«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҢГЕЛЕК БОҘ ИЛЕНДӘ АҪЫЛ БАШҠОРТ БАЛАЛАРЫ ЙӘНДЕ ИРЕТТЕ
+  - 

Халҡыбыҙҙа "Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә" тигән бик матур мәҡәл бар. Шуға ла төрлө төбәктәргә эш сәфәре менән сығырға тура килһә, ошондай мөмкинлек тыуыуға ҡыуанып бөтә алмайым. Башҡа халыҡтарҙың көнкүрешен, хәл-әхүәлдәрен күреп-белеп ҡайтыу күп нәмәләр тураһында фекер тупларға, сағыштырыуҙар үткәрергә, булғандың ҡәҙерен белергә, ә инде булмағандың булдырыу юлдарын эҙләргә өйрәтә. Әле яңыраҡ, 28-29 июндә, Саха-Яҡут Республикаһында уҙғарылған "Ысыах Туймаады" байрамында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Шул сәфәремдәге күҙәтеүҙәрем, тәьҫораттарым менән ихлас күңелдән уртаҡлашҡым килгәндән яҙам был юлдарҙы.

"Уруй-айхал!"

Сахаларҙың был милли байрамы II Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем гел 22 июндә, көн менән төн тигеҙләнгән ваҡытта үткәрелеп килә торған булған. Хәҙер 10-28 июнь арауығындағы ял көндәрендә үткәрелә. Ысыах - яҡуттарҙың Яңы йылы, йәғни ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән йәйҙе ҡаршылау, күк тәңреләре һәм улар йөҙөндә тәбиғәткә табыныу һәм халыҡтың иң изге теләктәрен еткереү йолаһы ул. Был байрам йыл һайын республиканың төрлө төбәктәрендәге изге урындарҙа уҙғарыла. Быйылғы Ысыахты асыу тантанаһында йәмғеһе 1500 кешене үҙ эсенә алған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнашты. Ике көн дауамында тамашасыларға төп сәхнәлә һәм тиҫтәнән ашыу сәхнә майҙансыҡтарында 77 төрлө байрам программаһы тәҡдим ителде. Бер нисәүһен генә һанап үтәм: ат сабыштырыу, көрәш, яҡут аш-һыуын әҙерләүселәр конкурсы, Себер халыҡтары йолалары фестивале, милли кейем, яҡут һылыуҡайҙары конкурстары, милли кәсептәр күргәҙмәһе, имселәр майҙансығы, "Олонхо" яҡут халыҡ эпосын һөйләүселәр конкурсы. Һәр ысыахта мотлаҡ рәүештә башҡарыла торған йолалар ҙа бар. Мәҫәлән, Осуохай бейеүе. Майҙандағы барса кешеләр бер нисә ҡат түңәрәк яһап, ҡояш әйләнәһе буйынса өйөрөлә. Ғүмер әйләнәһен сағылдырған түңәрәктә ҡулға-ҡул тотоношоп бейегән халыҡ шул рәүешле бер-береһенә ыңғай энергетикаһын өләшә.
Ә инде майҙандағы бар халыҡтың таң менән теҙелешеп баҫып, ҡояш ҡаршылауы иң төп йолаларҙың береһе булып тора. Ҡояштың тәүге нурҙары бөтә тереклекте уятыусы һәм таҙалаусы юғары көскә эйә, тип иҫәпләй сахалар. Ҡояшты барыһы ла теҙелешеп баҫып, ҡулдарын күтәреп, сәләмләп, алғыш менән ҡаршы ала. Ғөмүмән, был байрамда алғыш көн дауамында яңғырай, ошолай итеп байрамға йыйылған барса халыҡтың биоэнергетикаһы таҙартыла, фатиха еткерелә. Ҡыҙыҡ, ниндәй көскә эйә икән ул шамандарҙың яҡут телендә яңғыраған алғыштары? Һүҙҙәрен аңлар-аңламаҫ (улар ҙа төрки телле халыҡ) тыңлаһаҡ та, йөрәктәргә үтеп ингән кеүек була! Ниндәй теләктәр теләгәндәрен дә яҡынса тойомлаған кеүекбеҙ: донъяларының именлеген, халыҡтарының түллелеген, милләтенең ҡеүәтен, телдәренең ҡөҙрәтен теләп ялбарҙы улар үҙ Тәңреләренә! Күҙҙәрҙән йәш ағыҙған ошо алғыштарҙы майҙандағы меңәрләгән халыҡ ҡабат-ҡабат: "Уруй-айхал!" - тип йөрәкһенеп ҡеүәтләне. Изге урында күмәкләп теләнгән теләктәр ысынлап та ҡабул булыр, иншаллаһ! Беҙ ҙә, Рамаҙан айында юлға сыҡҡан башҡорт мосафирҙары, ғәзиз атайсалыбыҙға ҡарата шул уҡ теләктәрҙе теләп, эстән генә амин тоттоҡ.

Һәр халыҡтың милли йөҙө була!
Сәфәргә йыйынғанда ойоштороусылар: "Үҙегеҙҙең милли кейемегеҙҙе лә алып килергә онотмағыҙ. Байрам көндө беҙ барыбыҙ ҙа милли кейемдә генә йөрөйәсәкбеҙ", - тип алдан иҫкәртеп ҡуйғайны. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Ысыахҡа йыйылған барса халыҡ, ниндәй генә милләттән булмаһын, барыһы ла яҡут милли кейемендә йөрөй ине. Уның төрлөлөгөнә хатта күҙҙәр ҡамашып китә. Сәхнә өсөн тектерелгән кейемдәр түгел шул былар. Уларҙы һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып, үҙ зауығына ярашлы итеп тектереп алған. Якутск ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Айсен Сергеевич Николаев та, уның командаһындағы башҡа чиновниктар ҙа - милли кейемдә. Аҫаба халыҡҡа ҡарата булған оло ихтирам билдәһе итеп ҡабул иттем мин был күренеште. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: бер юлы тиҫтәнән ашыу сәхнә майҙансыҡтары эшләне, әммә бер ерҙә лә башҡа халыҡтар телендә яңғыраған йырҙар ишетелмәне. Яҡутстанда ике дәүләт теле иҫәпләнһә лә тирә-йүндә тик яҡут моңдары ғына яңғырауы йәнде иркәләне.
"Бынан ун йылдар элек Саха-Яҡут Республикаһының баш ҡалаһында яҡуттар бик аҙ ғына ине. Элекке президентыбыҙ Михаил Николаев тырышлығы менән һәр сәнәғәт предприятиеһында өҫтәмә эш урындары булдырып булһа ла, ауылдарҙан аҫаба халыҡ вәкилдәрен күсереп килтереп, эшкә алдылар. Мәктәпте тамамлаған һәләтле яҡут балаларын ауылдар буйлап эҙләп алып, кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыттылар, юғиһә, үҙебеҙҙең сәнәғәт предприятиеларында ла юҡ кимәлендә ине яҡуттар", - тип һөйләне беҙгә аралашҡан кешеләр.
Ғөмүмән, үҙ халҡын һаҡлап ҡалыр, уны пропагандалар өсөн сахалар төрлө алымдар ҡуллана. Ошо йыл да үткәрелеп килгән Ысыах байрамында ла Гиннесстар китабына индерерлек рекордтар ҡуйып, үҙ милләтен донъя кимәлендә танытырға тырыша улар. Быйыл иң күп ҡымыҙ эсеү буйынса рекорд ҡуйылды. Ҡымыҙ эсеүселәр һаны 11 136-ға етте. Ә бит конкурстың тағы бер төп шарты: ҡымыҙ эсеүселәр барыһы ла милли кейемдә булырға тейеш ине! Байрамға үҙебеҙҙең милли кейемде кейеп барғас, беҙгә лә хөрмәт йөҙөнән конкурста ҡатнашырға рөхсәт иттеләр. "Гиннесс рекорды ҡуйыуҙа ҡатнашты" тип, инглиз телендә яҙылған киң таҫма һалып ҡайтарҙылар яурыныбыҙға. Әйткәндәй, ошо ике көн дауамында барған байрамда мин бер генә лә эсеп-иҫереп йөрөгән кешене күрмәнем. Рәсми ҡабул итеү мәжлестәрендә лә, башҡа урындарҙа ла халыҡ бары тик ҡымыҙ эсеп күңел аса ине.
Ә шулай ҙа үҙебеҙҙең ҡымыҙ күпкә тәмлерәк икән шул! Оҙаҡ йылдар Яҡут-Саха Республикаһында табип булып эшләп, әле тыуған яғыбыҙға ҡайтып төйәкләнгән Наил Вәлийән улы Хәйруллин: "Башҡорт ҡымыҙының рецебын һорап бер булалар инде яҡуттар, әйтмәйем, әйҙә, үҙебеҙҙең милли серебеҙ булып ҡалһын!" - тип юҡҡа ғына мәрәкәләмәгән икән.
Сәфәрҙәштәремдең береһе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, медицина фәндәре докторы, танылған хирург Марс Тимербулат улы Юлдашев та алтмышынсы йылдар башында Якутскийҙа йәшәгән. 50 йылдан һуң йәшлек эҙҙәрен килеп күреп, бергә эшләгән коллегалары, дуҫтары менән аралашыуҙан айырым бер йәм табып, ҡыуанып ҡайтты ул был сәфәрҙән. Ҡала хакимиәтенең рәсми ҡабул итеүендә 77 йәшлек ағайыбыҙ башҡорт халыҡ йыры "Таштүрә"не һуҙып ебәреп, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған барса ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, беҙҙең сығыш иң эстәлекле һәм иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Өфө ҡала округы хакимиәте исеменән ҡотлауҙарыбыҙҙы еткереп, бүләктәребеҙҙе тапшырғандан һуң, яҡут дуҫтарыбыҙға ошо рәүешле йыр-моң күстәнәстәрен дә бүләк иттек. Йәш ҡурайсы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Илгиз Нәҙерғоловтоң дәртле бейеү көйҙәренә сыҙап ултыра алмай, урындағы башҡорттар бер-бер артлы бейергә төшә башлағас, барса халыҡ тәүҙә фотоаппараттарына үрелде, ә һуңынан сығыш яһаусыларҙы алҡыштарға күмде. Эйе, һәр халыҡтың үҙ милли йөҙө була! Туған телебеҙгә, халыҡ көйҙәренә, милли кейемдәребеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғролоҡ - тап ошо һыҙаттар халыҡты халыҡ итеп таныта, ихтирам тойғоһо уята шул.

Дьөһөгөйҙәрен ҡайттым яратып!

Дөрөҫөн әйткәндә, мин Саха-Яҡут ерендә болан культын күрергә әҙерләнеп килгәйнем. Баҡһаң, боландан да ҡәҙерлерәк күргән йән эйәләре бар икән. Бөйөк Тәңренең оло бүләге тип иҫәпләй атты яҡуттар. Дьөһөгөй тип йөрөтәләр уны. Бөгөнгө көндә республикала 200 мең баш ат иҫәпләнә. Яҡут аттары оҙон яллы, ҡуйы йөнлө. Аттар беҙҙәге кеүек һарайға бикләнмәй, улар йыл әйләнәһенә яланда йөрөй. Һәм шунлыҡтан, яҡут аттары үҙҙәренең ялында һәм ҡуйы йөнөндә ҡояш энергияһын - ерҙәге йәшәү сығанағын туплап йөрөй, тип ҡабул ителә. Ат ялы уникаль материал иҫәпләнә. Нимә генә эшләмәйҙәр унан: башлыҡтар, кейемдәр, билбауҙар, сумкалар, балаҫтар, гобелен, панно, һәр төрлө биҙәүестәр… Ат ялы менән бөтәһе лә булаша алмай. Айырым оҫталыҡ һәм сыҙамлыҡ (был ҡул эше күп ваҡытты ала) талап иткән был һөнәр быуындан-быуынға изге ҡомартҡы кеүек тапшырыла килә. Ат ялынан үрелгән әйберҙәр яман көстәрҙән һаҡлай һәм дауалай, тип иҫәпләй яҡуттар. Ул шулай уҡ кире энергияны ла юҡҡа сығара, нервыларҙы тынысландыра, һыҙланыуҙы баҫа. Ат ялынан етештерелгән массажерҙарҙың 20 төрө бар. Улар һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә. Шулай уҡ баш ауырыуҙарын, остеохондрозды дауалай.
Яҡуттарҙың деликатесы ла нельма, муксун, чир, омуль кеүек аҡ балыҡтар түгел, ә ҡолонҡай ите булып сыҡты. Яратҡан эсемлектәре, әлбиттә, ҡымыҙ!
Дьөһөгөй - илаһи арғымаҡ саха халҡының яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы иҫәпләнә. Шуға ла йәштәрҙең һәм балаларҙың бейеү элементтары ат сабышын һынландыра. Ғөмүмән, бейеү ритмдарында халыҡтың рухи үҫешкә ынтылыуын тойомламау мөмкин түгел: ниндәйҙер бер мөғжизәле энергетика, оптимизм, үҙ-үҙеңә сикһеҙ ышаныс, алға ынтылыу күҙәтелә был бейеүҙәрҙә. Хатта урындағы шамандар ҙа баш сайҡау, яурын һелкетеү, арҡа буйын ҡалтыратыу, тыпырҙау кеүек аттарҙың пластикаһын ҡабатлап, экстазға инә икән.
Хәйер, ат культына табыныу яҡуттарҙың “Олонхо” эпосында ла асыҡ сағыла бит. Саха ҡыҙҙарын йәш бейә менән сағыштырыу уның матурлығына, йәшлегенә иң оло баһа булараҡ иҫәпләнә. Егеттәрҙе иһә айғырға тиңләү - уның көсөн, таһыллығын, юғары дәрәжәһен таныу тигән һүҙ.
Ысыах уҙғарылған майҙанда 99 һырғы ҡағылып, һәр береһенә берәр ат бәйләнеп ҡуйылғанын күреп, аптырағайным тәүҙә. Хәҙер аңланым: дьөһөгөй - яҡут халҡының символы. Ошо юлдарҙы яҙғанда, йөрәк майҙарын һыҙырып, үҙебеҙҙең Аҡбуҙат иҫкә төштө. Йүгәнләр батырын эҙләп, ҡайҙарҙа ғына сабып йөрөй икән азатлыҡ һөйгән илаһи малҡайыбыҙ?..

"Нөрүөн нөргүй!"

Якутск аэропортына килеп төшөү менән ҙур хәрефтәр менән яҙылған "Нөрүөн нөргүй!" тигән оло плакат ҡаршы алды беҙҙе. Тәржемәһен аңламаһам да, нисектер, күңелгә ятышлы, ғәжәп йылы һүҙ кеүек тойолдо ул миңә. Хаталанмағанмын икән, беҙҙеңсә "Рәхим итегеҙ!" тигәнде аңлата, тинеләр ҡаршы алыусы дуҫтарыбыҙ.
Алда әйтеүемсә, һәр республиканың үҙ үҙенсәлеге була. Ҡайһы бер нәмәләрҙе күреп, фәһем алаһың, ҡайһыһын күреп - ғибрәт тигәндәй. Якутск әллә ни ҙур ҡала түгел. Урамдар ҙа тар ғына. Ул миңә беҙҙең Сибай, Стәрлетамаҡ кеүек бәләкәй ҡалаларҙы хәтерләтте. Хәйер, юҡ! Үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡҡа тиңләп буламы ни! Унда бит урам буйында бәләкәй генә сүп ятҡанын да күрмәҫһең! Ә бында… Хатта һәйкәлдәр эргәһендә лә селпәрәмә килгән шешә ватыҡтары тулып ята. "Йәштәр шулай төндәрен күңел аса", - тип аңлаттылар беҙгә. Юҡ, беҙҙә улай түгел, Аллаға шөкөр! Өфө урамдарында кискеһен хатта ҙур-ҙур байрамдар уҙғарылһа ла, таң атыуға йыйыштырыулы була.
Ә бына ҡаланан ситтә урынлашҡан зоопарктарын күреп, көнләштем бер аҙ. Хайуандар интегешеп ситлектә ултырмай. Уларға бөтә шарттар булдырылған: ғәләмәт ҙур территория, иркен вольерҙар, ҡышлар өсөн йылытылған айырым биналар. Аҡ айыуҙар өсөн оло һыу бассейны.
Тағы "Мәңгелек боҙ батшалығы" музейы оҡшаны. Йәй уртаһында толоп, аяҡтарға быймалар кейеп, тау эсендә урынлашҡан ҡышҡы музейҙа йөрөү бик күңелле булды. Боҙ скульптураларының ниндәйе генә юҡ бында! Ошонда уҡ боҙ скульптураларын яһау буйынса халыҡ-ара конкурс уҙғарғандар икән. Был сараға әллә нисә йыл ваҡыт үтһә лә, еңеүселәрҙең эштәре һаман күҙҙең яуын алып тора, исмаһам, берәй ере иреп, йә кителеп төшһәсе! Боҙ мәмерйәһе эсендә балалар өсөн боҙ тауҙарынан шыуып уйнау мөмкинлектәре лә бар. Иң ҡыҙығы, әлбиттә, туң килеш һаҡланған ысын мамонтты күреүебеҙ булғандыр. Саха-Яҡут ерендә бигерәк тә был гиганттарҙың оло һуҡҡы тештәре (бивень) күп табыла. Уныһына инде аптыраманыҡ, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла табылғаны бар мамонт һөйәктәре, тик бында уларҙы тейешенсә эшкәртеп, төрлө сувенирҙар етештерәләр икән. Ә бөтөн килеш кенә табылған һуҡҡы тештәрҙе матур итеп шымартып, лаклағандан һуң, 800 мең - 1 млн һумға һатыуға сығаралар!
Тағы ла Ысыах байрамы үткәрелгән ерҙә мотлаҡ рәүештә төҙөлгән ағас конструкцияларҙың: оло сәхнә, декоратив ҡапҡалар, һырғылар, күп һанлы урасаларҙың (чум рәүешендәге ағас өйҙәр) ҡабаттан һүтеп алынмауы бик оҡшаны. Халыҡ был изге урындарға экскурсияға килә, артабан да шул майҙанда байрамдар үткәрә.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, әлбиттә, яҡут биҙәүестәренә битараф ҡала алманым. Юҡ, ат хаҡы торған яҡут бриллианттарына иҫем китмәне минең. Ә бына төрлө аҫыл таштар менән биҙәлеп, күҙҙең яуын алып ятҡан көмөш алҡалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр арбаны ла ҡуйҙы бит! Үҙебеҙҙә милли колоритты сағылдырған биҙәүестәр бындағылай һәр сауҙа йортонда тулып ятмай шул!
Бер уйлаһаң, оло Рәсәйебеҙҙәге һәр халыҡ йөҙөк ҡашы кеүек бит ул! Уларҙың береһе генә юҡҡа сыҡһа ла, дөйөм орнаменттың бәҫе юғаласаҡ. Һәр халыҡ үҙ теле, үҙ йолалары, үҙенең милли йөҙө менән матур. Әйҙә, бер илдә беҙгә: "Шумбрачи, ялгат!" - тип, бер илдә: "Нөрүөн нөргүй!" -тип өҙөлөп өндәшһендәр. Беҙҙе лә Хаҡ Тәғәлә ғүмер буйы ҡулланылышта булған туған телебеҙҙән айыра күрмәһен! Килгән-киткән ҡунаҡтарҙы алыҫ киләсәктә лә ауыҙ тултырып, саф башҡортса: "Рәхим итегеҙ! Хуш килдегеҙ!" - тип тәбрикләргә яҙһын!

"Беҙ бит башҡорттар!"

Саха-Яҡут еренә аяҡ баҫыу менән беҙҙе ихлас ҡаршы алып, һәр ерҙә оҙатып йөрөгән ике ханым тураһында бәйән итмәһәм, сәфәрнамәм тулы булмаҫ кеүек. Бик булдыҡлы, уңған, сая ҡыҙҙар улар: Римма Абдулла ҡыҙы Хущамова (Әлибәкова) һәм Резедә Рәүеф ҡыҙы Дацкая (Низаметдинова). Республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплап торған ир йөрәкле ҡыҙҙар. Римма Хущамова Якутск ҡалаһы башҡорттары ойошмаһы рәйесе булһа, Резедә Дацкая Алдан башҡорттарының етәксеһе. Ундай рухлы ҡыҙҙар үҙебеҙҙә лә артыҡ булмаҫ ине лә, ни хәл итәһең, ейер ризыҡтары ситкә сәселгән булғандыр инде. Баймаҡ һылыуы Римма Хущамова Якутскийға тормош иптәше менән 1990 йылда күсеп килә. 6 йылдан һуң тәүҙә агроном, һуңынан участка милиционеры булып эшләгән һөйөклө иренең фажиғәле үлемен сит-ят ерҙә нисек күтәрә алғандыр, бер үҙе генә белә! Ярай ҙа, эргәһендә бауыр баҫырға берҙән-бер бөртөк ҡыҙҙары Гүзәле була. Уны аҡыллы, инсафлы итеп үҫтереү өсөн бөтә тырышлығын һала сабыр ҡатын. Үҙебеҙҙең мөхиттә ҡалһын өсөн ҡыҙын Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға индерә. Балаһы ҡулына диплом алғансы мохтажлыҡ кисермәһен, уҡып, кеше булһын, тип, ал-ял белмәй эшләй ҙә эшләй. Якутскийҙа етәксе урындарҙа эшләгән Римма Абдулла ҡыҙының абруйы бик ҙур. Ҡала чиновниктары ла, башҡа милли ойошмаларҙың етәкселәре лә уны әллә ҡайҙан күреп, ихлас сәләмләй. "Кире Башҡортостанығыҙға алып ҡайтып китә күрмәгеҙ, Риммаһыҙ беҙ ни эшләй алабыҙ?!", - тип шаяртып алды Саха-Яҡут Республикаһының баш мөфтөйө Муса хәҙрәт. Уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Бөтә дини байрамдарҙы ла бергәләп ойоштора улар. Мосолман ҡәрҙәштәрен һуңғы юлға оҙатҡанда ла бөтә тейешле йолаларҙы үтәү улар өҫтөндә. Иманлы ҡатын Якутск ҡалаһындағы мосолман зыяратын тәртипкә килтереүҙе лә үҙ бурысы һанай.
Резедә Дацкаяның Алдан ҡалаһында тештәрҙе протезлау буйынса үҙ шәхси клиникаһы бар. Үҙһүҙле, тырыш, кәрәк икән уҫаллыҡ та күрһәтә белгән Резедә Рәүеф ҡыҙы ауыр йылдарҙа ла бирешмәй, клиникаһын һаҡлап алып ҡала. "Ә бит заманында биш йәшлек кенә улымды күкрәгемә ҡыҫып килеп төпләнгәйнем был яҡтарға, - тип хәтерләй ул. - Ошонда мин үҙ ишемде, үҙ эшемде таптым. Улым эргәһенә ҡыҙым да тыуҙы. Әле өләсәй булыуыма ҡыуанам. Ейәнемдә башҡорт рухын тәрбиәләйем. "Мин - Салауат Юлаев!" тип уйнай ул балалар баҡсаһында ла…"
Ике ханым үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙғара. Төрлө сараларҙа ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалай. Ауырлыҡтарға зарланмай улар. Йәмәғәтселек эшен егелеп йөрөп тарталар. Уларҙың талымһыҙлығына, тырышлығына, ихласлығына беҙ ҙә һоҡландыҡ. Урындағы халыҡ та йылы мөнәсәбәтен белдерһә: "Беҙ бит башҡорттар!" - тип кенә ҡуя ҡыҙҙар.
Ә проблемалары етерлек инде. Төрлө саралар үткәргәндә күргәҙмә өсөн республикабыҙ сиволикаһы, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, сувенирҙар, китаптар кәрәк икән. "Их, башҡорт тирмәһе һатып алырға ине!" - тип тә хыяллана ханымдар. Башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын да һағыналар. Республика кимәлендә үткәрелгән байрам сараларының планы ла алданыраҡ ебәрелһә, һәйбәт булыр ине, тип һөйләшеп алдылар. "Быйыл минең тыуған яғым Салауат районында Салауат йыйыны уҙғарылыуын алданыраҡ белһәм, отпускамды тап шул мәлдә алған булыр инем, ныҡ үкенесле булды ҡайта алмауым", - тип көйәләнде Резедә.
Ҡыҙҙар икеһе лә үҙҙәре килеп бөтмөрҙәр. Милли кейемгә тиклем хәстәрләгәндәр. Резедә ысыахҡа үҙе тегеп кейгән күлдәк менән еләндә килгәйне: "Ҡашмау менән һаҡалымды Баймаҡта йәшәгән һеңлем ебәрҙе!" - ти ул ҡыуанып.
- Яҡут-Саха Республикаһында бөгөн 6 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың төрлөһө төрлө сәбәп менән килеп ереккән бында. "Үҙебеҙҙең йыр-моңдарҙы, тыуған яғыбыҙҙы бик һағынабыҙ! -тиҙәр. - Тик ни эшләптер Башҡортостан артистары, яҙыусылары килеп етмәй Себер яҡтарына, Татарстандан йыш ҡына килеп торалар тороуға…
Ысынлап та, битараф булмайыҡ әле алыҫ яҡтарҙағы милләттәштәребеҙ яҙмышына! Ситтә йәшәһәләр ҙә халыҡ иҫәбен тулыландырып тора бит яҡташтарыбыҙ. Ризыҡтары тартып, тыуған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтһалар, тағы ла шат булырбыҙ. Ә әлегә имен-аман торһон улар, мәңгелек боҙ илендә күңел ихласлығы менән йәнебеҙҙе иреткән аҫыл башҡорт балалары!

Шулай итеп…
Тарихҡа күҙ һалайыҡ: 1913 йылда Якутскийҙа мәсет төҙөүҙе һорап яҙылған хатта, мосолмандарҙың күплегенә ишаралап, бында 1 678 башҡорт, 66 ҡырғыҙ, 3 татар йәшәй, тип дәлилдәр килтерелгән. Әммә 1924 йылда халыҡты иҫәпкә алыу ваҡытында ошо халыҡтарҙың барыһын да татар тип яҙып сыҡҡандар. Шуға ла, шәжәрә ептәрен барлай башлағас, үҙҙәрен татар икән тип һанап йөрөгәндәрҙең тамырҙары Башҡортостанға килеп тоташҡанына һис ғәжәпләнерлек түгел. Уғры мөһөрө менән Себергә оҙатылһа ла, һөргөнгә ебәрелгән ата-бабаларыбыҙҙың күбеһе алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы, диндар кешеләр булған бит. Азатлыҡ өсөн һуғышҡан, илен, ерен, динен яҡлап сыҡҡан яугир уҙамандарыбыҙҙың вариҫтары йәшәй унда. Ҡыҫҡаһы, тарихсыларыбыҙ өсөн эҙләнәһе материалдар бик күп был тарафтарҙа. Һөргөнгә ебәрелгән ата-бабаларыбыҙ әйләнеп ҡайтыу юлдарын таба алмағас, Себер киңлектәрен "рәшәткәһеҙ төрмә" тип атаған. Саха-Якутстандың башҡорттар күпләп йәшәгән Олекма, Амга кеүек райондары, Бочанай, Новоалександровка тарафтары, моғайын да, үҙҙәрендә әллә күпме сер һаҡлай торғандыр. Беҙҙең һәлкәүлегебеҙ арҡаһында ошо юҫыҡтағы халҡыбыҙ тарихы ла мәңгелек боҙ ҡатлауы аҫтында тороп ҡалмаһын ине!

Зөлфиә ХАННАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.14 | Ҡаралған: 1854

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru