Асҡын районы халҡының күпселеген унлар, балыҡсы, ҡыр-танып ырыуы башҡорттары тәшкил итә. Улар башлыса башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә. Оҙаҡ йылдар мәктәптәрҙә татарса уҡытыу һөҙөмтәһендә тел бер аҙ үҙгәргәндер, әлбиттә. Әммә өлкән быуында был диалекттың ысын өлгөһө барыбер һаҡланып ҡалған  әле.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
МАТУРЛЫҠ ТУЙҘА КӘРӘК
 | 
 
| 
  
  
Шаулап-гөрләп төрлө кимәлдәрҙәге "Һылыуҡай" бәйгеләре үтә. Бөгөн был конкурсты балалар баҡсаһынан башлап, донъя даирәһе кимәлдәренә тиклем үткәрәләр. Экрандарҙы, баҫмаларҙы сибәр ҡыҙҙарҙың йөҙ-һыны биҙәй, кемдәрҙең ниндәй еңеүҙәр яулап, нимәләргә эйә булыуы тәфсирләп яҙыла. Һәм, әлбиттә, бөтөн был күренештәр үҫеп килгән йәш сибәркәйҙәргә оло уңыш, таңға инер татлы төш, хыялға илтер юл булып күренә. Улар ҙа, киләһе йылға тағы нисәлер сантиметрға үҫә төшһә, ни һындарылыр тағы ла йоморолана, ҡалҡа төшһә, конкурста ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә аласаҡтар...
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ГӘЗИТЕБЕҘ МЕНӘН БӘХЕТЛЕБЕҘ ҺӘМ РӘХМӘТЛЕБЕҘ
 | 
 
| 
  
  
Ташҡа баҫылған һүҙҙең ҡөҙрәте ҙур икәнен бәләкәйҙән аңлатып үҫтерҙеләр. Заманында өйгә килгән тиҫтәләгән гәзит-журналдарҙы ҡәҙерләп-һаҡлап ҡына ҡат-ҡат уҡый инек. Ҡайҙа ти уларҙы туҙҙырып һалып ҡуйыу йәки йыртыу! Һәр баҫманың үҙенең тәғәйен урыны булды, алып уҡығас, кире урынына ҡуйыу мотлаҡ ине. Ә хәҙер бөтә нәмәнең ҡәҙере китте, бер көнлөккә әйләнде. Ләкин минең кеүек оло быуын кешеләре барыбер ҡулына ҡыштырлатып гәзит тотоп уҡымаһа, күңеле булмай. Шуға күрә әле булһа беҙҙең йортҡа республикала сыҡҡан гәзит-журналдар килеп тора.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
11.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ЙОЛАБЫҘ - ГӘЗИТ УҠЫУ
 | 
 
| 
  
  
Беҙҙең Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. 1970 йылда баш ҡаланың уртаһында башҡорт мәктәбе асыуҙы хәстәрләп йөрөүсе зыялыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ һәм улар нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлап килә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. 
  
  | 
 
  Уҡырға
 
03.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫ ДОНЪЯ КӨТӘ, ИЖАД ИТӘ
 | 
 
| 
 
Был ҡыҙ-ҡатындар "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башҡорт-ҡатын ҡыҙы" төркөмөндә яҙыша. Яҙғандары башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел, ә фекерле, йөкмәткеле булыуы менән айырыла. Уларҙың үҙ тормошондағы ваҡиғаларҙы ихлас итеп һүрәтләүе, һәр кем күңеленә йәшәйеш аҡылы, ҡағиҙәһе булып килеп инер һығымталары, бай, һутлы башҡорт теле барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Шуға ла төркөмдәштәре ул яҙмаларҙы көтөп алыуы тураһында белдерә, фекергә фекер өҫтәп дауам итә, хуплап лайк ҡуйыусылар бихисап. Танылған йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдыҡова тарафынан 2012 йылдың 7 февралендә ойошторолған "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө бына шундай авторҙары һәм тик позитивҡа ҡоролған яҙмалары менән дә күптәр күңеленә хуш килә торғандыр.  Хәҙер ундағы төркөмдәштәр иҫәбе 32 мең ярымға етеп бара. Ҡыҫҡаһы, һүҙ "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнөң иң әүҙем өс авторына. Улар һәм бында исемдәре сыҡмаған тағы бер нисә ҡатын-ҡыҙ (ҡыҙғаныс, матур яҙмалар авторҙары араһында ир-егеттәр бик күренмәй) артабан "Киске Өфө" гәзитенең дә дуҫтарына һәм әүҙем авторҙарына әйләнер тигән ышаныстабыҙ.
  
  
  
 | 
 
  Уҡырға
 
03.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ТАНЫШ ЙЫР БУЛЫП РӘМИ ҠАЙТТЫ!
 | 
 
| 
  
  
Заман башҡа - заң башҡа, тиергә яратабыҙ. Тик был ҡанундар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы халҡының зиһене һәм күҙе менән күргәндәр, теле һәм иле өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен фиҙа ҡылырға әҙер булғандар ғына тарих биттәрендә мәңгелек эҙен ҡалдыра алыр. Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән "Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә башҡорт халҡының тап шундай бөйөк шәхестәренең береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәм уның аҫыл ижадына арналды.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
03.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ШАНЛЫ ТАРИХЛЫ ҠАҢЛЫЛАР БЕҘ!
 | 
 
| 
  
  
Ҡаңлы ырыуы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Ыҡ-Ағиҙел төркөмөнә ҡарай. Этнографтар ҡаңлы ырыуының төп өс бүлеме булыуын билдәләй:            ҡыр-ҡаңлы, иҙел-ҡаңлы һәм шәмшәҙе-ҡаңлы. Башҡа башҡорт ырыуҙарындағы кеүек үк, ҡаңлыларҙың да үҙҙәренә генә хас эске ырыу бүленеше бар, ул ара/нәҫел бәйләнештәренән хасил булып, билдәле бер атамаларҙан тора: аҡтау, күкәй, туҫары, ишәй, яҡшый, йөрәктау, көйөк, балғазы һ.б.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
03.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
СЕБЕР КИТӘ ИРҘӘР СЕБЕР КИТӘ ҠЫҘҘАР...
 | 
 
| 
  
  
Башҡорт халҡында бер кинәйәле хикәйәт бар: бер ҡарт урам буйында үҙенең улын сыбыҡ менән ҡайыҙлай икән. Үтеп барған һылыу: "Бабай, ниңә үҫеп бөткән улыңды сыбыҡлайһың?" - тип һорағас: "Бына, ҡушмайынса бер нәмә лә эшләмәй бит", - тигән ти. Ҡыҙ көлөп: "Сыбыҡла, әйҙә, үҙе белеп эшләгәнгә тиклем", - тип көлөп, китеп барған. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда барған ваҡиғалар ағышы ошо хикәйәтте иҫкә төшөрә, сөнки бөтөн ерҙә республика Башлығының ауыҙынан берәй һүҙ сыҡһа, шунда уҡ эләктереп алып, тормошҡа ашыра йәки үтәй башлайҙар. Әйтерһең дә, быға тиклем ул проблема булмаған да. Радий Хәбиров республиканан ситкә сығып эшләүсе вахтовиктар тураһында бер нисә тапҡыр һүҙ ҡуҙғатҡайны, йәмәғәтселек уны шунда уҡ элеп алды. Һәр кем ниндәйҙер мөғжизәгә өмөтләнде. Әйтерһең дә, республика етәксеһе тылсымлы таяғын һелтәп ебәрә лә, вахта ысулы менән эшләүселәр шунда уҡ тыуған ерҙәренә ҡайтып төшә. Әммә мәсьәлә улай ғына хәл ителерлек түгел шул.  
"Электронная газета" базаһында үткәрелгән матбуғат конференцияһына йыйылыусылар был проблемаға төрлө яҡтан ҡараш һалырға тырышты. Республиканың профилле министрлыҡтары белгестәре лә, вахтала эшләүселәр ҙә, уларҙың тормош иптәштәре лә ҡатнашты унда.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
03.02.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ҒАИЛӘ ИМЕНЛЕГЕ - ИЛ ИМЕНЛЕГЕ, йәғни Яҡындарына ҡарата көс ҡулланғандарҙы тыйыусы закон бармы?
 | 
 
| 
  
  
Дәүләт Думаһында ғаиләләге йәберләүҙәргә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған закон проекты әҙерләнә. Был закон нимәне күҙаллай? Ғаиләләрҙәге аралауға, ярҙамға, хәстәргә мохтаж булған ағзаларға ярҙам итеүҙе. Яҡындары тарафынан ҡыйырһытылғандарҙың хоҡуғын яҡлауҙы. Ҡурҡыныс һәм хәүеф аҫтында көн итеүселәрҙе баҫым зонаһынан тартып алыуҙы. Һәм, ахыр сиктә, яҡындарына физик һәм мораль зыян килтереүселәрҙе иҫкәртеүҙе, яман ҡылыҡтан туҡтатыуҙы. Яңы закон һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса алып барыласаҡ эштәр, шулай уҡ был яңылыҡҡа ҡарата булған ҡараштар, фекерҙәр хаҡында һөйләшеү тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмәселәребеҙ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Төҙөлөш, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд эштәре мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Гөлнара Фәрит ҡыҙы БИКБУЛАТОВА.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
31.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ВӘЗӘМ СӘКӘНЕ
 | 
 
| 
  
  
Хәйбулла районының Вәзәм ауылында быйыл да, инде дүртенсе тапҡыр, Артур Сурин исемендәге призға турнир үткәрергә уйлап, балаларҙың хоккей командаларын үҙҙәренә йыйҙылар. Буранлы көн булыуға ҡарамаҫтан, хужалар тәбиғәт көйһөҙлөктәрен алдан уҡ яйлап-көйләп ҡуйғайны, йәғни Аҡъяр менән Әбеш араһындағы юл ысынлап та ялтлап ята ине.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
ЙӘШТӘРЕБЕҘ СИТКӘ КИТМӘҺЕН, СИТТӘРҘЕ ЙӘР ИТМӘҺЕН
 | 
 
| 
  
  
Әллә нисә тиҫтә йылдар элек сыҡҡан йыр китабындағы шиғырҙарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый торған ғәҙәтем бар. Мәғәнәләренә ҡарап, уларҙың яҡынса ҡайһы дәүерҙә яҙылған икәнен дә асыҡлауы ауыр түгел. Ниндәйҙер композитор тарафынан был шиғырҙарҙың һәр береһенә, әлбиттә, көй ҙә яҙылған, һәм ҡасандыр улар популяр йыр булып та яңғырағандыр. Әле уҡыусылар иғтибарына шуларҙың бер-икеһе хаҡында үҙемдең фекерләүҙәремде тәҡдим итмәксемен.  
  
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА!
 | 
 
| 
  
  
Әллә заман үҙгәрә, әллә кеше үҙе, һәр хәлдә, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә хатта "Дин - ул халыҡ аңын томалаусы әфиун" тип халыҡты дин тотоуҙан тыйған ваҡыттарҙа ла үҙ иркендә яҡты донъя менән хушлашыусылар бик күҙәтелмәне һәм һирәк була торғайны. Хәҙер дингә лә тыйыу юҡ, дин менән бергә башҡа барлыҡ нәмәләргә лә иркенлек, ә кире күренештәр күбәйә, хатта уның сәбәптәре нимәлә, сығанағы ҡайҙа икәнен дә асыҡлауы ауыр. Йәмғиәт, ололар ғына түгел, хатта үҫмерҙәр, балалар ҙа агрессивҡа әйләнә бара. Ата-әсәләр балаларын нисек тәрбиәләргә белмәй баш вата - яңылыш берәй һүҙ әйтеп, бер-бер хәл булып ҡуймаһын... Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатынан һорауҙарыбыҙҙы Республика психотерапевтика үҙәгенең баш табибы,  БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психотерапевты Илгиз ТИМЕРБУЛАТОВҡа юллайбыҙ.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
 | 
 
| 
  
  
Ғәйнә башҡорттары 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда ла йән аямай көрәшкә ынтыла, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булыуҙан һис ваз кисмәй. Бына шул заман документтарында теркәлеп ҡалған ғәйнә башҡорттарының ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре:  Аҡлыш ауылынан Йосоп һәм Имәнғол Аҫабиндар, Шараши (Сараши?) ауылынан Туйсыбай Пушкаров һәм Ромашка Сабаниев,  Ҡыҙыл Ярҙан Батыш Сабаниев,  Ҡаҙмағы (Ҡаҙмаҡты?) ауылынан Туйгилде Байҡашев, Дүсәй Иҫәнәев, Асый Чыпчыков,  Ирыс (Ырыҫ?) ауылынан Тетү (Тетәй?) Биктулин, Бай ауылынан Абдулла Мырҙалин. Ғәйнә ере лә батша карателдәре тарафынан ҡанға батырыла. Бындағы башҡорттарҙың өстән ике өлөшө үлтерелә,  һөргөнгә ебәрелә, әсир алынып, Рәсәй төбәктәренә һатып ебәрелә.  1726 йылда  Кунгур бургомистры Юхнев Ғәйнә олоҫонда 600 хужалыҡ булып, хәрби хеҙмәткә яраҡлы 1800 ир-атты теркәһә, 1739 йылда генерал Урусов бындағы 214 хужалыҡта барлығы (ике енестән дә) 1744 кеше ҡалыуын күрһәтә. 
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
КЕМ ФАШИСТ ҺУҢ?
 | 
 
| 
  
  
Йыйылып китеп әсегән һәм сөсө ҡатыҡтарымды ла бер ыңғайҙан ҡушып туҡып, ҡаҙанда эркет ҡайнатам. Йәйге аласыҡ иҙәне төрлө һауыттар менән тулы тиһәң дә була. Өс бүлә ҡайнаттым инде, быныһы һуңғыһы. Ҡапыл "Фашист өйҙәме?" тигәнгә тертләп киттем. Әйләнеп ҡараһам, ҡулына ете йөҙ грамлыҡ банка тотҡан Ғәйнетдин ағай баҫып тора. Минең хужаны һорауы.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
 | 
 
| 
  
  
Башҡорт теле йылы эгидаһы аҫтында муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бик күп саралар уҙғарырға тәҡдим ителә. Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә бағышлана, уның сиктәрендә тематик, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторола.
  
  | 
 
  Уҡырға
 
27.01.20    
 | 
 
|   |  
 
 | 
 
| 
 | 
 
 
 | 
| 
Киске Өфө
 | 
 
|   | 
 
| 
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын           билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ                    кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин.                                                 Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле                    "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
  
Мөхәрририәт.
  
 | 
 
 
  
| 
Беҙҙең дуҫтар
 | 
 
|   | 
 
| 
 
  
 
  
 
 | 
 
 
  
 |