Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
БАЛАЛАРЫҒЫҘ ТУҒАН МӨХИТЕНДӘ ҮҪҺЕН
|
"Башҡортостан" дәүләт концерт залында балалар өсөн башҡорт театр студияһы эшләй башлаясаҡ. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Хөрмәтулла Үтәшев етәкләйәсәк.
- Бала саҡта кеше бар яңылыҡты ла яҡшыраҡ ҡабул итә һәм бар нәмәгә лә тиҙерәк өйрәнә. Хатта психологтар ҙа балалар өсөн театр мәктәбе кәрәк, тигән фекерҙә, был уларҙы оло тормошҡа яҡшыраҡ әҙерләй. Унан һуң, баш ҡалабыҙҙа башҡорт театр студиялары юҡ кимәлендә. Балаларыбыҙ өсөн милли мөхитте тағы ла бер аҙ киңәйтәсәкбеҙ, улар бер урынға йыйылып, бер-береһе менән таныша, аралаша аласаҡ.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
|
Ҡондоҙҙар кеше һымаҡ...
Быуаның һул яҡ ҡанаты тау битләүенә етеп туҡтаған. Һыу ситенә яҡын килеп сүгәләп ултырҙым да, ентекләп быуа стенаһын күҙәтә башланым. Бик тә аҡыллы эшләнгән ул, кеше ҡулы менән башҡарылған кеүек. Ләкин әҙәм балаһы быуаны икенсе төрлөрәк эшләй торғайны. Билдәле бер аралыҡта ҡаҙыҡ ослап ҡағып сығаралар һәм талдан йыш итеп ситән үрәләр. Быуа стенаһы уртаһында ярыҡ ҡалдыралар ҙа, шунда мурҙа һалалар. Ҡондоҙҙоң ҡаҙыҡ осларға һәм ҡағырға балтаһы юҡ бит инде. Ләкин бик еңел юлын тапҡан. Ул да кеше һымаҡ талдан йыш итеп ситән үргән. Һыу ағышы аҫтына мөйөш яһап урынлаштырылған. Ситәндең бер осо һыуҙан сығып тора, икенсеһе ләм, тупраҡ менән баҫтырылған. Күрәһең, каналдарҙы таҙартҡанда сыҡҡан ләм, балсыҡты ошо ситән өҫтөнә өйгәндәр. Ситәндең 20-30 сантиметр самаһы ғына осо күренә, ҡалғаны ләм аҫтында. Күренмәгән яҫылыҡ күпме икәнлеген тикшерергә ҡурҡтым, быуа йырылып ҡуйыуы бар. Шулай итеп, ситәндең тупраҡ һәм һыу ауырлығы менән баҫтырылған өлөшө бирешерлек түгел, ныҡлы тойола ине. Үрелгән ситән ярыҡтарына үлән, япраҡ ҡыҫтырғандар, өҫтөн ләм менән һылағандар. Тәрән һыу ятҡылығының артыҡ һыуы тәпәш кенә булып күренеп торған быуа стенаһы аша һарҡып ҡына ағып ята ине. Үҙенсә мини-шарлауыҡ. Һоро Өкө яҙмаһындағы быуаның уртаһында артыҡ һыуҙы ағыҙа торған улағы була. Был быуала ул күренмәй, сөнки урталыҡ ер байтаҡ алыҫ, күрерлек түгел. Бында ла булғандыр, йәй һыу ситән өҫтөнән аҡһа ла, ҡыш боҙ туңғас, артыҡ һыуға барыбер улаҡ кәрәк. Ғөмүмән, һәр быуаның рельефҡа ҡарап, үҙ нескәлектәре булалыр.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
ӘҘӘБИӘТ ЙЫЛЫНЫҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕМЕ? ХӘРӘКӘТ БАШЛАНДЫ!
|
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ менән беҙ, ғәҙәттә, төрлө темаларға аралашырға яратабыҙ. Ул бихисап һорауҙарға яуап табыусы, аҡыллы кәңәш биреүсе кеше. Әммә бер ҡасан да үҙ кәңәшен көсләп таҡмай, аҡһаҡалдарса һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтә торған ағай. Билдәле шағир Тимер Әбдрәхим улы НИӘТШИН тураһында һүҙебеҙ. Бөгөн уға "Әҙәбиәт йылы ижадсыға нисек ярҙам итте?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
ИНАНЫСТАРЫНА ТОҒРО СӘСӘН
|
Беҙҙең йәмғиәтебеҙгә шундай сифат хас: бер шәхестең ҡаҙаныштарын күтәрә башлаһаҡ, башҡаларҙың барлығын онотоп ебәрәбеҙ. Ә талантлы, олуғ ижади бейеклектәр яулаған милләттәштәребеҙ бик күп беҙҙең.
Шундайҙарҙың береһе...
Ҡайһы быуатты ғына алһаҡ та, башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләп киткәндәр бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы төрлөсә, әммә шуныһы хаҡ: әгәр кемдер тура юлдан барып, дәүеренә йоғонто яһарға, көнүҙәк һүҙҙе әйтергә теләй, ошо юлды хаҡ сәфәре тип иҫәпләй, ошо инаныстарынан тыш йәшәй алмай икән, уны ҡатмарлы ҡаршылыҡтар, хатта яҡындары тарафынан ҡыйырһытылыуҙар эҙәрлекләгән, замандаш шәхестәр араһында ла ҡабул итмәүселәр етәрлек булған.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
ТОЛСТОЙҘЫҢ БАШҠОРТТАРҘА БУЛҒАНЫ
|
Татьяна Львовна Сухотина-Толстая (1864-1950) бөйөк урыҫ яҙыусыһының өлкән ҡыҙы. Ғүмере буйы рухи яҡтан атаһының иң яҡын кешеләренең береһе була. Яҙыусы өлкән йәштәрҙә сағында ҡатыны менән аңлашылмаусылыҡ барлыҡҡа килгән йылдарҙа ла Татьяна Львовна атаһын аңлай. "Ул атаһының да, әсәһенең дә күңелен йыуатырлыҡ яйлы һүҙҙәр таба ине", - тип яҙа уның хаҡында Л. Толстойҙың секретары В. Булгаков. Т. Л. Толстаяның иҫтәлектәре һәләтле яҙыусы ҡулы менән яҙылған. Тәүге иҫтәлектәр көндәлектәрен ул ун дүрт йәшендә башлай һәм ғүмере буйы дауам итә. Билдәле булыуынса, Лев Толстой башҡорт ҡымыҙы эсергә һәм далала ял итергә ғаиләһе менән дә килә. Таня башҡорттарҙы бик ярата һәм йылы иҫтәлектәр яҙып ҡалдыра. Был иҫтәлектәр 1976 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән "Т. Л. Сухотина-Толстая. Воспоминания" тигән китабынан тәржемә итеп алынды.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
БӨРЙӘНДЕҢ ТАҒЫ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕ
|
Көслө ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең халыҡ өсөн ят күренеш түгел. Был күренеш хатта беҙҙең мифологияла ла урын алған. Мәҫәлән, "Алпамыша менән Барсынһылыу"ҙа көслө ҡыҙҙы яҡын-тирәлә көрәштә еңә алған егет булмай. Алпамыша менән дә улар ете көн, ете төн алыша. Был мәлдә уҡыусы күҙе алдына әзмәүерҙәй һылыу килеп баҫалыр ҙа ул, әммә әкиәттә Барсын йылға ҡамышы ише нескә буйлы, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, ай йөҙлө, ынйы тешле итеп һүрәтләнә. Тимәк, көслөлөк бәһлеүәнлек тигәнде аңлатмай.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
НИНДӘЙҺЕҢ ҺИН, ҠАЛА БАШҠОРТО?
|
Мин - ҡала башҡорто, Өфөлә башҡорт ғаиләһендә тыуғанмын, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында 11-се класта уҡыйым. Миңә ҡала башҡорттары, ҡала йәштәре проблемалары бик яҡын. Туған телемде яратып, хөрмәт итеп, 1-се кластан уҡ уның нескәлектәрен үҙләштерәм.
Баш ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙың күпселеге рус телендә аралаша, шуға күрә, тиҫтерҙәрем телде насар белә йәки бөтөнләй белмәй. Бында барыһынан элек ғаилә ғәйепле.
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
УРЫНДАРҘЫ АЛЫШТЫРЫУҘАН СУММА ҮҘГӘРМӘҪ
|
Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға әҙерләнеп кенә йөрөгәндә, "БР Төбәк операторы" тигән ойошманан декабрь айы өсөн капремонтҡа... 4 мең 036 һум аҡса түләүҙе талап итеп, бер түгел, ике квитанция килеп төшмәһенме! Өҫтәүенә, 185 һум пени яҙғандар.
Башҡа һуҡтылармы ни! Баҫып торған ергә ултыра төшөп, ҡағыҙҙарҙы ентекләберәк ҡарай башланым. Адрес минеке, ә бына фатир милексеһе тапҡырына ла, түләүсе кеше тапҡырына ла фамилияны түгел, ә эре хәрефтәр менән "неизвестный" тип яҙып ҡуйғандар. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте: фатир милекселәре - ҡыҙым менән икебеҙ, был турала таныҡлыҡ документтары тәртиптә, Баш реестр раҫлап, ҡултамға ҡуйған, документтарҙың тейешле датаһы, номеры бар...
|
Уҡырға
01.02.16
|
|
|
КИНО ҠАРАРҒА ЯРАТАҺЫҒЫҘМЫ? НИНДӘЙ ФИЛЬМДАР ҠАРАРҒА ТЕЛӘР ИНЕГЕҘ?
|
Айһылыу ИШКИЛДИНА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Киноның тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, тием. Хәҙерге быуын, әлбиттә, Лениндың кем икәнен белмәй, ләкин шулай ҙа уның үлемһеҙ һүҙҙәрен иҫкә алып киткем килә: "Кино - бөтөн сәнғәт төрҙәренә ҡарағанда ла иң мөһиме",- тип тап ул әйтеп ҡалдырған. Ә бит ул заманда сәнғәттең был төрө әле үҫешә лә башламаған булған. Ниндәй кино ҡарауым тураһында шуны ғына әйтә алам: Өфө кинотеатрҙарына йөрөмәйем тиерлек, сөнки уларҙың репертуары тотошлайы менән минең өсөн ҡыҙығы булмаған сит ил фильмдарынан тора. Телевизорҙан ҡарарға тура килә киноны. Унда ла күбеһенсә беҙҙең Рәсәй полицияһының "шанлы хеҙмәте", коррупция, енәйәт йә булмаһа шулар араһынан бер-ике "дөрөҫ" тәфтишсенең мафияға ҡаршы көрәше тураһында күрһәтелә. Был да ялҡытты.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
КИНО ЙЫЛЫНЫҢ МАҠСАТТАРЫ НИ БУЛЫР?
|
2016 йыл илдә һәм республикала Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. РФ Президенты ҡарарында аныҡ әйтелеүенсә, тәү сиратта йәмәғәтселектең иғтибарын Рәсәй кинематографына йүнәлтеү маҡсаты күҙ уңында тотола. Өфөлә был йәһәттән ниндәйҙер эштәр башланды ла инде. Әҙәбиәт йылында нигеҙ һалынған матур йола буйынса, ҡаланың Баҡалы, Пушкин урамдарында, Салауат Юлаев проспектында Рәсәй киноларынан цитаталар менән тәүге баннерҙар барлыҡҡа килде. Һәр баннер "Яҡшы кинобыҙ", "Дөрөҫлөклө һөйләгән кинобыҙ", "Матур кинобыҙ" слоган-фразалар менән биҙәлгән. Әлеге мәлдә "Башҡортостан" киностудияһы башҡорт киноларынан цитаталар әҙерләү менән мәшғүл. Рәсәй йылын рәсми асыу тантанаһы 25 ғинуарға билдәләнгән. Ул Өфөләге Рәсәй кинематография үҙәге - "Родина" кинотеатрында уҙасаҡ.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
|
Ҡондоҙҙар кеше һымаҡ...
Ҡама тураһында ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер кимәлдә мәғлүмәт туплай алһам, ҡондоҙ тураһында китапты тик 90-сы йылдарҙа ғына осраттым. Был мин тапҡан берҙән-бер мәғлүмәт, унан яҡшыраҡ бүтән сығанаҡтар таба алманым. Хәҙерге заман кешеләре ҡондоҙ тураһында бер нәмә лә белмәй.
Тапҡан китабымдың исеме "Саджо и ее бобры" тип атала. Авторы америка индеецы Вэша Куоннезин - Һоро Өкө. Тәбиғәтте бөтә нескәлектәре менән белгән, уны бөтә күңеле менән яратҡан кеше була. Ҡондоҙҙар тормошон өйрәнеп, уларҙы Кесе Туғандар тип атай.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
ЕР ШАРЫНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА ӘҘӘБИӘТТЕ ҺӨЙГӘН КЕШЕ ЙӘШӘЙ
|
Әҙәбиәт йылы тамамланды, әммә гәзитебеҙҙәге "Әҙип һүҙе" рубрикаһы дауам итә. Сираттағы ҡунағыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА. Әхлаҡ, тәрбиә, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө хәле менән бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеп, унан беҙ илһөйәр граждан, әсә һәм шағирә булараҡ йөкмәткеле фекерҙәрен ишеттек.
Ҡабаландыҡ түгелме?
Тәрән фекерле, аҡыл хазинабыҙ бай, саф, хыялға бирелеүсән халыҡ беҙ - башҡорттар. Әммә беҙгә үлсәп эш итеү, һығылмалыҡ етешмәй. Милләтебеҙгә хас булмаған башҡа ҡайһы бер кире ҡылыҡтарҙы ла үҙләштереп алдыҡ. Быға кем ғәйепле?
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
БЕР ТЫРМАҒА ҠАБАТ БАҪАБЫҘ ТҮГЕЛМЕ?
|
Йәғни рус телен уҡытыу буйынса яңы концепция тураһында
Былтырғы йылдың һуңғы көнөндә Рәсәй Президенты В. Путин "Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү ойошмаларында рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһы"на ҡул ҡуйҙы. Был тема бынан ике йыл элек Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй ассоциацияһы съезында күтәрелеп, илдең гуманитар көрсөк алдында тороуы билдәләнгәйне һәм мәктәптәрҙә филология предметтарын уҡытыуға яңы ҡараш кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. Документ буйынса фекер алышыу маҡсатында редакцияға мәғариф өлкәһендәге генә түгел, ғөмүмән, милләт яҙмышына ҡағылышлы бер генә мәсьәләгә лә битараф булмаған шәхестәр - Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Өфөләге филиалы директоры, юрист Ғарифулла ЯПАРОВ менән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты, юрист Фәнзил САНЪЯРОВты саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
ЗӘБИХ ИСҠУЖИН ТИГӘН ЗЫЯЛЫ
|
Киләсәктең бер бәхетле тарихсыһы был әйберҙе материал итеп алыр.
(Зәбих Исҡужин көндәлегенән)
2015 йылдың йәй айҙарының береһендә миңә Ҡаҙан ҡалаһында уникаль архив менән танышыу бәхете эләкте. Был - сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан булған Зәбих Исҡужиндың архивы. Ул 1911 йылдың ғинуарында тыуған. 1926-1929 йылдарҙа Каруанһарайҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1929-1933 йылдарҙа Ҡаҙан ҡалаһында Шәреҡ педагогия институтының донъя әҙәбиәте факультетында белем ала.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
УНЫ СЕЛТӘР ҘӘ, ҺАҠАЛ ДА, АЛМИҘЕҮ ҘӘ, ХӘСИТӘ ЛӘ ТИҘӘР...
|
2020 йылда Башҡортостанда тағы ла бер абруйлы мәҙәни сара - Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Шул йылдың йәйендә тыуған республикабыҙ 60-лап илдән йыйылған өс меңдән ашыу таланттың үҙ мәҙәниәтен, сәнғәтен, фольклорын күрһәтеү майҙанына әүереләсәк. Республикаға исем биргән милләт булараҡ, башҡорттар, әлбиттә, ул майҙандың уртаһында булырға, республиканы лайыҡлы һынландырырға бурыслы. Ошо мәртәбәле сараға әҙерлек сиктәрендә һуңғы ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, Сибай "Ағинәйҙәр ҡоро" инициативаһы менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың традицион биҙәнеү әйберҙәрен, башҡорт ырыуҙарының милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Был боронғо шөғөлдәребеҙҙе матур итеп үҙләштергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы дәртләндереү, башҡалар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн "Селтәр" бәйгеһе ойошторорға ҡарар ителде. Түбәндә уның положениеһын тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
ТЕЛЕФОНДА ЛА ХӘҮЕФ БАР
|
"Киберенәйәттәрҙән иң һаҡланмаған операцион система - ул Android", - тип башлап китте һүҙен БР Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы начальнигы полиция полковнигы Виталий Портянко журналистар менән осрашыуҙа.
Уның билдәләүенсә, тап ошо Android операцион системаһындағы зыянлы ҡушымталар, йәғни "вирустар" телефон хужаһының ниндәй урындарҙа булыуын күҙәтә һәм уғрыларға мәғлүмәт ебәрә, шулай уҡ мобиль банктан килгән смс хәбәрҙәрҙе уҡый, шпион программаһына яҙылған иҫәпкә аҡса күсерергә тәҡдим итә ала.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
БӨГӨНГӨ ТУЙҘАР ҮҘ ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЕНДӘМЕ?
|
Күптән түгел туйҙа булғайным. Ғәҙәти ауыл туйы. Ошо мәжлес нигеҙендә, башҡа бик күп туйҙарҙы күҙ уңында тотоп, фекер йөрөтмәксемен.
Башта шуны асыҡлап китәйек: бөгөнгө күҙлектән, нимә һуң ул туй? Уны нисегерәк ҡабул итәбеҙ һәм унда нимәләр күрергә теләйбеҙ? Башта телгә алынғанса, беҙ уны мәжлес итеп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә асылда улай ғына булырға тейеш түгел.
|
Уҡырға
25.01.16
|
|
|
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
|
Иҫ киткес был ҡама!
Ул һыу йәнлеге. Сәүек эттән ҙур булмаған, оҙон тороҡло, ҡыҫҡа аяҡлы йән эйәһе. Тәпәйҙәрендә һыу ҡошоноҡо кеүек ярылары бар. Һыуҙа иҫ киткес шәп йөҙә, хатта шаршы балығы бәрҙене ҡыуып етеп ашай ала. Бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, бағыр һирәк осрай торған балыҡтар булараҡ, ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Шуларҙы ашап, шаҡтай зыян да яһай икән. Ҡоро ерҙә лә йылдам йөрөй ала, нимәгә көсө етә, бөтәһен дә тамаҡлай. Һыу һәм ҡоро ерҙең афәте кеүек тойолһа ла, ҡиммәтле тиреһе менән файҙалы, икенсенән, һыу буйы санитары, һыу эсен таҙартырға ла онотмай.
|
Уҡырға
18.01.16
|
|
|
ХАЛЫҠСАНЛЫҠ ТӨП СИФАТЫ СИБАЙҘАРҘЫҢ
|
Урал аръяғы халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән асылған Сибай филармонияһы үҙенә генә хас йөҙө һәм тамашасылары, бай тарихы һәм йолалары булған, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен түкмәй-сәсмәй йыйыусы һәм һаҡлаусы төп сәнғәт ойошмаһы булараҡ билдәле. Бөгөн ул ҡалала һәм Урал аръяғында ғына түгел, тотош республиканың сәнғәт донъяһында алдынғы урын биләй. Ижади коллектив үҙ тамашасыларына өр-яңы һәм оригиналь концерттар, театрлаштырылған тамашалар, шоу-программалар тәҡдим итә. Танылыу яулаған артистар һәм алып барыусылар ҡатнашлығындағы концерт программаларында халыҡ ижадына, классик әҫәрҙәргә һәм популярлашҡан башҡа төр сәнғәт өлгөләренә ҙур урын бирелә. Республикалағы берҙән-бер "Сулпан" балалар театры менән ҡушылып, Сибай концерт-театр берекмәһе тигән берҙәм исем аҫтында йәшәүсе мәҙәниәт усағының яңы етәксеһе Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов менән әңгәмәбеҙ филармонияның бөгөнгө хәле, киләсәккә билдәләнгән уй-ниәттәре хаҡында.
|
Уҡырға
18.01.16
|
|
|
ЙӘМҒИӘТ ФЕКЕРЕНӘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫУ ФӘН ӨСӨН ДӘ, ИДАРА ИТЕҮСЕЛӘР ӨСӨН ДӘ КӘРӘК
|
Социология - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, тағы ла ябайлаштырыбыраҡ әйткәндә, кешеләрҙе өйрәнеү ысулдарының береһе. Ә бөгөнгө ҡатмарлы заманда, йәмғиәттә ярлылар һәм байҙар, белемлеләр һәм белемһеҙҙәр, тағы ла шундай ҡапма-ҡаршы аңлатмалы категориялар барлыҡҡа килгәндә, власть менән халыҡ араһында бәйләнеш алыҫлашҡан кеүек тойолғанда, йәмғиәт фекеренә ҡолаҡ һалыу бик тә кәрәктер, моғайын. Был хаҡта социологтар үҙҙәре ни уйлай икәнлеген асыҡлау маҡсатынан Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры, Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге етәксеһе, социология фәндәре кандидаты Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ менән уның урынбаҫары, ғаилә һәм демография мәсьәләләрен өйрәнеү лабораторияһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр ХИЛАЖЕВАны әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
18.01.16
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон...
Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."
(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|