«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ АҒАҺЫ БУЛЫУ ӨСӨН ҺАҠАЛ КӘРӘКМӘЙ, АҠЫЛ КӘРӘК
+  - 

Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВ Ил ағаһы булыу өсөн һаҡал кәрәкмәй - аҡыл кәрәк, ти халыҡ. Был һүҙҙәр юҡтан тыумаған. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Салауат Юлаев, Алдар батыр, Зәки Вәлиди кеүек шәхестәребеҙгә ил алдында һүҙ тотҡанда, мәңгелек әҫәрҙәр ижад иткәндә, сәйәси мәсьәләләрҙе хәл иткәндә нисә йәш булған икән тиһегеҙ? Егеменән - утыҙ биш йәшкәсәләр барыһы ла. Тимәк, эш йәштә түгел, ә йөрәктә. Бөрйән район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВтың эшмәкәрлеге менән танышҡанда ла иң башта уның йәш кеше булыуына иғтибар иттек. Һәм, әлбиттә, "Һеҙгә нисә йәш ул?" тигән һорауҙан ҡасып булманы. "33", тип яуаплай хакимиәт башлығы, бөрйәндәрсә күҙҙәрен генә көлдөрөп.

Рөстәм Динислам улы, Бөрйән районының республиканың айырым бер биләмәһе икәнлеге билдәле. Был райондың етәксеһе булараҡ, Һеҙ уның бөгөнгө тормошон, көнкүрешен нисек баһалайһығыҙ?

- Бөрйәндең географик урынын, иҡтисади, социаль, тарихи һәм башҡа торошон күҙ уңында тотоп, мин уның хәлен башҡа райондар менән сағыштырыу, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа тип уйлайым. Үҙегеҙ билдәләп үттегеҙ - был район айырым биләмә. Электән килгән "төпкөл" тигән атамаһында бығаса йәшәй. Насар мәғәнәлә түгел, ә ҡалаларҙан, үҙәктәрҙән алыҫ булғанға. Һәм был үҙенә күрә кире һөҙөмтәләрен дә бирмәй ҡалмай. Шундай күренештәрҙең иң беренсе сираттағыһы - эшһеҙлек. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн Бөрйән районы эшһеҙлек буйынса беренсе урында тора. Мәктәп, дауахана кеүек бюджет өлкәһенән тыш, халыҡҡа сығып эшләрлек производстволар юҡ. Ярай, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ яҡшы ғына үҫеш ала, уларға, әлбиттә, өмөт бар. Шулай уҡ халыҡтың боронғоса үҙ хужалығына таянып йәшәргә ынтылышы ла күҙәтелә. Күпләп мал, умарта, ҡош-ҡорт аҫыраусылар һәм шул иҫәптән ғаиләләрен ҡарап, балаларын уҡытыусылар күп.
Әлбиттә, райондың тормошон бынан ун-ун биш йыл элекке менән сағыштырып ҡарағанда, ер менән күк айырмаһы. Алға китеште, ыңғай хәл ителгән күренештәрҙе күҙгә элмәү мөмкин түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙәккә, баш ҡалаға яҡын ятҡан райондар, ҡалалар йәшәйеше менән ярышыу урынһыҙ. Бәлки, иҡтисади мәсьәләләрҙә Бөрйән иң аҙаҡҡы райондарҙың береһелер. Тик был әле халыҡтың социаль торошон кәүҙәләндермәй. Мин, мәҫәлән, үҙем ошо район кешеһе булараҡ, районымдың бөгөнгө йәшәйеше, уның ҡаҙаныштары, халҡы һәм тәбиғәте менән ғорурланам. Бында, ҡаты тәбиғәт шарттарында йәшәүсе кешеләр араһында, нисек кенә булғанда ла, ниндәй генә хәлдә лә, иң беренсе урынға кешелеклелек сифаты ҡуйылған.

Башҡорт халҡының айырым менталитеты булыуы хаҡында беләбеҙ. Ә бөрйәндәрҙең айырым холоҡ һыҙаттары бармы ул? Нисегерәк итеп ҡылыҡһырлайһығыҙ ерле халыҡты?

- Теге йәки был ерлеккә урынлашҡан халыҡтың холоҡ-һыҙаттары уның йәшәгән, урынлашҡан еренең географияһынан башлап, эсәр һыуына хәтле бәйле икәнлеген бөгөн иҫбатлап торорға кәрәкмәй. Ниндәйҙер айырмалыҡтар хатта бер биләмәләге ауылдар араһында ла була. Ә инде бөрйәндәргә килгәндә, башҡорт менталитетын ҡылыҡһырлаған "ябай, тәбиғәткә яҡын, уйсан, фәлсәфәүи аңлы, бер аҙ моңһоҙораҡ, әммә бик ғорур" тигән төшөнсәләр бөтәһе лә беҙҙеке. Тап беҙҙеке. Сөнки был холоҡ инде күп яҡ башҡорттарында ҡалмаған. Уларҙы заман ныҡлы эшкәрткән һәм улар күпкә ҡатыраҡ, үткерерәк, ҡулайлаша белгәнерәк булып киткән. Ә беҙҙекеләр тау-урмандар һиллеген, тәбиғәт менән берлелекте, тәбиғи фәлсәфәүи фекерләй белеүҙе һаҡлай әле. Нимә генә тигәндә лә, бында халыҡ ябай, хатта үтә ябай. Улар баҙар иҡтисадын да яңы ҡабул итә башланы. Бөрйән кешеһе өсөн баҙарҙа һатыулашып тороу, юлда ярҙам иткән өсөн хаҡ һорау, юл кешеһен алдау-талау, күрше-тирәһе менән ғауғалашыу, сит кешене ҡыйырһытыу ситен. Бөгөн бына боҙолоп ултыр оло юлда, һиңә берәү ҙә туҡтамаясаҡ. Ултыр Бөрйән юлында, туҡтамай үтеп киткән транспорт булмаясаҡ. Үҙҙәренә ауырлыҡ килтереп булһа ла ярҙам итәсәктәр улар һиңә. Бөрйән кешеһе ул ҡулындағыһын тоттороп ебәрһә ебәрә, тартып алмай. Үҙендә булмаһа ла һорамай, теләнселәмәй ҙә, талап та итмәй. Ул үҙ донъяһында - баҫалҡы һәм ғорур. Ситтәр өсөн бер аҙ ҡатыраҡ тәбиғәтле, йомоғораҡ булып күренәбеҙ, был ҡырыҫ тартыныуҙы йәшерә, һаҡланыу сараһы ғына, ә, асылда, бөрйәндәр улар үтә алсаҡ, ябай, саф халыҡ.

Ана шул ябайлыҡ, сафлыҡ бөгөн бөрйәндәрҙең бәкәленә һуҡмаймы икән? Күп ауылдар башлыса газ, һыу кеүек уңайлыҡтарҙың ни икәнен дә белмәй, рәтле юлдар күрмәй, күп нәмәнән мәхрүм булып көн итәләр кеүек түгелме?

- Дөйөм алғанда был шулай, эйе. Тик был яҡта ана шул етешлек, бөтөнлөк, камиллыҡ уңайлыҡтар йәки барлыҡ-юҡлыҡ менән үлсәнмәй. Бында донъяны ҡабул итеү фәлсәфәһе саҡ ҡына башҡасараҡ. Беҙҙә кешеләр газһыҙ-һыуһыҙ йәки юлһыҙ ҙа бәхетле була белә. Йыш ҡына Үрге Нөгөш ауылында булырға тура килә. Унда ҡыш көндәре бөтөнләй юл өҙөлә. Уйлап ҡараһаң, шундай уңайһыҙлыҡтан халыҡ асыулы торорға тейеш кеүек тә, ә уларҙа кире тойғоларҙың әҫәре лә юҡ. Юҡ, улар күнгән йәки башҡа тормошто белмәй түгел. Улар тәбиғәткә үтә лә ереккән һәм уның менән бербөтөнлөктәрен тәбиғи ҡабул итә белә.
Бөтә нәмә лә сағыштырыуҙа асыҡлана, тиҙәр. Һеҙ әле мегаполис тормошо менән урман кешеһенең йәшәйешен сағыштырырға маташаһығыҙ. Ләкин улар тиңләшә йәки тиңләшмәй торған аңлатмалар түгел. Улар икеһе ике донъя. Ғүмерҙә ҡаланы күрмәгән һәм бер ваҡытта ла күрмәйәсәк кешеләр бар бында, хатта район үҙәгенә лә өс-дүрт йылға бер генә сығып әйләнгәндәр етәрлек. Мөмкинлектәре сикләнгәндән түгел, ә ихтыяждары булмағанға. Улар үҙҙәренең шул тыныс, һил, мөһабәт зоналарын комфортлы тип таба, башҡа тормош эҙләмәй.
Төптән аңлатҡанда, әлегеләй фәлсәфәгә төшөп китергә тура килә. Тәбиғәт менән кеше араһындағы гармонияға, идиллияға нигеҙләнә был фәлсәфә. Әйтәләр ҙә инде, бәхетле була торған урынды эҙләмә, йәшәгән ереңдә бәхетле була бел, тип. Бына беҙ шуны беләбеҙ.

Район республикала эшһеҙлек буйынса беренсе урында торорға ла мөмкин, тигән һүҙ ҙә булды. Халыҡ араһында ошо эшһеҙлек ни хәтле кимәлдә тойола? Ыҙалаймы кешеләр бынан, әллә артыҡ ҡайғырмаймы? Һәм был кире күренеште хәл итеү, ыңғайға көйләү юлдары бармы икән?

- Кешене кешелектән сығарыу өсөн иң башта уның ҡулынан хеҙмәтте тартып ал, тигән фекер йәшәй. Тик хөкүмәттең эш менән тәьмин итмәүе әле эшһеҙ булыу тигәнде аңлатмай бит. Мөмкинлектәрҙе эҙләйбеҙ. Бар, әлбиттә, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонған, уңышлы ғына эшләп килгәндәр бар. Үрҙә әйтеүемсә, баҙар иҡтисадында йәшәп һәм эшләп өйрәнеү беҙҙең яҡтарға яңы-яңы килеп етә, халыҡ әле ул йәшәйешкә ҡулайлашып китә алмай.
Күптән түгел ҡортсолоҡ буйынса кәңәшмә үткәргәйнек. Райондағы солоҡсолоҡ, тап ҡарағай солоҡсолоғо, ошо ерлеккә хас шөғөл. Ошо өлкәне ныҡлап үҫтереү отошло юлдарҙың береһе буласаҡ, тип уйлайбыҙ. Һәм һуңғы йылдарҙа былай ҙа шәхси хужалыҡтарҙа ҡорт тотҡандар һаны күбәйҙе.
Әле бөрйәндәрҙең туристарҙы файҙаланып аҡса эшләргә өйрәнәһе бар. Был улар өсөн яңы асылып торған өлкә. Сувенирҙар эшләү, аҙыҡ-түлек, дөйөм туҡланыу нөктәләре булдырыу, торлаҡ тәҡдим итеү, иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар ойоштороу, һыу юлдары буйлап йөрөтөү ҙә килем алыу юлдары ул.
Беҙҙә завод-фабрикалар йәки цехтар юҡ. Леспромхоз эшләп килде, әммә ул бөгөн юҡ кимәлендә. 100-120 кешегә булһа ла эш урыны бирә ине ҡасандыр. Әле ошо юҫыҡты киренән терелтеүҙең төрлө варианттарын ҡарайбыҙ - нисек килеп сығыр. Белеүегеҙсә, беҙҙең территорияның 42 процентын Федераль ҡурсаулыҡтар биләй. Рәсәй буйынса бер түгел, ике ҡурсаулыҡты үҙенә индергән бер генә район да юҡ. Был, бер яҡтан, беҙҙең мөмкинлектәрҙе сикләһә, икенсе яҡтан, тәбиғи ресурстарҙы ҡулланып йәшәй белергә өйрәнеү мәле киләсәк әле, тигән өмөттө лә йәшәтә. Бөгөнгө быуын тәүге аҙымдарҙы яһаһа, киләһе быуын - йәштәр - оҫтарыр, моғайын.

Ниндәй кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә Бөрйән?

- Бөрйәнгә табиптар етешмәй. Беҙ уларға бөтөн йәшәү шарттарын да булдырабыҙ, табиптарға ҡаралған бөтөн республика, федераль программалар үтәлә, килһендәр генә. Шулай уҡ райондың эске эштәр бүлегенә хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү ауыр. Бөгөн унда, мәҫәлән, 30-35 меңлек хеҙмәт хаҡы менән ун биш вакансия буш тора. Төҙөлөш өлкәһе лә белгестәргә мохтаж.

Бөгөн райондағы иң ауыр мәсьәлә - ер, шулай бит?

- Эйе. Үрҙә әйтелгәнсә, федераль ҡурсаулыҡтар беҙҙе ҡайҙа бесән сабырға, ҡайҙа утын әҙерләргә, ҡайҙа ял итергә икәнлеккә тиклем сикләй. Йорт һалыу өсөн ер бүлеү һорауҙары ла, шул сәбәпле, бик киҫкен тора. Хатта ҡайһы ваҡыт бөтөн Бөрйән районын ҡурсаулыҡ итергә лә, урындағы халыҡҡа ниндәйҙер финанс ярҙамы булдырырға, тигән фекерҙәр ҙә тыуа. Ләкин мин, мәҫәлән, райондың хакимиәт башлығы булараҡ та, ябай Бөрйән кешеһе булараҡ та, был тәҡдимгә ҡаршымын. Әлбиттә, аҫаба ерҙәргә хужа була алмауға, ерҙәр менән иркен идара итә алмауға йән әсей. Шул уҡ ағас бүлеү мәсьәләһендә лә ауырлыҡтар етерлек. Күптәр хакимиәт ағасты нисек теләй, шулай бүлеп, кемгә теләй, шуға бирә ала, тип уйлай. Тик был төптө улай түгел.

Бөрйәндә йыл әйләнәһенә тигәндәй туристар йөрөй. Уларҙан һеҙҙең бюджетҡа файҙа бармы? Һәм тәбиғәткә, урындағы халыҡҡа зыяны ла етерлектер?

- Әгәр ҙә һеҙ Шүлгән мәмерйәһенә ағылған туристарҙан алынған килем тураһында һүҙ алып барһағыҙ, бынан беҙгә бер тин дә күсерелмәй. Сөнки был федераль кимәлдәге мәсьәлә. Бары тик Шүлгән мәмерйәһе биләмәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән, НДФЛ иҫәбенән, йылына биш миллион тирәһе файҙа килә. Урындағы етәкселек менән килешеү нигеҙендә, ниндәйҙер кимәлдә спонсор ярҙамына ла өмөт итә алабыҙ.
Туристарҙың зыяны уларҙың мәҙәниәтһеҙлегенән, тәбиғәтте хөрмәт итмәүенән килә. Йыл һайын тигәндәй ҡырағай ял итеүселәрҙең һаҡһыҙлығынан янғындар сыға, гүзәл урындар сүп-сарға күмелә, уйламаған урындар, тау-таштар нимәләрҙер эҙләп ҡаҙыла, соҡола. Шулай уҡ һыу буйындағы ауылдар халҡына ял итеүселәрҙең яланғас йөрөүе лә оҡшап етмәй, бигерәк тә ололар йыш ҡына ошо хаҡта һүҙ сығара.
Әлбиттә, бөтөн һаҡланыу сараларын ҡарарға тырышабыҙ, урман-һыуҙы таҙалау, сүп һауыттары ҡуйыу, төрлө өндәүсе, саҡырыусы лозунгылар, тәбиғәттә үҙеңде тотоу буйынса инструкциялар һ.б. яңынан-яңы форматтарҙа уйланып, килеүселәргә еткерелеп тора.

Бөрйән бал ҡорто "Бурзянка"ны ниндәйҙер икенсе сорт ҡорттары менән буталып, юғалыу кимәлендә тора, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Шүлгән мәмерйәһе кеүек үк, райондың даны булған был ҡорттар бит тик ошо ерлектә генә һаҡлана ала. Дөрөҫләйһегеҙме ошо хәбәрҙе?

- Юҡ, беҙ был төркөм ҡортон күҙ ҡараһындай һаҡлайбыҙ, таҙа килеш үрсетәбеҙ һәм хатта, киреһенсә, солоҡсолоҡ юҫығында киңәйтеп ятабыҙ.
Әлбиттә, икенсе төркөм ҡорттарының һөжүме лә юҡ түгел. Йәйҙәрен районға фургондар менән сит ҡорттар умарталарын тейәп килеүселәр күбәйә. Уларҙы иһә эҙәрлекләйҙәр, табалар һәм тиҙ арала ҡыуып ебәрәләр. Был тәңгәлдә ветеринар хеҙмәттәребеҙ әүҙем эшләй, хатта махсус программа булдырғанбыҙ.
Халыҡ үҙе лә бик иғтибарлы был тәңгәлдә, бер ваҡыт булып алған белгестәр тәжрибәһенә лә дәррәү ҡаршы сыҡты улар. Хәҙер ауылдарҙа 30-40, хатта унан да күп баш умарта тотҡандар бар. Ошо тәңгәлдә ҡортсолоҡтоң нисек итеп кеше тәбиғәтенә, уның эске донъяһына йоғонто яһауын да күҙәткәнем бар. Был шөғөл кешене тулыһынса ыңғайға, ыңғай эмоцияларға, донъяны ыңғай ҡабул итеүгә, ыңғай ҡараштарға көйләй. Ул шундай юғары тәрбиәүи фәлсәфәгә эйә.

Һунарсылыҡ ни кимәлдә бөгөн Бөрйәндә? Әле бүреләр ҡурҡыныс янай, тип ишетәбеҙ.

- Артыҡ үҫешкән йәки файҙалы яҡҡа үҫешкән, тип әйтә алмайым. Урында ике һунарсылыҡ хужалығы бар. Туристар кеүек үк, һунарсыларҙы ла йәлеп итә кейекле урман-тауҙар. Ҙур транспорт менән, ҡыштарын ҡарйөрөгөстәрҙә рөхсәтһеҙ урман гиҙеүселәр ҙә, тыйылған кейектәргә ау ҡороусылар ҙа етерлек.
Һунарсылыҡ өлкәһендә системалы эш алып барылмай, асыҡлыҡ етешмәй. Һунарсылыҡтың бөгөн аҡсалы кешеләр, байҙар өсөн генә уйын булып китеүе эсте бошора, әлбиттә. Был халыҡта ла ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тик район быларҙың барыһын да контролдә тота алмай.
Элегерәк беҙҙә лә күп кешелә ҡорал бар ине, сығып, марал атып алыу йә ҡоторған этте тәкмәсәтеп ебәреүҙе һәр ир кеше тигәндәй башҡара ала ине. Хәҙер закондар ҡаты, штрафтары ҙур, ҡорал тотоу тәртиптәре лә ҡатмарлы, шунлыҡтан ауылдарҙа ҡорал юҡ тигәндәй. Ә бүреләр хәүефе ысынлап бар. Бына үткән йәйҙәрҙә бер крәҫтиән хужалығында ғына 28 ҡолондо тәләфләне йыртҡыстар. Бүре тырнағы эләккән йәш ҡолон мал була алмай. Һарыҡ-кәзәләр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бер йәйҙә, уртаса алғанда, һәр ауылдан 10-15 эре һәм 30-40 ваҡ мал айыу-бүре тешенә эләгеп тора. Был ауыл халҡы, ауыл ғаиләһе өсөн ҙур зыян. Был мәсьәлә буйынса республика кимәлендә эштәр башланды.

Рөстәм Динислам улы, һеҙ республикала иң йәш хакимиәт башлығы, республика етәкселегенән һеҙҙе йәш кеше тип ташлама менән ҡарау юҡмы, әллә, киреһенсә, күберәк яуаплылыҡ һалырға тырышалармы? Һеҙ үҙегеҙҙе етәкселек вазифаһына алдан әҙерләнегеҙме, әллә был осраҡлы хәлме? Баштан ошо ролегеҙҙе белһәгеҙ, әҙерлек мәлендә күберәк нимәләргә иғтибар итер инегеҙ?

- Республика етәкселегенән бер ниндәй ҙә айырып ҡарау тоймайым. Һиңә был вазифаны ышанып тапшырғандар, йөрьәт итеп ҡабул иткәнһең икән - эшлә! Әлбиттә, олораҡ етәкселәрҙән, тиҫтәләгән йыллыҡ тәжрибәләре булған хакимиәт башлыҡтарынан кәңәштәр алам, уларҙың ағайҙарса шаяртыуҙарын да ҡабул итәм. Йәштәргә юл ҡуйыла беҙҙә, уларға ышаныс белдерелә, яуаплылыҡ һалына. Ололарҙың аҡыллы булыуы, тип иҫәпләйем быны.
Мин йәштән маҡсат ҡуйып һәм маҡсатҡа яраҡлы эшләргә өйрәндем. Шунлыҡтан минең өсөн нимәлер осраҡлы булырға мөмкиндер, тип уйламайым. Бары тик күберәк иҡтисад өлкәһен күҙ уңында тотоп, тарих, география кеүек фәндәрҙе ситтәрәк ҡалдырғаныма үкенәм. Уларҙы миңә тормош тәжрибәһендә өйрәнергә тура килә.
Хакимиәт башлығы тигән вазифаны мин ниндәйҙер абруй итеп ҡабул итмәйем. Ғәҙәттә, ни булһа ла етәксе ғәйепле, етәксе яуаплы. Маҡталыуға ҡарағанда, әрләнеү, көйөнөүҙәр, тетрәнеүҙәр күберәк. Башта быларҙы бик ауыр кисерһәм, хәҙер бешектем. Яҡшы, ыңғай эштәрҙең дә төрлө ҡараш, ҡаршылыҡтар аша килерен беләм, аңлайым. Мин бит яңғыҙ түгел, янымда - ышаныслы, тәжрибәле, аңлы халыҡ.

Бөрйән саф башҡорт теле һаҡланған район. Нисек уйлайһығыҙ, бындағы милли рух, тел һаҡлауға һәм яҡлауға мохтажмы бөгөн?

- Башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә, Бөрйәндә бер ауылда ла русса йәки башҡа телдә һөйләшмәйҙәр. Әлбиттә, уҡыу-уҡытыу дөйөм республика программаһы буйынса алып барыла. Бында халыҡ рухын, телен яҡлап айҡашып өйрәнмәгән, уларҙа агрессия юҡ. Сөнки уны ҡыҫырыҡлаған башҡа милләттәр ҙә юҡ иҫәбендә. Беҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған икенсе милләттәрҙе, йәки ваҡытлыса килгәндәрҙе, ҡунаҡ итеп кенә ҡабул итәләр.
Рух иһә бөрйәндәрҙә тәбиғи, ул тойғоно, хатта тойғо ғына түгел, булмышты уларҙан бер нисек тә тартып алып йәки икенсе итеп булмай. Әлеге ваҡытта рух төшөнсәһен мин тыуған ереңә һөйөү, тоғролоҡ, милләтеңде, ер-һыуыңды яратыу, телеңә хыянат итмәүҙә күрәм.

Әйткәндәй, Рөстәм Динислам улы беҙҙең һөйләшеү барышында бер русса һүҙ ҙә ҡыҫтырманы, тотлоҡманы, буталманы. Башҡортса һөйләү телмәре яҡшы үҫешкән, фекерҙәре теүәл һәм йомғаҡлы уның. Төрлө темаларҙы ҡуҙғатып, оҙайлы аралашҡандан һуң, башта көлөмһөрәп биргән "Һеҙгә нисә йәш ул?" тигән һорауымдан оялып ҡуйҙым. Халыҡ дөрөҫ әйтә шул барыбер: ил ағаһы булыу өсөн һаҡал кәрәкмәй - аҡыл кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1587

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru