Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
АУЫЛДАРҘА ҺУҒЫМ МӘЛЕ БАШЛАНДЫ
|
Көҙ - ауылдарыбыҙ өсөн муллыҡ, бәрәкәт мәле. Баҫыу-ҡырҙарҙан, баҡса-түтәлдәрҙән уңышты йыйып алыуға, ҡырпаҡ ҡар төшөү менән ҡаҙ өмәләре, һуғым осоро башланып китә. "Үҙегеҙҙең шәхси хужалыҡ, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ туплау ниәттәрегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле", тип, Баймаҡ ҡалаһынан Рауза ХӘСӘНОВАға мөрәжәғәт иттек.
- Хәҙерге ваҡытта ауыл ерендә генә түгел, ә ҡалала ла (мөмкинлек булһа инде) баҡса үҫтермәй, мал көтмәй донъя көтөүе мөмкин түгел. Әлбиттә, был бик күп тырышлыҡ талап итә. Мал көтһәң, баҡса үҫтерһәң, ялдарҙы ла, байрамдарҙы ла оноторға тура килә. Көҙгөһөн мул уңыш алыуға әҙерлекте ҡышҡыһын уҡ башлап ебәрәм.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
АНА КИЛӘ СӘСӘНЕ - УНДА БИТ ИЛ ХӘСТӘРЕ!
|
"Әгәр кеше һәм фәрештә теле менән һөйләшеп тә, йөрәгемдә һөйөү булмаһа, мин бары тик буш яңғыраҡлы баҡыр ғынамын", - тигән Апостол Павел. Бөтә изгеләрҙең дә йөрәгендә кешеләргә, үҙ милләтенә ҡарата һөйөү тойғоһо булмаһа, улар һөйләгән һүҙҙәр быуаттар аша телдән-телгә күсә килеп, бөгөнгәсә халыҡ хәтерендә һаҡланмаҫ, буш яңғырауыҡлы баҡырҙан сыҡҡан тауыш кеүек сыңлап ҡына тымған булыр ине. Күпме тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Аҡмулланың ижады бөгөн дә халыҡ хәтерендә һаҡланып килә икән, тимәк, бөйөк мәғрифәтсенең үҙ халҡына ҡарата булған һөйөүе быуындарға етерлек булған. Ошо көндәрҙә Миәкә районында үткәрелгән "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышы шәхестең халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған изге һүҙҙәрен тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ҠУРҠЫУЫҢДЫ ЕҢЕР ӨСӨН ТАП ОШО МИНУТТАН ҮҘЕҢДЕ ҮҘГӘРТӘ БАШЛА!
|
Тарих китаптарында, әҙәби әҫәрҙәрҙә башҡорттарҙы ҡурҡыу белмәҫ, ғәййәр халыҡ итеп һүрәтләйҙәр. Хәйер, был сифатҡа миҫал эҙләп әллә ҡайҙа алыҫҡа ҡараш ташларға ла кәрәкмәй: Бөйөк Ватан һуғышында милләттәштәребеҙҙең һыбай килеш танкыларға ҡаршы барыуы, тылдағы рейдтары, дошман амбразураһын күкрәктәре менән ҡаплауҙары һәм башҡа тиңһеҙ батырлыҡтары хаҡында күпте беләбеҙ. Улар менән ғорурланабыҙ, уларға һоҡланабыҙ. Әммә ҡурҡыу тойғоһо йылдан-йыл күңелдәребеҙҙе нығыраҡ яулай бара һымаҡ, хатта үҙ фекере, үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡып йөрөүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Был нилектән килеп сыға һуң? Һәр кешелә генә түгел, ә һәр тере йәндә булған ҡурҡыу хисе тыумыштан, булмыштан, тәбиғәттән киләме, әллә беҙ уны үҙебеҙ яһалма рәүештә тыуҙырабыҙмы? Ошондай һорауҙарҙы бөгөн педагогика фәндәре докторы Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВҡа һәм космоэнергет Рауфан МОРТАЗИНға төбәйбеҙ.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ?
|
Икенсе синыфта минең ҡаты ауырып китеүемә беҙҙең балалар йортондағы "Дамка" исемле этебеҙ сәбәпсе булды. Һәр баланың карауаты янына йәйелә торған, сепрәк киҫәктәренән тегелгән кескәй келәмдәрҙе йыйып, пальтомды ла кейеп тормай, урамға сығарып ҡағырға булдым.
