|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
|
|
|
БАЛАҢ ГӘЗИТ УҠЫҺЫН...
|
|

Гәзит-журналдарға яҙылыу барышында Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы Исламғолованы почта бүлексәһендә, магазиндарҙа йыш осратырға була. Ул - ауылда бер кем тарафынан да һайлап ҡуйылмаған матбуғатҡа яҙылыу буйынса агитатор. Шулай ҙа Мәхмүзә апайҙың иң яратҡан гәзите - "Киске Өфө". Ошо гәзиткә ауылдаштарын яҙҙырыр өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Ауылда хатта: "Мәхмүзә апай осраһа, "Киске Өфө"нө яҙҙыртмай ҡалмай инде ул", - тип көләләр. Был юлы Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы китапханаға "Атайсал" гәзите хәбәрселәре менән осрашыуға килгәйне. Уңайлы мәлдән файҙаланып, уның менән әңгәмә ҡороп өлгөрҙөм.
|
Уҡырға
12.12.17
|
| |
|
|
ШҮЛГӘНТАШ СЕРҘӘРЕН АСЫУҘЫ ДАУАМ ИТӘ
|
|

Ноябрҙә Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит рәсемдәрен реставрациялау буйынса халыҡ-ара экспедиция, йәғни алдынғы Европа реставраторы, ҡая һүрәттәрен һаҡлау өлкәһе белгесе Эдуаль Гийаме етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы белгестәре - реставраторҙар эшләне.
|
Уҡырға
12.12.17
|
| |
|
|
ДЕБЕТ ШӘЛЕҢӘ УРАН...
|
|

Өфөлә "Башҡорт шәле - 2017" исемле матур фестиваль-конкурс үтте. Әсә көнөнә арналған быйылғы байрамда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 150-нән ашыу оҫта ҡатнашты. Йәмғиәттә башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы, "Башҡорт дебет шәле" брендын булдырыуҙы, халыҡ оҫталарының профессиональ кимәлен үҫтереүҙе, тәжрибә уртаҡлашыуҙы һәм ижади бәйләнештәрҙе күҙҙә тотҡан фестиваль-конкурс быйыл 10-сы тапҡыр уҙғарылды.
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
УРАЛ ТАУҘАРЫНА ВЕЛОСӘЙӘХӘТ...
|
|

Бөгөн беҙ Урал шырлыҡтарын велосипедта үтеп буламы, юҡмы икәнен тикшереп ҡараясаҡбыҙ. Дөрөҫөрәге - быны тикшереп ҡараған Артур исемле егеттең сәйәхәтнамәһен тыңлаясаҡбыҙ. Ошо йылдың сентябрендә һәүәҫкәр велосипедсы, "Киске Өфө" гәзитенең алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре Артур Батыршин үҙенең дуҫы, эшҡыуар, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев менән Урал армыттарында 100 саҡрымғаса һуҙылған велосипедлы сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Был походҡа егеттәр нисек әҙерләнгән, тәбиғәт уларҙы ниндәй һынауҙар алдына ҡуйған - барыһы тураһында ла Артурҙың һөйләгәндәренән белербеҙ.
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
РУСЛАН ЯМАНБАЕВ – СПОРТТАҒЫ ХАЗИНАЛАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ УЛ
|
|

Хәтерегеҙҙәлер, 2016 йылдың апрелендә үҙенә "Башҡорт" тигән ҡушамат алған, һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған Венер Ғәлиев Өфөлә үткән ҡатнаш алыш төрҙәре (ММА) турнирында әрмән көрәшсеһен еңгәйне. Ана шул көндө, тап шул турнирҙа тағы бер милләттәшебеҙҙе, Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы Руслан Яманбаевты ла күптәр күҙгә элде. Был көндө Руслан да сағыу алыш күрһәтте, тик тактика яғынан ғына отолоп, дәғүәсеһе Балкизовтан еңелеп ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң 11 ай үттеме, юҡмы, Руслан Виктор Кичигинды, тағы 2 айҙан Рөстәм Капаловты еңде, ә тағы ике айҙан, йәғни ошо йылдың 8 октябрендә Ислам Бегидовты ла техник нокаутҡа "ебәрҙе". Руслан ЯМАНБАЕВтың тиҙ арала еңеүле аҙымдарға күсеүенең сере нимәлә икән? Бәлки, уның еңеүҙәренең сере башҡорт батыры стилендә сығыш яһауындалыр? Түбәндәге материалыбыҙҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға Русландың үҙенән яуаптар ишетербеҙ. Әңгәмәбеҙҙә шулай уҡ Өфөләге "U-FIGHT" промоутер компанияһы етәксеһе Рәмил СӘҒИТОВ та ҡатнаша. Рәмил Миңнулла улы үҙ сиратында башҡорт ММА-сыларына ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашыр.
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
КЕМ УЛ БАШҠОРТ ХАН?
|
|

Күптән түгел генә һәүәҫкәр тарихсы Йәдкәр Бәшировтың "Бөйөк Башҡортостан" китабын уҡып (ул китаптың башҡортса тәржемәһе "Киске Өфө"нөң ошо 7-се битендәге бағанала былтырҙан бирле баҫыла килә), ундағы мәғлүмәттәр менән аңыбыҙҙы яҡтыртып алғайныҡ инде. Авторҙың ошо көндәрҙә генә донъя күргән икенсе китабы - "Башҡорт хан" тип аталған баҫмаһы беҙҙе халҡыбыҙ тарихына бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Урыҫ тарихсылары, йылъяҙмасылары хеҙмәттәренән ситкә китеп, Геродот, Ҡол Ғәле, Бахши Иман, Боннар Андре, Гельмольт, Европеус, Тизенгаузен, Шәриф Иҙриси, Әл-Иҙриси кеүек, халыҡтарҙы донъяуи кимәлдән сығып өйрәнгән тарихсы, илсе, сәйәхәтселәр яҙмаларынан табылған ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән һуғарылған был китап. Әлбиттә, тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан һәр уҡыусы был зиннәт менән үҙаллы танышыр, тип уйлайбыҙ. Ә уға тиклем, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу һәм үҙ милләте хаҡында күберәкте белергә теләү ниәтен уятыу маҡсатында, Йәдкәр БӘшировтың үҙе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
РЕСПУБЛИКА ӨСӨН ЯУАПЛЫЛЫҒЫБЫҘ УРТАҠ
|
|

30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, түбәндәге төп мәлдәргә иғтибар йүнәлтте.
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
ШИҒРИ ҺҮҘ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺАЛАНДЫ
|
|

"Йөрәк һүҙе" телепроекты зәңгәр экрандарға сыға башлағанда уҡ иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Хәтерҙә ҡалмаҫ йөҙ төрлө йырҙар араһында ҡапыл пәйҙә булған таныш йөҙҙәр бирелеп китеп шиғыр уҡый. Һәр кеме үҙенсә, үҙе белгән интонацияла, үҙенә хас тембрҙа, үҙ етешһеҙлектәре һәм оҫталығы менән башҡара. Эшеңде, хәбәреңде, хатта уйҙарыңды онотоп, экранға текәләһең...
|
Уҡырға
05.12.17
|
| |
|
|
МОҢДОҢ ЙӘНЕ - ЫСЫН МӨХӘББӘТ
|
|

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы ижад миҙгелендә яңы концерттар менән ҡыуандырмаҡсы. 29 ноябрҙә республика бәйгеләре лауреаты Заһир ИҪӘНСУРИН "Моңдоң йәне - мөхәббәт" тип аталған тәүге концертына саҡыра. Ошо ваҡиға айҡанлы йырсы менән әңгәмә ҡорабыҙ.
|
Уҡырға
28.11.17
|
| |
|
|
ӘҮҘЕМЛЕГЕҢ НИ САМА? UFA-FORUM ҺИНЕ КӨТӘ!
|
|

Бөгөн белем алырға теләгән кеше өсөн уй-ниәтен тормошҡа ашырыуы бер ни тормай: шунда уҡ интернет селтәрендә мәғлүмәт таба ала, кәрәкле йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортон һайлап уҡырға бара, өҫтәмә дәрестәр алырға ла мөмкинлек бирелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ниндәйҙер яңы оҫталыҡҡа өйрәнеп ҡалыу өсөн иң уңайлы ысул - ул йәштәр өсөн үткәрелгән мәғариф форумдары. Был сараларҙа ҡатнашҡан кеше ике-өс көн эсендә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте туплап, фекерҙәштәр табып, башҡаларҙың өлгөһөн күреп, яңы үрҙәр яуларға илһамланып ҡайта. Башҡорт йәштәрен шулай маҡсатлы итер сараларҙың береһе Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеге Өфөлә 1-3 декабрь көндәрендә уҙғарыласаҡ.
|
Уҡырға
28.11.17
|
| |
|
|
ТОРМОШ ТА, ИЖАД ТА ИХЛАСТАРҘЫ ҮҘ ИТӘ
|
|

Уның геройҙары эскерһеҙлеге менән айырылып тора. Балаларса ихласлыҡ сағылған күҙҙәр һине шунда уҡ ышандыра һәм үҙең дә һиҙмәҫтән уның геройының арбауында ҡалаһың. Кешенең асыҡ була белеү һәләтен баһалаусылар өсөн - тамашасымы ул, режиссермы, быныһы мөһим түгел - был актриса ҙур табыш. Шулай ҙа иң һоҡландырғаны - уның тормошта ла шулай уҡ ихлас булыуы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Милена СИРАЕВА-ИШАЕВА менән әңгәмәбеҙ уның һөнәре, геройҙары һәм, әлбиттә, йәшәү асылы тураһында.
|
Уҡырға
28.11.17
|
| |
|
|
ИЛДЕҢ ҮҪЕШЕ БЕЛЕМ ҺӘМ МЕДИЦИНА КИМӘЛЕНӘ БӘЙЛЕ
|
|

Милләтебеҙҙә шундай бер матур күренеш бар, был бигерәк тә ауыл ерҙәрендә киң таралған: берәйһе тураһында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, "Кем балаһы?" тип һорайҙар. Балалар ата-әсәләр өсөн яуап бирмәһә лә, бала өсөн ата-әсә яуаплы икәненә ишаралыр был. Тоҡомоңдо дауам итеүсегә үҙеңдең иң яҡшы һыҙаттарыңды, сифаттарыңды бирә алғанһыңмы, ул һинең исемеңә лайыҡлы булырлыҡмы, атай-әсәй абруйын артабан дауам итәме? Башҡорт дәүләт медицина университетының топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор, 130 ғилми баҫма, 40 рационализаторлыҡ тәҡдиме һәм 3 патент авторы Илдар Ишмырҙа улы ҺИҘИӘТОВ менән әңгәмәне лә уның тамырҙарын барлауҙан башланыҡ...
|
Уҡырға
28.11.17
|
| |
|
|
БИШ ТЕЛ ӨЙРӘНӘБЕҘ...
|
|

Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы - уҡытыу башҡорт телендә алып барылған белем усағы ул. Уның уңыштары бында эшләгән педагогтарҙың һөнәри уңыштары һәм уҡыусыларҙың өлгәше, ижад өлкәһендәге еңеүҙәре менән дә баһалана.
|
Уҡырға
27.11.17
|
| |
|
|
БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕН БАШҠОРТ ТЕЛЕН ЯҠЛАЙЫМ!
|
|

Башҡорт телен яҡлап яҙған һүҙҙәрем интернет донъяһында күп кешенең иғтибарын йәлеп итте. Минең фекерҙәремде яҡлаусылар менән бергә, мине ике йөҙлөлөктә ғәйепләүселәр ҙә булды. Әммә был дөрөҫ түгел.
|
Уҡырға
27.11.17
|
| |
|
|
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
|
|

Салауат Юлаев һәйкәле 50 йыл буйына баш ҡалабыҙҙың рухиәт үҙәге һәм ғорурлығы булып, халыҡтарҙы берләштереп тора. Ҡала һәм республика халҡының да, Өфөгә килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан урыны был. Дуҫтарығыҙ һәм таныштарығыҙға, балаларығыҙға ошо һәйкәл хаҡында ниҙәр һөйләр инегеҙ?
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
ҒАИЛӘ БӨТӨНЛӨГӨ ҠӘЙНӘ МЕНӘН КИЛЕН ТАТЫУЛЫҒЫНДА ЛА
|
|

Әбйәлил районының Амангилде ауылында үткән "Ҡәйнә менән килен мөнәсәбәтенең йәш ғаиләне һаҡлап ҡалыуҙағы роле, бала тәрбиәләүҙә сағылышы" тип аталған ҡорға ошо биләмәгә ҡараған ауылдарҙан ағинәйҙәр, ҡәйнәләр һәм килендәр йыйылды. Был йыйында шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының тел сәйәсәте бүлеге етәксеһе, шағирә Зөлфиә Ханнанова, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Роза Таһирова ҡатнашты.
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
СОЛОҠСО БУЛҒАН БАБАҺЫ, СОЛОҠСО БӨГӨН БАЛАҺЫ
|
|

Башҡорт халҡының боронғо шөғөлө солоҡсолоҡта оҫта булып танылған уңған-тырыштар араһында, һис шикһеҙ, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында көн күргән Толомғужин Батыр Басир улы лайыҡлы урын алып тора.
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
БАРЫБЫҘ ҘА ҠАЙТЫР ИНЕК РЕСПУБЛИКА БЕҘҘЕ ҠАРШЫЛАРҒА ӘҘЕР БУЛҺА ӘГӘР
|
|

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөүсе юрист Рәмил Сәйфитдин улы ТАЙМАҪОВ. Уны тәүҙә, Мәскәүҙә уҡып йөрөүсе студент, тип таныштырғайнылар. "Студент ҡына башы менән "Заман башҡорто" кеүек мәртәбәле рубрикабыҙҙа баҫылырлыҡ ниндәй ҙур эштәр атҡарып өлгөрҙө икән?" - тигән һымағыраҡ икеле уйҙар менән башланым әңгәмәбеҙҙе һәм... Беренсе һорауымдан уҡ Рәмил Таймаҫовтың студент түгел, ә уҡыу йылдарын артта ҡалдырып, етди генә фирмала адвокат булып эшләп йөрөүен белдем. Ә һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы булды, хатта бер урында мин шул тиклем әҫәрләнеп китеп Рәмилдең ҡулын ҡыҫырға ырғып торҙом. Әңгәмәселәрен рухландыра торған кеше булып сыҡты Рәмил Таймаҫов. Шулай итеп, әңгәмә барышында милләттәшебеҙ беҙгә хоҡуҡ, шәхес азатлығы тураһында үҙ фекерҙәрен асасаҡ, ҡайһы бер сетерекле һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Бар яуаптары ла актуаль яңғырағандай тойолдо миңә. Хәйер, барыһы ла - уҡыусы хөкөмөндә...
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
ШӘРИФ МАНАТОВ
|
|

Шәрифйән Әхмәтйән улы Манатов - Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, 1917 йылда милли хәрәкәттең идара органы - Башҡорт мәркәз шураһын етәкләгән ир-уҙаман. Уның етәкселегендә Мәркәз шура 1917 йылдың 15 ноябрендә (хәҙергесә 28 ноябрҙә) Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был шәхес сығышы менән Ҡурған башҡорттарынан.
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
МИҢЛЕЯМАЛ ИНӘЙ ҺАНДЫҒЫ ӘЛЛӘ КҮПМЕ СЕРҘӘР ҺАҠЛАЙ
|
|

Серле һандыҡ, тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡ эленгән, иҫтәлектәргә бай, сер һаҡлаусы семәрле һандыҡ килә. Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм мотлаҡ ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле була. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Балхина Миңлеямал инәйҙең һандығы иҫ киткес семәрле лә түгел, әммә үҙенең эсенә күп кенә серҙәр һыйҙырған. Был серле һандыҡтың төбөнә төшөп сыҡҡас, тәьҫораттарым менән уртаҡлашмай булдыра алманым.
|
Уҡырға
21.11.17
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|