Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
|
Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, һүҙ сыҡҡанда, әлеге осрашыу тураһында күршелә йәшәгән бер апайға һөйләй ҡуйҙым. Аптыраманы. Улының кәләше шул ауылдан. "Улымдың ҡәйнеше район үҙәгенән ауылға ҡайтырға кисләһә, гел генә еҙнәһенә, шул ерҙе үткәнсе генә оҙатып ҡуй әле, тип ялына, юлыма бер аҡ шәүлә килә лә сыға, ҡурҡам, ти торғайны. Ысынлап та бар унда бер шәүлә, кешеләргә осрағанын ишеткәнем бар", - тине күршем.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
АҠСАНЫҢ ЕҪЕ ЮҠ ӘММӘ ТӘМЕ БАР
|
Йыш ҡына тотоп айыу йығырҙай ир-егеттәрҙең ауыҙынан, эш юҡ, тигән зарланыу ишетелһә, ирекһеҙҙән, үҙең баҙап ҡалаһың: ауылдарҙа күпме ерҙәр буш ята, баҡсаңды киңәйтеп булһа ла килем алырға өйрән дә бит. Халҡыбыҙ бит юҡҡа ғына "Ер эшкәрт тә тары сәс, тары булмаһа, барын сәс", тимәгән. Иң тәүҙә ғаиләңә етерлек аҙыҡ-түлек әҙерлә, артып ҡалғанын һатып, аҡса эшлә. Эш юҡ, тип зарланыуҙан ғына, әлбиттә, берәү ҙә эш килтереп тоттормаясаҡ. Тәү сиратта, ялҡаулығыңды еңеп, нимәгәлер тотонорға, юҡтан бар яһарға тырышырға кәрәк. Тырыштарға, ныҡыштарға ҡасан булһа ла уңыш йылмая. Ошо фекерҙе Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе һәм гәзит уҡыусыларға эшҡыуарлыҡ серҙәрен сисеүсе Ҡасим ИШЕМБАЕВтың тәжрибәһе лә раҫлай.
Сит ағайға тир түккәнсе...
Нефть химияһы производствоһында эшләй инем, 23 йәшемдә ике баламды етәкләп, саҡырыу буйынса ғаиләм менән Ырымбурға сығып киттем. Унда заводта тиҙ арала абруй яулап, алдынғылар рәтенә баҫып, 24 йәшемдә ике бүлмәле фатирлы булдым. Минең менән күптәр барғайны, улар барыһы ла ҡыйыҡлы булып бөткәнсе тип, теләктәшлек йөҙөнән биш йыл эшләп, оло ҡыҙым беренсе синыфҡа уҡырға барыр ваҡыт еткәс, фатирымды алмаштырып, 1989 йылда Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
|
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.
Халыҡты хеҙмәтләндереү
90-сы йылдарҙан һуң, билдәлелек заманы башланғас, элекке һымаҡ сикләүҙәр бөтөрөлдө. Һәр теләгән кеше архивҡа килеп эшләй, эҙләнә ала. Ләкин һуңғы йылдарҙа ғына, шәжәрә төҙөргә, үҙ крайын өйрәнергә теләп архивҡа килеүселәрҙең һаны артыу сәбәпле, бер аҙ сикләүҙәр индерҙек. Сөнки кешеләрҙең күп булыуы арҡаһында ғалимдарға, ғилми эш менән шөғөлләнеүсе студент, аспиранттарға урын етмәй башлағайны. Шуға күрә ситтән килгән кешеләрҙе шәхси ғариза менән июнь-июль айҙарында ғына ҡабул итәбеҙ. Ҡалған ваҡытта төрлө ойошмаларҙың, ғилми үҙәктәрҙең йүнәлтмәһе буйынса ғына эшләргә мөмкин.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
ҺАЙЛАУҘАРҒА БАРАМ ӘЛЕ…
|
Яңғыраған, яҙылған, әйтелгәндәрҙең аныҡ тәғәйенләнешенә ҡайһы саҡ иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Ә бит ғәмәлдә ҡыҫҡа ғына һүҙ артында тәрән мәғәнәле кинәйә ята. Мәҫәлән "Һайлау" һүҙе нимәнелер үҙ итеүгә, яҡын итеүгә, һайлауға ҡоролған - барыр юлды, тарафты, яҙмышты, башҡарыр шөғөлдө, йәнеңә оҡшаған әйберҙе һайлау… Ғөмүмән алғанда, бөгөн ул һүҙ парламентҡа, урындағы үҙидараға депутаттар, президент һайлауҙарына бәйләп ҡулланыла. Тимәк, уның мәғәнәһе лә киң, сәйәси төшөнсәһе лә тос. Бына тағы беҙҙең өсөн, йәмғиәтебеҙ өсөн үтә лә яуаплы мәл, һайлауҙар осоро килеп етте. Бөгөнгө бер кәлимә әйтерем ана шулар хаҡында. Алдан уҡ иҫкәртеп китәм, яҙғандарым һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип ҡоро әңгәмә сыбалтыу түгел, уйымдағын, күңелемдәген һеҙгә еткерәм, хөрмәтле уҡыусым.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
АУЫЛҒА ЙӨҘ МЕНӘН БОРОЛАЙЫҠ!
|
Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Гөлнур ИШБУЛАТОВА, Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры: Хеҙмәт юлымды район ерлегендә башлап ебәрҙем: юғары уҡыу йортон тамамлағас та, эшкә үҙебеҙҙең төбәккә (Сибай ҡалаһына) ҡайттым. Сибайҙа биш йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Өфө ҡалаһына юлландым. Хәтһеҙ генә ваҡыт (15 йыл самаһы) эшләгәндән һуң районға кире ҡайтырға тура килде. Күрәһең, мин бер урында ултырып эшләй торған кеше түгел. Ижад офоҡтары тарая башлаған һымаҡ булды ла, мин ергә, ауылға, кешеләргә яҡыныраҡ булырға теләнем. Өфөлә ултырып, кешеләрҙең аһ-зарын телефондан ғына тыңлау - бер, ә ауыл ерендә халыҡ менән бер тында йәшәү, ижад, хеҙмәт менән шөғөлләнеү - бөтөнләй икенсе нәмә икән.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
ҘУР ЕҢЕҮҘӘР ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН БАШЛАНА
|
Башҡорт егеттәре араһында милли көрәш иң популяр спорт төрҙәренең береһелер ул. Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете Артур ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВ та уны ғүмерлек шөғөлө итеп һайлаған. Ун биш йәшендә генә - Рәсәй, ун ете йәшендә көрәштең өс төрө буйынса донъя чемпионы титулын яулаған Артур бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Физика-технологик институтында геофизика йүнәлешендә белем ала. Милли спорт төрөн үҫтереү менән бер рәттән, сит ерҙәрҙә башҡорт халҡын, башҡорт илен данлап йөрөгән батыр егет менән әңгәмәбеҙ ҙә көрәш, уға илткән юлдар, ваҡиғалар хаҡында, тырышлыҡ аша еңелеүҙәрҙең еңеүҙәргә әйләнеү мөғжизәһенә эйә булыуы тураһында барыр.
|
Уҡырға
15.09.14
|
|
|
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
|
Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.
Мин үҙем бала саҡтан беҙҙең йәнәшәләге донъяның, унда беҙҙең кеүек үк йәшәп ятҡан йән эйәләренең барлығына ышана инем. Күргәндәремде ата-әсәйемдәргә һөйләп, уларҙы ышандыра алмау ғына түгел, был турала башҡа бер кемгә лә һөйләргә ярамағанлығын киҫәтеп, мине әрләүҙәре ауыҙымды йоморға мәжбүр итте. Әммә был киҫәтеүҙәр минең параллель донъяны күреү һәләтемде бер нисек тә юя алманы, тик мин, әсәйем әйтмешләй, "кеше ышанмаҫлыҡты" һөйләп йөрөмәҫ, шулай ҙа күргән-ишеткәндәремде хәтер йомғағына төйнәп барыр булып киттем. Параллель донъя хаҡында ҡасандыр бер килеп берәү һүҙ башлар, шул ваҡытта мин дә уның һөйләгәндәрен йөпләп, һүҙ әйтермен, тип өмөт итә инем. Кешеләр ышанмаһа ла, минең менән булған хәлдәр минең фантазиям емеше түгел, ә ысынбарлыҡ булыуына иманым камил ине. Бөгөн һеҙгә бәйән итер ваҡиғаларға бер-нисә йыл ваҡыт үтһә лә, хәтеремдә улар әле генә булған кеүек.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ЛӘ ЗАМАН ҠУЛАСАҺЫНЫҢ УРТАҺЫНА ИНҺЕН ИНЕ
|
Бер йәнһүрәттә йәнлектәр, самолеттары боҙолоп, утрауға ултырырға мәжбүр була. Самолет менән идара итеүсе пингвиндар башлығы барыһына ла эш ҡушырға тотона. "Кем һине командир итеп ҡуйҙы әле?" тип, йәш арыҫлан пингвиндың бойороғон үтәүҙән баш тарта. Ә командир, иҫе китмәй генә: "Улайһа, әйҙә һин командир бул - самолетты йүнәтеүҙе үҙең ойоштор", - ти. Арыҫлан баҙап ҡала...
Был өҙөк ирекһеҙҙән тормошта йыш ҡабатланған бер күренеште - лидерҙар һәм уларҙың дәғүәселәре араһындағы көрәште хәтерләтте. Бөгөнгө һөйләшеү ҙә тап ошо темаға арналған. Башҡорт йәштәре араһында бөгөнгө заман бабичтары, вәлидиҙәре, салауаттары бармы? Йәштәрҙе берләштерер лидер ниндәй сифаттарға, ниндәй белемгә эйә булырға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында редакциябыҙға әле күптән түгел Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы уҙғарған "Йәштәр йыйыны - 2014" төбәк-ара лидерҙар форумында ҡатнашыу бәхетенә эйә булған шағир, "Ҡош юлы", "Минең Рәми" кеүек проекттарҙы ойоштороусыларҙың береһе, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Азамат ЮЛДАШБАЕВты, "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" төбәк-ара йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Алина ИМАНҒОЛОВАны һәм "Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге" рәйесе урынбаҫары, Мәскәү дәүләт юғары иҡтисад мәктәбе фәнни-тикшеренеүҙәр университетының 4-се курсын тамамлаусы Фатима ЯНБАЕВАны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
|
Архивариус итеп "айыҡ аҡыллы, бер ниндәй шик тыуҙырмаған, үҙен насар яҡтан күрһәтмәгән" кешеләрҙе тәғәйенләргә бойороҡ бирә ошо вазифаны индереүсе Рәсәй императоры Петр I. Документтарҙы, рәсми ҡағыҙҙарҙы һаҡлау яуаплы эш, уны һәр кем үтәй алмай, тип иҫәпләй ул. Шуға күрә лә, архив эшенә лә, был эште алып барыусыға ла талаптар ҡаты була. Ысынлап та, архивтар - тарихты өйрәнеүгә ярҙамсы булған төп сығанаҡ булып тора. Улар тарихтың яҙма йәки матди сағылышын беҙгә, киләсәк быуындарға еткерә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы иһә, беҙҙең ерлеккә, халҡыбыҙға бәйле баһалап бөткөһөҙ хазинаны үҙенең бинаһы диуарҙары эсендә һаҡлай. Республиканың төп тарих һаҡсыһы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырып китәсәк.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
БАЛАНЫ БИШЕКТӘ ТЫЙ БУЙ ЕТКӘС, ҺУҢ БУЛЫР
|
"Киске Өфө" гәзитенең былтырғы һандарының береһендә "Тыйырғамы баланы, әллә иркенә ҡуйырғамы?" тигән мәҡәлә донъя күргәйне. Унда бала тәрбиәләүгә ҡарата төрлө ҡараштар белдерелгәйне.
Ә нимә эшләп бөгөн, баланы тыйырғамы, юҡмы, тигән бәхәс ҡуба һуң әле? Халҡыбыҙ тәрбиәһендә тыйыу элек-электән булған һәм был бер ниндәй ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаған бит. Элекке быуындың тәрбиәгә ҡағылышлы, оло әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер мәҡәл, әйтемдәре лә ошо уҡ ҡағиҙәгә арналған. Мәҫәлән, "Сабыйҙы бишектән өйрәт", "Баланы бишектә үк тый, буй еткәс, тыйырмын тимә", "Баланан ҡәҙер күрәм тиһәң, дөрөҫ тәрбиәлә", "Тал сағында бөкмәһәң, таяҡ булғас, бөгә алмаҫһың", "Баланы йәштән тый, йәштән эшкә бөк", "Ҡыҙ балаңды ҡырҡ урындан тый" кеүегерәк өйрәтеүҙәрҙең ни тиклем дә мәғәнәле булыуын күрәһең. Әлбиттә, "тыйыу" тигәс тә, берәү ҙә балаһын нимәнәндер мәхрүм итеп, ҡәтғи сикләп ултырмаған. Бары тик үҙ тәжрибәһенә таянып, сама белеп, бала күңеленә барып етерҙәй тос һүҙҙәр һайлап ҡына, кинәйәләп тә, ишаралап та ярамағандар тураһында әйтеп барған. Шул арҡала тәрбиә ҡанундарын кесе йәштән күңеленә һеңдергән әҙәпле лә, тәрбиәле лә балалар үҫкән.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
КРЕДИТ ҺИНЕ ҺЫНАҒАНДА ҺИН КИЛЕМ ҺАНА...
|
Кредиттар тураһындағы һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн автокредит һәм ипотека тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Алдағы һандарҙың береһендә Башҡортостан Республикаһының Суд приставтары федераль хеҙмәте начальнигы Зариф Байғусҡаров, Башҡортостанда "кредитомания" күренешенең сәскә атыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, "поручитель" булыуҙан тыйылырға кәңәш иткәйне. Тағы бер һөйләшеү барышында эшҡыуарҙар Фәнис Әлмөхәмәтов менән Даян Мөхәмәҙин да ошо темаға бәхәсләште. Кредит алыу-алмау мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерҙәр йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Заман талаптарынан сығып ҡарағанда, кредит алыу отошломо, юҡмы? Ошо һорау менән ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВҠА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - ҡунағыбыҙға:
Нимә ул кредит? Был һорауға ҡыҫҡа ғына итеп: кредит ул - банктың "кредит" тигән тауар етештереп, ҡулланыусыға һатыуы, тип яуап бирергә була. Быны һис кенә лә үтескә аҡса биреү, тип аңларға ярамай. Сөнки, үтестә - алған аҡсаны бер арттырыуһыҙ кире ҡайтарһалар, кредитта - алған сумманан күпкә артығыраҡ түләйҙәр.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
МИҘАЛ ТАҠҠАН МИҪАЛМЫ?
|
- Шағир данына һәр кем дә риза,
Тик шағир булмайҙар, яҙып ғариза.
- Шағирлыҡты ла, иллә лә мәгәр,
Ғариза яҙып ташлап китмәйҙәр.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Бер аҡһаҡал баҡсала шәкерттәренә һабаҡ биреп йөрөй икән. Был урында данлыҡлы шәхестәргә һәйкәлдәр ҙә ҡуйылған булған. Бер уҡыусыһы аҡһаҡалға: "Нишләп бында һеҙгә һәйкәл юҡ?" - тигән һорау биргән. Аҡһаҡал: "Нишләп был кешегә һәйкәл ҡуйылған?" тигән һорауға ҡарағанда, "Нишләп уға һәйкәл юҡ?" тигәндәре яҡшыраҡ түгелме ни?" - тип яуаплаған.
Был хикмәтнамә билдәле музыкант Андрей Макаревич менән бәйле ваҡиғалар арҡаһында иҫкә килеп төштө. Хәтерегеҙҙәлер, 2 августа А. Макаревич Украинаның Святогорск ҡалаһында Донецк менән Луганск ҡасаҡтары лагерында ойошторолған концертта ҡатнашҡайны. Быны күптәр Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән сара, тип ҡабул итте. Бынан алда А. Макаревич Владимир Путинға яҙған асыҡ хатында Рәсәйҙең Ҡырымды үҙ составына кире ҡайтарыуына ла ҡаршы сығыш яһағайны. Артистың был ҡылыҡтары Рәсәй патриоттарында кире реакция тыуҙырҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Федоров артистың дәүләт наградаларын тартып алырға ла тәҡдим итте.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
Рәсәй ҡалалары араһында үткәрелгән рейтингта Өфө иң оптимистик ҡала тип табылған. Һеҙ был баһа мен
|
Ваҡифа ХӘЙРУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты: Был һорауға бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйыныраҡ, әлбиттә, сөнки әлеге рейтингтың кем тарафынан һәм ниндәй масштабтарҙа, ниндәй алымдар һәм маҡсаттарҙа үткәрелеүе беҙгә ҡараңғы. Әйтеүегеҙсә, белгестәр ҡала халҡының бәхет кимәлен биш төрлө күрһәткес буйынса баһалаған. Иң беренсе уларҙы кешеләрҙең эш урынында үҙен ышаныслы тойоуы һәм улар эшләгән предприятие, ойошманың үҫеш перспективаһы ҡыҙыҡһындырған. Был йәһәттән респонденттарҙың 77 проценты ыңғай яуап биргән.
|
Уҡырға
08.09.14
|
|
|
Мәктәбегеҙ яңы уҡыу йылына ниндәй әҙерлек менән килә? Хәл ителә алмай ҡалған мәсьәләл
|
Әлфир ҒАЙСИН, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры: Яңы уҡыу йылын тулы әҙерлек менән ҡаршылайбыҙ. Быйыл гимназияны 156 бала тамамлап сыҡҡайны, һөҙөмтәләр, йылдағыса, бик ҡыуандырҙы: ошо уҡыусыларыбыҙҙың 90-95 проценты самаһы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Һигеҙенсе класҡа республикабыҙ райондарынан барлығы 160 бала (шуларҙың унлабы - Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән) ҡабул ителде. Уҡыу йорто корпустарына, класс бүлмәләре һәм кабинеттарға тулыһынса ремонт эшләнде, улар тейешенсә йыһазландырылды. Ә шулай ҙа иң ҙур яңылығыбыҙ шул: "Урал" хәйриә фонды ярҙамында гимназия-интернат биләмәһендә 60 миллион һумға бына тигән ҙур спорт комплексы төҙөлдө, "Шоңҡар" тигән ҡанатлы исем бирҙек уға. 540 һәм 300 кв.метр майҙанлы заманса йыһазландырылған ике залы бар. Әле унда спорт йыһаздарын ҡабул итеү һәм урынлаштырыу, шулай уҡ комплекстың эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Объект яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер, ул ошо көндәрҙә тантаналы рәүештә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ЙЫРЛАҺЫН
|
Йәйҙең иң сағыу тамашаларының береһе - "Бөйөк дала" III Асыҡ республика башҡорт рок-фестивале тамашасының хәтерендә ниндәй булып һаҡланасаҡ?
Лариса МӘМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: "Бөйөк дала" башҡорт рок-фестиваленең төп маҡсаты булып милли рок йүнәлеше традицияларын үҫтереү, рок жанрында ижад итеүсе музыкаль коллективтарға, төркөмдәргә ярҙам итеү һәм, әлбиттә, уларҙы бер ҡорға йыйыу, берләштереү тора. Йылдан-йыл уның уның ҡатнашыусылары ла, тамашасылары ла арта. Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан Республикаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән коллективтар һәм солистарҙың сығышын 4-5 мең тирәһе тамашасы ҡараны. Фестиваль уларҙың барыһының да күңелендә матур һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырыуына шигем юҡ.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
ЯҠШЫҒА КЕМ ДӘ ЯҠШЫ - ЯМАНҒА ЯҠШЫ БУЛЫП ҠАРА!
|
Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып, мине бер нәмә һоҡландыра: ул да булһа, әлегәсә һаҡлана килгән төп сифаттарҙың береһе - рухи ныҡлыҡ. Боронғо картаға күҙ һалһаҡ, төрлө-төрлө милләттәр менән бергә башҡорттар ҙа билдәләнгән. Әммә был карталарҙа урын алған халыҡтар бөгөнгө көндә юҡ: йә йотолған, йә ер йөҙөнән юғалған. Башҡорт йәшәй һәм башҡортлоғон юғалтмай йәшәй. Артабан да йәшәргә тейешбеҙ.
Беҙ әле донъяға үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе фәҡәт рухи азатлыҡҡа ынтылыусы яугир халыҡ булып ҡына танытҡанбыҙ. Һәм, әлбиттә, ҡайһы бер уҙамандарыбыҙ тырышлығы менән сәнғәтебеҙ, ҡымыҙ, солоҡ балы кеүек ризыҡтарыбыҙ ҙа киң танылыу ала. "Урал батыр" эпосының киң майҙан тота башлауы ла ҡыуандыра. Ә күпме ғилем ята халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһында! Башҡорт беренселәрҙән булып металл эшкәрткән, булат ҡылыс ҡойған, борон-борондан шифалы үҫемлектәр серен белгән, дауалау сифатына эйә булған файҙалы ризыҡ менән туҡланған, йән һәм тән сәләмәтлеге өсөн ыңғай йоғонто яһаған тәбиғи музыка ҡоралы - ҡурайҙы уйлап тапҡан, йән дауалау сараһы - оҙон көйҙәр ижад иткән, иртәнге ҡояш нурҙарынан сихәт алған, ҡот ҡайтарған... Йәшәгән төбәгебеҙҙең әүлиәләр иле икәнлеген донъяның дин әһелдәре күптән таный. Һәр халыҡтың ғилеме - халыҡтың үҙендә. Был ғилемде өйрәнеү асҡысы - туған телендә. Беҙгә, ғилемебеҙҙе байҡау асҡысы ҡулыбыҙҙа булған башҡорттарға, уларҙы өйрәнеү, донъя кимәленә башҡорттоҡо итеп танытыу мотлаҡ! Уның өсөн төп шарт - беҙ, милләт булараҡ, йәшәргә һәм үҙебеҙҙең рухи байлығыбыҙҙы башҡорттоҡо итеп мәңгеләштерергә тейешбеҙ.
Халҡыбыҙ рухи ныҡлығын, рухи сәләмәтлеген, сафлығын нисек һаҡланы икән? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн боронғоларҙың аҡылына күҙ һалырға кәрәк. Ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә рухы ҡаҡшамаған халҡым ниндәй аҡыл менән йәшәгән? Гәзитебеҙҙең был рубрикаһында өлкән быуын кешеләренән халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын өйрәнеү, йәштәргә еткереү маҡсаты менән буталсыҡ заманда ла юғалып ҡалмаған, бөгөнгө көндә уңыш ҡаҙанған егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың олатай-өләсәйҙәре менән осрашып һөйләшеүҙе йәки балаларының улар тураһындағы хәтирәләре менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
БАЛА ТӘРБИӘЛӘГӘНДӘ ЕТДИ ХАТАЛАРҒА ЮЛ ҠУЯБЫҘ
|
Мәғариф системаһында эшләүемә 16 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Ошо йылдарҙы, башҡарылған эштәрҙе анализлап ҡараһам, мәғариф системаһының идеялары, принциптары йыш ҡына ысынбарлыҡтағы тормош ҡиммәттәре менән тап килеп етмәүен күреп бошонам. Мәктәптә уҡыған 11 йыл эсендә беҙ уҡыусыларҙы тормошҡа яраҡлашҡан, үҙаллы фекерләй алған, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, уларҙы яҡты киләсәккә инандырабыҙ. Әммә күп уҡыусылар ысынбарлыҡтағы тормош киңлегендә юғалып ҡала. Берәүҙәре мәңгелеккә "һаҙлыҡҡа" батһа, икенселәре хаталары аша яңынан йәшәргә өйрәнә. Шуға ла ҡайһы бер сығарылыш уҡыусыларынан шундай үпкә һүҙҙәрен ишетергә лә тура килә: "Һеҙ беҙгә белем бирҙегеҙ, дөрөҫ йәшәргә өйрәттегеҙ, ә нисек йәшәргә өйрәтмәнегеҙ". Ысынлап та шулай икән, мин быға үҙем саҡ төшөнә башланым, "Ә нисек йәшәргә кәрәк?" тигән һорауға, бәлки, әле лә дөрөҫ яуап бирә алмаҫмын. Иң үкенеслеһе шул: күптәр шуны аңламайынса китә бит был донъянан. Мин уҡытыусыларҙы ғына түгел, ә башҡа кешеләрҙе лә, мәҫәлән, ата-әсәләрҙе лә күҙ уңында тотам.
Ваҡиғаларҙы ашыҡтырабыҙ
Балаларының бәхетле, сәләмәт, белемле, уңған булыуын теләмәгән ата-әсә бик һирәк. Шуға ла улар балалар баҡсаһында уҡ балаларынан аҡыллы бала үҫтерергә тырыша. Ике әсә бер-береһе менән маһайышып гәп ҡора:
- Минең улым биш йәштә, уҡый ҙа, яҙа ла белә, бөгөндән мәктәпкә алып барып ултырт инде!
- Минең улым дүрт йәштә үк уҡырға, яҙырға өйрәндесе.
- Ә һинең улың нисә түңәрәккә йөрөй? Беҙ өсәүгә яҙылдыҡ. Ирем күп итеп китаптар алып ҡайтҡан, өйҙә шулар менән шөғөлләнәбеҙ…
Ҡайһы бер ата-әсәләр балалары менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән, уларҙың киләсәген ҡайғыртмаған ваҡытта, мин был ата-әсәләргә "Афарин!" тип әйтер инем, әммә, халыҡ әйтмешләй, таяҡтың ике осо була. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, логикаһын, физик һәләтен үҫтереүгә, хәтерен яҡшыртыуға ҡоролған күнекмәләр менән шөғөлләнеү, уйындар уйнау, түңәрәктәргә йөрөү кәрәк, тик сама менән. Ә бына яҙырға, уҡырға өйрәтергә ярамай. Ни өсөн? Сөнки бала беренсе класҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, ниндәйҙер яңылыҡ алырға килә. Уҡый-яҙа белгән баланың яйлап ҡыҙыҡһыныуы юғала һәм ул үҫештән туҡтап, мәктәпкә шаярыу, уйнау өсөн генә килә башлай. Үҫә бара уның уҡыуға, белем алыуға теләге бөтөнләй юғала.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
УРТА БЫУАТТАРҘА БАШҠОРТТАР ҺАНЫ
|
Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны күпме булған? Улар ниндәй ерҙәрҙә йәшәгән? Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең, башҡорттар аҙ һанлы милләт булған, тигән ҡараштары, ә икенселәренең халыҡтың тарихын бер нисә быуат менән генә сикләргә тырышыуҙары дөрөҫлөккә тап киләме? Ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта тарих фәне өсөн ҡатмарлы һорауҙарға яуапты тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ менән бергәләп эҙләйбеҙ.
Хәҙерге заман фараздары
ХIХ быуат аҙағы ХХ быуат башында ғәрәп һәм фарсы телендәге тарихи сығанаҡтарҙы урындағы мосолман ғалимдары өйрәнә башлай, тәржемә итә, комментарийҙар яҙа. Ошо йүнәлештә эшләгән зыялылар Шиһабетдин Мәрджәни менән Морат Рәмзиҙең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың Урта быуаттарҙағы тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт осратырға мөмкин.
Был ғалимдар фекеренсә, Урта быуат дәүерендә башҡорттар күп һанлы милләттәр исемлегенә инә. Тикшеренеүселәр быны күп дәлилдәр менән раҫлай. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек. Билдәле дин әһеле, ғалим, тарихсы, Көнсығыш телдәрен яҡшы белеүсе Шиһабетдин Мәрджәни Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Истахриҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә. Ә был хеҙмәттә ғәрәп сәйәхәтсеһенең башҡорттарға ҡағылышлы әйтелгән: "Башҡорттар ике төркөмдән тора. Уларҙың бер төркөмө оғуҙҙар яғында, Болғарҙан арыраҡ йәшәй һәм уларҙың һаны 200 мең кешегә етә", тигән һүҙҙәре килтерелә.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
САБЫЙҘАРЫБЫҘ УЙНАЙ-УЙНАЙ ҮҪҺЕН!
|
Заман үҙгәрә, шуның менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ, хатта һәр замандың балалары ла төрлө була икән. Сабыйҙар ҡайһы заманда ла шул уҡ була инде, тиерһегеҙ. Миңә ҡалһа - юҡ. Мәҫәлән, хәҙер биш йәшлек балалар ҙа компьютерҙа "иркен йөҙә", техниканы беҙҙән былайыраҡ яҡшы белә. Башҡаса булмайҙыр ҙа, улар бит тыуғандан алып ошо цифрлы мөхиттә үҫә, шуға яраҡлаша, был уларға яңылыҡ түгел.
Ауылға ҡайтҡанда ла айырма һиҙгәнем бар: ҡышҡыһын беҙ бала саҡта шып-шыма булып ятҡан Мәсет тауы тыныс ҡына ҡалын көрт аҫтында ята (миңә ҡалһа, уға ла күңелһеҙ һымаҡ) - бер кем сана шыумай. Урам шаулатып "Ун ике таяҡ", "Аҡ-тирәк, күк-тирәк" уйнаусыларҙы ла һирәк күрәм. Балалар юҡ икән, тип уйламағыҙ - бар улар, тик өйҙә йәнһүрәт ҡарай, компьютерҙа ултыра, тетрис уйнай…
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
КӨСЛӨ ИЛДЕ БИЛДӘЛӘҮСЕ СИФАТ УМАРТАСЫЛАР ЯРЫШЫНДА АСЫҠЛАНДЫ
|
Ырыҫ - тырыш ҡулында, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуы кеше тормошонда ғына түгел, бөтөн йән эйәләренең йәшәү рәүешендә лә сағыла. Шулай булмаһа, тырышлыҡтың төп һынланышы булып бал ҡорттарының уңғанлығы һаналмаҫ та ине. Ә шулай ҙа, бөгөн миңә: "Был донъяла иң тырыш йән эйәһен әйт", - тиһәләр, һис икеләнмәй: "Умартасы!" - тип яуап бирер инем. Яуабыма дәлилде оҙаҡ эҙләйһе лә түгел, ни бары ошо көндәрҙә Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында уҙғарылған XIV Республика умартасылар һәм VIII "Йәш умартасы" республика конкурстарында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен атау ҙа етер ине.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, өлкәндәр араһында үткәрелгән ярыштың шарттары быйыл ҡатмарлана төшкән: теоретик белемдәрен тест ярҙамында тикшергәндән һуң, конкурстың икенсе этабында уларҙың практик оҫталыҡтарын һынау өсөн алдағы йылдарҙа кеүек ике түгел, ә йәмғеһе дүрт күнекмә үткәреү ҡаралған. Улар бал ҡорттарын дүрт йыл миҙгеленә әҙерләү эштәренән ғибәрәт. Тәжрибәле умартасылар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫлыҡ тойолһа ла, буш умарта менән нимә эшләргә кәрәклеген белеү өсөн махсус китап биттәрен асып ҡарамайса булмай икән. "Йәнле" умарталар менән эшләүе күпкә еңелерәк, уларға күҙ һалыу менән нимә талап ителеүен төшөнәһең. Шуға күрә, ете йыллыҡ тәжрибәм булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ албырғап та ҡалдым", - ти Әбйәлил районынан килгән бәйгесе Ринат Шаһыбалов. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар етештергән продукцияға быйыл беренсе тапҡыр экспертиза үткәрелеүе лә ярышҡа етдилек өҫтәне. Бәйгенең төп ойоштороусыһы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов был хаҡта: "Балдың сифатына дөрөҫ эшмәкәрлек алып барыуы йәки бармауы менән умартасы ла тәьҫир яһай, тип иҫәпләйем. Шуға күрә, беҙ уларҙы ошо юҫыҡта тикшереп ҡарарға теләнек. Башҡорт балы - илебеҙҙең брендына әйләнеүен теләһәк, эшебеҙҙең сифатына иғтибарҙы арттырырға кәрәк", - тигән фекерен еткерҙе. Һәр нәмә артабан да үҫешһен, яңы кимәлгә күтәрелһен өсөн алда тағы ла ҡатмарлыраҡ маҡсаттар барлыҡҡа килергә, үтәлергә тейеш шул.
|
Уҡырға
01.09.14
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|