|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
|
АТАЙЫМДЫҢ ИСЕМЕН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕНӘН АЛДЫРҘЫМ
|
|
Беҙ, күп кенә һуғыш йылдары балалары, атайһыҙ үҫтек. Ҡайһыларыбыҙ атайҙарының төҫтәрен дә белмәне. "Атай" һүҙен әйтеүгә тилмереп, бына 80 йәшкә лә килеп еткәнбеҙ. "Үлемһеҙ полк"таштар рәтендә атайымдың портретын тотоп атлағанда: "Атай, мин һине онотманым. Мин һинең бәләкәй ҡыҙың. Һин минең йөрәгемдә генә..."- тип илай-илай атланым...
Атайым Шәмсетдинов Ғизетдин Шәрәфетдин улы һуғышҡа 1942 йылдың 18 июлендә алына. Миңә ул ваҡытта 5 йәш кенә булған. Фронттан хаттар ғәрәп хәрефтәре менән яҙыла ине. Атайым мәҙрәсәлә белем алған булған, өйҙә уның Ҡөрьән-Кәриме лә һаҡланды. Инәйем ғәрәпсә уҡый белмәй, хатты тотоп, муллаға йүгерә, яуапты ла унан яҙҙыра. Атайым һуғышып йөрөгән ерҙәрен һүрәткә төшөрөп ебәрә. Йырҙар ҙа яҙа, инәйем уларҙы тиҙ генә ятлап ала ла, көйгә һалып, йырлап йөрөй, миңә лә өйрәтә. Инәйем, атайың йыр-музыка яратты, ауылға әртистәр килһә, уларҙы сәйгә алып ҡайтып, скрипкаларын, йырҙарын тыңлап ултырырға яратты, тип һөйләй торғайны.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ҺАЛЫМ АРҠАҺЫНДА ДӘҮЛӘТ ТЕРЕ. ШУЛАЙМЫ, МӘЖИТ ҒАФУРИ?
|
|
Һуңғы ваҡытта төрлө радиоканалдар, телевидение, матбуғат аша иң йыш яңғыраған төшөнсәләр араһында "кредит", "ипотека", "һалым", "коллекторҙар", "суд приставтары" тигәндәре лә бар. Әгәр ҙә был һүҙҙәр йыш яңғырай икән, күпселек халыҡтың көнитмеше ошо төшөнсәләргә бәйле ойошмалар һәм проблемалар тирәһендә барғанлығы ла аңлашыла. Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙ тап шулар хаҡында бара.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ИҢ КҮП ҺАЛДАТ - БАЙМАҠТАН
|
|
Гитлер армияһының Советтар Союзына һөжүм итергә йыйыныуы хаҡында 30-сы йылдар аҙағында уҡ билдәле була. Әммә Совет дәүләте етәкселеге 1941 йылдың 14 июнендә радио аша, Германия менән беҙҙең ил араһында һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөлгән, тип сығыш яһап, халыҡты тынысландыра. Теүәл ете көндән Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
РАДИО ҺӘМ БӨЙӨК ЕҢЕҮ
|
|
СССР-ҙы Бөйөк Еңеүгә алып барған иң ҡөҙрәтле көстәрҙең береһе, моғайын, халыҡтың рухи берҙәмлеге булғандыр. Гитлер Германияһы, һис шикһеҙ, коммунистик идеологияның ныҡлығы, кешеләрҙең аңлылығы менән дә ҡыйратылды. Ә радио халыҡты бына шундай идея-сәйәси юҫыҡта тәрбиәләүсе ҙур бер көс булды.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ЯУ ЯЛАНЫ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
|
|
Атайым Ҡәйүм Ҡотлогилде улы Илбәков тураһында һүҙем. Ул фәһемле, матур, оҙон тормош юлы үтеп, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып, 94 йәшендә фани донъянан китте.
Ихлас, күңелсәк, йор, тапҡыр һүҙле ябай кеше ине атайым. Уның ҡушаматтары күп ине. Кемгәлер ул - "Ҡыҙыл ыштан Илбәк", кемгәлер - "Ҡойон", кемгәлер - "Ҡәйүм бай", кемгәлер - "немец Ҡәйүм", кемгәлер "Ҡәйүм мулла" ине. Ейәне, шуҡ малай Буранбай, теле лә асылып бөтмәҫтән: "Мөйәм ҡалт, ялтыл басыңды билеп тол әле", - тип шаяртҡан. Һуңғараҡ мин атайыма арналған көйөмдө "Ялтыр баш Мөйәм ҡарт" тип атаным. Был атайыма тағылған һуңғы ҡушамат. Уны хәҙер бөтә Башҡортостан белә. Был көйгә бейеүҙәр һалына, ул йыр ҙа булып китте, ике тапҡыр клип төшөрөлдө. Көйө лә уның ырыҫлы, атайым ғүмере кеүек…
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ЕР ХУЖАҺЫ ҠАЙҘА ТӘРБИӘЛӘНӘ?
|
|

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында беренсе тапҡыр республика кимәлендә дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының "Ер хужаһы" исемле фәнни- тикшеренеү конференцияһы үтте. Проекттың ойоштороусылары - Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса комитеты, Башҡортостан Республикаһының "Мин - патриот" төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ЯҘ КӨНДӘРЕНДӘ ЛӘ ҺАҠМАР ЭЛЕККЕЛӘЙ ТАШМАЙ
|
|
Йәмғиәтебеҙҙә һуңғы йылдарҙа барған үҙгәрештәр кеше аңына ғына түгел, тәбиғәткә лә кире йоғонто яһаны, күрәһең. Тәбиғәттең кинәт үҙгәреүе, яуым-төшөмдөң кәмеүе, йылдың ҡоро килеүе, йылға-күлдәрҙең һайығыуы һәм ҡороуы, урмандарҙың иҫәпһеҙ ҡырҡыу арҡаһында юҡҡа сыға барыуы, шул сәбәпле кейек-ҡоштарҙың кәмеүе уйлана, күрә белгән кешеләрҙе хафаға һалмай ҡалмайҙыр.
|
Уҡырға
10.05.16
|
| |
|
|
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
|
|
Һуңғы йылдарҙа интернет селтәрендә "Йәш кеше уҡырға тейеш китаптар", "Иң шәп урыҫ китаптары", "Донъялағы иң шәп китаптар" кеүек төрлө исемлектәр төҙөү популярлашып китте. Был исемлектәргә сит ил һәм рус яҙыусыларының фәһемле китаптары индерелә, бөйөк фәйләсуфтарҙың хеҙмәттәре, заманалар үҙгәрһә лә актуаллеген юғалтмаған "мәңгелек" әҫәрҙәр менән танышырға тәҡдим ителә.
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
ҠАЙҺЫ АУЫЛ ОШОНДАЙ АНСАМБЛЕ МЕНӘН МАҠТАНА АЛА?
|
|
Тамашаларҙың һәммә төрлөһөн күреп-баһалап өйрәнгән баш ҡала тамашасыһы күңелен яулауы еңелдән түгел. Хәйер, сараларҙың күплегенән күҙҙәр сыбарлана, әммә күңел ҡылдарын тибрәтерлек, кәйеф күтәрерлек ихлас маһирлыҡ менән ойошторолғандары һирәк. Ошо көндәрҙә Өфөнөң төп сәхнәләренең береһе булған "Башҡортостан" концерт залында тап шундай уникаль күренештең - заман ҡалыптарынан һәм талаптарынан күпкә өҫтөн торған күркәм тамашаның шаһиты булдыҡ.
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
БАШ ИТЕ - БАШҠА ДАУА
|
|
Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәре Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы ағинәйҙәрен һәм аҡһаҡалдарын баш ите ашатыу мәжлесенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлкәй Байсуринаның иркен, матур йортонда ойошторолған был мәртәбәле сараға балалар ҙа килгәйне. Маҡсаты билдәле: халҡыбыҙ йолалары артабан ошо йәш быуынға тапшырылырға тейеш. Ҡунаҡтарҙы буҙа һәм бауырһаҡ менән ҡаршылағас, Гөлкәй Байсурина баш ите ашатыу йолаһының тарихын һөйләп ишеттерҙе:
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫУ - УЛ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ
|
|
Оло ҡаҙаныштары, фәнде, медицинаны үҫтереүҙәге өлөшө өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдарына лайыҡ булған Өфө ҡалаһының Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы (22-се дауахана) былтыр үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә унда барлығы 1 миллиондан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Ә 2008 йылда ул "Бөтә Рәсәй почет китабы"на һәм "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы" исемлегенә индерелә. Бөгөн баш табип Ирина КАРАМОВА гәзит уҡыусыларҙы 22-се дауахана менән таныштыра.
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
ИЛ АҒАҺЫ БУЛЫУ ӨСӨН ҺАҠАЛ КӘРӘКМӘЙ, АҠЫЛ КӘРӘК
|
|
Ил ағаһы булыу өсөн һаҡал кәрәкмәй - аҡыл кәрәк, ти халыҡ. Был һүҙҙәр юҡтан тыумаған. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Салауат Юлаев, Алдар батыр, Зәки Вәлиди кеүек шәхестәребеҙгә ил алдында һүҙ тотҡанда, мәңгелек әҫәрҙәр ижад иткәндә, сәйәси мәсьәләләрҙе хәл иткәндә нисә йәш булған икән тиһегеҙ? Егеменән - утыҙ биш йәшкәсәләр барыһы ла. Тимәк, эш йәштә түгел, ә йөрәктә. Бөрйән район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВтың эшмәкәрлеге менән танышҡанда ла иң башта уның йәш кеше булыуына иғтибар иттек. Һәм, әлбиттә, "Һеҙгә нисә йәш ул?" тигән һорауҙан ҡасып булманы. "33", тип яуаплай хакимиәт башлығы, бөрйәндәрсә күҙҙәрен генә көлдөрөп.
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
ВӘЛИДИ МУЗЕЙЫНДА КИНООПЕРАТОР ӘСҠӘТ ӘШРӘПОВ ТУРАҺЫНДА ЛА ХӘТИРӘЛӘР ҺАҠЛАНА
|
|
Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы - Әхмәтзәки Вәлиди музейы Ишембай районы Көҙән ауылында 1994 йылдың 4 октябрендә асылғайны. Музей экспозицияһында башҡорт халҡының данлыҡлы улы - шәрҡиәтсе, философия фәндәре докторы Әхмәтзәки Вәлидиҙең профессор мантияһы, яҙыу кәрәк-яраҡтары, документтары, фотографиялары һ.б бик күп экспонаттар тупланған.
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
БЫНДАЙ АЛЫШТАР ИР-ЕГЕТТӘРҘЕ СЫНЫҠТЫРА
|
|
22 апрелдә Өфө-Арена күп функциялы спорт-концерт комплексында ҡатнаш алыш төрҙәре (MMA) буйынса "45-се Глобаль төнгө алыштар" ("Fight Nights global") тип исемләнгән сағыу тамаша үтте. Ҡатнаш алыш төрҙәре спортсыһы, "Башҡорт" тип ололанған, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеме алған Венер ҒӘЛИЕВ бокс, таэквондо, әрме ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, тос йоҙроғо арҡаһында "Снайпер" тигән дан алған Акоп Степанянды рингта тын быуыу ысулы менән еңде!
|
Уҡырға
29.04.16
|
| |
|
|
ҠЫҘҘАР МАТУР ҘА БИТ...
|
|
Был аҙнала баш ҡалала егерме дүртенсе тапҡыр "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһе үтте. Был конкурсты сибәр, нәзәкәтле, аҡыллы, йор һүҙле, һәр яҡлап та камил башҡорт ҡыҙҙарының үҙ-ара ярышы тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Күптәр конкурс еңеүселәре булған һылыуҙарға тиңләшергә, уларға ҡарап кейенергә, сәхнә оҫталығына төшөнөргә теләй. Тамаша ҡылыусылар быйылғы гүзәллек бәйгеһенән дә фәһемле яңылыҡтар, кәрәкле мәғлүмәт алып ҡайтырға өмөтләнгәйне лә...
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
БАРМАҒЫҢА АҢ КИЛҺӘ ҺӨНӘРЕҢӘ ДАН КИЛЕР
|
|
Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсепкә, сәнғәт әҫәре өлгөһөнә әүерелеп киткән. Энә, еп һәм тауар киҫәктәренән үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра белә ҡайһылар.
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
БӘХЕТ НИГЕҘЕ - ТӘН СӘЛӘМӘТЛЕГЕ
|
|
Һаулыҡ - бәхетле һәм гармониялы йәшәү шарттарының береһе. Әгәр сәләмәтлек өлкәһендә ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, кәңәш һорап табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ, кемдер йәшәү менән үлем араһында ҡалһа, уларҙы аҡ халатлы фәрештәгә тиңләйбеҙ һәм ниндәйҙер мөғжизә тыуҙырыуҙарын көтәбеҙ. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында үҙ һөнәренең оҫталары эшләй, тип шикләнмәй әйтергә мөмкин, сөнки 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса был медицина учреждениеһы бойондороҡһоҙ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ТОП-5 исемлегенә инде. Бөгөн дауахананың баш табибы Гөлнара МОСТАФИНА менән ул етәкләгән учреждениеға ҡыҫҡаса эскскурс ҡыласаҡбыҙ.
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
МӘСКӘҮ – ҠАЛАЛАРҘЫҢ ҠАЛАҺЫ, ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА – БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ЛА
|
|
Яңыраҡ Өфөлә төрки йәштәрҙең Халыҡ-ара "Төркиҙәр алтыны" тигән форумы булып үтте. Унда эксперт итеп Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Шамил улы БАДРАНОВ саҡырылғайны. Ул беҙҙең менән осрашырға ла ваҡыт тапты. Әңгәмәбеҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы башҡорт йәштәре һәм уларҙың хәҙерге заманға бәйле проблемалары, халыҡ яҙмышы һ.б. хаҡында барҙы.
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
БАШҠОРТСА ОТКРЫТКАЛАР КӘРӘК!
|
|
Элекке Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, 1, 9 май, 7 ноябрь байрамдарына, тыуған көндәргә, шулай уҡ пропаганда һәм агитация маҡсатында сығарылған открыткаларҙы оло быуын хәтерләйҙер әле. Улар шул тиклем матур, сағыу була торғайны. Уларҙы тултырыу өсөн алдан фекер туплап, матур, төҙ итеп яҙырға тырышып ултыра инек. Ә почта йәшнигенән ҡотлау открыткаһы алған мәлдәге ҡыуаныстар тураһында һөйләп тә тораһы түгел.
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
БАЙЛЫҠ - БАЙЛЫҠ ТҮГЕЛ, БЕРЛЕК – БАЙЛЫҠ
|
|
Илдәге көрсөк менән бәйле (был көрсөк тигән нәмә мәңге бөтмәҫ, ахыры) иҡтисад торошо һаман мандый алмай йонсой. Иҡтисадсы эксперттар фекеренә ҡарағанда, хәлдәр яҡын арала ғына яҡшырырға уйламай ҙа, буғай. Халыҡтың реаль килеме кәмегәндән-кәмеп, фәҡирлек сигенә сығыусылар һаны йылдам арта бара. Быға нигеҙләмә булырҙай факторҙар бихисап, ләкин беҙ шуларҙың тик береһе һәм берәгәйлеһенә туҡталмаҡсыбыҙ: йәғни халыҡ барлы-юҡлы ғына аҡсаһын нимәгә тотона?
|
Уҡырға
25.04.16
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|