Ул көндө мин дежур инем. Урамға сыҡтым да, келәмдәрҙе ап-аҡ ҡарға һалып та өлгөрмәнем, "Дамка" келәмдәр өйөмөнә килде лә ятты. Эттәргә һелтәнергә ярамай икәнен яҡшы белгәс, берәйһе юҡ микән, тип, тирә-яғыма ҡаранам. Юҡ. Берәй кешенең килеүен көтөргә булдым. Ә "Дамка", рәхмәтле ҡарашын миңә төбәп, ята бирә. Бер аҙҙан эт урынынан тороп, үҙ юлы менән китеп барҙы - келәмдәрҙең йылыһы бөткәндер инде. Келәмдәрҙе тиҙ-тиҙ генә ҡаҡҡылап, бүлмәбеҙгә йүгерҙем. Тик икенсе көнөнә хәлем хөртәйҙе.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
КЕМ ҠОТҠО ТАРАТА, ЙӘКИ АЙЫУҘЫ СЫНЙЫРҒА УЛТЫРТЫРҒА ТЫРЫШАЛАРМЫ?
|
18 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙған сарала ил башлығы өс сәғәттән ашыу 38 Рәсәй һәм сит ил журналисының 53 һорауына яуап бирҙе. Түбәндә шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә күҙ һалып үтәйек.
- Матбуғат конференцияһын Владимир Путин күпселек рәсәйлене борсоған теманан - илдең иҡтисади хәленән башланы. "Бөгөнгө ситуациянан сығыу һәм Рәсәй иҡтисадының үҫеше ҡотолғоһоҙ. Иң уңайһыҙ шарттарҙың бергә тура килеү мөмкинлеген иҫәпкә алып һүҙ йөрөткәндә, бының өсөн ике йыл кәрәк буласаҡ", тине ул. Шулай уҡ Президент бөгөнгө ситуацияның барлыҡҡа килеүе, тәү сиратта, тышҡы факторҙарға бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәй Үҙәк банкы һәм Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән сараларҙы көн талабына ярашлы, тип иҫәпләүен дә белдерҙе.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - ҺУЛДА, РУС ТЕЛЕ – УҢДА
|
Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, бөгөн дәүләт телдәрен ғәмәлдә ҡулланыу буйынса ҡала хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла планлы эш алып барыла. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, алтаҡталарҙы, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың эш ваҡыттарын, юл күрһәткестәрен, реклама ҡоролмаларын дәүләт телдәрендә яҙғанда һаман да хаталар ебәреүгә юл ҡуйыла. Бында, әлбиттә, ошо эштәрҙе башҡарыусыларҙың башҡорт телен белмәүе сәбәпсе. Шулай уҡ, законға ярашлы, дәүләт телдәрендә яҙылған алтаҡталарҙың урынлаштырылыуы ла һаманғаса күптәрҙең аңына барып етмәй. Ә бит быны иҫтә ҡалдырыуы һис ауыр түгел - башҡорт телендәге текст һәр саҡ һул яҡта йәки өҫтә, ә рус телендәгеһе уңда йәки аҫта торорға тейеш.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ЙОҠО БАҪМАҺЫН ӨСӨН ХӘТЕРҘЕ УЯТЫП АЛЫУ ҘА КӘРӘК
|
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһындағы башҡорт милли хәрәкәтенең башында тороусы "Аҡбуҙат" ойошмаһының 25 йыллығына арналған тантаналы сара уҙғарылды.
Ҡасан ғына әле Башҡортостан Республикаһына дәүләт суверенитеты, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары, уларҙа башҡортса уҡытыу һәм тәрбиә эштәре алып барыу, башҡортса матбуғат баҫмаларын булдырыу өсөн ваҡытын, сәләмәтлеген йәлләмәй сабып йөрөгән егет-ҡыҙҙар хәҙер инде сәстәренә сал төшкән абруйлы, ихтирамлы оло быуын дәрәжәһенә еткән. Бына улар сара уҙған Салауат башҡорт драма театры бинаһында һаман да йә бәхәсләшә, йә шатлыҡ ауаздарына күмелеп, ҡунаҡтар ҡаршылай, йә бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, ер һелкетеп бейеп китә. Эйе, уларҙың бөгөн ни ҡылһа ла хаҡы бар: сөнки тап улар ҡасандыр республиканың үҙаллылығы өсөн ҡалҡан булып баҫҡан милләттәштәребеҙ. Һаман да уларҙың йөрәгендә илен, телен, ерен, милләтен һаҡлар көс дөрләп яна һәм янасаҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы, тамаша залы үткәндәренә байҡау яһарға килгән ололар менән генә түгел, уларҙан эстафетаны үҙ ҡулдарына алырға тейешле йәштәр менән дә тулы ине.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
РУХЫН ЮҒАЛТҠАН ТҮГЕЛ МӨНӘЖӘТ ҺӘМ НӘСИХӘТТӘР ӘЙТКӘН ХАЛЫҠ БЕҘ!
|
Хәҙер һәр кем ваҡыт ағымының тиҙерәк елеүен раҫлай. Ысынлап та, донъя арбаһы йылдан-йыл шәберәк тәгәрәй кеүек шул, йәтешләп ултырып өлгөрмәгәндәр этелеп-төртөлөп төшөп ҡала бара. Ошо йән-фарманға елеп барған арбаның бер мөйөшөндә, шөкөр, башҡорттар ҙа ултырып килә. Тамырҙарын онотҡан, быуындар араһындағы күсәгилешлек һәм рухи бәйләнешен юғалтҡан милләттәрҙең яҙмышы аяныслы булыуын күреп, аңыбыҙға килә, асылыбыҙға ҡайта башланыҡ кеүек, ниһайәт. Был көндәрҙә Сибай ҡалаһында үткәрелгән Мөнәжәт башҡарыусыларҙың 2-се асыҡ ҡала бәйгеһен тамаша ҡылғанда ошо турала уйланылды.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
АҠБУҘАТ ОРАН ТАШЛАЙ – БАТЫРЫН ЭҘЛӘЙ
|
Скульптура жанры сәскә атҡан осорҙа йәшәгән боронғо грек философы Сократ: "Скульптор үҙенең ижадында күңел торошон сағылдырырға тейеш", - тигән. Нисә быуат алмашынһа ла, бөгөн дә был һүҙҙәр мөһимлеген, актуаллеген юғалтмай. Хәҙерге заман скульпторҙарының оҫталығы ла уларҙың гипсҡа, балсыҡҡа, ташҡа күңел торошон күсерә белеүе менән үлсәнә, баһалана. Ҡоробоҙҙоң бөгөнгө ҡунағы билдәле скульптор Өлфәт ҠОБАҒОШОВ менән нәҡ ошо йәнһеҙгә йән өрә алыу серҙәре, унда миллилекте сағылдыра белеү оҫталығы тураһында әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Йыл аҙағында, ғәҙәттә, үтеп барған йылдың мөһим ваҡиғаларын барлайҙар. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сығыуы ла халҡыбыҙ өсөн ошондай ваҡиғаларҙың береһе булды. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей), унлар ырыуҙарына ҡараған дүрт томы сыҡты ла инде, яҡын арала ҡаңлы ырыуына арналған томдың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллективының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһында тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИН һөйләй.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
СУВЕРЕНИТЕТ - УЛ МОТЛАҠ ШАРТ!
|
4 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 11-се тапҡыр Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның телмәренең күп өлөшө иҡтисадҡа бағышланды. Әммә Путин башҡа мөһим мәсьәләләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Бөгөн гәзит уҡыусыларға Мөрәжәғәтнамәләге иң төп цитаталарҙы тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
ӨФӨ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ ЯРЫШҠА СӘМЛӘНДЕ
|
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурсы старт алды.
Быйыл "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсында бөтәһе 36 педагог үҙ көсөн һынаясаҡ. Жюри ағзаларына 11 төрлө предмет буйынса уҡытҡан белгестәрҙе баһаларға тура киләсәк. Өфө ҡалаһының иң алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 19 конкурсант араһынан һайланасаҡ. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов конкурсанттарға уңыштар теләп, был ярыштарҙың ҡала педагогтары өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
ХӘЛДӘРЕҢ НИСЕК, АУЫЛ ДАУАХАНАҺЫ?
|
1982 йылда Белорет районына ҡараған Үрге Әүжәндән үҙебеҙҙең Ишембай районындағы Ҡолғона дауаханаһына күсеп эшләй башланым. Ноябрь урталарында ауыл советы рәйесе Хөдә Рәхмәтулла улы Әхмәтйәнов саҡыртып алды ла: "Дауаханаң буйынса бюджеттан бүленгән 8 мең һум самаһы аҡса бар. Әгәр ҙә уны тотонмаһаҡ, икенсе йылға аҡсаны күпкә кәмерәк бүләсәктәр. Медтехника, мебель, тауар, хужалыҡ тауарҙары магазиндарына барып, нәмәләр кәрәк, шуларҙы алып ҡайт!" - тип, минең алға чек кенәгәһен һалды.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
МИЛЛИ ФИЛЬМДАР МЕНӘН ДОНЪЯНЫ ЛА ЯУЛАРҒА БУЛА
|
Өфөлә Мәҙәниәт йылының иң сағыу сараһы - "Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале тамамланды. Мәҙәниәт өлкәһендәге Президент гранты ярҙамында тәүге тапҡыр ойошторолған был сара 11 илдән - Куба, Иран, Ираҡ, Германия, Болгария, Беларусь, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Латвиянан шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург ҡалаларынан, Саха (Якутия), Бүрәт, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан кино сәнғәте эшмәкәрҙәрен йыйҙы.
Баһалама рәйесе, кинорежиссер, кинооператор, киносценарист, Тажик республикаһының халыҡ артисы Давлат Худоназаровтың хаҡлы билдәләүенсә, мәҙәниәттә ҙур һәм бәләкәй халыҡтар юҡ. Бары тик уларға үҫеш өсөн ниндәйҙер шарттар тыуыуы ғына мөһим. Ҡасандыр совет заманында барыбыҙ ҙа уртаҡ идеология менән йәшәһәк, һуңғы егерме биш йыл самаһы милли кадрҙар әҙерләү менән мәшғүл булдыҡ, бөгөн иһә глобалләшеү үҙенең ҡанундарын урынлаштырып маташа.
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
ҮҘЕҢ ЕТЕШТЕРГӘН РИЗЫҠҠА ЕТӘ БУЛАМЫ ҺУҢ!
|
Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәренең тәрән мәғәнәһенә, ундағы тормош фәлсәфәһенең дөрөҫлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Ысынбарлыҡты шулай ҡыҫҡа һәм тос итеп әйтеп биреү, уларҙы быуындан-быуынға еткереү өсөн ни тиклем аҡыл, фекер тупларға кәрәк икән, тип ғәжәп итәһең. Кешеләр менән осрашып аралашҡанда "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", йә иһә, "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән", "Аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй", "Эшләгән - ашаған, эшләмәгән - ҡаҡшаған" кеүек мәҡәлдәрҙең бушҡа ғына килеп сыҡмауына инанаһың. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә ошо мәҡәлдәрҙәге хәҡикәтте асыҡ дәлилләүселәрҙең береһе - Белорет районының Абҙаҡ ауылы килене Илзирә ӘХМӘТЙӘНОВА хаҡында булыр.
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
БУЛЫР ИЛДЕҢ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ "АҒИНӘЙ" ТИП ӨНДӘШЕР
|
"Ҡырмыҫҡалар ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә", тиҙәр бит әле беҙҙең халыҡта. Яңғыҙың башҡарған эш ырамаһа ла, бергәләп тотонғанда тау өйөргә лә, аҡтарырға ла мөмкин. Шулай булмаһа, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының республикабыҙ райондарындағы һәм ҡалаларындағы ағинәйҙәр хәрәкәте киң ҡолас йәйеп, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә шул тиклем уңышлы эшләп китә алыр инеме ни! Күңел етһә, ҡеүәт тә етә, тигәндәй, ниһайәт, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡырмыҫҡалар кеүек берләшеп, бер уй-ниәт менән янып йәшәй, эшләй башланы. Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙҙең уй-ниәттәре бер булыуын ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында үткәрелгән "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң сираттағы йыйыны асыҡ дәлилләне. Ун ете райондан йыйылған ағинәйҙәр тағы бер тапҡыр үҙҙәренең бер төптән, бер юҫыҡта, күмәкләшеп эшләүҙәренә инанып, тәжрибә уртаҡлашып, кәңәшләшеп, күңелдәрен үҫтереп ҡайтты.
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
НИНДӘЙ ГЕНӘ ЗАМАНДА ЛА ҮҘГӘРЕШҺЕҘ ҠАЛЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕ БАР
|
Кешелек донъяһындағы төп ҡанундарҙың береһе булған ғаилә ҡороу йолаһы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Был үҙгәрештәр беҙҙең башҡорттар араһында ла урын ала бара. Һәр замандың - үҙ заңы, үҙ көйө, тиһәк тә, был хәл һағайырға мәжбүр итә барыбер. Шуға ла ғаилә, законлы никах мәсьәләләре ата-әсә, йәштәр өсөн генә түгел, ә бар йәмғиәт, шулай уҡ ғалимдар, төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн дә иғтибар үҙәгендә булыр бер темаға әүерелде. Бөгөн беҙ Белорет районының йәш етәкселәре - Нура ауылы хакимиәте башлығы Азат Фәрит улы Шәнгәрәев, Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов һәм Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Динислам улы Мусин менән ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләшергә булдыҡ. Вазифалы урын биләүсе етәксе, шулай уҡ ғаилә башлыҡтары ла булараҡ, улар үҙ биләмәләрендә ғаилә институтын һаҡлау, уға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән нимәләр эшләй, ниндәй өлгө күрһәтә? Етәксе дәрәжәһенә үрләгәнһең икән, халҡыңа ла күтәрелергә, уңышҡа өлгәшергә, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә тейешһең, тигән ҡағиҙәне улар үҙҙәре нисек үтәй?
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
АҠ БОЛҒАР ИЛЕ, ЙӘКИ ОЛО БАШҠОРТОСТАН
|
XXI быуатта башҡорт халҡының тарихына, уның йәшәгән территорияларына ҡағылышлы күп кенә китаптар яҙылыуына ҡарамаҫтан, тарихыбыҙҙың билдәле булмаған, өйрәнелмәгән, асыҡланмаған яҡтары ла бар әле. Социология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б. Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Йәдкәр БӘШИРОВтың "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән хеҙмәте ошо мәсьәләгә ҡайһы бер асыҡлыҡтар индерергә ынтылышы менән ҡиммәт һәм ҡыҙыҡлы.
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
АУЫРЛЫҠТАРЫ БАРЛАНДЫ ЛА УЛ ТИК УЛАР ҠАҒЫҘҘА ҒЫНА ҠАЛМАҺЫН ИНЕ
|
Ҡурған тигәндә, иң элек был төбәктәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле милли кейемдәре һәм әлегәсә ҡулланылған француз яулыҡтары (ҡушъяулыҡтар) менән бер рәттән, Сафакүл районының Аҙналы ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан бай экспонатлы крайҙы өйрәнеү музейы күҙ алдына баҫа. Шуға ла "Башҡортостанда - Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре" сараһына килгән делегация составында Аҙналы ауылы музейын һаҡлаусы Наил Ғилемйәновты күргәс, иң тәүҙә бөгөнгө оптималләштереү заманында үткәнде бөгөнгөгә бәйләп торған тарихи ҡомартҡылар яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым.
|
Уҡырға
08.12.14
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|