|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
Биттәр : # « 2 3 4 5 6 7 8 9 10 » #
|
ҮҘ ХӘЛЕҢДЕ ҮҘЕҢ ҠАЙҒЫРТ!
|
|

Һуңғы ваҡыт социаль селтәрҙәрҙә ни сәбәптәндер тағы ла пальма майы темаһына әйләнеп ҡайттылар. Йәмәғәтселектә һәм киң мәғлүмәт сараларында яманаты сыҡҡан был майҙы ҡотто алырлыҡ факттар менән фашлаусы күпме генә материалдар донъя күрмәһен, ил хөкүмәте халыҡ һаулығы хаҡына аҙыҡ-түлек етештереүсе тармаҡтарҙы ошо арзан сеймалды ҡулланыуҙан ҡәтғи рәүештә генә һис тыя алмай.
|
Уҡырға
17.09.26
|
| |
|
|
НИ ӨСӨН КЕШЕ ҠУЛЫ АЛЫШТЫРҒЫҺЫҘ?
|
|

Яһалма интеллект тормошобоҙға шул тиклем тиҙ килеп инде, хатта ҡайһы бер һөнәр эйәләре киләсәктә эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡа башланы. Нейроселтәр, ысынлап та, меңдәрсә бит мәғлүмәтте бер минутта эшкәртә. Тик ул яҙған әҫәрҙәрҙең уғата шыма, әммә ҡорораҡ булыуы, бигерәк тә бер үк һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы (тавтология) күҙгә йыш салына. Был етешһеҙлек машинаның "аҡылһыҙлығынанмы", әллә үҙенсәлекле алгоритмдарынанмы? Рубрикабыҙҙың бөгөнгө сығарылышында ошо күренеш тураһында йәнле әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
17.09.26
|
| |
|
|
ЙӘМҒИӘТ "АТАЙСАЛ"ДА БЕРЛӘШӘ
|
|

Бына биш йыл инде республикала "Атайсал" проекты бойомға ашырыла, ул йәмәғәтселеккә тыуған төйәкте ярата белеүебеҙҙе һәм уның хаҡында хәстәрлек күрә алыуыбыҙҙы бик күп миҫалдарҙа иҫбат итте.
|
Уҡырға
17.09.26
|
| |
|
|
СПОРТТА ЛА ҺЫНАТМАЙҘАР!
|
|

Екатеринбургта ил кимәлендә "Рус баҡыр компанияһы" призына профессиональ бокс ярышының финалы үтте. Төп алышта башҡорт боксеры Вилдан Минасов Владикавказдан Тигран Согоян менән осрашты.
|
Уҡырға
17.09.26
|
| |
|
|
ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘ ҘӘ ЕҢДЕ!
|
|

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипованы тәбрикләне. Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
|
Уҡырға
17.09.26
|
| |
|
|
ҺЫУ БОРОСО
|
|

Йәшел, ә көҙгә табан ҡыҙғылт һабаҡлы, оҙонса япраҡлы һыу боросо (горец перечный) һыу буйҙарында, һаҙлыҡ ситтәрендә, һуғарыулы көтөүлектәрҙә үҫә. Күпләп үҫкән урындарҙа ул ҡыҙғылт төҫтәге келәмде хәтерләтә.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
АРЫҪЛАН ҠОЙРОFO
|
|

Ҡалдыҡ ерҙәрҙә үҫкән был үҫемлекте күптәр һуҡыр кесерткән үләне менән бутайҙар. Эйе, арыҫлан ҡойроғоноң (пустырник пятилопастный - Leonurus quinquelobatus L.) һуҡыр кесерткәнгә бер аҙ "туғанлығы" булһа ла, ул унан бейеклеге менән дә (метр ярымға етә), һабағының төҙөлөшө яғынан да ныҡ айырыла. Уның сәскәләре август бөткәнсе ҡойолмай ултырғанға күрә, бал ҡорттары унан йәй буйы бал йыя.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
МЕҢЬЯПРАҠ
|
|

Әле күптән түгел генә күкрәп сәскә атҡан үләндәрҙең күбеһе ҡурышып, көйөп ергә һылаша. Улар араһында тик бер генә үҫемлек, ап-аҡ сәскәләрен ҡояшҡа йылмайтып, ғорур баҫып тора. Был - меңьяпраҡ (тысячелистник лекарственный - Achillea millefolium L.).
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
КҮГҮЛӘН
|
|

Күгүләндәр ҡалҡҡас, ҡайтам әле
Үҙебеҙҙең тауҙар яғына…
Ғәлим Дәүләтов
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ДАУАЛАЙ ТИП ЫШАНЫП КҮРӘҘӘСЕГӘ, СИХЫРСЫҒА БАРМА БЕРҮК
|
|

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың ышаныусанлығынан, берҡатлылығынан файҙаланып, сирҙәрҙе дауалайбыҙ, яҙмыштарҙы күҙаллайбыҙ, тип, күрәҙә һәм сихыр менән шөғөлләнеүсе һәм шул юл менән мал йыйыусы ялғансылар күбәйҙе. Был шөғөл Ислам диненә, мосолмандарға ғына түгел, бөтә халыҡҡа ҙур зыян килтерә. Сөнки сихыр һәм күрәҙәлек - Аллаһҡа һәм Уның Бәйғәмбәренә ышанмау, Уларға итәғәт итмәү, тигән һүҙ.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ТЕЛГЕЛӘНГӘН ЙӨРӘК ҒАЗАБЫ
|
|

Нәркәс юҡта өйләнешеү хаҡында хәбәр ҡуҙғатҡыһы килмәне егеттең. Оҙаҡлап та ултырманы, сәй эскәс тә ҡуҙғалып, автобусҡа китте. "Ҡайны" кеше оҙатырға сыҡты. Артынса "ҡәйнәһенең" шыбырҙап ҡына: "Бер ни белмәй шикелле ул, белмәһә әйт!" - тигәне ҡолағына салынып ҡалды. Тик хужа кеше туҡталышта күҙҙәрен ситкә алып ниңәлер ыҡ-мыҡ килде, кәрәкмәгән хәбәр сурытты, егет автобусҡа күтәрелә башлағас ҡына, кинәт һиҫкәнеп, "кейәү" тине лә, яңылыш хәбәр әйткәндәй тотлоҡто һәм, ниҙер юғалтып сикһеҙ үкенгән ҡиәфәттә ҡул иҙәне...
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ТЕЛЕҢДӘН ҺӨЙӨН, АҒАЙ!
|
|

"Ҙур рәхмәт, рәхәтләнеп, йылмая-йылмая уҡыным. Шул тиклем халыҡсан тел, яғымлы юмор менән яҙылған. Үҙем өсөн күптән ҡулланылыштан сыҡҡан, йә урындағы һөйләштә, ололар телендә генә һаҡланып ҡалған әллә күпме һүҙҙәр астым. Хикәйәне уҡығанда үҙемдең балалығым үткән ауылымды, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән инәй- бабайҙарҙы (йәндәре йәннәттә булһын) иҫкә төшөрҙөм. Тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт, һаулыҡ, ижади уңыштар һеҙгә..." тип, "Бәйләнештә" селтәрендә Вәзилә Хәкимова күренекле яҙыусы Хәйҙәр Тапаковтың "Туғандар һәм таныштар" хикәйәһенә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдергән.
Әйткәндәй, Хәйҙәр Тапаковтың "Йәшлеккә ҡайтыу" проза йыйынтығының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен китап һөйөүселәр ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡаршы алды.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
КАРУАНҺАРАЙҒА - 180 ЙЫЛ
|
|

Башҡорт халҡының яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйле булған үҙенсәлекле тарихи-архитектура комплексын, Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы, "башҡорттарҙың изге урыны" тип йөрөтәләр. Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙ "каруандар йорто", "ҡунаҡ йорто" тигәнде аңлата.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
МИН ЯҘҒАНДЫ, ӘКИӘТ, ТИМӘ ӘКИӘТ ТӨБӨНДӘ ЛӘ ХӘҠИҠӘТ БАР
|
|

Тарихтың туҙға ғына түгел, телгә лә яҙылғаны
Этнонимдарға кире ҡайтып, башлаған фекеребеҙҙе дауам итәйек. Әйтәйек, ғәрәптәр үҙҙәрен нилектән ғәрәп тип атаған һуң? Баҡһаң, был этнонимдың нигеҙендә "ар атаһы" тигән мәғәнә ята икән: "арий" һүҙе ер кешеһе мәғәнәһен бирһә, "аба" ғәрәпсәнән "атай" тип тәржемә ителә.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
БЕРЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ НИСЕК МӘКТӘПКӘ ӨЙРӘНӘ?
|
|

Өфө мәктәптәрендә быйыл 12 меңгә яҡын бала беренсе тапҡыр парта артына ултырҙы. Уларҙың ата-әсәләре өсөн психологтар "адаптация" тип атаған бик мөһим этап башлана. Өлкән категориялы медицина психологы Регина ХӘЛФИНА нисек итеп беренсе класс балаһының күңелендә уҡыу процесына һәм мәктәпкә ҡарата һөйөү уятыу тураһында кәңәштәре менән бүлеште.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ҒАУҒА ҠУПҺА, ҠАРАҠҠА ФАЙҘА
|
|

Сентябрҙең тәүге аҙнаһы ла үтеп китте. Донъя кимәлендә һәм Рәсәй буйынса ошо ваҡыт киҫәге эсендә иң беренсе иғтибарҙы йәлеп итеүсе сәйәси ваҡиғаларҙың береһе АҠШ президенты вәкилдәренең Мәскәүгә рәсми визиты булғандыр.
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ХЕҘМӘТ ШАРТТАРЫ ЯҠШЫ
|
|

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальоны сафын тулыландырыу дауам итә.
Ир-егеттәр Оборона министрлығы менән БПЛА операторҙары һәм был подразделениеның башҡа һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итеү өсөн әүҙем контракт төҙөй. Ошо йәһәттән башҡорт дроноводтар батальонын ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһаған республ
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ЙӨҘ КӨН КҮП ТҮГЕЛ, ЛӘКИН...
|
|

Баш ҡалалағы бар ваҡиғалар, бар яңылыҡтар, шулай уҡ ҡала етәкселәре башҡарған ғәмәлдәр, теге йәки был тема буйынса яңғыратҡан фекерҙәре, яһаған һығымталары "Киске Өфө", "Вечерняя Уфа", "Уфимские ведомости" тигән баш ҡала гәзиттәре биттәрендә, шулай уҡ Өфө телевидениеһында сағылыш таба. Был юлы ла беҙ, өс баш мөхәррир һәм Өфө телевидениеһы журналисы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВ менән осрашып, уның был вазифаны 100 көн башҡарыу осорон билдәләп, әңгәмәләшеп алырға йыйылдыҡ. Һәр хәлдә, ҡала башлығының ошо осорҙа башҡарған эштәре беҙҙең ҡәләм осонда булды һәм уның бөгөнгө ауыр шарттарҙа һәр етәксегә хас ауырлыҡтарҙы үҙ иңенә алып, уларҙы хәл итергә бик етди тотоноуына шаһитбыҙ.
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Головтың әңгәмәбеҙҙең башында уҡ "Әйҙәгеҙ, йөҙөбөҙгә йылмайыу сығарып һөйләшәйек!" тип тәҡдим итеүен Рөстәм Динислам улы ла хупланы һәм йылмайып, шулай тип яуапланы:
|
Уҡырға
10.09.26
|
| |
|
|
ТАТЛЫ ТАМЫР
|
|

"Татлы тамырҙы (солодка Коржинского - Glycyrrhiza Korshinskyi Gri.) беләһеңме? Уның файҙалы үҫемлек икәнлеге билдәлеме, юҡмы?" - тип атайым күп йылдар элек үк һорағайны инде. Ул ошо үләндең 1921 йылғы йотлоҡта һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа берҙән-бер тәмләткес булыуын, аслыҡтан үлем хәленә еткән кешеләрҙең ошо үләндең тамырын сәйнәп һауығыуҙарын легенда итеп һөйләгәйне… Баймаҡ районы Татлыбай ауылының өлкән уҡытыусыларының береһе Юнир ағай Әбделкәримов та, ошо фекерҙе ҡеүәтләп: "Көнө буйы бесән эшләп арыйһың, ә ҡайтышлай ошо үләндең тамырын сәйнәһәң, яңынан көс ингәндәй була", - тип үҙенең йәш саҡтағы хәтирәләрен уртаҡлашты. Ул саҡта мин ғилем юлын яңы ғына башлап йөрөй инем әле. Әммә минең буласаҡ ғилми эшкә этәргес көс булды ул һүҙҙәр.
|
Уҡырға
03.09.26
|
| |
|
|
ҺАРЫ МӘТРҮШ
|
|

99 сирҙән дауа тип йөрөтәләр уны (зверобой продырявленный - Hypericum perforatum L.) борон-борондан. Ләкин уның малдар өсөн ағыулы үҫемлек икәнен дә оноторға ярамай. Һары мәтрүш составында гиперацин тигән пигмент бар. Һары мәтрүште ашаған малдың үлеүе ихтимал. Бәлки, бына ошоға ҡарап та уны рустар "зверобой" тигәндәрҙер. Башҡортса исеменә килгәндә инде ул тышҡы төҙөлөшө менән ҡәҙимге мәтрүшкәгә бик ныҡ оҡшаған, шуғалыр инде, һары мәтрүш тип атағандар.
|
Уҡырға
03.09.26
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 2 3 4 5 6 7 8 9 10 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|