Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
МИЛЛИ-ЭТНИК ФЕСТИВАЛЬ БАШҠОРТ КИНОҺЫН ҮҪТЕРӘСӘК
|
Бөгөнгө көндә донъя мәҙәниәте картаһынан "милли кинематограф" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сыға барған ваҡытта башҡорт киноһының яйлап булһа ла үҫеш алыуы, үҙебеҙҙең бынамын тигән шәп режиссерҙарыбыҙ барлыҡҡа килеүе яҡшы күренеш. Республикала профессиональ кино бармы? Милли кино дәүләт ярҙамынан тыш үҫешә аламы? Төп бурысы милли кинематография үҫешен тәьмин итеү булған киностудияның бөгөнгө хәле нисек? Ошо һәм кино сәнғәтенә ҡағылышлы башҡа һорауҙарға 50-нән ашыу фильм авторы, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзы, Рәсәй кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир-ағзаһы, "Башҡортостан" киностудияһы директоры Азамат Шәриф улы ХУЖАХМӘТОВ менән яуап эҙләйбеҙ.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
БАШҠОРТОМДОҢ РУХИ ХАЗИНАҺЫН ИҢДӘРЕМӘ ЙӨКМӘП КИЛӘМ
|
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын түкмәй-сәсмәй, беҙгә ата-бабаларыбыҙ нисек килтереп еткергән, шул тулылығында киләһе быуындарға тапшырыу - изгеләрҙән-изге аманат ул. Көс һәм һәләтебеҙҙән килгәнсә ошо бурысты атҡарыу фарызлығы ғүмер дәфтәребеҙгә яҙып ҡуйылған. Тик берәүҙәрҙең был турала ике ятып бер төшөнә лә инмәһә, был бурысты атҡарыу икенселәрҙең тормош асылына, йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән. Күрәһең, был вазифа ундайҙарға Юғары көс тарафынан тыумыштан биреләлер. Шулай булмаһа, улар дан өсөн дә, аҡса өсөн дә түгел, шәхси мәнфәғәттәре менән дә иҫәпләшеп тормай, халыҡ ижады хазиналарын халыҡҡа ҡайтарыу, йәш быуынға йолаларыбыҙҙы өйрәтеү эшенә йән атып тотонмаҫ ине. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡарһүҙ һөйләүсе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады белгесе, кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, башҡорт милли кейемдәре аксессуарҙары эшләү буйынса танылған оҫта Асия Солтан ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА тап ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе лә инде. Ул ошо өлкәләге эш тәжрибәһе һәм, ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
ТАРИХТЫ БОҘАЛАР Ә БЕҘ ӨНДӘШМӘЙБЕҘ
|
Беҙ күп милләтле илдә һәм республикала йәшәйбеҙ. Башҡортостан Республикаһында аҫаба башҡорттар һәм йөҙләп милләт вәкилдәре татыу донъя көтә, республика сәйәси яҡтан Рәсәй Федерацияһында иң тотороҡло субъекттарҙан һанала. Киләсәктә лә ошо тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалырға ине.
Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта Башҡортостан менән бәйле тарихи факттарҙың боҙоп күрһәтелеүе күҙәтелә. Был боҙоуҙар урындағы баҫмаларҙа ла, рәсми сайттарҙа ла, радио һәм телевидениела ла урын ала. Был йәһәттән бигерәк тә "Аргументы и факты" гәзитенең республикала сыҡҡан ҡушымтаһы айырылып тора. Унда баҫылған мәҡәләләр халҡыбыҙ тарихына, шәхестәренә ҡарата ниндәйҙер нәфрәт менән һуғарылған кеүек хатта.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
ЕРҘӘН ЯҘҺАҢ - ШУЛ ЯМАН, ЙӘКИ ТАҒЫ ЛА ПАЙ ЕРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА
|
Ер мәсьәләһе башҡорт өсөн ғүмер-ғүмергә иң көнүҙәк булып торған һәм тора. Был хаҡта оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытмай, халҡыбыҙҙың гимны дәрәжәһенә күтәрелгән "Урал" йырындағы:
"Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын", -
тигән юлдарҙы ғына килтереү ҙә етә. Был һүҙҙәр милләттәштәребеҙ өсөн оран да, аманат та, васыят та булып яңғырай. Сөнки ер һәм уға бәйле мәсьәләләр һәр дайым тыуып, ҡабатлана. Бөгөн дә ер, уны һаҡлау - иң сетерекле проблемаларҙың береһе. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу буйынса ойошторған эш кәңәшмәһе һәм ундағы сығыштар быны тағы бер раҫланы. Уларҙың барыһына ла туҡталып тормайынса, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының сектор мөдире Алексей ГНЕЗДИНдың сығышына иғтибар йүнәлтке килә.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
БЕРҘӘМ САФТАРҘА МӘСКӘҮ БАШҠОРТТАРЫ ЛА АТЛАНЫ
|
Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы "Беҙ берҙәм" лозунгыһы аҫтында илһөйәрҙәр сафы тантаналы рәүештә Мәскәү урамдары буйлап үтте. Был сараға бөтәһе 75 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
Унда Рәсәй парламенты партияларының бөтә лидерҙары ла - сәйәси дәғүәселәр: Дәүләт Думаһы вице-спикеры, "Берҙәм Рәсәй"ҙең Генераль советы секретары Сергей Неверов, "Ғәҙел Рәсәй" партияһы рәйесе Сергей Миронов, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский һәм КПРФ лидеры Геннадий Зюганов тәү тапҡыр бергә ҡатнаштылар. Бынан тыш, тантанала Рәсәйҙең күпселек төбәктәре, милли республикалар вәкилдәре һәм баш ҡалала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың яҡташлыҡ ойошмалары, шул иҫәптән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлыҡ йәмғиәтенең 400-ҙән ашыу ағзаһы ҡатнашты.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
ИСЕМЛЕКТӘ НИҢӘ БАШҠОРТТАР ЮҠ?
|
Быйыл Өфө ҡалаһы башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә бер бик шәп китап һатып алдым, тип ҡыуанып та өлгөрмәнем, артынса уҡ күңелһеҙ тойғолар кисерергә тура килде.
"Народы Мира" тип аталған китап ул. 2014 йылда Мәскәүҙә "Росмэн" нәшриәтендә баҫылған. Арыу ғына биҙәлгән, сифатлы төҫлө тышлыҡта, текстарға төҫлө милли кейемдәге ҡыҙ-егеттәр һүрәттәре бирелгән. "Уҡыусыларыма Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр тураһында мәғлүмәт биргәндә, төрлө кисәләргә әҙерләнгәндә бик тә кәрәге тейер был китаптың" , тип, ысын күңелдән ҡыуанып һатып алғайным уны. Өйгә ҡайтҡас та китап менән танышырға ултырҙым. "Инеш һүҙ" бүлегендә, Рәсәйҙә рус милләте 80 процент тәшкил итә, унан ҡала татарҙар һәм украиндар килә, ә башҡорт халҡы һан буйынса 4-се урында тора, тип яҙылған.
|
Уҡырға
17.11.14
|
|
|
БАЛАЛАРҒА ҠЫУАНЫС АРТТЫРЫП...
|
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап нәшер ителә. Быйыл һатыу кәштәләренә сығарылған балалар баҫмалары, һис шикһеҙ, китап һөйөүселәр өсөн матур бүләккә әйләнәсәк.
Заһит Мурсиевтың быйыл "Алтын ҡурай" тип исемләнгән китабы донъя күрҙе. Ул төрлө гәзит-журналдарҙа баҫылған хикәйәләре менән уҡыусыларға күптән таныш. Авторҙың әҫәрҙәре ихласлығы менән арбай, төп тема - кеше күңеле, йәшәү мәғәнәһе. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн фәһемле йөкмәткеле хикәйә-ләре һәм әкиәттәре тупланған.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
ҺАҠЛАНҒАНҒА КИҘЕҮ ҘӘ, ЭБОЛА ЛА ҠУРҠЫНЫС ТҮГЕЛ
|
Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МырҘабаева һайлаусылар менән он-лайн конференция үткәрҙе һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөн Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының миҙгелгә ярашлы киҙеү һәм башҡа сирҙәргә ҡағылышлы яуаптары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Әлбиттә, йыл һайын күҙәтелгән киҙеү быйыл да беҙҙе урап үтмәҫ. Әммә сирләмәҫ өсөн нимә эшләргә, ауырыған осраҡта ниндәй саралар күрергә кәрәк?
- Киҙеү эпидемияһының көслө ваҡыты 2015 йылдың ғинуарының икенсе яртыһына тура киләсәк тип көтөлә. 12 октябргә ҡарата киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны бик күп түгел.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА БӨГӨНГӨБӨҘ ҘӘ, КИЛӘСӘГЕБЕҘ ҘӘ
|
Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған "Ашҡаҙар таңдары" Республика башҡорт фольклоры байрамы үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Өс көн дауамында Башҡортостандың 11 ҡалаһы менән 31 районынан, шулай уҡ Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларынан, Ҡурған менән Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан килгән 52 коллектив абруйлы баһалама ағзалары алдында сығыш яһаны.
"Фольклор" термины бар телдәрҙә лә "халыҡ аҡылы" тигән мәғәнәне белдерә. Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Ашҡаҙар таңдары" байрамы башҡорт фольклорын тергеҙеү, шулай уҡ фольклор коллективтарының һәм айырым башҡарыусыларҙың сәхнәлә сығыш яһау мәҙәниәтен камиллаштырыу йәһәтенән байтаҡ тәжрибә туплағанлығын асыҡ күрһәтте.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
ИР-ЕГЕТТӘР ҺӘМ... АУЫЛДАР
|
Ысын булһа, тәүтормошта маймылдың кешегә әйләнеү процесында төп ролде хеҙмәт үтәгән. Кешене кеше итеп йәшәтеүсе - ул, ысынлап та, хеҙмәт икәнлегендә бер шик тә юҡ, әммә ләкин һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә илдәге хәл менән бәйле мәшғүллектән мәхрүм тороп ҡалған эшһеҙҙәр армияһының кәмеүгә табан бармауы бик күп ир-егеттең тормош психологияһын кирегә табан үҙгәртте: улар эшләмәйенсә лә ашап-эсеп, күңел асып йөрөүҙе ғәҙәти хәл итеп күрә башланы. Типһә тимер өҙөрлөк ир-аттың бәғзеһе ҡатыны елкәһендә йәшәүҙе хуп күрә йә ҡартайып бөткән ата-әсәһе пенсияһын ашап ята, бик тә булмаһа - балалар пособиеһынан да баш тартмай, һис тә ғәрләнмәй. Ни булды һуң ир-егеттәребеҙгә? Рәхәткә кеше тиҙ өйрәнә, тиҙәр. Өйҙә ятып, әллә уларҙың психикаһына зыян килдеме икән (ысынлап та, 3-4 аҙна больничныйҙа ятҡанда ла психикаңда үҙгәрештәр тоя башлайһың икән ул: ялҡауландыра, тәртибеңдә пассивлыҡ, битарафлыҡ һәм депрессия башлана, хатта ки ҡыл да ҡыбырлатмаҫлыҡ хәлгә килеп етеүең ихтимал). Көслө затҡа бындай ирекһеҙ "тотҡонлоҡтан" ҡотолоу юлдары бармы? Һорауҙарыбыҙҙы Күмертауҙан "Юшатыр" гәзитенең яуаплы секретары Тәлғәт ШАҺМАНОВҡа, Әбйәлил районынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик ӨМӨТҠУЖИНға, Баймаҡ районы Ярат ауылының "Аҡһаҡалдар ҡоро" етәксеһе Мөхтәр МОНАСИПОВҡа төбәнек.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
АРТЫҠ ЕР
|
1912 йылда Силәбелә сыҡҡан "Голос Приуралья" гәзитендә баҫылған, авторы билдәһеҙ бер мәҡәлә "Артыҡ ер" тип атала. XIX быуаттың икенсе яртыһы - XX быуат башында башҡорттарҙың иҡтисади хәле насарая, халыҡтың күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә. Быға тышҡы сәбәптәр - урмандарҙы, ерҙәрҙе ҡаҙналаштырыу, алдау юлдары менән тартып алыу ғына түгел, эске сәбәптәр ҙә - башҡорттарҙың үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен түбән хаҡҡа һата башлауҙары булышлыҡ итә. "Артыҡ ер" мәҡәләһе - ошо хаҡта. Башҡорттар данлы тарихлы милләт, әммә был мәҡәләләге фәһем, ғибрәт алырлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә беҙ белергә тейешбеҙҙер. Бөгөнгө көндә алдыбыҙға ер менән бәйле ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләр йәнә килеп баҫҡанда, был мәҡәләне уҡып сығыу фәһемле булыр, моғайын.
"Башҡорттар үҙ тәбиғәт байлыҡтарының мәнфәғәтен ҡуллана белмәй. Быға инаныу өсөн, уларҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн белгән ололарҙы тыңлау ҙа етә. Башҡорттар әлеге ваҡытта йәшәгән бөтөн ерҙәрҙә лә (Силәбе районы территорияһы хаҡында һүҙ бара) элек үтеп булмаҫлыҡ ҡуйы урмандар булған. Ниндәйҙер йөҙ йыл эсендә был урмандар, ер йотҡан кеүек, ҡапыл юҡҡа сыға.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
БЕР БАЛА МЕНӘН СИКЛӘНЕҮ ИНАНЫУМЫ, ӘЛЛӘ ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫМЫ?
|
"Киске Өфө" гәзитендә, "Шоңҡар" журналында Илдар Ғәбитовтың күп балалыҡты яҡлап, бер-ике бала табыусы ҡатындар баҡсаһына таш ырғытып яҙған мәҡәләһен уҡығандан һуң үҙемдең фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.
Был мәҡәләләрҙе әхирәттәрем дә уҡыған булып сыҡты. Авторҙың эскән, балаларын йүнләп баҡмаған, әммә күп бала тапҡан әсәләргә миҙал биреү яҡлы булыуы беҙҙең арала бәхәс тыуҙырҙы. Эйе, бер яҡтан ҡараһаң, тимер киҫәге йәл түгел кеүек. Әммә миҙалдың исеме "Әсәлек даны" тип атала бит әле. Нимәһе менән данлы был әсәләр? Балалары мәктәптән ҡайтыуға бер ҡабырлыҡ икмәк булмауы, уларҙың кеше араһында кәмһенеп, иҫке-моҫҡола йөрөүе, иҫерек әсәйҙе төрлө күңел асыу урындарынан эҙләп алып ҡайтыуы...
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
ХЕҘМӘТ КЕШЕҺЕ ТОРМОШОБОҘҘО АЛҒА ЭТӘРЕҮСЕ КӨС
|
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм ХӘМИТОВ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның төп темаһы булып хеҙмәт кешеһе генә түгел, ғөмүмән, кеше тора.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сығыш буйынса үҙ фекерен белдереп, унда ҡуйылған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу артыҡ сығымдар талап итмәйәсәген, ә республика бюджетында ҡаралған финанстар нигеҙендә тормошҡа ашырыласағын билдәләне. Сөнки Мөрәжәғәтнамәлә телгән алынған өҫтөнлөклө бурыстар һәм йүнәлештәр - улар власть органдарының көндәлек башҡарған һәм башҡарырға тейешле эшмәкәрлеген тәшкил итә. Шулай уҡ дәүләт башлығының сығышында ауыл халҡына айырым иғтибар бирелеүе лә, ауылға ярҙам булырлыҡ аныҡ тәҡдимдәр индерелеп, уларҙы тормошҡа ашырыу бурысы аныҡ ведомстволарға йөкмәтелеүе лә күңелде йылыта. Бары тик улар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, үтәлһен ине.
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ЫШАНЫСТЫ АҠЛАП ЙӘШӘЙЕК
|
Бер саҡ фәйләсүфтар батшаһы Сократ бер үҫмерҙе шаяртырға була һәм унан: "Ҡайҙа зәйтүн майы һатып алып була?" - тип һорай. "Баҙарҙа",- тип ышаныслы яуап бирә үҫмер. "Ә белемде ҡайҙа һатып алып була?" - ти Сократ. Үҫмер ҡаушап ҡала һәм: "Белмәйем",- тип яуаплай. "Минең арттан эйәр!" - тип тәҡдим итә аҡыл эйәһе...
Бына 12 йыл инде "Белем, Фәһем, Аҡыл эҙләп, "Киске Өфө" гәзитенә мөрәжәғәт итеү ғәҙәтегеҙҙе ҡуймаһағыҙ, беҙҙең арттан эйәрһәгеҙ ине", тип саҡырабыҙ беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы. Ошо саҡырыуыбыҙ күңелдәргә уй, ғәм, сәм орлоғо һалһын ине лә, улар шытым бирһен ине, тип өмөтләнәбеҙ. Ә өмөттәр барыбер ҙә яйлап булһа ла аҡлана килә...
|
Уҡырға
10.11.14
|
|
|
ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ ЙӘШ БЫУЫНДЫ АҢЛАРҒА ТЕЙЕШ
|
Төп эшмәкәрлеге йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры быйыл 25-се юбилей миҙгелен асты. Балалар һәм үҫмерҙәр, йәштәр өсөн ижад итеүҙең төп нескәлеге һәм ҡатмарлығы нимәлә?
Рөстәм ХӘКИМОВ, Милли йәштәр театры режиссеры: Күптәр балалар һәм йәштәр өсөн ижад итеүҙән еңелерәк нәмә юҡ, тип уйлайҙыр. Уларҙы сәхнәлә көлдөрә алһаң, шул етә, тип уйлаған булһаҡ, театр бөгөнгө кимәленә етә алмаған булыр ине. Бәләкәй балаға ла өлкән кешегә ҡараған кеүек, тиң ҡараш булырға тейеш. Шул саҡта ғына актер һәм улар араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә.
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
ХӘЙБУЛЛАҒА БАРЫП КҮРЕГЕҘ АТА-БАБАЛАР КӨНИТМЕШЕН САҒЫЛДЫРҒАН ТАМАШАЛАРҘЫ
|
Хәйбулла районы халҡы быйыл бренд булыуға дәғүә итерлек байрамдар уйлап сығарып, уларҙы матур итеп ғәмәлгә ашырырға әүәҫләнеп алды. Быны, һис шикһеҙ, Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаһы, тамашаһы тип баһаларға булалыр. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Роза Рәсембәтова әйтеүенсә, башлыса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ағинәйҙәре инициативаһы менән ойошторолған бындай саралар башҡа бер районда ла үткәрелгәне булмауы менән үҙенсәлекле. Мәҫәлән, ошо арала ғына Степной ауылында - картуф байрамы, Аҡназарҙа - ашҡабаҡ, Һаҡмар-Наҙарғолда - ҡорот, Ҙур Арыҫланғолда - ҡамыр, Әбүбәкерҙә - тәгәрмәс, Подольскийҙа - яулыҡ, Быҙаулыҡта - яҫтыҡ, Иләстә - ситән, Яңы Ергәндә - балсыҡ, Мәмбәттә һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамы уҙған. "Был саралар ауыл халҡын үҙ көнитмешен яҡшыртыуға әүҙемләштерә, үҫеп килгән быуында хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләй", тип раҫлай ойоштороусылар. Ул байрамдарҙың бер нисәүһен генә һүрәтләп үтәйек.
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
БАШҠОРТ ИЛҺӨЙӘРҘӘРЕ ҠЫРЫМДА ЛА БАШҠОРТ БУЛЫП ЙӘШӘЙ
|
Күптән түгел Рәсәй составына яңы субъект - Ҡырым ярымутрауы ҡушылды. Быға тиклем, ысынлап та, ул ғаиләһенән ҡыр тибелгән бала хәлендә ине, хәҙер ҡабат тыуған ояһына һыйынды, тиергә мөмкин. Сөнки элек-электән Ҡырымда Рәсәй императорҙарының резиденциялары булған. Әммә иң мөһиме: Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға өс ай ҡалғас, СССР, Англия, АҠШ лидерҙары Сталин, Рузвельт һәм Черчилль Ҡырымдағы Ливадия һарайында донъяның артабанғы ҡоролошо мәсьәләһе буйынса осрашыу үткәрә. Тап шул сарала БМО ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тимәк, Ҡырымды, һис шикһеҙ, тыныслыҡ утрауы, тип атарға мөмкин. Ә бөгөн ҡыр тибелеп йөрөгәндән һуң ҡабат өйөнә ҡайтҡан субъекттың көнкүрешен, ундағы милләттәштәребеҙҙең йәшәйешен Ҡырымдың "Иҙел - Урал" Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Даларис ИМЕЛБАЕВ һәм уның "уң ҡанаты" Рәйлә ханым менән асыҡларбыҙ.
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
|
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.
Икмәк көрсөгө
Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, 1917 йылдағы Февраль революцияһы сәбәптәренең береһе булып илдә икмәк етмәү тора. Ысынында, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсе Донъя һуғышы осоронда Рәсәйҙә уңыш мул була. Волга буйында, Себерҙә, Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда икмәк ҡытлығы күҙәтелмәй. Бәлки, яҡшы тимер юлдарының булмауы арҡаһында был икмәк Петроградҡа ла, Мәскәүгә барып етмәйҙер (Ғөмүмән, илдә транспорт бәйләнеше яҡшы булмауы ул осор өсөн ҙур проблема була. Ошо арҡала, мәҫәлән, һуғыш ваҡытында Франциянан Рәсәй армияһы өсөн ебәрелгән ҡорал, патрондар тулыһынса ғәскәрҙәргә барып етмәй, Архангельск портында тау булып өйөлөп ята. Улар һуңынан ғына, Граждандар һуғышы осоронда ҡулланылыш таба).
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
ҺАМАН ДА ШУЛ ЕТЛЕКМӘГӘН КЕЙӘҮҘӘР ТУРАҺЫНДА
|
"Киске Өфө"нөң былтырғы бер һанында "Уйҙарымдан уйылам…" рубрикаһында "Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам…" тигән баш аҫтында Айбикә исемле автор заман ҡыҙҙары яҙмышы, етлекмәгән кейәүҙәр тураһында һөйләшеү башлағайны һәм Айгөл Ахунова исемле автор уға ҡушылып, үҙ фекерен әйткәйне. Был сығыштар мине үтә тулҡынландырһа ла, үҙ ваҡытында ғына ҡулға ҡәләм алыу форсаты булманы. Һуңлап булһа ла яҙам әле үҙ фекеремде.
…Бер саҡ атайым менән әсәйемдең шундай һөйләшеүенә шаһит булынғайны: "Атай йортонда күнегелгән мөхиттә үҫкән ҡыҙ бала, кейәүгә сыҡһа, сит ғәҙәттәр солғанышына барып эләгә һәм шуларға яраҡлашырға тейеш була. Беҙ ҙә ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ бит, үҙҙәренә яраҡлаштырам, тип, кем генә ҡыйырһытмаҫ бәпкәләребеҙҙе…" Бына шулай, ара-тирә беҙҙең, ҡыҙ балаларының яҙмышын уйлап көрһөнөүен ишеткеләй инем уларҙың. Тормошта осраясаҡ һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы үҙ баштарынан үткәргәс, уларҙың беҙҙең өлөшкә лә төшәсәген һиҙенеп, күңелдәре болоҡһоғандыр инде.
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
МОСТАЙ КӘРИМ ҺҮҘЕ ИКЕ ДОНЪЯНЫ ТОТАШТЫРЫП ТОРА ҺАМАН
|
Һуңғы йылдарҙа йәш быуындың рухи тәрбиәһе, әхлағы, тәртибе тураһында бик борсолоп һөйләйбеҙ. Балаларыбыҙҙы илһөйәр, рухлы итеп үҫтереү өсөн нимә эшләргә, уларҙы эскерһеҙлек, кешелеклек сифаттары юғала барған йәмғиәттән нисек һаҡларға, туған теленә һөйөү уятыр өсөн ниндәй саралар күрергә, тигән һорауҙар менән янабыҙ. Ә бына М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ошо ҡатмарлы һорауҙарға яуап күптән табылған төҫлө. Белем усағында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған әҙәби-музыкаль саралар, "Мостай уҡыуҙары" әҙәби-ижади конкурстар даими уҙғарылып тора һәм улар тап ана шул илһөйәрлек, рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итә лә инде.
|
Уҡырға
27.10.14
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|