«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КӨСӨ МИЛЛИ ҺӘМ ДИНИ БЕРҘӘМЛЕКТӘ
+  - 

Бер психологтың әйткәне: "Ағаста ултырыусы ҡош ботаҡтың ҡапыл һыныуынан ҡурҡмай. Сөнки ул ботаҡҡа түгел, үҙенең ҡанаттарына ышана..." Әгәр ҙә беҙ ошо кескәй генә ваҡиғала ҡош урынына - халыҡты, ә ағас урынына - ул халыҡ йәшәгән дәүерҙе, ботаҡтар урынында халыҡ йәшәгән көндәрҙе күрһәк, халыҡтың яҙмышы үҙенең ҡулында булып сыға. Ә инде ошо образлы сағыштырыуҙы ысынбарлыҡҡа бороп әйтһәк, халыҡ фәҡәт үҙенең милли булмышына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып ҡына үҙен һаҡлап ҡала ала. Кешелек тарихы шуға ла шаһит: Аллаһы Тәғәләне, Уның берҙән-бер илаһ икәнлеген таныған ҡәүемдәр генә тарих арбаһынан төшөп ҡалмайынса, хәҙерге көнгәсә килеп еткән. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ғилми советы ағзаһы, "Ишан Зәйнулла Рәсүлев" мосолман дини ойошмаһы имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт ӘХМӘРОВ һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, "Йома" тапшырыуҙарын алып барыусы Морат хәҙрәт ЛОҠМАНОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта, йәғни милләт һәм дин берҙәмлеге тураһында.

Һеҙ шундай хәлгә иғтибар иткәнегеҙ бармы: ни өсөндөр дингә килгән ҡайһы бер кешеләр өсөн үҙ милләте икенсе планға күсә. Бәғзеләр: "Мин кемгә өйләнһәм дә, кейәүгә сыҡһам да, барыбер, мосолман булһа, еткән", - тип тә ысҡындыра. Ундайҙар милләт менән динде бутай: милләт - ҡандан, дин иһә инаныуҙан килгән төшөнсә. Мосолманлыҡ йә христианлыҡ милләт билдәһе түгел. Нимә генә тимә, үҙ милләтеңде һанлау, ихтирам итеү, уны һаҡлау өсөн фиҙаҡәрлек күрһәтеү - ул иң беренсе нәүбәттә атай-олатайҙарыңды ихтирам итеү билдәһе. Ә инде атай-олатайҙарын ихтирам итмәгән кешене мосолман тип атап буламы икән? Тимәк, дин юлына килгәндән һуң милләтен танымаған кеше бының менән үҙе үк гонаһлы булып сыға. Ошо мәсьәләләргә һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ нисек?

Морат Лоҡманов:
Яңыраҡ бер осрашыуҙа яҙыусылар: "Һеҙ бына Ислам диненә саҡыраһығыҙ ҙа ул, әммә беҙ барыбыҙ ҙа ошо дингә инеп китһәк, милләт булараҡ юҡҡа сыҡмаҫбыҙмы?" - тигән һорау бирҙе. Мин уларға шундай сағыштырыу килтерҙем. Үткән тарихыбыҙға боролоп ҡараһаҡ, йәнен фиҙа ҡылған юлбашсыларыбыҙ дин ярҙамында халҡыбыҙҙы күтәргән. Барыһы ла намаҙ уҡыған. Бөгөн милләт өсөн көрәшеп йөрөүселәрҙең күбеһе диндән алыҫ тора, күбеһенең балалары башҡа телдә һөйләшә. Киреһенсә, беҙ дингә килеп, милләтебеҙҙе нығыта алабыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ шул тиклем көслө мосолман булып та, туған телебеҙ нисек һаҡланып ҡалған һуң? Башҡорттар империяны һелкетерлек көс-ғәйрәтте ҡайҙан алған? Батша генералдары: "Башҡорт халыҡ булараҡ юҡҡа сыҡты, йөҙ йыл буйы баштарын да күтәрә алмаясаҡ", - тип рапорт биргәндән һуң биш йыл да үтеп өлгөрмәгән, тағы ла ҡалҡҡан атай-олатайҙарыбыҙ. Уларға бындай көс ҡайҙан килгән? Әйтергә кәрәк, бындай көстө улар Хоҙай менән милли рух берҙәмлегенә өлгәшеүҙән алған. Аллаһы Тәғәлә оло хикмәт менән диндең эсендә милләтте яралтҡан.
Әхмәт Әхмәров: Бында милли һәм дини берҙәмлекте генә төп сәбәп итеп килтереү аҙ булыр ине. Ни өсөн тигәндә, хәҙерге ваҡытта башҡа телдәрҙә һөйләшкән, әммә көслө рухлы башҡорттар ҙа күп. Мин Мораттың әйткәндәренә ғөрөф-ғәҙәтте, милли мәҙәниәтте лә тип өҫтәр инем. Тел, ғөрөф-ғәҙәт, мәҙәниәт, дин - ошо дүрт төшөнсә бергә ҡушылған осраҡта ғына кеше шундай көс-ғәйрәткә эйә була алалыр. Хәҙерге ваҡытта урыҫтар Исламға күпләп килә башланы, башҡа милләт вәкилдәре лә ошо юлға баҫа. Тимәк, дин юлында йөрөгәндә беҙ башҡа мәҙәниәттәр менән ҡушылып, үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе юғалтыуыбыҙ ихтимал. Шуға күрә, беҙ башта әйткән ғөрөф-ғәҙәт - мәҙәниәт - тел - дин берҙәмлегендә генә милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.
Морат Лоҡманов: Бер ғалим әйткәнсә, ошо берҙәмлектең берәүһен генә бушаттың икән, башҡаһына зыян килә, иң мөһиме: динеңдән тайпылдың икән, милләтең зыян күрә. Шул уҡ ваҡытта ғөрөф-ғәҙәтеңде бушатһаң, динең дә, милләтең дә ҡаҡшай. Был төшөнсәләрҙе бер-береһенән айырып ҡарап булмай.

Шул уҡ ваҡытта беҙ Ғәрәп илдәрендәге, Кавказдағы, Урта Азиялағы мосолмандар һымаҡ уҡ диндар була алмайбыҙ. Сөнки беҙ Ислам диненә тиклем үк формалашҡан халыҡ булараҡ, Исламды үҙ милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә нигеҙләнеп ҡабул иткәнбеҙ һәм шуға ла дингә ҡарашыбыҙ үҙебеҙсә. Шулай түгелме?

Морат Лоҡманов:
Беҙ Ислам диненә тиклем формалашҡан милләтбеҙ, тип әйткән сүрәттә лә, Әҙәм ғәләйһис-сәләм ергә төшөрөлгәндән бирле беҙ "Аллабыҙ бер" тигән инаныу менән йәшәйбеҙ. Бәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһыһын алһаҡ та, улар бер Аллаға алып килгән. "Баҡара" сүрәһенең бер аятынан сығып фекер йөрөткәндә лә, Ул беҙҙе бер атанан барлыҡҡа килтереп, төрлө халыҡтар итеп таратҡан. Ошондағы "төрлө-төрлө халыҡтар" тигәнгә иғтибар итеп ҡараһаҡ, унда "төрлө" тигән төшөнсә төрлө халыҡтарҙың төрлөсә икәнен аңлата. "Төрлөсә" һүҙе ул халыҡтарҙың төрлө ризыҡтар менән туҡланыуын да, башҡа төрлө айырымлыҡтарҙы ла аңлатыуы мөмкин. Шуның шикелле, халыҡтарҙың дингә килеү юлдарында, динде үҙҙәренең тормоштарында сағылдырып йәшәүҙәрендә, әлбиттә, айырмалыҡ бар. Был төшөнсәне беҙ менталитет тип атайбыҙ. Әйтәйек, германдар менән башҡорттар араһында айырмалыҡтар бик күп, шуның кеүек, халыҡтарҙың дингә килеү юлдарында ла бар бындай айырмалыҡ. Мәҫәлән, беҙ тажиктар менән аралашабыҙ. Беҙ уларҙың ҡысҡырып һөйләшеүенә иғтибар итәбеҙ. Әйтәйек, башҡорттарҙа мәжлес барған саҡта һуңлаған ҡунаҡ шым ғына килеп инә. Ул башын һелкеп кенә сәләм бирә лә, кешенең күҙенә салынырға тырышмай, тиҙ генә урын табып, табынға ултыра һала. Тажиктарҙа һуңлаған ҡунаҡ килеп ингәс тә ҡаты итеп: "Әссәләмәғәләйкүм!" тип ҡысҡырып һаулыҡ һораша. Табында ултырыусылар барыһы бер юлы уға диҡҡәтен йүнәлтеп: "Вәғәләйкүмәссәләм!" тип уны сәләмләй. Был насар ҙа түгел, һәйбәт тә түгел, һәр халыҡтың үҙенә генә хас тәбиғәте формалашҡан. Шуға күрә, һәр халыҡ үҙенең тәбиғәтенә ярашлы динде ҡабул иткән. Мәҫәлән, шул уҡ Ғәрәп илдәрендә мәсеттәрҙә доға ҡылып ултырған бабайҙар, муллалар юҡ. Өҫтәл артында сәй эскәндән һуң саҙаҡа таратмайҙар. Шул уҡ ваҡытта саҙаҡа өләшеү, бүләк бирешеү матур дини йола һанала.
Әхмәт Әхмәров: Хатта бер хәҙис тә бар: "Бер-берегеҙгә саҙаҡа өләшһәгеҙ, бүләк бирешһәгеҙ, арағыҙҙа мөхәббәт артыр". Шул уҡ ваҡытта яңылышлыҡ китмәһен өсөн шуны ла әйтергә тейешмен: Ислам дине барлыҡ милләттәр өсөн дә бер үк ул. Унда "һинеке былай Ислам", "минеке былай Ислам" тигән айырыу юҡ. Исламдың һөлдәһе: тәһәрәт, биш намаҙ, шәриғәт, ураҙа, хаж - барыһы өсөн дә мотлаҡ үтәлергә тейешле талап. Барыбыҙ өсөн дә аяттар ҙа, хәҙистәр ҙә берҙәй үк уртаҡ. Әммә һәр бер халыҡтың үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, Башҡортостандағы Ислам Татарстандағы Ислам кеүек түгел. Халыҡ менән аралашҡанда, ниндәйҙер нәсихәт һөйләгән ваҡытта ла үҙенсәлегебеҙ бар. Хатта Татарстандан килеп, беҙҙең дини байрамдарҙа ҡатнашыусылар: "Һеҙҙә, башҡорттарҙа, үҙ-ара йомшаҡ мөғәмәлә, бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәт хисе бар. Һеҙ бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәт итеп һүҙ һөйләйһегеҙ", - тип һоҡланыуын белдерә. Мин бының сәбәптәрен тарихсы булараҡ та әйтә алам: беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ араһында ишандар, шәйехтәр, суфыйҙар күп булған. Һәр бер ауылдың диндарҙары уларҙың йоғонтоһонда торған. Тимәк, ул саҡта суфыйсылыҡтың кешеләр араһында яҡшы мөнәсәбәт ҡорорға, йөрәкте таҙартырға булышлыҡ иткәнен таныйбыҙ. Шуға күрә, Башҡортостанға хас Ислам башҡа урындарға ҡарағанда ныҡ айырыла. Шул уҡ ваҡытта ул Исламға ҡаршы килә, тип тә әйтергә ярамай.
Бөгөн халыҡҡа өс нәмәне өйрәтергә кәрәк: беренсеһе - ул Ислам диненең ҡанундары. Уны белеүҙең дә үҙ шарттары бар. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙ тотҡан динде, улар үтәгән дини ҡанундарҙы яңылыш булған тип әйтә алмайбыҙ. Шул уҡ Өфө өйәҙендә йәшәгән бөтөн донъяға даны таралған мәшһүр башҡорт ғалимы Морат Рәмзи әл-Минзәләүиҙең яҙмаларын бер кем дә дөрөҫ түгел тип әйтмәгән. Шуға күрә беҙ ата-бабаларыбыҙҙан килгән дини ғилемде яңылыш булған тип инҡар итә алмайбыҙ. Иң тәүгеһе - ул Хәнәфи мәҙһәбендә тороу, икенсеһе - Аллаһҡа ышаныу, уны аҡидә тиҙәр. Өсөнсөһө - тассауфты, йәғни суфыйсылыҡты ҡабул итеү. Йәғни ул, ысынлап та, тарихта булған күренеш. Урал-Волга буйы мосолмандары Йәсәүи тәриҡәте аша үткән һәм ул юл беҙҙең дә юл. Беҙ әле ул кимәлгә күтәрелә алғаныбыҙ юҡ. Әлеге ваҡыттағы суфыйсылыҡты мин уларҙыҡына тиңләй алмайым. Имам Раббани үҙенең "Мәктүбә" тигән китабында: "Тәриҡәт һәм хәҡиҡәт шәриғәттең ярҙамсылары ғына. Нимәлә ярҙамсыһы - ихласлыҡта ярҙамсыһы", - тип яҙған. Суфыйсылыҡ - ул ихласлыҡ тигән һүҙ. Шайтан да ғалимдар һәм ихласлыҡ булған ерҙә юҡҡа сыға. Беҙҙең суфыйсылығыбыҙ ихласлығыбыҙҙан килә. Икенсеһе, халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеү. Был бик мөһим. Беҙгә халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың, Рәсәйҙең тарихын белергә кәрәк. Үҙ милләтенең тарихын белмәгән кеше дини юлда ла еңел генә аҙашып китеүе бар.
Өсөнсөһө, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеү һәм үтәү зарурлығы. Диндә ғөрөф-ғәҙәткә ҙур иғтибар бирелә. Ҡөрьәндә ғөрөф-ғәҙәт "хөкөм ҡылынған" мәғәнәһендә йөрөй. Әгәр ҙә беҙҙең милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ шәриғәткә ҡаршы килмәй икән, беҙ уны үтәргә тейешбеҙ. Ундай ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ үҙенән-үҙе диндең эсенә инеп китә, йәғни беҙҙең диндә бар кеүек була. Шуға күрә лә беҙ үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә тотоноп, уны үтәп йәшәргә бурыслыбыҙ. Беҙ балаларыбыҙға дини ғилем биргән саҡта ошо өс шарттың үтәлеүен һаҡлаһаҡ, улар динле булған осраҡта ла, милли асылыбыҙҙан тайпылмаясаҡ, радикал йүнәлештәргә лә бирелмәйәсәк.

Әхмәт хәҙрәт, һеҙҙең, ата-бабаларыбыҙ тотҡан дини юлды инҡар итә алмайбыҙ, тигән фекерегеҙҙе ҡеүәтләп, шуны ғына әйтке килә: тарихи философияла "ата-бабалары үткән юлды инҡар итеүсе үҙен дә инҡар итә" тигән бер фәлсәфә бар. Тап шуның кеүек, әгәр ҙә ата-бабаларыбыҙ үткән юл хата булһа, беҙ халыҡ, милләт булараҡ, хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып та ҡалмаған булыр инек бит?

Әхмәт Әхмәров:
Һис шикһеҙ, шулай, һеҙ минең фекерҙе икенсе төрлө итеп әйттегеҙ генә.

Мин бынан биш йыл элек бер ғалимдан: "Суфый булған диндар менән суфый булмаған диндар нимәһе менән айырыла?" - тип һорағайным, ул: "Суфый булыр өсөн әллә ниндәй кимәлдәр үтергә, хәләүәттә ултырырға, тағы ла әллә ниндәй шарттарҙы үтергә кәрәк, тип ҡалын-ҡалын китаптар яҙалар, бының менән кешенең башын ғына бутайҙар. Ә мәсьәләнең асылы ябай ғына: суфый булмаған диндарҙың - теле, ә суфыйҙың йөрәге "Аллаһ" тип әйтә", - тип яуап бирҙе. Ошондай аңлатыуҙа нигеҙ бармы?
Әхмәт Әхмәров: Бар. Ысынлап та, шулай. Әммә әлеге ваҡытта яулығын да дөрөҫ ябына белмәгән, намаҙҙы ла дөрөҫ уҡымаған апайҙарҙың үҙҙәрен суфый тип атауҙарын күргәндән һуң, был мәсьәләлә бик һаҡ булырға кәңәш итер инем. Шәриғәтте аңламаған кешеләрҙең суфый булыуы мөмкин түгел.
Морат Лоҡманов: Хатта "Шәриғәт яҡшыраҡмы, тәриҡәт һәйбәтерәкме?" тип фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Шәриғәтһеҙ тәриҡәт ул спорт менән шөғөлләнмәйенсә мускулдарыңдың үҫеүен көтөп ултырыуға тиң. Шуның кеүек, тәриҡәткә генә бирелеп китеп, шәриғәт хаҡында ишетергә лә теләмәүселәр бар. Бында шәриғәт менән тәриҡәтте бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға ла, бәхәс ойошторорға ла кәрәкмәй. Әгәр ҙә ундай бәхәс тыуа ҡалһа, был - ғилемһеҙлектән.

Әхмәт хәҙрәт, һеҙҙең ғөрөф-ғәҙәт шарты тураһындағы фекерегеҙҙе ҡеүәтләп, бәләкәй генә ҡисса. Атай кеше вафаты алдынан улын саҡырып алып, уны намаҙға баҫтыра алмауына үкенес белдергән һәм ул донъя ҡуйғандан һуң 40 көн һуҙымында мәсеткә барып, башҡаларға ҡушылып доғалар ҡылыуын үтенгән. Ул кеше атаһының әйткән һүҙен үтәп, 40 көн буйына мәсеткә барып, унда ун бишәр минут ултырып сыға торған булған. Ә 41-се көндә иһә ғәҙәт буйынса тағы мәсеткә килгән һәм намаҙға ултырған. Бында ул кешенең 40 көн һуҙымында башҡарған ғәмәленең ғәҙәткә әүерелеү миҫалын күрәбеҙме?

Әхмәт Әхмәров:
Ошо ҡиссаға ҡушып, шуны ғына әйтергә ҡала: бына әле Рамаҙан айын тамамлап торабыҙ. Был айҙа 30 көн дауамында ашау-эсеүҙән генә түгел, насарлыҡ эшләүҙән, ғәйбәт һүҙ һөйләүҙән, яман уй уйлауҙан тыйылдыҡ, 31-се көндә иһә бөтөн насарлыҡтар беҙҙе бөтөнләйгә ташлап китәсәк, тип ышанабыҙ. Иншаллаһ, шулай булһын!
Морат Лоҡманов: Хатта ки бәләкәй генә сөннәти ғәмәлдәрҙе башҡарыу ҙа һуңғы сиратта һинең холҡоңа килеп инә. Әйтәйек, уң яҡты өҫтөн күреү, уң аяҡ менән тупһа аша атлау, уң яҡ аяғыңа башлап кейем кейеү һәм башҡалар, бер яҡтан, ябай, кәрәкмәгән нәмәләр һымаҡ. Икенсе яҡтан ҡараһаң, холҡоңа килеп ингән был ғәҙәттәр кешене шул тиклем үҙгәртеп ҡуя, яҙмышың да икенсе төрлө сифат ала. Бәләкәй генә ғәмәлдәрҙең дауамлы булыуы ҙур эштәр башҡарыуға ҡарағанда ла әһәмиәтлерәк. Ундай бәләкәй ғәмәлдәр кешегә үҙен тәрбиәләргә булышлыҡ итеп, уның күңелен дә таҙартып ҡуя.

Ни өсөн беҙҙең илдә халыҡ ҙур һынауҙар аша үткәс, ҡайһыһы ауыр сиргә тарып, ҡайһыһы яҡындарын юғалтып, ҡайһыһы яңғыҙлыҡҡа дусар ителеп, ҡайһыһы аварияға юлығып, ҡайһыһы пенсияға сыҡҡас ҡына дин юлына аяҡ баҫа икән? Беҙ нишләп шундай һынауҙарға дусар ителгәнбеҙ?

Морат Лоҡманов:
Был мәсьәләгә төрлөсә ҡарап була. Бына мин дә мәсеттә имам булып торам. Мин унда дингә төрлө юлдар менән килгән халыҡты күрәм. Ҡайһы берәүҙәре әсәһен юғалтҡан бала һымаҡ, Аллаһы Тәғәләгә килеп һыйына. Ундайҙар дингә нисек килгәнен дә аңлата алмай. Улар мәсеткә йүгереп килеп инә. Араларында ҡайҙалыр эшләргә ялҡауы килеп, мәсет тирәһендә уралып йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙар эшләргә теләмәүен дин юлында йөрөүе менән аҡларға тырыша. Дәүләтте, ил башлыҡтарын тәнҡитләп, оло асыу менән мәсеткә аяҡ баҫыусылар ҙа юҡ түгел. Ундайҙар үҙе һымаҡ уйлаусыларҙы табып алып, бер сектаға ойоша. Бындай юлға барыусылар үҙҙәренән башҡа барыһын да кафырҙар тип иҫәпләй, үҙҙәрен генә дөрөҫ юлда йөрөүселәр итеп һанай. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған осраҡта ла улар бер-береһенә ҡул күтәрергә мөмкин.

Морат хәҙрәт, ә нишләп дин юлына, мәсеткә кеше шатланып килмәй һуң?

Морат Лоҡманов:
Шатланып килеүселәр ҙә бар, әммә ундайҙар һирәгерәк.
Әхмәт Әхмәров: Урта Азия, Кавказ яҡтарында имамдарға айырата мөнәсәбәт бар. Баҙарҙарҙа йөрөгән саҡта шул яҡтан килгән һатыусылар һинең имам икәнеңде белеп ҡалһа, ихтирам йөҙөнән бәләкәй генә бүләк, һис юғы, бер лимон булһа ла һоналар. Беҙҙә ундай күренештәр бик аҙ. Ни өсөн? Минең уйымса, Урта Азия, Кавказ республикаларында совет осоронда имамдар беҙҙәге һымаҡ юҡ ителмәгән. Беҙҙең Башҡортостан Республикаһында ғына утыҙынсы йылдарҙа 6 мең имам атылған, һөргөнгә ебәрелгән. Үҙәк Диниә назараты ағзалары барыһы ла атылған. Береһен дә ҡалдырмағандар, хатта ҡатындарҙы ла аямағандар. Һеҙ миңә әйтегеҙ: бөгөн беҙҙә, мәҫәлән, тәмәке тартып ултырған йәш кешене тәмәкеһен ташларға мәжбүр иткән аҡ һаҡаллы бабайҙар бармы? Юҡ, сөнки беҙҙең халыҡта тәрбиә өлкәһендәге быуындар күсәгилешлелеге, быуындар бәйләнеше тигән төшөнсәләр шул утыҙынсы йылдарҙа юҡ ителгән, өҙөлгән. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе атай-олатайҙарыбыҙ менән тоташтырған рухи күперҙәр өҙөлгәс, беҙ ул бәйләнештәрҙе китаптар аша ғына белә алабыҙ. Күп кенә йәштәрҙең радикализмға бирелеүе лә шул быуындар бәйләнеше өҙөлөүҙән килә. Әгәр ҙә беҙҙең күңелебеҙҙә: "Минең олатайым, атайым мулла ине, ул миңә бына шулай тип әйтеп ҡалдырҙы", - тигән аңлау юҡ икән, был осраҡта беҙ башҡа сығанаҡтан абруйҙар эҙләй башлайбыҙ.
Морат Лоҡманов: Ә бит тарихҡа күҙ һалһаҡ, элек беҙҙең быуындар бәйләнеше сылбыры ныҡлы булған һәм шуның өсөн дә беҙҙе бер генә һынау алдында ла ҡаҡшата алмағандар. Шуның өсөн дә батша беҙгә ҡарата махсус программа булдырырға мәжбүр булған.
Әхмәт Әхмәров: Петр Беренсе ваҡытында хатта "Башҡорт эштәре буйынса сенат" эшләгән. Айырым халыҡҡа айырым сенат тотҡандар булып сыға бит инде.

Был мәсьәлә хаҡында минең яҙғаным да булды, һәр хәлдә, был һорауҙы әңгәмә ҡорғанда һәр ваҡыт бирәм. Ни өсөн совет осоронда кешеләр араһында дуҫтарса, иптәштәрсә мөнәсәбәт йәшәп килде лә, хәҙер килеп, кешеләр күпләп дингә килгән саҡта уларҙың араһында дошманлыҡ артты?

Морат Лоҡманов:
Революция динде бөтөрмәне ул. Совет дәүерендә диндең институты ғына туҡтатылды. Беҙҙең имамдарҙы юҡ иттеләр, ә кешенең күңелендә, йөрәгендә ятҡан дини тәрбиә, әҙәп совет осоронда иптәшлеккә, дуҫлыҡҡа нигеҙ булып йәшәне. Кешенең иман лөғәтендә генә аңлашылған яҡшылығы һаҡланып ҡалды барыбер. Ул күсә килде, шулай уҡ ваҡыт үткән һайын ул ниндәйҙер зәғифлек ала килде. Сөнки намаҙ бит ҡыҙыҡ булһын өсөн генә бирелмәгән. Беҙ ҡыҙыҡ булһын өсөн генә ураҙа тотмайбыҙ йә зәҡәт түләмәйбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында беҙ шундайын бушлыҡҡа килеп сыҡтыҡ. Ә күңел бушлыҡты яратмай, уның буш булғанын күреп, яуыз көстәр тулып өлгөрә. Шуның өсөн дә бөгөн ололар түгел, балалар мәсеткә йүгерә.
Икенсе бер сәбәп: заман үҙгәреү менән илебеҙҙәге күптәр эшһеҙ тороп ҡалды. Бындай осраҡ өсөн халыҡта тағы ла бер тапҡыр һүҙ бар: тик торғанға шайтан таяҡ тотторған.
Өсөнсө сәбәп: бур бай йортҡа килә, ярлы йорттан ул бер нәмә лә алып сыға алмай. Әгәр ҙә үтә бай йортто һаҡсылар ныҡлап һаҡлаһа, ул унда инә алмай. Шуға күрә лә, бур һаҡсылары ла булмаған, урларлыҡ әйбер ҙә булған йортҡа килә. Бөгөн шайтан беҙҙең әҙәбебеҙҙе, иманыбыҙҙы урларға теләй. Шуға күрә ул мәсеткә ыңғайлаған кешегә һөжүм итә.
Әхмәт Әхмәров: Әгәр ҙә "Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы"н уҡып ҡараһаҡ, унда Ҡөрьәндән айырманы таба алмаҫһың. Икеһендә лә кеше араһындағы мөнәсәбәт бермә-бер тап килеп тора. Карл Маркс, Владимир Ленин үҙҙәренең хеҙмәттәрен яҙған саҡта дөйөм кешелек принциптарына таянған. Берҙән-бер етешһеҙлектәре - Аллаһты инҡар итеү. Совет осоронда ла шул уҡ система халыҡты билдәле сиктәрҙә тотҡан. Туҡһанынсы йылдарҙа был система емерелде һәм беҙ барыһын да өр-яңынан төҙөй башланыҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең ғалимдарыбыҙ юҡ, имамдарыбыҙ юҡ ителгәс, кешеләр төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт туплап, яңылыша башлай. Был үҙ нәүбәтендә улар араһындағы дошманлыҡҡа нигеҙ булып тора. Ә инде Ислам динен аңлаған ғилемле кеше бер ҡасан да икенсе кешене дошман итеп күрмәйәсәк. Халыҡты нимәлер тоторға тейеш барыбер ҙә. Совет осоронда кешене яҙыҡ юлға баҫыуҙан партия һаҡлап торһа, хәҙер кешене Аллаһҡа инаныу тоторға тейеш.
Морат Лоҡманов: Диндә "Яҡшылыҡҡа саҡырығыҙ, яманлыҡтан тыйылығыҙ" тигән бер саҡырыу бар. Ошо ҡанун емерелһә, кеше кирегә ағып китә. Йәғни һәр ваҡыт кеше яҡшылыҡҡа саҡырып, яманлыҡтан тыйып торорға тейешле. Бәғзе берәүҙәр: "Нимәгә кәрәк һинең намаҙың, мин яҡшы кеше булыу яғындамын", - ти. Тик ундайҙар ошо яҡшылыҡтың бик тиҙ арала юҡҡа сығыу ихтималлығын ғына аңламай. Совет осоронда яҡшы кеше булып йөрөгән кешеләрҙең бөгөн ниндәй хәлгә ҡалыуҙары ошо хәҡиҡәтте күрһәтте лә инде. Кеше, ысынлап та, дөрөҫ итеп, яҡшы ниәт менән намаҙ уҡыһа, ул насар кеше була алмайҙыр. Әгәр ҙә кеше үҙенең телен тыйып тора алмай икән, уның Ураҙа тотоп йөрөүенә Аллаһы Тәғәлә мохтаж түгел. Әгәр ҙә беҙ егерме-утыҙ йыл намаҙ уҡып йөрөп тә, һаман да алдашыуҙан туҡтала алмаһаҡ, был намаҙ уҡыуыбыҙҙың кәмселеге барлығы хаҡында аңлата. Әгәр ҙә кеше намаҙын дөрөҫ уҡыһа, үҙенең рухи зәғифлегенән, әҙәпһеҙлегенән арына барырға тейеш.
Әхмәт Әхмәров: Бәләкәй генә бер ҡисса. Яңы ғына дини ғилем алған шәкертте хәҙрәт итеп бер ауылға ебәргәндәр, ти. Ауылда халыҡ мәсеткә йөрөмәгән. Баҡтиһәң, был ауыл халҡы намаҙ уҡыр алдынан тәһәрәтләнергә яратмаған икән. Йәш хәҙрәт: "Ярар инде, тәһәрәтһеҙ булһа ла, мәсеткә килегеҙ", - тип әйткән ти ауыл халҡына. Шәриғәт буйынса намаҙ уҡыр алдынан мотлаҡ тәһәрәт үтәлергә тейеш бит инде. Бер мәл мәсеткә ауыл халҡы килеп тулған. Дәррәү рәүештә йома ғәйеттәре үткәрә башлағандар. Дини эштәр ыңғайға киткәс, был хәҙрәтте икенсе урынға күсергәндәр. Уның урынына килгән яңы хәҙрәт ауыл халҡының мәсеткә тәһәрәтләнмәй йөрөгәнен белеп ҡалған. Шунан һуң ул үҙенә тиклем эшләгән хәҙрәткә: "Нисек һин халыҡҡа тәһәрәт алмайынса намаҙ уҡырға рөхсәт иттең? Һин бит Аллаһтың, тәһәрәтләнмәйенсә мәсеткә инергә лә ярамай, тигән ҡағиҙәһен боҙғанһың", - тип хат яҙған. Теге хәҙрәт уға: "Мин уларҙы мәсеткә йөрөргә өйрәттем, хәҙер инде һин уларҙы тәһәрәтләнергә өйрәт", - тип яуап хаты яҙған. Ошонан сығып, мин шуны әйтергә теләйем: кеше тәүҙән үк көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡымаһа ла, һис юғы бер тапҡырҙан башлаһын. Нисек кенә булмаһын, тәмәке тартамы ул, ҡайһы ваҡыт эсәме ул, ҡайһы ваҡыт ҡатындарға йөрөймө ул... барыбер, нисек кенә булһа ла Аллаһҡа рапортын бирһен. Иң мөһиме, ул намаҙ уҡый башлаһын. Аллаһ уға мохтаж түгел, кеше үҙе Уға мохтаж.
Морат Лоҡманов: Ысынлап та, дингә яңы аяҡ баҫыусыларға ҡаты талаптар ҡуйып, уларҙы диндән өркөтөп йөрөүселәр күп ул. Беҙ беренсе класҡа барған уҡыусыға күп нәмәләрҙе рөхсәт итәбеҙ. Әйтәйек, китапты асып һалып, шуны күсереп яҙырға ҡушабыҙ. Ә бына унынсыла уҡыған балаға бөтөнләй башҡаса талаптар ҡуябыҙ. Иң мөһиме, кеше дин юлына Аллаһы Тәғәләгә һөйөү менән килергә тейеш.
Әхмәт Әхмәров: "Еңеләйтегеҙ, ауырайтмағыҙ, һөйөндөрөгөҙ, нәфрәтләндермәгеҙ", тиелә Ҡөрьән Кәрим сүрәһендә.

"Атеизм самолет тәүге һелкенеүгә тиклем генә йәшәй", тиҙәр. Йәғни, осоп барған самолеттың ҡотолғоһоҙ һәләкәткә дусар булғанын аңлаған пассажирҙар шул секундында уҡ Аллаһты иҫкә ала тиҙәр. Тағы ла "Иң диндар кеше - ул атеист. Сөнки ул Аллаһтың барлығын инҡар итә икән, булмаған нәмәне инҡар итеп булмай, тигән аңлау ҙа бар. Ә шулай ҙа совет халҡы атеизмды дин һымаҡ ҡабул итте лә, дингә юлдар асылғас та һаман динһеҙ булып йәшәй түгелме?

Әхмәт Әхмәров:
Минең быуында булмаһа ла, минән өлкән быуындарҙың ҡанына, ысынлап та, һеңдерелгән атеизм. Бындай кешеләргә динде аңлатыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Бер нәмә лә эшләп булмай. Быуындар алышынырға тейеш. Муса бәйғәмбәр үҙенең халҡын юҡҡа ғына ҡырҡ йыл буйына сүллек буйлап йөрөтмәгән. Бәйғәмбәр әйтеүенсә, кешеләрҙә ҡоллоҡ фекерләүе юҡҡа сыҡһын өсөн өс быуын алышынырға тейеш.

Тағы ла бер мөһим мәсьәлә. Йөҙ проценты менән тиерлек мосолмандар йәшәгән Ғәрәбстан илендә ир-аттар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа дини кейем кейеп йөрөй һәм ул норма һанала. Ә бына күп динле, күп милләтле Рәсәй илендә Чечнялағы ваҡиғаларҙан һуң хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙ шәһит образын алды. Ул образ барлыҡҡа килеп, Рәсәйле мосолман ҡыҙы хиджаб кейеп китеп бара икән һәм уға ҡарап, башҡа диндәге кешеләрҙең күңелендә негатив тойғо ярала икән, был ҡыҙ гонаһлы була түгелме? Беҙ бында "Юҡ, беҙҙеңсә булырға тейеш", тип тә әйтә алмайбыҙ, сөнки илебеҙҙә башҡа диндәге кешеләр ҙә бар. Бында алтын урталыҡ булырға мөмкинме?

Әхмәт Әхмәров:
Тарихсы булараҡ, шуны әйтә алам: беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме хиджаб тип аталмаһа ла, бер үк ваҡытта шул ролде үтәгән ҡушъяулыҡ булған. Беҙ "хиджаб ярамай" тип әйтә алмайбыҙ, сөнки ул дини талап, ул Ҡөрьән менән иҫбатланған, хәҙис шәрифтәре менән дәлилләнгән. Ә бит беҙ башҡа диндәге кешеләргә шулай тип тә әйтә алабыҙ: әгәр ҙә һеҙгә оҡшамай икән, ҡарамағыҙ. Юғиһә, беҙ "беҙгә ят нәмә ҡурҡыныс" тигән ҡағиҙәгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Икенсе милләттәр беҙҙе нисек барбыҙ, шулай итеп ҡабул итергә тейештәр. Беҙ бында, атай-олатайҙарыбыҙ йәшәгән ерҙә, нисек теләйбеҙ, шулай кейенеп йөрөй алабыҙ. Бер генә нәмә: ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар күҙҙәрен генә күрһәтеп, баштан-аяҡ сепрәккә төрөнөп йөрөй икән, ул беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә тап килмәй.
Морат Лоҡманов: Бында шуны ла өҫтәп әйтергә мөмкин: яңы барлыҡҡа килгән ғәҙәттәр ҙә була. Бер быуын итәген тубығының өҫтөнә мендерһә, икенсе быуын уны иң өҫкә килтереп еткерә. Егерме-утыҙ йыл элек әсәйемдәр телевизорҙан бөгөнгө фильмдарҙы күрһә, ҡоттары осор ине. Хәҙер иһә оло кешеләр үҙҙәре рәхәтләнеп ҡарап ултыра. Беҙ хәҙер бөтөнләй икенсе кейемдәр кейәбеҙ. Мин һәр ваҡыт милли кейем яҡлы, милли кейемебеҙ һәр ваҡыт мосолманса булды. Тик ниңә беҙ фәҡәт мосолманса кейенгән өс-дүрт ҡыҙға бәйләнәбеҙ һуң? Шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа юбка кейгән, кендеге күренеп йөрөгән ҡыҙҙарға бер нәмә лә әйтмәйбеҙ? Бына был беҙҙең замандың иң әсе парадоксы!

Тағы ла йәш кеше дингә килһә, уны автоматик рәүештә ярамаған эш башҡарған, яҙыҡ юлда йөрөгән кеше итеп күрә башлайҙар. Уларға хатта енәйәтсегә ҡараған һымаҡ ҡарайҙар. Был нилектән шулай?

Морат Лоҡманов:
Бер йәш кеше дингә килеп, матур итеп йәшәй башлаһа, бөтөн ауыл уға ҡаршы сыға. Шунан теге йәш кеше үҙенән-үҙе һаҡланыу позицияһын ала ла, үҙе лә агрессив булып китә. Ҡыҙғанысҡа күрә, был һынау, һәм уны үтергә кәрәк.
Әхмәт Әхмәров: Әгәр ҙә йәштәребеҙ дини йәмғиәткә ойоша алмай икән, башҡа йәмғиәт формаларын файҙаланырға була. Мәҫәлән, яңыраҡ булып үткән юрматылар йыйынында мин йәштәребеҙ төрлө радикал ойошмаларға, сит илдәргә китмәһен өсөн ырыу системаһын кире тергеҙеү зарурлығы хаҡында сығыш яһаным. Әгәр ҙә ырыу системаһын дини нигеҙҙә аяҡҡа баҫтырһаҡ, ул милли ғөрөф-ғәҙәттәр үтәп йәшәгән көслө йәмғиәткә әүереләсәк. Һәр бер ырыу үҙе айырым бер йәмғиәт. Был хаҡта мин бөтә урында ла әйтәсәкмен.

Әхмәт хәҙрәт, үткәндә күренекле шағирыбыҙ Мәүлит Ямалетдиндың "Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма" китабының исем туйында ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйнегеҙ. Шул саҡта залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙар дәррәү рәүештә ҡул сапты. Ул һүҙегеҙҙең нигеҙе нимәлә?

Әхмәт Әхмәров:
Бер хәҙистең аңлатмаһы ул. Ҡатын кеше үҙенең малын үҙенә сарыф итеүе мөмкин. Ә ир кеше барлыҡ мөлкәтен үҙенең ғаиләһенә генә сарыф итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта ҡатын кеше үҙенең малын ғаиләһенең ихтыяжына тотонһа, бынан ул мәсет һалыуға тиң сауап ала.

Беҙҙә дини ғилем биреү ҙә юлға һалынып бөтмәгән. Бигерәк тә диңгеҙ аръяғында уҡып ҡайтыусыларҙың үҙҙәрен тотошо аптырата ҡайһы саҡта...

Әхмәт Әхмәров:
Туҡһанынсы йылдарҙа беҙ дини әҙерлектәре бөтөнләй булмағандарҙы диңгеҙ аръяғына уҡырға ебәреп, ҙур хата эшләнек. Йәштәр нигеҙ дини ғилемде өс-дүрт йыл һуҙымында үҙебеҙҙә алып нығынғандан һуң ғына уларҙы диңгеҙ аръяғына ебәреү дөрөҫ булыр ине. Уларҙы унда нисек теләһәләр, шулай әүәләгәндәр икәне асыҡланды аҙаҡ.
Морат Лоҡманов: Ҡайһы бер башҡорт ғалимдары: "Беҙ дингә килһәк, милләтебеҙҙе дин эсендә юҡҡа сығарасаҡтар", - тиҙәр. Мин уларҙың хәүефен аңлайым. Әммә улар тағы ла бер нәмәне аңлап етмәй. Әгәр ҙә динегеҙҙе тотмаһағыҙ, мин һеҙҙе икенсе бер халыҡ менән алмаштырам, ти Аллаһы Тәғәлә. "Баҙарҙан да ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә ҡурҡһағыҙ, һеҙ баҙарҙы үҙ ҡулына алған халыҡтың йоғонтоһонда ҡаласаҡһығыҙ", тип әйтелә бер хәҙистә. Тап шуның һымаҡ, беҙ динде, халҡыбыҙ өсөн зыянлы, тип ситтә йөрөп ятһаҡ, күп тә үтмәҫтән, дин тотҡан икенсе бер халыҡтан йотолоуыбыҙ бар. Шуға күрә, туған телебеҙҙе һаҡлау юлында йөрөүселәр иң тәүге нәүбәттә дингә иғтибар итергә тейештәр.

Әгәр ҙә милләтте һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә дәүләт механизмдары йомшара төшһә, милләт тәбиғи рәүештә үҙен һаҡлауҙың юлдарын барлыҡҡа килтерә, тиҙәр. Республикабыҙҙа киң ҡолас алған ағинәйҙәр хәрәкәте шундай башланғыстарҙың береһе. Һеҙ был хәрәкәттең эшен нисек баһалайһығыҙ?

Морат Лоҡманов:
Ағинәйҙәр хәрәкәте - Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән ҙур бер мөмкинлеге. Ҡайһы ғына ауыл мәсетенә инһәң дә, унда ике-өс, уҙа барһа, биш-алты ир-ат та, милли кейемдәге егермеләгән-утыҙлаған ҡатын-ҡыҙҙы тап итәһең. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла ағинәйҙәр. Әгәр ҙә беҙ халҡыбыҙҙы дингә килтереүҙә Хоҙай биргән ошо мөмкинлекте ҡулланмаһаҡ, йәғни мәсеттәргә тик ир-аттар ғына йөрөргә тейеш, тип ултырһаҡ, Аллаһы Тәғәлә беҙҙән ул мөмкинлекте кире тартып алыуы ла ихтимал. Иншалла, бер мәл мәсеттәргә ир-аттарыбыҙ эркелеп килер һәм унда ҡатын-ҡыҙҙарға урын да ҡалмаҫ!
Әхмәт Әхмәров: Ағинәйҙәргә: "Һаҡал-ҡашмауҙар эшләп ултырып, ваҡытығыҙҙы әрәм иткәнсе, Ҡөрьән сүрәләре ятлағыҙ", - тип әйтеүсе дин әһелдәре лә бар икән. Ундай дин әһелдәренә шулай тип яуап бирергә кәрәк: "Улар һаҡал-ҡашмау ҙа эшләргә, намаҙ ҙа уҡырға тейеш. Ҡул эшен бәйғәмбәрҙәр ҙә хуплаған..." Икенсенән, ул ҡул эштәре беҙҙең милли йолаларыбыҙ һанала, өсөнсөнән, ҡатын-ҡыҙҙар шул эштәрҙе эшләү сәбәпле йыйылып, намаҙ уҡый икән, был эштәрҙе башҡарыуҙың сауабы меңләтә тапҡыр арта.
Морат Лоҡманов: Ауылдарҙа аҡһаҡалдар ҡорҙары йәнле генә эш башлай ҙа, был эш нисек башланып китһә, шул рәүешле туҡталып ҡала. Ундай ир-аттарҙы милләтебеҙ ағинәйҙәренән өлгө алырға саҡырам.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Ҡараңғылыҡ бер ваҡытта ла ҡараңғылыҡты еңә алмай, быға яҡтылыҡ ҡына һәләтле. Нәфрәт тә нәфрәтте еңә алмай, мөхәббәт кенә быға һәләтле", тигән Мартин Лютер Кинг. Дин юлында йөрөгән ике милләттәшебеҙҙең ошо әңгәмәһенән сығып, беҙ шундай һығымта яһай алабыҙ: халыҡ, милләт бары тик Аллаһы Тәғәләгә һөйөүе ярҙамында үҙенең киләсәген яҡтырта ала. Иншалла!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 1512

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru