28 апрелдә баш ҡалала Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы үтте. Унда барлығы 350 делегат саҡырылғайны. Съезд эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, саҡырылған ҡунаҡтарҙан РФ Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Белоусов, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Мельниченко, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Назиржон Абдулғәниев ҡатнашты.
Рәсми теркәлгән 40 милли-мәҙәни йәмғиәтте берләштереүсе ойошма 2000 йылда барлыҡҡа килә һәм шул йылда уҡ уның беренсе ойоштороу съезы үтә. Икенсе съезд бынан 6 йыл элек уҙғарыла. Рәсәй Федерацияһында Дағстандан ҡала 100-ҙән ашыу халыҡ һәм милләт вәкиле йәшәгән Башҡортостан күп милләтлелеге буйынса икенсе урында тора. Шуға ла дөйөм мәсьәләләрҙе айырым түгел, ә уртаға һалып һөйләшеү, йөктө бер йүнәлештә тартыу республиканың тотороҡлолоғо, үҫеше өсөн бик мөһим. Бында, әлбиттә, ойошманың дәүләт власы менән конструктив диалог ҡора белеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Былтыр ойошма менән берлектә республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре 737 төрлө кимәлдәге сара уҙғарған. Шуларҙан Шәжәрә байрамы, Науруз, Масленица, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре һ.б. байрамдар хәҙер инде уртаҡ байрам итеп билдәләнелә. Шулай ҙа һәр ойошма туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынға телде өйрәтеү кеүек йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙенең сығышында тап ошо һәм башҡа мәсьәләләргә төп иғтибарҙы йүнәлтте лә инде: "Башҡортостан - башҡорттарҙың тарихи тыуған ере һәм башҡорт милләтенең берҙән-бер берләшеү урыны, шуға күрә дәүләт башҡорттарҙың социаль, рухи-мәҙәни үҫешенә ярҙам итергә тейеш. Был өҫтөнлөктө ҡасандыр Башҡортостанға килеп һыйыныу тапҡан һәм әлеге ваҡытта ошонда ерегеп йәшәгән барлыҡ милләттәр һәм халыҡтар вәкилдәре лә яҡшы аңлай. Йөҙәр йылдар дауамында ата-бабаларыбыҙ бер ниндәй тел, дин айырмалыҡтары ла дөйөм йортта тыныс һәм татыу йәшәү өсөн кәртә булып тормауын раҫлаған. Башҡорт халҡының тотош тарихына күҙ һалыу ҙа Тыуған йортобоҙҙоң берәү булыуын күрһәтә. Рәсәйгә хәүеф янағанда башҡорттар һәр саҡ рустар менән иңгә-иң терәп көрәшкә баҫҡан.
Бөгөн донъя тиҙ үҙгәрә. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең бер проблемаһын хәл итеп өлгөрмәйһең, яңы мәсьәләләр килеп тыуа. Шуларҙың иң мөһиме - глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың үҙенсәлеген, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихын һәм билдәле шәхестәребеҙҙең ролен боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарға ҡаршы тороу, йәштәребеҙҙе рухи-әхлаҡ нормаларында, илһөйәр итеп тәрбиәләү тора.
Бөгөн республикала ижтимағи ойошмаларҙың уңышлы эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, ныҡлы ҡануниәт базаһы бар һәм төрлө программалар эшләй. Беҙ, башҡорттар, республика булдырыусы халыҡ булараҡ, айырым ташламалар талап итмәйбеҙ. Әммә беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙә лә проблемалар бик күп. Республикала ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү буйынса хоҡуҡи акттар һәм дәүләт программалары ҡабул ителгән. Үкенескә күрә, улар тулы ҡеүәтенә эшләмәй йәки формаль рәүештә генә йәшәй.
Илһөйәрлек тәрбиәләүҙә төп күрһәткес булып балаларҙың туған телен белеүе торорға тейеш. Был хоҡуҡ Төп Закон һәм РФ-ның башҡа ҡанундары менән нығытылған. Әммә белем биреү ойошмаларының эшен анализлау туған телендә уҡыусы балаларҙың һаны ҙур тиҙлектә кәмеүен күрһәтә. Башҡорт мәктәптәрендә тәбиғи-математика фәндәре - 4-се, тарих, география 7-се синыфҡа тиклем генә башҡортса уҡытыла. 5-9-сы синыфтар өсөн - математика, физика, химия, биология, 8-9-сы синыфтар өсөн география, тарих дәреслектәрен башҡорт телендә нәшер итеү туҡтатылған. Быны заказ булмау менән аңлаталар. Ә сәбәбе ябай: муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының мәғариф органдары Берҙәм дәүләт имтихандарының рус телендә тапшырылыуына һылтанып, мәктәптәрҙе яйлап рус телендә уҡытыуға күсерә. Әммә сағыштырма анализ күрһәтеүенсә, башҡорт мәктәптәрендә уҡыусылар рус теленән БДИ-ны рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙан насар тапшырмай, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә лә өлгәшәләр. Һис шикһеҙ, рус телен белеү кәрәк, әммә туған тел иҫәбенә түгел. Тел юғалыу менән халҡыбыҙҙың быуаттар буйына туплаған иң яҡшы ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, тәжрибәһе юҡҡа сығасаҡ.
Һуңғы йылдарҙың мөһим проблемаһы - башҡорт ауылдарын һаҡлап ҡалыу. Эш булмауы йәштәрҙе ситкә сығып китергә мәжбүр итә. Барлыҡ үҙгәрештәр башҡорттар өсөн ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки милләттәштәребеҙҙең күпселеге ауылда йәшәй. Беҙ йәштәрҙең ауылдан китеүенә әҙер булырға һәм район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа башҡорт мөхитен булдырыу эшен көсәйтергә тейешбеҙ".
Сығыш яһаусы һәр кем үҙ милләтенең проблемаларына туҡталды, уртаҡ эш йүнәлештәрен билдәләне. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына йыйылған делегаттар сара һуңында ойошма рәйесе итеп РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаны һайланы. Уның урынбаҫарҙары - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, БР Рустары соборы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, БР татарҙарының милли-мәҙәни төбәк йәмғиәт автономияһы советы рәйесе Римма Үтәшева. Шулай уҡ Ассамблея президиумы Советы, 34 кешенән торған Ассамблея составы раҫланды. Улар араһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов та бар.
Шулай итеп, тағы ла бер оло ҡор үтеп китте. Әммә уны, үтте, тип еңел һулап, тынысланырға түгел, ә ең һыҙғанып ныҡлы эшкә тотонорға кәрәк. Хәл итәһе проблемалар бихисап әле.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА