Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
КИЛӘСӘК МӘКТӘБЕНДӘ ЮҒАРЫ ОҪТАЛЫҠТАҒЫ УҠЫТЫУСЫЛАР ЭШЛӘЙӘСӘК
|
Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2015" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың иң көслө педагогтарын туплаған был ярыштың абсолют еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһының 58-се лицейынан математика уҡытыусыһы Рима Ронжина лайыҡ булды.
|
Уҡырға
13.04.15
|
|
|
КИТАП МАГАЗИНЫНДА НИҢӘ БАШҠОРТСА КИТАПТАР ЮҠ?
|
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала...
тип йырлап үҫһәм дә, әлегәсә бер тапҡыр ҙа республикабыҙҙың баш ҡалаһын күрергә насип булманы. Китаптағы һүрәттәрҙән, телевизор экрандарынан күреп кенә белгән Өфөбөҙгә быйыл, ниһайәт, аяҡ баҫырға насип итте. Һүрәт - һүрәт инде, ни тиклем генә сағыу һәм сифатлы булмаһын, Башҡортостаныбыҙҙың йөрәге булған баш ҡалабыҙҙың бар матурлығын, күркәмлеген, мөһабәтлеген, ғәйрәтлеген күрһәтә алмай. Ҡалаға инмәҫ элек үк башланған күренештәр күңелгә ятып, һөйөнөс бүләк итә. Аэропорт яғынан автомобиль юлы буйлап килгәндәрҙе ҡаршы алыусы "Өфө" һәм "Уфа" яҙыуҙары баш ҡаланы күреү хыялының тормошҡа аша башлауына ишара яһағандай, мине сәләмләп ҡаршы алды.
|
Уҡырға
13.04.15
|
|
|
ҒӘҘЕЛЛЕК БАЙРАМЫ ТИГӘН БАҺА АЛДЫ БЫЛ КОНКУРС
|
Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында "Башҡортостан ынйылары" Республика балалар фольклор бәйгеһе үтте. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Быйылғы конкурстың темаһы - тыуған төйәгеңдәге һыу ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт һәм уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү булды.
|
Уҡырға
06.04.15
|
|
|
КЕШЕЛӘР КИТАП УҠЫҺА ТОРМОШТАҒЫ ХАТАЛАР ҘА ӘҘЕРӘК БУЛМАҪ ИНЕМЕ ИКӘН?
|
Бөгөнгө ҡоробоҙҙа әҙәбиәт донъяһы, йәш ижадсылар, шиғриәт мәктәбе, заманыбыҙ әҙиптәрен борсоған ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр тураһында һүҙ барасаҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ - билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса АБДУЛЛИНА, йәш прозаик Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ һәм йәш шағир Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ булыр.
Һәр кем теге йәки был төшөнсәне, күренеште үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә. Һеҙ, йәш ижадсылар, мәҫәлән, әҙәбиәт төшөнсәһенә ниндәйерәк аңлатма бирерһегеҙ?
Л. Абдуллина: Әҙәбиәт - донъяның тотҡаһы. Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына. Ошо ваҡыт арауығында донъяның асылын аңларға, тойорға тырышыу теләге менән яна бәндә. Әҙәбиәт тә , китап та - Йыһанды, йәшәйеште, кешелекте танып-белеү ысулдарының иң шәбе.
Ил башлыҡтары, ниһайәт, Әҙәбиәт йылын иғлан итте. Ә үҙ заманында "мәҙәниәт - һуңынан" тигән етәкселәр ҙә булманы түгел бит. Шуға, әҙәбиәткә тотош йылды бағышлау - үҙенә күрә ҙур ваҡиға ул, минеңсә. Әммә шуны ла оноторға ярамай: тарих дәүмәленән ҡарағанда был бер йыл бик бәләкәй осор. Нисек кенә булмаһын, шул осорҙа яҙыусылар халыҡтың күңелендә ятҡан ҡуҙҙарҙы ҡуҙғытып ебәрерлек китаптар сығара, уларҙы кемгәлер бүләк итә, йә булмаһа, кемдеңдер иғтибарын китапҡа йүнәлтә алһа, был - ошо йылдың иң ҙур ҡаҙанышы булыр ине. Әҙәбиәт йылында бөйөк әҫәрҙәр тыуыр, тип уйлай икән кемдер, уларҙың да яңылышыуы бар.
