1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағында Академик үҙәк асылып, уның составында башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" ойошторола. 1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан Комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла һәм бер аҙҙан үҙгәртеп ойошторола. 1931 йылда Комплекслы институт нигеҙендә Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Был көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора. Институттың бүлек мөдирҙәре - филология фәндәре докторы Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ, тарих фәндәре кандидаты Марсил ФАРХШАТОВ, ғилми хеҙмәткәрҙәр, филология фәндәре кандидаттары Гөлнар ЮЛДЫБАЕВА, Гөлназ ЙӘҒӘФӘРОВА менән ошо уңайҙан түңәрәк ҡорға йыйылдыҡ.
Белемегеҙҙе, ғилемегеҙҙе, тормошоғоҙҙо фәнгә бағышлау мөмкинлеге биргән тыуған институтығыҙҙың оло юбилейын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылауығыҙға ҡыҫҡаса ғына байҡау яһаһаҡ, урынлы булыр, моғайын...
Г. Йәғәфәрова: Институтта тел ғилеме бүлегенең барлыҡҡа килеүенә билдәле тюрколог, славист Н. Дмитриев ҙур көс һала. 1928 йылда уҡ ул Башҡортостанға килеп, СССР Фәндәр академияһы тарафынан ойошторолған комплекслы лингвистик экспедицияны етәкләй, башҡорт ғалимдары һәм тикшеренеүселәр менән бергә байтаҡ мәғлүмәттәр туплай. Йыйылған материалдар нигеҙендә ҙур күләмле хеҙмәттәр яҙыла. Тәүге йылдарҙа секторҙың төп эшмәкәрлеге әҙәби тел нормаларын булдырыуға ҡайтып ҡала, тәү сиратта орфография ҡағиҙәләре өҫтөндә эшләнелә, бер яҙманан икенсеһенә күсеү процестары ла тап ошо йылдарҙа атҡарыла. Икенсе йүнәлеш - әҙәби телдең нормаларын булдырыуға йүнәлтелгән терминология мәсьәләләре. Ике йәки бер нисә телле тәржемәүи йәки аңлатмалы һүҙлектәрҙе эшләү менән бер рәттән, ғалимдар ошо 85 йыллыҡ тарих дәүерендә терминология мәсьәләләренә ҙур иғтибар итеп, 100-гә яҡын терминологик һүҙлек баҫтырып сығара. Был, үҙ сиратында, башҡорт теленең ярайһы күп, кәмендә 50-60 терминологик тармағы фәнни нигеҙҙә эшкәртелеүен күрһәтә, йәғни ошо айырым өлкәләрҙең терминологик аппараты ентекле эшләнгән тигәнде аңлата, был эш бөгөн дә әүҙем алып барыла. Тағы бер йүнәлеш - диалектологик материалдарҙы туплау, тикшереү. Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе - ул 2005 йылда сығарылған "Башҡорт теленең диалектологик атласы". Әлбиттә, өс һөйләш буйынса айырым диалектологик һүҙлектәр һәм дөйөмләштерелгән һүҙлектәр булыуын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Тел ғилеме бүлеге эшмәкәрлегендә иң ҙур йүнәлештәрҙең береһе - ул лексикография, йәғни һүҙлектәрҙе туплау, төҙөү, сығарыу эше. Һүҙлектәр хатта серия-серия менән сығарылған тиергә лә мөмкин. Әлеге көндә тел бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҙур проект - 10 томлыҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"н төҙөү өҫтөндә эшләй. Әле уның 8 томы нәшер ителгән, алдағы ике йылда барлыҡ томдары ла сығып бөтөр, тип ышанабыҙ.
М. Нәҙерғолов: Әҙәбиәт буйынса тикшеренеүҙәр уҙған быуаттың 30-сы йылдарында бик көсәйеп киткән, әммә һуғыш йылдарында туҡталып ҡалған. Артабан 50-се йылдарҙа ғына ғалимдар башҡорт әҙәбиәтенең тарихын өйрәнеүгә ныҡлап тотонған. Шул өлкәлә иң беренселәрҙән булып боронғораҡ тарихҡа күҙ ташлаған шәхес - ул Әхнәф Ибраһим улы Харисов. Унан ҡала Ғайса Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәте тарихын тағы ла киңерәк масштабта, тәрәнерәк итеп өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, ул төҙөгән концепция буйынса башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы яҙылды. Хәҙерге быуын йәшерәк белгестәрҙе йәлеп итеп, боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеүҙе тағы ла көсәйттек һәм башҡорт әҙәбиәте тарихын ғына түгел, уның антологияларын төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйып, 1999 йылда беренсе томын баҫтырып сығарҙыҡ - боронғо дәүерҙәрҙән алып XVIII быуат аҙағына тиклемге осор текстары урын алды унда. Аҙаҡ 2007 йылда икенсе томы - XIX быуатҡа арнап сығарылды. Үкенескә күрә, "Китап" нәшриәтендә 10 йылдан артыҡ XX быуат башы әҙәби текстарын үҙ эсенә алған антология нәшер ителмәй ята.
Алты томдағы "Башҡорт әҙәбиәте тарихы" 80-се йылдар аҙағы менән тамамланған булһа, һуңғы йылдарҙа етенсе томды әҙерләнек. Үҙебеҙҙең ғалимдарҙан тыш, ҡайһы бер бүлектәрҙе яҙыуҙа БДУ белгестәре лә ҡатнашты. Ул да күләмле хеҙмәт булып, нәшриәттә сират "көтә".
Унан һуң беҙҙең ҙур ғына йүнәлеш - 1973 йылда СССР Фәндәр академияһында археографик комиссия төҙөлгәс, институтта Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә археографик экспедициялар ойошторола башлай. Уға Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов байтаҡ йылдар етәкселек итте. Системалы рәүештә йыл һайын экспедицияларға сыға торғайныҡ. Үкенескә күрә, ҙур илебеҙ тарҡалғас, был эш тә туҡталып ҡалды, финанслау бөттө. Һуңғы йылдарҙа, аныҡлап әйткәндә, 2009 йылдан башлап, Рәсәй Гуманитар ғилми фонды гранты иҫәбенә (хәҙер Рәсәй Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды) экспедицияларҙы тергеҙҙек.
Әле институттың ҡулъяҙмалар фондында 6500-ҙән артыҡ боронғо ҡулъяҙма һәм баҫма китап һаҡлана. Уларҙың күп тигәндә 20 проценты ғына өйрәнелгән. Ундай ҡомартҡылар Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында ла, Милли китапханала, Милли музей фондтарында ла һаҡлана. Башҡортостанға бәйле документаль сығанаҡтар шулай уҡ Ҡаҙанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта байтаҡ ҡына. Ырымбурҙа һәм Екатеринбургта ла бар. Уларҙы ныҡлап өйрәнеп, һаман да фәнни әйләнешкә индерә алмайбыҙ әле. 2010 йылда Екатеринбургтың өлкә архивында эшләнек, XVIII быуат Башҡортостан тарихы буйынса шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың береһе лә ундағы фондтарҙа эшләмәгән. Ундағы күпселек документтар төп нөсхә. Шул иҫәптән ғәрәп яҙмаһындағы, иҫке төрки телендәге документтар бар. Уларҙы киләсәктә өйрәнеү зарур, шуға күрә, тарихсылар, ғалимдар шул графикала уҡый, тәржемә итә белергә һәм баҫтырып сығарырға тейеш.
Башҡорт әҙәбиәте тарихын рус телендә тәүге тапҡыр күп томлы итеп донъяға сығара башланыҡ. Өс томы донъя күрҙе. Рус телендә дүрт том, башҡорт телендә ете том буласаҡ. Киләсәктә мотлаҡ инглиз телендә бик ҡыҫҡартылған бер том булһа ла әҙерләр-гә ниәт бар. Шунһыҙ беҙ донъя кимәленә сыға алмайбыҙ.
Г. Юлдыбаева: Беҙҙең бүлектә 8 фольклорсы эшләй, эшебеҙҙең төп йүнәлеше - башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, өйрәнеү, йыйылған материалдарҙы ғилми әйләнешкә индереү, уҙған быуат фольклорсылары башлаған эште дауам итеү. 1950 йылдарҙа сыға башлаған "Башҡорт халыҡ ижады" томдарын нәшер итеү бөгөн дә туҡтамай. 1995 йылдан алып әҙерләнә башлаған 36 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" тупланмаһының бөгөнгө көндә 14 томы донъя күрҙе, 4-һе иһә "Китап" нәшриәтендә баҫмаға үҙ сиратын көтә, башҡалары - эш өҫтөндә. 2003 йылдан алып фольклор экспедициялары тергеҙелде. Йыйылған материалдарҙы ғилми әйләнешкә индерә барабыҙ, улар нигеҙендә ғилми китаптар, мәҡәләләр яҙыла. Әлеге көндә райондар, өлкәләр буйынса 14 фольклор йыйынтығы донъя күрҙе. Был китаптарҙа фольклор материалдары менән бер рәттән, улар нигеҙендә яҙылған ғилми мәҡәләләр ҙә урын алды. Тағы бер ҡаҙанышыбыҙ, бөгөнгө көндә башҡорт халыҡ ижады үрнәктәре өс телдә, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә нәшер ителә башланы. Был өлкәлә Фәнүзә Нәҙершинаның эше маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ быйыл беҙҙең Институт ғалимдары тарафынан "Манас" ҡырғыҙ халыҡ эпосы башҡорт теленә тәржемә ителде. Әлеге көндә яҡут олонхоһон башҡортсаға тәржемә итеү буйынса эш башланды.
М. Фархшатов: Рәсми рәүештә тарих өлкәһе 1944 йылдан ғына ҡушылыуына ҡарамаҫтан, милли мәҙәниәт институты булғанлыҡтан, унда тарих менән дә шөғөлләнгәндәр. Беҙҙең институт бөгөн дә гуманитар өлкәлә берҙән-бер академик институт булып тора һәм тарих менән профессиональ кимәлдә иң беренсе бында шөғөлләнә башлағандар. Профессиональ, тимәк, сығанаҡтарға таянып, уларҙы тәнҡит күҙлегенән ҡарап, һәр бер яҙған һүҙҙе уйлап, нигеҙләп, дәлилләп яҙыу. Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың тәүгеһе булып "Башҡорт АССР-ы тарихы" тигән очерктар китабы тора. Ул ентекле тикшерелеп, Мәскәү, Ленинград һәм башҡа билдәле академик үҙәктәрҙән саҡырылған белгестәр ҡатнашлығында яҙыла һәм 1956 - 1966 йылдарҙа өс томда, дүрт китап булып донъя күрә. Икенсеһе - "Өфө тарихы" баҫмаһы. Бөгөнгә тиклем ул баш ҡаланың берҙән-бер яҙма тарихы булып тора. Шул ваҡытта Әнүәр Әсфәндийәров та тарихсы булараҡ асылып китә, ул унда авторҙаш булып тора. Китапта Булат Дәүләтбаев тырышлығы менән милли мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған мәҙрәсәләр сағылыш таба. Хәҙер уны яңыртыу һәм өҫтәмәләр менән ҡабаттан баҫтырыу зарурлығы бар. Артабан биш томда "Башҡортостан тарихы" тигән китап сығарыла. Уны үткән быуат тарихсылары башлап ебәрһә, беҙҙең быуын тамамлап ҡуйҙы. Аҙаҡҡы ҡаҙанышыбыҙҙан инде - ете томдан торған һәм уға 9 китаплы ҡушымта булған документаль йыйынтыҡтарҙы тәшкил иткән "Башҡорт халҡы тарихы". Был баҫманы төрөк теленә тәржемә итергә теләк бар. Тағы бер бурысыбыҙ - башҡорт халҡы тураһында яҙған сит ил ғалимдарының эштәрен тәржемә итеү.
Бөгөн беҙ, Башҡортостанда академик кимәлдә тарих фәне бар, уға фундаменталь нигеҙ һалынған, тип әйтә алабыҙ. Нигеҙ һалынған тием, сөнки беҙҙең әле эшләнмәгән, әммә мотлаҡ эшләнергә тейешле темалар һәм өлкәләр бик күп. Иң ҙур проблемаларыбыҙҙың береһе - үҙебеҙҙең милли сығанаҡтарыбыҙҙы ғилми әйләнешкә индереү. Мәғлүм булыуынса, яҙмабыҙ 1929 йылға тиклем ғәрәп графикаһында булған, шуға тиклем яҙылған тарихыбыҙҙы барлау, китаптарҙы өйрәнеү буйынса эштәребеҙ бихисап. Ул эште тарихсылар ғына түгел, тел, әҙәбиәт белгестәре һәм ике йыл элек асылған шәреҡ ҡулъяҙмалары бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләрбеҙ, яңынан-яңы сығанаҡтар асырбыҙ, әле билдәле булмаған күп нәмәләрҙе тикшерербеҙ, асыҡларбыҙ, тигән өмөттәбеҙ.
Бөгөн Башҡортостан, ғөмүмән, башҡорт тарихы рус ғалимдарының күҙлегенән сығып, уларҙың өҫтән күрһәтмә буйынса яҙылған тарихына тап килтерелеп башҡарылған, тигән фекерҙәр бар. Әйтеп китеүегеҙсә, үҙебеҙҙең күп сығанаҡтар уҡылмаған, өйрәнелмәгән. Әгәр шәреҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә был эште ҡасандыр алып барып сығарыу мөмкин булһа, тарихыбыҙҙың бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китеү ихтималлығы юҡмы?
М. Фархшатов: Улай уҡ тимәҫ инем, әммә тарихыбыҙ күпкә байыясағына иманым камил. Ризаитдин Фәхретдиновтың әйткән бик фәһемле һүҙҙәре бар: һәр халыҡ үҙенең тарихын үҙе яҙырға тейеш. Һәр халыҡтың үҙенең мәнфәғәте, үҙенең изге символдары, изге шәхестәре бар. Уларҙы үҙебеҙ тикшереп, үҙебеҙ яҡлап сығырға тейешбеҙ. Миҫалға Әхмәтзәки Вәлидиҙең биографияһын әйтеп китер инем. Донъя күләмендә билдәле һәм абруйлы ғалимыбыҙға ҡайһы ваҡыт ҡырын ҡараштар ҙа булғылай, шул ваҡытта уны беҙ, документтарға таянып, яҡларға тейеш. Шәхестәр ҙә шундай уҡ әҙәми зат, әммә беҙҙән башҡа уны ныҡ итеп, беҙҙеке, тип яҡлаусы булмаясаҡ. Һорауға әйләнеп ҡайтҡанда инде, бәлки, ҡайһы бер факттарға икенсе төрлөрәк ҡарарбыҙ. Уныһы ла бик мөмкин, сөнки һәр быуатта тарихҡа ҡараш әҙерәк үҙгәрә - киңерәк күҙлектән бағабыҙ һәм теге ваҡытта күренмәгән йәки күрергә теләмәгән нәмәләр күҙгә салына башлай.
Барығыҙҙың һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң шундай фекер тыуа: ниндәй генә өлкәне алып ҡарамайыҡ, уртаҡ проблема булып диалекттар, ошо телдәге сығанаҡтар тора, теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, улар барыбер бер урында килеп киҫешә. Бөгөн диалектта һөйләшкән милләттәштәребеҙҙе нисек итеп, телдәрен боҙмайынса һәм нимәгәлер мәжбүр итмәйенсә, саф әҙәби телдә һөйләшеүселәр мөхитенә индерергә?
М. Нәҙерғолов: Диалект мәсьәләһендә күптән бәхәстәр килә. Нишләтәһең, заманында башҡорт теленең айырым диалектына өҫтөнлөк биргәндәр, -лар, -ләр; -ҙар, -ҙәр; -дар, -дәр; -тар, -тәр ялғауҙары менән дә шундай уҡ хәл. Бәлки, уны хәҙер төҙәтеү ҙә мөмкин түгелдер, ләкин былар барыһы ла дөйөм халыҡты күҙ уңында тотоп башҡарылмаған. Әммә беҙ, ғалимдар, боронғо документтарҙы, сығанаҡтарҙы баҫтырғанда, ниндәй телдә яҙылған, шул вариантын да биреп, бер яғына хәҙерге башҡорт әҙәби теленә тәржемәһен ҡуйып сығарырға тейешбеҙ. Фәнни күҙлектән был бик дөрөҫ булыр ине. Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейеков, "тас башҡортса итеп яҙғанға күрә, Ҡаҙан сығармаҫ тип, баҫтырырға ҡыймай йөрөйөм әле", тип яҙып та ҡалдырған. Уның "Башҡорт тарихы" тигән хеҙмәте бар. Үҙем Ғәли Соҡоройҙоң, Ғарифулла Кейековтың әҫәрҙәрен, айырым китабын, ниндәй телдә яҙған - шул килеш, хәҙерге әҙәби телгә тәржемә итмәйенсә генә баҫтырырға ине, тип күптән хыялланып, ҡулъяҙма рәүешендә әҙерләп ҡуйғанмын инде. Уларҙы үҙ диалект телендә сығарһаң, урындағы халыҡ тағы ла яҡыныраҡ ҡабул итер ине, тип уйлайым. Ғарифулла Кейековтың "Башҡорт тарихы үә Ирәкте нәсәбе" тигән хеҙмәтенең исемен биреп, уның йыйынтығын сығарҙым, халыҡ шул тиклем яратып ҡабул итте. Әгәр инде шул халыҡтың үҙенең телендә баҫтырылған булһа, улар өсөн бөтөнләй үҙ китап булыр ине.
Г. Юлдыбаева: Беҙ фольклор экспедицияһы менән төньяҡ райондарҙың барыһын да йөрөп сыҡтыҡ. Ысынлап та, унда башҡорттар өсөн - татар, татарҙар өсөн башҡорт булған халыҡ йәшәй. Әммә үҙҙәрен улар, беҙҙең шәжәрәбеҙ бар, беҙ - башҡорттар, тип йөрөтә. Ул яҡтың халыҡ ижады материалдарын эшкәртеп, китап сығарҙыҡ һәм һөйләш телдәрен әҙәби телгә әйләндермәнек. Нисек һөйләйҙәр - шул формала бирҙек. Был, беренсенән, диалектолог-телселәргә лә улар һөйләшен өйрәнеүгә ярҙам буласаҡ, икенсенән, шул яҡтағы халыҡ үҙ һөйләшендә уҡыһа, яҡшыраҡ булыр, тигән маҡсат менән эшләнде. Был беренсе генә аҙым, артабан да тикшереү эштәре алып барылыр, тип уйлайым.
М. Фархшатов: Был бик ҙур мәсьәлә. Башҡорт теленең әҙәби телен төҙөгән ваҡытта дискуссияларға сәйәсәт килеп ҡыҫылған. Ғилемгә сәйәсәт ҡушылһа, ул ҡасан да булһа бер ваҡыт минус булып килеп сыға. Был мәсьәләне күтәреп сыҡҡанда башта үҙебеҙгә, ғалимдарға, төплө итеп, ныҡлы итеп уйлап, тикшереп, дәлиллиәп, һуңынан ғына хөкүмәткә, йәмәғәтселеккә тәҡдимдәр менән сығырға мөмкин. Ер йөҙөндә бер нәмә лә мәңгелек түгел, бөтөн нәмә үҙгәреп тора. Шуға, бәлки, был мәсьәләлә лә яйлап эштәр алып барырға кәрәктер.
М. Нәҙерғолов: Тел проблемаһы, ғөмүмән, беҙҙә генә түгел бит ул. Татарстанда ла шул уҡ проблема бар. Хәҙерге татар алфавиты күпселек татар халҡы һөйләшкән телде асмай. Улар ҙа һуңғы йылдарҙа өҫтәмә хәрефтәр индерергә тырышып ҡараны, юҡ, йәнә сәйәсәт килеп ҡушыла ла, йәнә кире ҡаҡтылар.
Г. Йәғәфәрова: Минеңсә, әҙәби тел үҙенең төп функцияһын атҡарырға - нормаларға һалынған рәүештә дөйөм халыҡҡа хеҙмәт итеп, халыҡты берләштереп, шул уҡ ваҡытта халыҡты халыҡ итеп танытып торорға тейеш. Шуның өсөн әҙәби тел нормаларын булдырғанда башҡорт теленең үҙенсәлеген күрһәтеп торорҙай күплек ялғауҙарының дүрт фонетик варианты һайланған. Экспедициялар мәлендә йыйылған материалдарҙы ерле халыҡ телендә баҫтырып сығарыу эше, әлбиттә, тик хуплауға лайыҡ. Бының үрнәген үткән быуат башында уҡ А.Г. Бессонов эшмәкәрлегендә күрәбеҙ: ул төньяҡ-көнсығыш башҡорттары өсөн һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары өсөн ике айырым уҡыу китабы нәшер иткән булған. Бындай баҫмалар әҙәби телдең лексик байлығын тулыландырыусы ышаныслы сығанаҡ хеҙмәтен үтәй, сөнки күп һүҙҙәр, асылда, диалекттарҙа бар, ләкин әҙәби телдә нығынмаған, шунлыҡтан йыш ҡына ҡулланылышта рус һүҙе йөрөй.
М. Фархшатов: Бында мәсьәләгә икенсерәк күҙлектән ҡарарға кәрәк - кем әҙәби телдә һөйләшмәй, ул башҡорт түгел, тигән ҡарашты бөтөрөргә кәрәк. Донъя буйынса күп илдәрҙә бындай миҫалдар бар, хатта бер милләттәр бер-береһенең диалектын аңламай, әммә зыялылар осраша икән, уларҙың аралашыу теле - рәсми әҙәби тел. Әгәр әҙәби тел менән диалекттар арҡаһында аңлашылмаусылыҡтар килеп тыуа икән - был, моғайын да, алып барылған сәйәсәттән һәм кешенең тар ҡарашы һөҙөмтәһелер.
Ғилемгә сәйәсәт килеп ҡыҫылһа, уның һөҙөмтәһе минусҡа сыға, тине Марсил Нурулла улы. Институт Рәсәй Фәндәр академияһына ҡарай. Ә унда төрлө үҙгәрештәр бара, был хаҡта хатта яңы закон да сыҡты. Ошо сәйәсәт һеҙгә нисек йоғонто яһаны?
М. Фархшатов: Әле беҙгә йоғонтоһо бик килеп етмәне, әммә ыңғай булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Миҫалға юғары уҡыу йорттарында үткәрелгән реформаны ғына килтерер инем. Минеңсә, реформа үткәреүселәр Европа уҡыу йорттарының һәм ғилеменең нисек эшләүен бөтөнләй белмәй. Фәндәр академияһын да шул Европа, Америка моделенә күсерергә уйлайҙар, йәнәһе, фундаменталь ғилем юғары уҡыу йорттарында булырға тейеш. Әммә бөгөн вуздарҙа эшләгән ғалимдарҙың дәресенең күплеген ҡараһаң, унда фәнгә, ғилемгә бер минут та ваҡыт ҡалмай. Шуға күрә, әгәр реформа ошо йүнәлештә барһа, беҙҙең институтта, минеңсә, ыңғай үҙгәрештәр булмаҫ, тип уйлайым. Шундай хәүеф алдында торабыҙ.
М. Нәҙерғолов: Икенсе ҡатмарлы мәсьәлә: ғалимдарҙың эш һөҙөмтәләрен мәҡәләләр буйынса һанау. Бәләкәй генә 5 битлек мәҡәлә ВАК журналдарында баҫылып сыҡһа, 10-15 йыл туплап яҙған күләмле хеҙмәтеңдән һәйбәтерәк һәм баһалыраҡ һанала.
М. Фархшатов: Тағы бер яғы бар: беҙ Башҡортостан мәнфәғәтендә эшләүсе институт, әммә республиканан бер тин аҡса алмайбыҙ, тиһәк тә була, сөнки статус буйынса, йәнәһе, федераль институт булып һаналабыҙ. Шуға, барлыҡ эшмәкәрлегебеҙ, башланғыстарыбыҙ Хөкүмәт тарафынан бик һирәк яҡлау таба. Киләсәктә институт республика ярҙамынан башҡа алға бара алмаясаҡ, һәм был йәһәттән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ҡануниәт өлкәһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Беҙ уҡыған ваҡытта диссертация яҡлағандар икенсе көнөнә үк фатир ала ине, ғалимдарҙың абруйы ҙур булды. Асирантурала уҡыған кеше үҙенең генә түгел, хатта ғаиләһенең тамағын туйҙыра алды. Бөгөн был мәсьәләләр бик сетерекле. Икенсе яҡтан, командировкалар мәсьәләһе лә бик ҡатмарлы. Институттың бюджетына был маҡсатта аҡса һалынмаған. Конференцияларға йөрөү, башҡа ғалимдар, коллегалар менән аралашыу, яңы бәйләнештәр булдырыу, яңы сығанаҡтар асыу мөмкинлегенән мәхрүмбеҙ. Бөгөнгө күп эштәребеҙ үткән быуат ғалимдарының эштәренә нигеҙләнә. Бер заман ул запастар ҙа бөтөүе ихтимал.
М. Нәҙерғолов: Хәҙер грант системаһы модала. Ләкин уны бүлеп ултырыусылар ҡайһы берҙә бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы ла үткәрмәйҙәр, ә ниндәйҙер осраҡлы ғына темалар үтеп китә. Үҙем РФФИ-ның (Российский фонд фундаментальных исследований) экспертымын. Миңә Башҡортостандан тыш, исемлек ебәрәләр, гел ситтәргә баһа биреп ултырам. Үҙебеҙ ҡулъяҙмалар буйынса, ҡулъяҙмалар фондына бәйле ҡыҙыҡлы темалар тәҡдим иткеләп ҡараныҡ - береһе лә үтмәне. Әлегә тик экспедициялар проекттары ғына үтә.
Бындай проблема нимәнән килеп сыға: теманы, уның төбәк өсөн мөһимлеген аңламауҙанмы, әллә икенсе сәбәптәре бармы?
Г. Юлдыбаева: Башҡорт тигән һүҙҙе ҡыҫтырмағыҙ тигән талаптар ҙа булды. Башҡорт, Башҡортостан тигән һүҙҙәр булһа, бик үткәреп бармайҙар. Хәҙер башҡа төбәктәр ҙә оҫтарып алды, улар ҙа үҙ милләтенең атамаһын ҡыҫтырмаҫҡа тырыша.
М. Нәҙерғолов: Бөтөн гранттар Мәскәү менән Санкт-Петербург аша бүленә һәм һуңынан анализлап ҡараһаң, милли төбәктәрҙең иғтибарҙан ситтә ҡалыуын күрәһең. Күберәк Санкт-Петербург, Красноярск, Новосибирск, Төньяҡ Кавказ республикаларына иғтибар бирәләр.
Г. Юлдыбаева: Китаптарҙы башҡорт телендә сығарыуға грантҡа яҙһаң, алып булмай. Рус телендә генә булырға тейеш. Үҙемә шылтыратып әйттеләр: "Это российский научный центр", - тип. Һөҙөмтә булһын тиһәк, эштәрҙе тәржемә эшләп бирергә кәрәк.
М. Нәҙерғолов: Йәнә бына фән менән етәкселек итеү буйынса бер ойошма уйлап сығарҙы Рәсәй Хөкүмәте - ФАНО (Федеральное агентство научных организаций). Унда ғалимдар түгел, ә функционерҙар-чиновниктар ултыра һәм фәнни эштәр менән етәкселек итә. Улар өсөн күрһәткес - һан, отчет, ҡағыҙ. Рәсәй Фәндәр академияһы президиумы менән бик ҡаты тартҡылашҡандан һуң, әҙерәк йомшара төштөләр.
Диалекттарҙа хатта башҡорт әҙәби телендә булмаған һүҙҙәр бар, тине Гөлназ Нурфәиз ҡыҙы, әммә улар рәсми ҡабул ителмәгәс, сығанаҡ булып тормай. Фән өсөн нигеҙле мәҡәлә - ул сығанағы булған мәҡәлә. Әммә фольклорҙа ла, әҙәбиәттә лә төп сығанаҡ - информатор. Ә бына тарихта мәғлүмәт биреүсенең һүҙҙәрен сығанаҡ итеп алып буламы, сөнки тарих китаптарына инмәй ҡалған күп нәмәләр телдән-телгә күсеп, халыҡ хәтерендә һаҡланыуы ла сер түгел.
М. Фархшатов: Хәҙер ауыл, төбәк тарихтары бик күп яҙыла. Уларҙа сығанағы күрһәтелмәгән, әммә матур, киң мәғлүмәттәр бар, ундағы сығанаҡтарҙың ҡайһы берҙәрен табып та булмай, сөнки бөтөн нәмә теркәлеп бармай, сығанаҡтары юғалып бөткән. Ундай китаптар хәҙер үҙҙәре сығанаҡ булып тора. Ундай сығанаҡтарға, элекке ваҡыттағы кеүек, өҫтән ҡарамайбыҙ, етди иғтибар бирәбеҙ, сағыштырабыҙ. Ә инде институтта һәр мәғлүмәт яҙылып, теркәлеп бара, мотлаҡ информаторҙың тыуған йылы күрһәтелә, белеме, эшләгән эше, хужаһы, кемдән-кемгә тапшырылған һ.б. барыһы ла ентекләп яҙыла, йәғни паспортлаштырыла, тимәк, мәғлүмәт сығанағы, уның тарихы юғалмай.
Шулай итеп...
2013 йылда Мәскәүҙә "Ышаныс барометры" тигән тикшереү үткәрелә. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, глобаль рейтинг 57 балл тәшкил итергә тейеш булһа, Рәсәй 36 мәрәй генә ала. Властарға ышаныс бөтөнләй түбән - 22 процент ҡына. Уның ҡарауы, ғалимдарға һәм ниндәйҙер өлкә эксперттарына ышаныс - 71, "үҙем кеүектәргә" 52 процент тәшкил итә. Сөнки бөгөн ғалимдар власҡа түгел, "үҙем кеүектәр"гә яҡыныраҡ, улар аҡһаҡалдар аҡылын йыйып, аҡһаҡалдар аҡылын һаҡлай!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА