«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 » #
АҢ МЕНӘН ИДАРА ИТӘ АЛЫРМЫ?

Редакцияға Вәли Иҙрисовтан яһалма интеллект мөмкинлектәре һәм хәүефтәре тураһында һорауҙар килде. Беҙ был хаҡта туранан-тура ЯИ-ның үҙенән һорарға булдыҡ һәм донъяның алдынғы өс виртуаль әңгәмәсеһе, Әлисә (Алиса, Рәсәй), Дөпсөк (DeepSeek, Ҡытай) һәм Google яһалма интеллекты (АҠШ) нейроселтәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Уларҙың киң мәғлүмәтле, урыны менән айырылып торған, әммә төп фекерҙәре берҙәм булған яуаптарын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
05.02.26  
 
ИНАНҒАН ИЛҺӨЙӘР ҺҮҘЕ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мәрәжәғәтнамәһе тураһында федераль сәйәсмәндәр ниндәй фекерҙә?

Уҡырға
05.02.26  
 
ХУПЛАУ ТАБА

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе: Беҙ, депутаттар, Республика Башлығы бәйән иткәндәрҙең ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Былтыр БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса 30-ҙан ашыу закон ҡабул ителде. Быйылғы йыл планында ошо юҫыҡта тағы ла 4 закон ҡабул итеү ҡаралған.

Уҡырға
05.02.26  
 
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә төп йүнәлештәр, төп бурыстар билдәләнде

30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөһим ижтимағи-сәйәси сарала республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, яугир-ветерандар, танылған мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре йыйылғайны. Мөрәжәғәтнамә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Сәләм", "Башҡортостан 24" һәм "Бөтә Өфө" телеканалдарында тура эфирҙа барҙы, шулай уҡ трансляцияны республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин булды.

Уҡырға
05.02.26  
 
ҠУРМАС БАЙРАМЫ ТАҒЫ БЕР РИЗЫҠҠА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ УЯТТЫ

Ошо көндәрҙә Архангел ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың онотола барған тағы бер йолаһына яңы һулыш өрҙө - Ҡурмас байрамы үткәрҙе. Уларҙы райондың башҡа ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр, Өфөнән килгән ҡунаҡтар тамаша ҡылды.

Уҡырға
29.01.26  
 
КЕШЕ КҮҢЕЛДӘРЕН ДАУАЛАУСЫ

Бар ине замандар! "Совет Башҡортостаны", аҙаҡ "Башҡортостан" атамаһы менән сыға башлаған республика гәзите ул саҡтарҙа ( 1980 йылдар күҙҙә тотола) журналист булыу хыялы менән янған кеше өсөн буй етмәҫлек юғарылыҡ булып тойола ине. Һәм был, ысынлап та, шулай ине: тарих фәндәре кандидаты Абдулла Исмәғилев, унан һуң республикала күренекле сәйәсмән, философия фәндәре кандидаты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әйүпов, билдәле дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтар баш мөхәррире булған һәм 100 меңләп тираж менән сыҡҡан был гәзит республика матбуғаты кимәлен билдәләүсе етди ҙә, уҡыусылары күңеленә яҡын да, темалар төрлөлөгө, тел-стиль йәһәтенән өлгөлө лә баҫма булараҡ ҙур ихтирам менән файҙаланды.

Уҡырға
29.01.26  
 
БӘЙЕТТӘР ҘӘ ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ

Ошо көндәрҙә Учалы районы Илсеғол ауылы ағинәйҙәре район ағинәйҙәрен "Бәйеттәрҙә - беҙҙең тарих" тип аталған сараға саҡырҙы.

Уҡырға
29.01.26  
 
СИХЫРЛАҒАН МИНЕ ТЫУҒАН ЕРЕМ...

Уҡыусыларыбыҙ хәтерләйҙер, гәзитебеҙҙә "Ябай кешенең... ҡатмарлы фекерҙәре" тигән баш аҫтындағы үҙенсәлекле, ысынлап та, ҡатмарлы, фәлсәфәле, уйландыра ла, бәхәс тә тыуҙыра торған яҙмалары менән даими рәүештә сығыш яһай торғайны Урал МОСТАФИН. Һуңғы йылдарҙа ул һирәгерәк яҙыша, әммә беҙ уның яҙмаларын һәр саҡ көтөп алабыҙ. Ошо көндәрҙә Урал Сабирйән улына 75 йәш тулды. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙға уның ошо хәтирә-яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
29.01.26  
 
КЕШЕНЕҢ ЭСКЕ ДОНЪЯҺЫ - ЙЫҺАНДЫҢ ҮҘЕ

Айбулат Ураҙбахтин - гәзитебеҙҙә йәшәйеш ҡанундары темаһына бағышланған бер нисә мәҡәлә авторы. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй. Эшҡыуар. Донъяға үҙ ҡарашы булған, үҙенсәлекле фекерләгән шәхес булараҡ, һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу, эҙләнеү юлында. Маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә, тормошта баланс табырға өйрәткән, үҫеш, карьера йүнәлеше өҫтөнлөктәрен билдәләргә ярҙам иткән шәхси консультант - коуч та ул. Уның менән кеше булмышы, рухиәт, йәшәйеш, уңыш серҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
29.01.26  
 
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.

Уҡырға
29.01.26  
 
БАЛАНЫҢ КИЛӘСӘГЕН АЛДАН ФАРАЗЛАУ ДӨРӨҪМӨ?

Бер нисә йыл элек оҙаҡ ваҡыттар күрмәгән бер танышымды ҡала урамында осраттым. Өҫтөндәге керле, аламараҡ күлдәге, майланып, бысранып бөткән джинсы салбары, ҡырынмаған, таушалған йөҙө уның тормошо ал да гөл булмауы хаҡында һөйләгәндәй. Башта уны танымайыраҡ та торҙом.

Уҡырға
29.01.26  
 
АҪРАУСЫҺЫ ҠУЛЫН ТЕШЛӘНЕ

Үткән аҙнала Берләшкән Ғәрәп Әмираттары баш ҡалаһында (Абу-Даби) был төбәк климаты өсөн һирәк осрай торған тәбиғәт күренеше - ҡойма ямғыр яуып үтте, тип хәбәр итте 25 ғинуарҙа "Новости" Яңылыҡтар агентлығы хәбәрсеһе.

Уҡырға
29.01.26  
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕБЕҘ ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ ДӘҮЕРЕНДӘ

Донъяла цифрлы технологиялар үҫеше киҫкен боролош яһаны. 2026 йыл башына интернетта эҙләү системалары SEO (Search Engine Optimization) ысулынан яһалма интеллект (AIO, AI Optimization) һәм генератив моделдәр (GEO, Generative Engine Optimization) нигеҙендәге яңы процедураларға күсте. Алдағы йылдарҙа телдәрҙең цифрлы нигеҙе яһалма интеллекттың ҙур тел моделе (LLM, Large Language Model) менән бәйле буласаҡ. Сөнки ул мәғлүмәт һәм ғилем биреүҙең төп нигеҙенә, кешеләрҙең көндәлек аралашыу мөхитенә, мәғариф һәм мәҙәниәт ҡоралына әүерелә бара. Ә яһалма интеллект моделдәренә инмәгән телдәрҙең киләсәге хәүефле.

Уҡырға
29.01.26  
 
МӘРГӘНДӘР БӘЙГЕ ТОТТО

Ошо көндәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында йәйәнән уҡ атыу буйынса "Беренсе гимназия кубогы" республика турниры үтте.

Уҡырға
29.01.26  
 
БАШҠОРТСА БИАТЛОН ШУЛАЙ БУЛА!

Уҙған шәмбе Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре ярышы - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры уҙҙы.

Уҡырға
22.01.26  
 
БОРОНҒО БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ

Бына тағы бер йыл (ике меңдә егерме бишенсе йыл) үтеп китте. Әҙәм балалары Яңы йыл ығы-зығыһы менән мәшғүл булып, шыршы биҙәп, үҙҙәре лә битлек (маскалар) кейеп, йәки төрлө ҡиәфәткә инеп биҙәнеп, шау-гөр килде.

Уҡырға
22.01.26  
 
ИҢ ӘҘӘПЛЕ ТЕЛ ҺҮГЕНЕҮҘӘН АЗАТ БУЛҒАНЫ

Инглиз ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: Гренландия эскимостарының теле доньялағы иң әҙәпле телдәрҙең береһе икән. Был телдә кешене рәнйетә торған бер генә һүҙ ҙә юҡ!

Уҡырға
22.01.26  
 
ЮЛДЫБАЙ ТИГӘН РУХИ АУЫЛЫБЫҘҘА АУЫЛСА АРАЛАШЫП ЙӘШӘҮҘЕ БӘХЕТКӘ ТИҢЛӘЙБЕҘ

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы республикабыҙға Азат Айытҡолов, Юнир Солтанов, Роза Буканова, Алик Йәғәфәров, Салауат Фәтхуллин, Мөслим Әбсәләмов, Әхмәт Хисмәтуллин, Миңлеғәле һәм Азат Нәҙерғоловтар, Айгөл Айытҡолова, Рәфҡәт һәм Рөстәм Шәриповтар, Айрат һәм Айгиз Ҡарасовтар, Ринат Нурисламов, Иҙрис Такалов, Ләйсән Моталлапова кеүек күп һандағы шәхестәр биргән. Уларҙы һанап үтер өсөн дә айырым мәҡәлә талап ителер ине. Ә бына Йылайыр районының башҡа ауылдарында тыуып үҫһәләр ҙә, тамырҙары менән Юлдыбайҙан булған Гүзәл Яубаҫарова менән Юнир Вәлиев үҙҙәрен ошо ауыл аҫабалары тип һанай. Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүсе юлдыбайҙар - Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, "АС-Проект" проектлау институты" яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры Гүзәл Юныс ҡыҙы ЯУБАҪАРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, БР-ның мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Юнир Сәлим улы ВӘЛИЕВ, шулай уҡ Юлдыбай ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Рәдиф ҡыҙы Юлдашева менән осрашып, Юлдыбай ауылына бәйле хәтирәләре, шулай уҡ ауыл-ҡала проблемаларына бәйле башҡа мәсьәләләр хаҡында фекер алыштыҡ.

Уҡырға
22.01.26  
 
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Өфөнән Верхнеуральск өйәҙенә урман башҡорттары араһында билдәле бер этнографик һәм антропологик күҙәтеүҙәр уҙғарырға барған саҡта Александров заводы экипаж менән барып етерлек һуңғы пункт ине; артабан юлды һыбай көйөнә генә дауам итергә мөмкин булды.

Уҡырға
22.01.26  
 
ДОКТОР, ҺИНӘН - БЕР ЯРТЫ...

Авторҙарыбыҙҙың бәғзе ваҡыт кешеләрҙең бер-береһенә кешеләрсә булырға тейешле мөнәсәбәттәре хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы юҡҡа түгел. Был мәсьәлә һәр саҡ актуаль булып ҡала. Ошо темаға ҡағылышлы мин дә йыш ҡына уйланып алам. Хәрби табип булып оҙаҡ ваҡыттар хеҙмәт итеү дәүерендә осраған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ныҡ ҡына хәтеремдә ҡалған.

Уҡырға
22.01.26  
 
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 » #
Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru