«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
+  - 


Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡараған ҡыпсаҡ ырыуының тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа, ә яҙма сығанаҡтарҙа ошо этноним беҙҙең эраның VIII быуатынан да иртәрәк осрамай. Шул уҡ ваҡытта ҡыпсаҡ исеме аҫтында тарихҡа ингән этник берләшмә байтаҡ ҡына төрки халыҡтары этногенезында бик мөһим урын биләй: ошо ырыу кешеләренең хәҙерге вариҫтары башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк, алтай, ҡырым татарҙары составында ҙур урын биләй. Заманында Евразияла Иртыш йылғаһынан Дунайға тиклем йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ далалар иле Дәште-Ҡыпсаҡ (русса Дикое Поле йә иһә Поле Половецкое) исеме аҫтында билдәле була.

Урта быуат ҡыпсаҡтарының ата-бабалары кем булған? Ошо ҡатмарлы һорауға объектив яуап табыу хәҙерге тарих белгестәре өсөн дә еңел түгел, ғилми әҙәбиәттә был мәсьәлә буйынса төрлө гипотезалар осрай.
Совет тарихсыһы А.Н. Бернштам ҡыпсаҡ атамаһының боронғо ҡытай телендә цзюеше (кюеше) рәүешендә булыуын ҡытай авторы Сым Цяндың (б.э. тиклем II-I бб.) "Шицзи" ("Тарихи яҙмалар") әҫәренә таянып фаразлай. Ошо тарихсы беҙҙең эраға тиклем 209-174 йылдарҙа Хунну державаһы хакимы булған шаньюй Модэның ҡырғыҙҙар, динлиндар, синьлилар менән бер рәттән цзюеше ҡәбиләһен дә буйһондороуы хаҡында яҙа. Әммә абруйлы тарих белгестәренән һаналған С.Г. Кляшторный был фараздың фонетик яҡтан бер нисек тә дөрөҫләнә алмауын иҫбатланы.
Оҙаҡ ваҡыт дауамында ғәрәп авторы Ибн Хордадбехтың (IX быуат) "Китаб ал-масалик в-ал-мамалик" ("Юлдар һәм батшалыҡтар китабы") әҫәрендә ҡыпсаҡ (ғәрәпсәнән уҡылышы - хифшах) этнонимы тәү башлап иҫкә алына, тип иҫәпләнеп йөрөлдө. Был тарихсы VIII-IX быуаттарҙағы төрки мөхитендәге иң эре һәм абруйлы ҡәбиләләр исемлегенә туғыҙ уғыҙ, карлуҡ, ҡимаҡ, уғыҙ, чигиль, бәшәнәк, тюргеш, азкиш, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ халыҡтарын индергән, уларҙың иң ҙуры Туғыҙ уғыҙ иле, тип атала. Был Уйғыр (Туғыҙ уғыҙ) ҡағанаты (745-847 йй.) осорона тап килә.
С.Г. Кляшторный боронғо төрки руник яҙмаларында ла ҡыпсаҡ атамаһы булыуына иғтибар итә. 1909 йылда фин лингвисы Густав Рамстед Монголияның Селенга йылғаһы буйындағы Шине Усу тигән урында Уйғыр ҡағанатын нигеҙләүсе Элетмиш Билге ҡағанға (747-759 йй.) арналған таш яҙмалар таба. Унда төрк ҡыпсаҡ илле йыл хакимлыҡ итте тигән яҙыу ҙа була. Ошо стелалағы яҙмала хәрефтәр быуаттар дауамында юйыла биргәс, ҡыпсаҡ һүҙенең "...бчак" тигән аҙаҡҡы дүрт хәрефе генә асыҡ күренгәнлектән, тәүҙә ошо мәғлүмәткә ышанмайыраҡ ҡарайҙар. Әммә 1974-1975 йылдарҙағы махсус экспедиция юйылған хәрефтәрҙән ҡалған эҙҙәрҙе тикшереп, стеланың дөрөҫ уҡылыуын раҫлай. Тимәк, II Көнсығыш Төрки ҡағанаты (681-744 йй.) заманында төрки ҡәбиләләре араһында ҡыпсаҡтар ҙа булып, улар дөйөм төрки союзына ингән. Был VII быуатта уҡ ҡыпсаҡтарҙың "turk budun" (будун - ҡәбиләләр союзы) исеме аҫтында хакимлыҡ итеүсе берләшмә составында булыуына бер дәлил булып тора. Әммә ошо берләшмәнең хәрби һәм сәйәси етәксеһе булған Күлтегинға (684-731 йй.) арналған боронғо руник ҡомартҡыла ҡыпсаҡ атамаһы иҫкә алынмай. Ә бына тәүге өс төрки хакимының кәңәшсеһе булған Тоньюкукҡа (646 - 724 йй.) арналған яҙмала "turk sir budun" һүҙҙәре теркәлгән, ул төрк һәм сир берләшмәһен аңлата.
Ул замандарҙа сирҙар, тип ниндәй ҡәбиләне атауҙары мөмкин һуң? Г.С. Кляшторный ошо хаҡта былай тип яҙа: "Төрк илендә өҫтөнлөк итеүсе ҡәбиләләр союздары хаҡындағы руник ҡомартҡыларҙағы мәғлүмәттәрҙе берләштереп ҡарайыҡ: төркиҙәрҙең үҙ ҡомартҡылары хакимлыҡ итеүсе ҡәбиләләр төркөмөн "төрктәр һәм сирҙар", ә Шине Усу ерендәге уйғыр (уғыҙ) ҡомартҡыһы - "төрктәр һәм кыбчактар", тип атай." Ошо сағыштырыу нигеҙендә билдәле ғалим был ҡомартҡыларҙа сир һәм ҡыпсаҡ исемдәре аҫтында бер үк ҡәбилә хаҡында һүҙ барыуын фараз итә. Был ҡараш тарихсыларға ҡыпсаҡтарҙың VII быуаттан да алдараҡ булған тарихын ентекләберәк өйрәнә алыу юлын асты.
Сир һәм ҡыпсаҡ этнонимдарының бер иш булыуын ошо һүҙҙәрҙең этимологияһы аша ла асыҡлап була. С.Г. Кляшторный сир исеме урынына ҡыпсаҡ атамаһын ҡулланыу боронғо магик инаныуҙар менән бәйле, тип иҫәпләй. Тәүге этноним менән аталған Сир ҡағанатының 646 йылда тар-мар ителеп, һәләкәткә осрауы артабан ошо исем урынына буш, уңышһыҙ, бәхетһеҙ халыҡ тигәнде аңлатҡан "кывчак/кыбчак" атамаһы ҡулланыла башлай, тип һығымта яһай ғалим (йәнәһе, яңы атама хәтәр-хәүеф менән бәйле булған элекке исемдән магик ҡотолоу әмәлен бирә). Әммә был версияға тәнҡит күҙлегенән ҡараған тикшеренеүселәр ҙә бар. Заманында һуғышсанлығы һәм ғәйрәтле булыуы менән дан алған ҡәүем вариҫтарының бындай күрәләтә меҫкенлеккә төшөүенә ышаныуы ҡыйын. Тарихсы Ю.А. Зуев ошондай һығымтаның дәлилһеҙ булыуын күрһәтеп, билдәле лингвист-тюрколог А.Н. Кононовтың фекерен иғтибарға ала. Уныңса, "куман, ҡыпсаҡ һәм ҡумыҡ (генетик яҡтан бер-береһенә яҡын туғандаш берләшмәләр) этнонимдары бер тамыр һүҙҙән (qub) башланып, ошо тамырҙың фонетик-морфологик үҫешенең айырым формалары булып тора." Икенсе бер билдәле төрки телдәре белгесе В.А Гордлевский бына нисек яҙа: "Шулай ҙа "половцы" тигәнебеҙ, боронғо мосолман тарихсылары аңлағанса, "ҡыпсаҡ" һүҙенең тәржемәһе түгелме, ә "поле Половецкое" - "Дешт-и-Кыпчак" (ҡыпсаҡ ялан-далаһы) тигән урта быуаттарҙағы географик терминға тура килмәйме ни?" Ысынлап та, "половцы" һүҙе рус телендәге "половый" һүҙенән яһалған, ул аҡһыл, аҡһыл-һары тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Ә төрки телдәрендәге quba һүҙе лә шул уҡ аҡһыл, һары, һорғолт көрән төҫтө белдерә. Әйткәндәй, телебеҙҙә ҡоба һыйыр, ҡоба тал, ҡоба туры айғыр кеүек боронғо һүҙҙәр һаҡланып ҡалған. Тимәк, ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренең төҫ-башы башҡа дала кешеләренекенән айырылып тороп, "ҡобчаҡ-ҡыбсаҡ" уларҙың үҙ атамаһы булмаған, ул экзоним - башҡалар биргән исем сифатында ҡулланылған.
Сирҙар хаҡында Рим империяһы заманында йәшәгән эллин авторҙары ла билдәле бер мәғлүмәт ҡалдырған. Астроном, математик һәм географ Клавдий Птолемей (II б.) төҙөгән картала Алыҫ Көнсығышта, Sina (Ҡытай) иленән төньяҡ-көнбайыштараҡ Serica тип исемләнгән ил дә күрһәтелгән. Ә унан да алдараҡ, Рим авторы Оло Плиний (I б.) яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәргә ярашлы, император Клавдий дәүерендә (51-54 йй.) Римға Taprobana (Цейлон) илселәре килә, улар Эмод (Гималай) тауҙары артындағы илдә сер исемле халыҡ йәшәүе, уларҙың оҙон буйлы, ерән сәсле, зәңгәр күҙле булыуы хаҡында һөйләй. Тарихсы һәм географ Страбон (б.э. тиклем 63 й.-б.э. 24 й.) Грек-Бактрия батшалығы Евтидем I етәкселек иткәндә (б.э. тиклем 235-200 йй.) үҙенең сиктәрен сер һәм фрин ерҙәренә тиклем киңәйтеүе хаҡында яҙа. Тимәк, сер исемле ҡәүем беҙҙең эраға тиклем III быуатта уҡ Бактриянан (Төньяҡ Афғанстан) көнсығыштараҡ ятҡан ерҙәрҙә (хәҙерге Көнсығыш Төркөстан - Синьцзян территорияһы) көн иткән була. Географияла был ерҙәр Тарим бассейны тип атала, уның аша Ҡытайҙан Көнбайыш илдәренә алып барған Бөйөк ебәк юлы үтә. Күрәһең, заманында сер ҡәбиләһе ебәк менән һатыу иткәндер, юғиһә римлеләр ебәкте серикум, тип атамаҫ ине. Тарихсы Дж. О. Томсон серҙар тураһында бына нисек яҙа: "Әммә хәҙер Тарим бассейнында ҡасандыр арий телендә һөйләшкән, арий сығышлы халыҡ йәшәгәнлеге асыҡланды. Хәҙер унда төркисә һөйләшәләр, шулай ҙа урындағы халыҡ араһында һаман да европеоид тибындағылар осрай." Тимәк, сер йә иһә сир атамаһының тәү мәғәнәһе һорғолт, ерән мәғәнәләрен аңлатыуы мөмкин. Ошо этноним сары, соро тигән төрки һүҙҙәренә лә тамырҙаш. Шулай итеп, сер, сир һәм ҡыпсаҡ атамаларының да мәғәнәләш булып, бер үк халыҡтың ике төрлө исемен белдереүенә шик ҡалмай.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.19 | Ҡаралған: 614

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru