Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
Биттәр : # « 3 4 5 6 7 8 9 10 11 » #
ҠАТЫНЫҢ БАЛА ТАПҠАНДА УНЫҢ ЯНЫНДА БУЛ!
|

Мексиканың Юкатан штаты аборигендары араһында беҙгә сәйер һәм көлкөлө булып тойолған бер күренеш күҙәтелә. Әгәр ҙә берәй ирҙең йыш ҡына уҡшып, ҡоҫҡоһо килә башлаһа, ваҡыты-ваҡыты менән эс сәнсеүе сығып, диарея бимазалаһа, был тирә-яҡтағылар өсөн уның ҡатынының йөклө булыуы тураһында билдә икән. Буласаҡ атайҙарҙы хатта тоҙло аҙыҡ тарта башлап, енси ихтыяжы юғалып, улар төрлө хәүефле төштәр күрә башлай икән. Был һис тә ғәжәп түгел: был ҡәүем ирҙәрендә үҙ-үҙҙәрен ҡатындары менән идентификациялау (тиңләү) халәте бына шулай ныҡ үҫешкән.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
БАЙҺАҠАЛДА ЯЛ ИТЕГЕҘ!
|

Походҡа йөрөргә яратҡан кеше булараҡ, республиканың төрлө төбәгендә булырға тура килде. Тауҙарға күтәрелеү, йылғалар буйлап ағыу, мәмерйәләр эсен байҡау, күлдәр матурлығын күҙәтеү һәм башҡалар - барыһы ла зиһенде аса, күңелгә ял бирә, матурлыҡты күрергә өйрәтә. Төрлө миҙгелдәге сәйәхәттең үҙенә генә хас айырым күркәмлеге бар. Яҙын бар донъяның ҡышҡы йоҡонан уяныуына шаһит булаһың, йәйге сәйәхәт ваҡытында республикабыҙ тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ хозурлығын байҡайһың, көҙ миҙгелендәге сәйәхәт төрлө төҫтәргә мансылып ял итеүҙән алған тәьҫораттарҙы тағы ла байыта төшә. Ә ҡышҡы сәйәхәт тәнгә генә түгел, йәнгә яңы һулыш бирә. Быйыл дуҫтар менән ҡышҡы Ирәмәлгә сәйәхәт итеү мөмкилеге булды һәм беҙ был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманыҡ.
Башҡорттар өсөн изге тау Ирәмәлгә ҡышын күтәрелеүҙән алған ыңғай хис-тойғолар әллә күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әле булһа йөрәктә йәшәй. Сәйәхәтебеҙҙең уң булыуы, матур үтеүе беҙҙе ҡаршы алып, оҙата йөрөүсегә лә бәйле. Ысынлап та, ҡышҡы сәйәхәт өсөн үҙ эшенең оҫтаһы, тауҙы яҡшы белгән, төрлө кешеләр менән һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштыра алған ойоштороусының булыуы - уңыштың яртыһы. Ирәмәлгә алып йөрөүсе күп һанлы ойоштороусылар араһында Илфат ФАХРИСЛАМОВ, һис шикһеҙ, тәүге урындарҙың береһен алып тора. Уның менән эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләштек.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ХӨКӨМ-3
|

-Комиссияға кассир менән баш бухгалтерҙың инеүҙәрен, кассирҙың төргәк тотоп сыҡҡанын әйттеңме?
- Юҡ.
- Ниңә?
- Әллә? Улар бит аҡса тураһында һорашманы. Унан, ул төргәктә нимә икәнен ҡайҙан беләһең? Бәлки. Унда аҡса ла булмағандыр? Бөткәнме ни ҡатын-ҡыҙҙың ваҡ-төйәге?
- Ваҡ-төйәк тип, барыбер ҙә ыштан-трусик тотоп сыҡмай бит инде. Һуңынан һин кассирҙың, әлдә аҡсаны ҡалдырмағанмын, әрәм була ине, тип һөйләгәнен ишеткәнең булманымы? Кеше, шул хәбәрҙе ысҡындырған, тип һөйләй бит.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
|

Редакциянан: Зыялылар араһында заманында киң билдәлелек яулаған руханиҙарҙың иң арҙаҡлыларынан булып, Ислам тәғлимәте даирәһенең башҡорт ерлегендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙары тәриҡәте тип исемләнгән йүнәлеш остазы, философ, мәғрифәтсе, күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Хәбибулла улы РӘСҮЛЕВ тураһында күп яҙҙыҡ. Иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙ был шәхес менән фиҙаҡәр журналист Рәүеф Насыров яҙмалары аша танышты. Артабан Ислам белгесе, философия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының Ислам донъяһы философияһы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Илшат Рәшит улы Насыров тәржемәһендә дини философ, тарихсы шәйех Морат Рәмзиҙең (1855-1934), АҠШ-ның Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғарҙың яҙмаларын да баҫтырҙыҡ. 2013 йылда иһә был хәтирәләрҙе шулай уҡ фиҙаҡәр яҙыусы Спартак Ильясов тулыландырҙы. Ҡабатлағандан доға яңыра ғына, тип, етмәһә, әле булһын Зәйнулла Рәсүлевты белмәгән кешеләр барлығын иҫтә тотоп, ошо яҙмаларҙы ҡабатлап бирергә булдыҡ.
Рух кеше күңелендә болот кеүек. Йә сатрашландырып йәшнәп ямғыр яуҙыра, йә үҙ эйәhе күңелендә тыныс ҡына йөҙөп йөрөй. Тышҡа бәреп сығырҙай юл тапhа, hис шикhеҙ, йәмғиәткә хеҙмәт итерҙәй маҡсат тыуҙыра. Маҡсаты хужаhын алға әйҙәй. Тау аҡтарта, даръя кистерә. Зиhенлеләрҙән йәмғиәтте етәкләрлек тәғлимәт тыуҙыра. Быуаттар үтеп, ул зиhенленең фекер ептәре тарҡалып бөткән кеүек булhа ла, беҙ көндәлек тормошта уның менән ҡулланыуҙы дауам итәбеҙ икәнлеге асыҡлана. Тик хәҙерге заман кешеhенә ул алымдарҙың мәғәнәhе барып етмәй. Үҙебеҙҙе динле йәки динhеҙ итеп тойhаҡ та, һәр кемдең күңелендә үҙе инанған эске Аллаhы барлығын да беләбеҙ.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ҺЕҘҘӘ УТЫН КИҪЕЛҺӘ БЕҘҘӘ ЮНЫШҠЫ ТӨШӘ
|

Күберәген сәйәсмәндәр үҙенең лөғәтендә ҡулланған "Күбәләк эффекты" төшөнсәһенең асылы нимәлә тип уйлайһығыҙ? Баҡтиһәң, әле генә, кисә, былтыр йә йөҙ йыл элек кемдеңдер һаҡһыҙлығы арҡаһында йә башҡа сәбәптән бер күбәләктең ваҡытынан алда иртә таңдан ҡанаттарын елпеүе йәки елпемәүе, йәки булмаһа, кемдеңдер осраҡлы рәүештә йәки һаҡһыҙлыҡтан күбәләктең йәнен ҡыйыуы барлыҡ кешелек тарихын үҙгәртеүе бар икән. Йәғни грамдың күпмелер өлөшөн генә тәшкил итеүсе күбәләктең күбәләге донъяны үҙгәртә ала. Үҙгәртеү генә түгел, хатта кешелекте, донъяны һәләкәткә лә алып килеүе ихтимал бәләкәй генә йән эйәһенең. Нисек итепме? Хәҙер аңлатып ҡарайыҡ.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ИДАРАСЫЛАР ТӘРБИӘЛӘНӘ
|

Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсылары менән осрашты.
"Башҡортостан геройҙары" республика кадрҙар проекты - ил Президенты тәҡдим иткән "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының аналогы. Программаның төп маҡсаты - МХО-ла ҡатнашыусыларға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү, республика ҡалалары һәм райондары иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә һәләтле белгестәр һәм идарасылар командаһын әҙерләү. "Башҡортостан геройҙары" программаһы республикала быйыл февралдә старт алды. 70 ҡатнашыусы финалға үтте.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
Ә ЭШ ТОРБАЛА ИКӘН...
|

Үткән аҙнала бер нисә көн рәттән Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) Мәскәү өлкәһен сәпкә тоторға маташып, 16 дрон, шуларҙың 13-ө Мәскәү ҡалаһына йүнәлтелгән аппараттар ебәрҙе һәм улар нигеҙҙә Зеленоград ҡалаһы өҫтөндә атып төшөрөлдө. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, төндә шартлау тауыштары ишетелгән, торлаҡ йорт өҫтөндә атып төшөрөлгән бер пилотһыҙ аппараттың ут ҡабынған һыныҡтары бер нисә автомобилде зыянлаған, ҡайһы бер биналарҙың тәҙрәләре ҡыйратылған. Бәхеткә, Мәскәү мэры Сергей Собянин хәбәр итеүенсә, етди емереклектәр юҡ, тыныс халыҡ зыян күрмәгән.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
БЕҘҘЕҢ ФЕКЕРҘЕ ИШЕТТЕЛӘР
|

Тел мәсьәләһе - иҫ киткес нескә ғәмәл, ҡайһы берҙә уны сәйәсиләштереү өсөн бәләкәй генә бер сәбәп тә етә. Шуның өсөн килеп тыуған мәсьәләләрҙе, шулай уҡ халҡыбыҙ өсөн үтә мөһим туған тел мәсьәләһен конструктив хәл итеү мөһим. Бының өсөн мөмкинлектәр, ҡануни нигеҙ бар.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ УҠЫЙЫМ!
|

Тыуған илебеҙ Рәсәйҙе борсоған мәсьәләләр бөгөн кесе ватаныбыҙҙы, Башҡорт донъяһын да, шундай уҡ дәрәжәлә борсой. Халыҡ-ара кимәлдә Рәсәйҙең суверенитетын нығытыу, абруйын ҡайтарыу, тиҙерәк тыныслыҡ, именлек урынлаштырыу, иҡтисадты үҫтереү һәм шулар менән бер рәттән, туған телдәрҙе һаҡлау бурысы ил сәйәсәтенең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе тип ҡарала.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ЮЛДАР ҘА ЗАМАНСА ХӘҘЕР
|

16 июлдә М-12 "Көнсығыш" федераль автомобиль трассаһының Башҡортостан аша үткән Дүртөйлө - Ачит участкаһын сафҡа индереү тантанаһы булды.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
БАШҠОРТОСТАН ДАНЫ - ШҮЛГӘНТАШ, ЙӘКИ ЭПОСТАРҒА ТОРОРЛОҠ ТАШ ҺӘЙКӘЛ УЛ
|

Быйылғы йылдың 12 июле хәҙерге Башҡортостан тарихына бик тә күркәм, затлы һәм ҡыуаныслы дата булараҡ теркәлеп ҡуйыласаҡ. Боронғо башҡорт эпостары менән бәйле Шүлгәнташ мәмерйәһе, атап әйткәндә, уның залдарына таш быуаты (палеолит) эпохаһы кешеләре төшөргән һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы исемлегенә индерелде. Әлегә тиклем ошо исемлектә Рәсәйҙең 33 объекты бар ине. Был ҡаҙанышты мәҙәниәтебеҙ өлкәһендәге оло еңеүгә тиңләп була. Ошо проектты ғәмәлгә ашырыуға үтә тос өлөш индергән милләттәшебеҙ - Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмәбеҙҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
24.07.25
|
|
|
ҮЛӘН ЙЫЙЫУ МӘЛЕ
|

Һәр йондоҙлоҡтоң үҙенең шифалы үләне бар, бөгөн һеҙҙе шулар менән таныштырырға теләйем. Кемдер йондоҙлоҡтарға бик ышанып та етмәйҙер, шулай ҙа хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйығыҙ. Йондоҙлоҡтарҙың исемдәрен дә үҙемсә атайым.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
ЕЛӘКТӘР ЙЫЙЫЛДЫ, АРТАБАН...
|

Баҡса еләге артыҡ ҡатмарлы тәрбиә талап итмәгән культураларҙың береһе. Әммә тәүге йылдарҙа ул мул уңыш бирһә лә, дүрт-биш йылдан һуң уңыштың ҡапыл ғына түбәнәйеүе йәки еләк ҡыуаҡтарының ҡороуы ихтимал. Шуға ла еләктең үҫкән урынын йыш алыштырып торорға кәрәк. Мин үҙем еләкте бер урында ике йыл үҫтерәм, сөнки, күҙәтеүҙәр буйынса, өсөнсө йылына ул насар емеш бирә, сирҙәргә, зарарлы ҡоротҡостарға бирешеп бара, өлөшләтә ҡорой башлай. Шуға ла түбәндәге тәжрибәм менән уртаҡлашам.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
"ЕТЕБӨГӨЛӨШ" ҮРЕ
|

Республикабыҙҙың һәр ҡалаһын, район үҙәген Өфө менән һәм үҙ-ара яҡшы юлдар бәйләй. Ауылдарға илткәндәре, әлбиттә, икенсе мәсьәлә. Мин үҙем, үткән быуаттың 60-сы йылдарында тыуған быуын вәкиле, асфальтты тәү башлап Сибай менән Баймаҡ араһында ғына күрҙем. Мәүлетдин ағайым, атайымдың ҡустыһы, 1957 йылда армияға алына. Уларҙы Йылайырҙан иң яҡын булған тимер юл станцияһына, Күмертауға, көҙгө ямғырҙа машина менән алап китәләр. Өс көн машина этеп, уны арҡан тағып һөйрәп, 190 саҡрым араны саҡ үттек, тип һөйләгәйне ул. Урал аръяғын баш ҡалабыҙ менән бәйләгән шоссе юл Иҫәнғол, Мораҡ, Мәләүез аша 60-сы йылдарҙа, Башҡорт АССР-ның ул саҡтағы Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров башланғысында һалына. Асфальт иһә тик 80-се йылдар башында ғына түшәлә.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
ХӨКӨМ-2
|

-Яҙ булған бер ваҡиға онотолмай, - Илгиз Сәмиҙең һүҙенә әллә ни иғтибар итмәне, хәбәрен һөйләүен белде. - Кис ҡайҙандыр ҡайтып киләм. Ятаҡтан йыраҡ түгел урамда йәштәр сыр-сыу килә. Теге роликлы таҡта киҫәге бар бит әле, шуның менән йөрөйҙәр. Бер саҡ ҡаршы урамдан бер инвалид килеп сыҡты. Ботона тиклем ике аяғы ла юҡ, шуның һымағыраҡ кескәй таҡта киҫәгенә ултырған, ҡулдары менән этәнеп хәрәкәт итә.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
ҠАЙҺЫ ЕРЕҢ АУЫРТҺА ЙӘНЕҢ ШУЛ ЕРҘӘ
|

Медиктар фекеренсә, кеше организмы 45 del-ға (del - ауыртыуҙың үлсәү берәмеге) тиклем ауыртыуҙы күтәрә ала икән. Ауыртыу был кимәлдән артҡан осраҡта кеше шок хәленә инә һәм иҫен юғалта йә аңын юя. Ә ҡатындар бала тыуҙырған саҡта 57 del берәмгенә тиклем ауыртыу тойғоһон күтәреүгә һәләтле. Был бер юлы кешенең 20 һөйәге һынған саҡта тойолған ауыртыуға тиң. Тап шуның өсөн дә күп кенә әсәләр донъяға тыуған сабыйының тәүге илауын ишетмәй ҡала, баҡтиһәң.
"Бер төрлө ауыртыу икенсеһен кәметеүгә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә һеҙ теше һыҙлаған бесәйҙең ҡойроғона баҫһағыҙ, ул бынан тик кинәнес кенә аласаҡ", тигән яҙыусы һәм медик Антон Чехов. "Мөхәббәт - ул йөрәктең теш һыҙлауы", тигән Генрих Гейне. "Ауыртыу - аң уяныуы ҡорамалы", тигән тағы ла бер билдәһеҙ аҡыл эйәһе. Ә беҙҙең халыҡта иһә "Ауыртмаған башҡа - тимер таяҡ", "Йөрәге һыҙламағандың башы ауырта", "Ҡайһы ерең ауырта, йәнең шул ерҙә" тигән әйтемдәр бар. Әлбиттә, уларға һалынған кинәйәләр физик кисерештән дә киңерәк донъя, йәшәйеш хаҡында фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
КЕШЕ ҒҮМЕРҘӘРЕН ҠОТҠАРЫУ – ИҢ САУАПЛЫ ҒӘМӘЛ УЛ
|

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - ғалим-анестезиолог, реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2003 - 2017 йылдарҙа Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Фирғәт Миҙхәт улы БАЙРАМҒОЛОВ.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
АУЫРЫУ ЫШАНЫРҒА ТЕЙЕШ!
|

Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Кем дә кем дауалау эшенә тотона һәм ул кешенең дауалау оҫталығы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел, ул үҙенә бик ҙур яуаплылыҡ ала".
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
ИПОТЕКА ЮЛЛАР АЛДЫНАН ЕТЕ ҠАТ ҮЛСӘП АЛ!
|

Ипотека проценты бөгөнгө көндә көс еткеһеҙ юғары һәм шул уҡ ваҡытта фатирҙың үҙенә лә хаҡтар артҡандан-арта ғына бара. Бындай мәлдә торлаҡ һатып алырға кәрәкме һуң? Журналист, финанс блогеры, "Аҡсанан да ҡыйбат" подкаст авторы, Рәсәй Финанс министрлығының "Финкор-2024" премияһы лауреаты Ксения Падерина "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ошо һорауға ентекле яуап бирә.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
МАТЕМАТИКА ЛИЦЕЙЫ ТӨҘӨЛӘ
|

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө башланды. Проект "Йәштәр һәм балалар" федераль милли проекты сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән тормошҡа ашырыла.
|
Уҡырға
17.07.25
|
|
|
|
Биттәр : # « 3 4 5 6 7 8 9 10 11 » #
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|