|
Уҡырға
06.04.15
|
|
|
ТЕМӘС АУЫЛЫНДА ВӘЛИДИ, БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ
|
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә Темәс ауылында Башҡорт совет автономияһы тураһындағы килешеүгә - 96 йыл, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Уның эшендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Х. Х. Ишморатов, район хакимиәте башлығы И. Х. Ситдиҡов, Ҡоролтайҙың башҡа ағзалары, тарихсы-ғалимдар ҡатнашты.
|
Уҡырға
06.04.15
|
|
|
ҺӨНӘРСЕЛӘР АРАҺЫНДА ҺӨНӘРСЕ ЭҘЛӘНДЕ
|
Һәр эштә лә һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр була, ләкин уҡытыусы һөнәрендә ғүмер буйы өйрәнсек булып йөрөүселәргә урын юҡ. Аныҡ фәндәрҙән уҡытһынмы, әллә башланғыс белем бирһенме - уҡытыусы һәр саҡ үҙ эшенең белгесе булырға тейеш. Башҡортостанда бына ике тиҫтә йыл үткәрелә килгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы тап шундай үҙ эшенең оҫталарын барлай, баһалай ҙа инде.
Бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштарын, үҫешен, эш һөҙөмтәһен күреү бәхетенә эйә булыусы баһалама ағзалары әйтеүенсә, конкурс йылдан-йыл яңы кимәлгә күтәрелә бара.
|
Уҡырға
06.04.15
|
|
|
АПРЕЛЬ КӨЛКӨНӘН БАШЛАНДЫ
|
Апрель, тигәндә, "ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса" тигән күңелле йыр һүҙҙәре яңғырап киткәндәй ҡолаҡта. Хәйер, апрелдең көләс, ҡояшлы, күңелле ай булыуын уның тәүге көнө үк һөйләп тора: көлкө һәм юмор көнө. Бөтөн донъя халыҡтары мәрәкә, шаян ҡылыҡтар һәм эләкләшеү, зыянһыҙ алдашыуҙар менән бер күңел асып ала.
Март ахыры төнгө һәм иртәнге сатлама һалҡындары менән нисек кенә тартҡылашмаһын, апрель дилбегәне үҙ ҡулына алды: һиҙҙермәҫтән генә ҡар ҙа иреп бөтөп бара, хатта йылы яҡтан ашығып, тәүге сыйырсыҡтар ҙа ҡайтып еткән, тиҙәр. Күрәһең, улар ҙа үҙ байрамдарын тыуған яҡтарында үткәреүҙе хуп күрә.
|
Уҡырға
06.04.15
|
|
|
ТАМАШАСЫҢДЫ БУФЕТ ТУРАҺЫНДА ОНОТТОРОРЛОҠ ИТЕП УЙНА
|
Билдәле актер, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Валентин Гафт замандашы, СССР-ҙың халыҡ артисы Армен Джигарханянға арнап яҙған эпиграммаһында: "Ер йөҙөндә әрмәндәр Джигарханян төшкән фильмдарға ҡарағанда күпкә әҙерәк", - ти. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы Рауил Ғәлин тураһында ла, шаяртып, шулай тип әйтергә мөмкиндер, моғайын. Сөнки ул уйнаған спектаклдәрҙе лә тиҙ генә ултырып һанап бөтөрлөк түгел: ҡырҡ йылдан ашыу театр артисы булып эшләү дәүерендә Рауил Әхтәрйән улы башҡорт милләтен характерлаған бөтөн образдарҙы ла һынландырып өлгөргән төҫлө. Күптән түгел 65 йәшлек юбилейын билдәләгән актер менән ярты сәғәт эсендә оҙон ижад юлы дауамында тыуған уй-фекерҙәрен барланыҡ.
|
Уҡырға
30.03.15
|
|
|
АЙЫҠЛЫҠҠА ЮЛДЫ ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН БАШЛА
|
"Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһының республикала эш башлауына кисә генә кеүек. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың милләттәштәребеҙҙе айыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеге, цунами кеүек, тотош дәүләтебеҙҙе ҡаплап килә. Ойошма башлаған "Айыҡ ауыл" конкурсы хәҙер республика кимәленә күтәрелеп, барлыҡ Башҡортостанға таралды. Ә инде ыңғай тәжрибәне Төмән өлкәһе шунда уҡ күтәреп алып, конкурсты беренсе йылында уҡ рәсми рәүештә иғлан итте. Новосибирск өлкәһе, Удмуртстан, Татарстандың ҡайһы бер ауылдары үҙҙәрендә эш башланы. Ысын мәғәнәһендә республикабыҙ айыҡ тормошто пропагандалауҙа авангардта бара һәм башҡалар тәжрибә туплар, өлгө алыр, бер-беренә терәк булыр майҙансыҡ булып тора. Редакция ҡунаҡтары - "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре - Учалы районының Миндәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат ҒИБӘҘУЛЛИН, Федоровка районы Бала Сытырман ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мәрғизә АРЫҪЛАНОВА менән дә һүҙҙе ошо юҫыҡта дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
30.03.15
|
|
|
БАШҠОРТТАР МЕНӘН ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫНЫҢ МӘҘӘНИ ҺӘМ ӘҘӘБИ БӘЙЛӘНЕШТӘРЕ
|
Ҡырымдың һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә бер йыл тулды. Ошо йәһәттән башҡорттар менән Ҡырым татарҙары араһындағы мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәргә ҡыҫҡаса байҡау яһау ниәтебеҙ.
Быуаттар төпкөлөнә тоташҡан...
Ике аралағы бәйләнештәр тарихы быуат төпкөлөнә барып тоташһа ла, ул махсус өйрәнелмәгән. XIX быуат һуңында - XX быуат башында Ҡырым ғалимы һәм нәшриәтсеһе Исмаил Гаспринскийҙың мәғрифәтселек эшмәкәрлеге башҡорт зыялыларының иғтибар үҙәгендә була. Башҡорт әҙәбиәте тарихы күп томлығының авторҙары башҡорттарҙы, пантюркизм идеологтары И. Гаспринский һәм Г. Баязитовтың артынан пассив эйәреүселәр, тип билдәләй. Ә билдәле башҡорт ғалимы Әхмәт-зәки Вәлиди Туған үҙенең XX быуат башында Хәбибназар Үтәки мәсетендә белем алыуын һүрәтләп, ағаһының Баҡсаһарайҙа И. Гаспринский нәшер иткән "Терджиман" гәзитен сыға башлағандан алып уҡыуы тураһында яҙа. Гәзиттең Урал-Волга буйы төбәгендә популяр булыуы тураһында ошо осорҙағы төрки телле матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләр һәм шаңдауҙар раҫлай.
|
Уҡырға
30.03.15
|
|
|
ТЕЛ БУЛМАҺА, ИЛЕҢ ДӘ ЮҠ!
|
Мин - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Әммә ғүмерем буйына туған тел уҡытыусыһы булып эшләгәнлектәнме, һаман да мәғарифта барған үҙгәрештәргә битараф ҡала алмайым, дөрөҫөрәге, туған телебеҙҙе уҡытыуҙа осрап торған ҡаршылыҡтарҙы йөрәк ҡабул итмәй. Туған телгә ҡараш, уны һаҡлауға, үҫтереүгә индергән өлөш тә ысын башҡорт булыуыңды раҫлаусы бер күрһәткес түгелме һуң?
Былтыр йыл аҙағында Өфөлә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашырға тура килде. Туған тел һәм уны уҡытыуға арналған ултырышта залдағы шау-шыу, кемдәрҙеңдер туҡтауһыҙ үҙ-ара һөйләшеүе минең өсөн шаҡҡатырғыс хәл тойолдо. Докладсының республика буйынса башҡорт мәктәптәренең күпләп ябыла барыуы ғына түгел, саф башҡорт мәктәптәрендә фәндәрҙең урыҫ телендә алып барылыуы тураһындағы сығышына күптәр битараф ҡалды шикелле. Ысын башҡорттар бармы һуң бында, тип аптырап ҡалдым. Регламенттың тар булыуы сәбәпле, һорауҙарҙың күбеһе бирелмәй ҡалды, бирелгәндәренә лә нигеҙле яуаптар алынманы.
|
Уҡырға
30.03.15
|
|
|
БАЙМАҠ ҠЫҘҘАРЫ СПОРТТА ЛА ЕҢЕҮСЕ!
|
Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың "Шторм" ҡыҙҙар баскетбол командаһы "КЭС-Баскет" мәктәп баскетбол лигаһы ярышында Волга буйы федераль округы буйынса чемпион исемен яуланы!
Баймаҡ ҡыҙҙарының оло еңеүе республикала ғына түгел, ә Волга федераль округы төбәктәре өсөн дә көтөлмәгән асыш булды. Беҙҙең "Шторм" командаһы илгә яҡшы билдәле булған Ҡаҙан, Пенза, Һарытау, Новокуйбышевск, Һамар, Мордовия командаларын бер-бер артлы тар-мар итә башлағас, уларҙың тренерҙары картанан Баймаҡ ҡалаһының ҡайҙа урынлашыуын эҙләргә тотона. Бәләкәй генә ҡаланан килгән ҡыҙҙарҙың шундай юғары кимәлдә уйнай алыуҙарына ышанып та етмәйҙәр. "Шторм" командаһының тренеры Р. Мукаев әйтеүенсә, ул был еңеүгә 15 йыл әҙерләнә. "Бәлки, мин ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙҙарҙың бала сағының бер өлөшөн урлайымдыр. Сөнки улар аҙнаһына бер нисә мәртәбә түгел, ә йыл әйләнәһенә бер туҡтамай, алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Йәйгеһен башҡа балалар ял иткәндә лә, улар күнекмәләр менән мәшғүл була", - тине ул.
|
Уҡырға
30.03.15
|
|
|
БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ ЮБИЛЕЙҘА ҘУР ЭШТӘР БАРЛАНДЫ
|
Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ойошторолоуға 5 йыл тулды. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙең "Арбат" мәҙәни үҙәгендә ошо тантана киң билдәләнде. Унда Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан 500-ҙән ашыу яҡташтар йыйылды. Ойошманы ҡотларға Рәсәй һәм Башҡортостандан билдәле сәйәсмәндәр, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде.
Ассоциация 2009-2010 йылдар арауығында илебеҙҙең иң эре һәм танылған юғары һәм академик уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәр көсө менән барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты - республикабыҙҙың кадрҙар сәйәсәтенә булышлыҡ итеү һәм баш ҡалала йәшәгән башҡорт студенттарының социаль әүҙемлегенә өлгәшеү. Бөгөн Ассоциация баш ҡала вуздарына инергә теләүсе абитуриенттарға ойоштороу һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, Башҡортостан мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында һөнәри йүнәлеш буйынса эш алып бара - ҡыҫҡаһы, Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы Башҡортостан йәштәренең милли-мәҙәни үҫешенә һулыш биреүсе ул. Федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙа ойошма барлығы 2 меңдән ашыу студент һәм аспирантты берләштерә.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
АТАЙ ҠУЛЫНДА - ҠАМСЫ, ӘСӘЙҘЕКЕНДӘ - ПЕРӘНИК...
|
"Ғаилә ҡороуға оҫталыҡ кәрәкмәй, уны һаҡлап ҡалыу - оло сәнғәт", тигән бер аҡыл эйәһе. Берәүҙәр никахтан һуң башланған донъяуи ысынбарлыҡты йырып үтә алмайынса, һөйөүенән баш тартһа, икенселәр ғүмер юлын йәшәйештең барлыҡ шатлыҡ-ауырлыҡтарын күтәрешеп, бер-береһенә ышаныслы иптәш булып бергә үтә. Һәр ғаиләнең бәхет сере - үҙенсә, ләкин уларҙың һәр береһендә хөрмәт, ихтирам, эшһөйәрлек, ватансылыҡ, айыҡлыҡ төшөнсәләре төп урындарҙы алып тора. Айыҡлыҡ, тигәндән, бөгөнгө ҡоробоҙ ҡунаҡтары Флүрә һәм Раян СӨЛӘЙМӘНОВтар "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүсеһе булған Учалы районы Баттал ауылынан. Улар ауылдарында айыҡ йәшәү рәүешен урынлаштырыуға төп өлөш индереүселәр. Сөләймәновтар менән ғаилә ныҡлығының нигеҙе, балалар тәрбиәләү алымдары тураһында һөйләшәбеҙ.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
МӨФТӨЙ МӨХӘМӘТЙӘР СОЛТАНОВ
|
Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы Солтанов 1837 йылда билдәле башҡорт дворяндар династияһы Солтановтар ғаиләһендә донъяға килә. Был династия вәкилдәре революцияға тиклем Ҡаҙан даругаһының Бүләр улысында йәшәй. Ғабйәлил исемле ата-бабалары Солтанов фамилияһын башлап ебәреүсе була. Ул XVIII быуаттың икенсе яртыһында йәшәй. Ғабйәлил 1771-1772 йылдарҙа Польшаға походта ҡатнаша, унан ҡайтҡас, йорт старшинаһы, поручик вазифаларын үтәй. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм башҡорт ихтилалы барышында хөкүмәткә тоғролоғон һаҡлап ҡала. Баш күтәреүселәр уны ҡулға ала, ләкин иҫән ҡалдыра. 1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы индерелгәс, ул XI Башҡорт кантонының башлығы итеп тәғәйенләнә. Ғөмүмән, был династиянан бик күп старшиналар, кантондар, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыға. Искәндәрбәк Солтанов Граждандар һуғышы йылдарында милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, кесе ҡоролтай ағзаһы була, ә ошо уҡ тамырҙан булған Мансур (Мөхәмәтмансур) Солтанов Мәскәү консерваторияһын тамамлап, башҡорттар араһында беренсе профессиональ музыкант була.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
Ә БЕҘҘЕҢ АҒИНӘЙҘӘР САҢҒЫЛА ЕЛДЕРӘ!
|
Юҡ, яңылыш уҡыманығыҙ! Тап шулай! Бөтә яҡлап өлгөр был йор һүҙле ағинәйҙәр Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәй һәм әүҙем тормош алып бара.
Татыр-Үҙәк ауылындағы "Ағинәйҙәр ҡоро"н Раушания апай Таҡаева етәкләй. Өлкәнерәк йәштәге ағинәйҙәр (иң олоһона 72 йәш) бергә йыйылып, төрлө дини байрамдар үткәрә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү буйынса эштәр башҡара, төрлө ярыштар, ултырмалар ойоштора, ә иң мөһиме - был матур сараларға йәштәрҙе лә ылыҡтыра. Күмәкләп ҡул эштәре менән булышыу, йыр-моң кисәләре ойоштороу ҙа улар иңендә.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
УЛАР ТЕЛЕНДӘ БЕР ТЕЛӘК: ДОНЪЯЛАР ТЫНЫС БУЛҺЫН!
|
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла башланы. Баш ҡала округы хакимиәтендә һуғышта ҡатнашҡан ветерандарға "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл" миҙалын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Өфө мэры Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 20 һуғыш ветеранын ошо миҙалға лайыҡ булыуы менән ҡотланы.
Төрлө яҙмышлы кешеләр... Ветерандарҙың һәр береһенең үҙ юлы, үҙ тарихы. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы иһә уларҙы берләштергән һәм һәр береһенең күңелендә күҙҙәрҙе йәшкәҙәткән ауыр бер иҫтәлек булып һаҡлана. Бөгөнгө көндә инде унынсы тиҫтәгә киткән бабай-әбейҙәрҙең бәғзеләренә ул ваҡытта 18 йәш тә тулмаған була әле. Улар һуғыштың бар афәтен, ҡыйынлыҡтарын, юғалтыуҙарын үтеп, кисереп, бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерә, киләсәк быуындарға тыныслыҡ бүләк итә. Ветерандарҙың асылында илһөйәрлек, фиҙаҡәрлек, тыуған ил алдында булған яуаплылыҡты тулы кимәлдә аңлау кеүек оло ҡиммәттәр ярылып ята.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
УҠЫТЫУСЫ НИНДӘЙ - УҠЫУСЫҺЫ ШУНДАЙ
|
Берҙәм дәүләт имтихандарына ярайһы уҡ өйрәнеп, күнегеп тә алдыҡ кеүек, ләкин йыл һайын ошо мәл яҡынайған һайын, борсолоу-хәүеф тулҡындары ҡабаттан ҡалҡып сыға. Уны тыныс күңел менән ҡаршылап, имен-аман үткәреп ебәреү өсөн балаларҙың төплө белемгә эйә булыуына ныҡлы ышаныс кәрәк - бары шул ғына.
Ләкин ошо "шул ғына" тигән нәмә бик күп факторҙарҙы үҙ эсенә ала. Баланың дөйөм әҙерлек кимәле, тырышлығынан ҡала, иң мөһиме - мәктәптәрҙә уҡытыу сифаты. Ә был инде уҡытыусыларҙың үҙҙәренең дөйөм кимәле, һөнәри оҫталығы һәм уҡытҡан предметы буйынса төплө белеменә туранан-тура бәйле. Ошо тәңгәлдә гел генә ҡыҙымдың математика уҡытыусыһы Гүзәл Фриль ҡыҙы Хәлиуллинаны рәхмәт һәм дә ихтирам тойғоһо менән иҫкә алам. Бәхетебеҙгә күрә, уны тап сығарылыш йылында класыбыҙға етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Ул килгәнсе был класс тәртипһеҙлек, дәрес ҡалдырыуҙар, "икеле"гә һөйрәлеүселәр буйынса "беренсе" килә ине.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
ӨФӨ БАЛАЛАРЫ ЛА ӘСЕ КӨЛӘ БЕЛӘ
|
"Минең көләмәстәремдең асылы шунда - кешеләргә дөрөҫөн әйтәм. Иң көлкөлө шаяртыу был", - тигән Бернард Шоу. Тормоштағы күренештәргә ҡарата балалар күҙлегенән сығып бағыу, улар теленән дөрөҫлөктө ишетеү ни тиклем ҡыҙыҡ та, көлкө лә булыуын ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән "Шаяниум - 2015" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының финал уйындарына барыусы тамашасы баһаланы.
Ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгән "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының район этаптарында йәмғеһе - 46, ҡала этабында 20 команда үҙ-ара көс һынашҡан. Ә инде 16 мартта үткән финал уйындарында ярыштың бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһаусы биш команда - "Башҡорттар.ру", "ХХ централ", "Һупайлы дәрүиштәре", "Хыялый-зыялыйҙар", "Ша-шу-ша" беренселек өсөн көрәште. Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында КВН уйындарын яратып күҙәтеп барыусыларға был командалар күптән яҡшы таныш. Алдағы йылдарҙа тапҡыр шаяртыуҙары менән билдәлелек яулап өлгөргән командаларҙың ҡатнашыусылары үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, кимәлдәре шул уҡ юғары ҡалыуы ҡыуандырҙы.
|
Уҡырға
23.03.15
|
|
|
АЛЛАҺТЫҢ БАРЛЫҒЫН ТАНЫУ ҒЫНА ИМАНЛЫЛЫҠ ТИГӘНДЕ АҢЛАТМАЙ ӘЛЕ
|
Башҡорт һаналып та, үҙенең туған телен белмәгәндәрҙе күреп, минең дә йөрәгем әрней. Шулай уҡ үҙен мосолман тип һанап та, динебеҙҙең һәр мосолман белергә һәм мотлаҡ үтәргә тейешле булған иң ябай ғына ҡағиҙәләрен белмәгән һәм белергә теләмәгән кешеләр өсөн дә йөрәгем яна. Телебеҙҙе онотоуыбыҙ ҡасандыр бер заман башҡорттоң Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сығыу хәүефе менән янаһа (Аллаһ һаҡлаһын!), динде белмәгәндәргә һәм белергә теләмәгәндәребеҙгә әхирәттә, мәңгелек утта яныу ҡурҡынысы бар. Ә быныһы - тағы ла ҡурҡынысыраҡ.
Бер көн, мәсеткә барышлай, урамда элекке танышымды осраттым.
- Ҡайҙа юл тоттоң? - тине ул хәл-әхүәл һорашып алғас.
- Мәсеткә.
- Унда ни йомошоң төштө?
- Йомош, тип ни, намаҙға китеп барам. Бөгөн йома бит...
- Һин нимә, мулла булып алдыңмы әллә?
- Намаҙ уҡымаған өсөн Аллаһы Тәғәлә әхирәттә муллаларға ғына түгел, ә барыбыҙға ла оло ғазап вәғәҙә итә бит. Әйҙә, һин дә бар...
- Әй, мәсет ҡайғыһы юҡ әле бында. Машинаның майын алыштыраһы бар...
- Ә минең был донъяла мәңге йәшәргә иҫәп юҡ, дуҫ кеше. Ана, аҙан да әйтә башланылар...
|
Уҡырға
16.03.15
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|