Йәшәйешебеҙҙә барыбыҙға ла яҡшы таныш булған бер төшөнсә бар, ул телебеҙҙә һынау тип атала. Мәғәнәһе лә әллә ни ҡатмарлы түгел уның - әҙәм балаһына билдәле бер шарттарҙа тейешле ғәмәлдәр ҡылып, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшә алыу бурысы йөкмәтелә. Бурысыңды үтәй алһаң - һынауҙы уңышлы үткәнһең, тип баһаланаһың, яңылышһаң, хаталанһаң - һынауҙы үтә алмаусылар рәтенә индерәсәктәр. Һынау үтеүселәрҙең тәүгеләре маҡтауға лайыҡ булып, өлгө итеп ҡуйылһа, һуңғылары түбән баһа алып, тәнҡиткә дусар ителә. Тап шуның өсөн һынауҙарҙың ниндәйе генә булмаһын, улар ҡәҙимге көн итмешебеҙҙә үтә тәьҫирле хис-кисерештәр уята.
Йәшәйеш фәлсәфәһендә кешенең бар ғүмерен уның үҙенә шәхсән тәғәйенләнгән һынау ул, тип фекер итеүселәр ҙә бар. Ошондай тәғлимәткә ярашлы, әҙәм балаһының аҡ донъяға тыуған мәле лә уның өсөн оло бер һынау икән: тыуғаныңда ул-был бер яман хәл булмаһа, артабан тышҡы донъя шарттарына яраҡлашып, һин дә мин йәшәп китәһең инде. Ҡайһы бер ғалим-эмбриологтар һәм психологтар бәпестең әле тыумаҫ борон уҡ, әсә ҡарынында ятҡан сағында ла күп төрлө физик һәм физиологик ҡуҙғыуҙарға дусар булып, уның организмында билдәле бер реакциялар формалаша икән, тигән фекер менән килешә. Тимәк, тышҡы донъя тәьҫиренә яраҡлаша алыу бәпес өсөн тәүге һынауға тиңдер, тип һығымта яһарға була.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, педагогия институтында студенттарға психология фәненән лекциялар уҡыған сағымда, фән телендә "йәш регрессияһы методы" тигән психологик тикшеренеү алымын өйрәнергә һәм ғәмәлдә ҡулланырға тура килгәйне. Был алым гипноз тәьҫиренә нигеҙләнгән. Шул психологик тәжрибәләр үткәргәнемдә ғәжәп ҡыҙыҡлы факттарға юлығылды. Белеүебеҙсә, гипноз йоҡоһонда саҡта кешенең мейе эшмәкәрлеге әүҙем көйө ҡала, һәм ул тикшеренеүсе тарафынан бирелгән һорауҙарға адекват рәүештә яуап бирә ала. "Үҙегеҙ тыумаҫ борон, әсә ҡарынында ятҡан сағығыҙҙа ниҙәр кисерҙегеҙ?" - тигән һорау ҙа бирелә торған ине. Башлыса: "Һәр саҡта ла тыныс, һәйбәт булды, бик яҡшы тойҙом үҙемде", - тигәнерәк яуаптар була ине. Әммә ике ҡыҙҙың яуабы ғәҙәттәгесә булманы. Беренсеһе: "Ике мәртәбә бик ауыр булды, иланым. Тәүгеһендә ауыртынған инем, нимәгәлер төртөлгән һымаҡ инде. Икенсеһендә әсәйемде йәлләп иланым, сөнки ул да ошо саҡта һулҡылдап илай ине", - тип аптыратты. Икенсеһе: "Әсәйем лимонды шәкәр ҡомона манып тороп ашай башлаһа, миңә шул тиклем насар була, инде ни эшләргә лә белмәй инем", - ти. Баҡтиһәң, ул ҡыҙ бөтөнләйе менән лимон ашай алмай, шундуҡ көслө аллергия башлана икән. Бына нисек бит ул, күрәһең, мөхитебеҙ шарттарына яраҡлашыу үҫеш осорон кисергән балаға үҙе бер һынау икән.
Һәр кемебеҙ үҙ тормошонда бихисап һынауҙар аша уҙа. Тәбиғәт тә, йәмғиәт тә берҙәй һынайҙыр кешене. Бына төрлө сирҙәрҙе генә алып ҡарайыҡ - ниндәйе генә юҡ уларҙың! Сир йоҡтораһың икән - ул һинең организмыңа ҙур һынау. Ошо һынауҙы үтә алмағандар йә оҙаҡ йылдар дауамында төрлө ыҙаларға дусар була, йә иһә донъябыҙҙы ваҡытһыҙ ҡалдырып китә... Был - тәбиғәт ҡануны. Шулай ҙа кешелек тарих төпкөлдәренән бирле сир-сырхауҙарға ҡаршы тиңһеҙ көрәш алып бара, ә инде хәҙерге заман фәне уға байтаҡ ҡына сирҙәрҙе тулыһынса еңергә мөмкинлек бирҙе. Тимәк, кешеләр ошо тәбиғи һынауҙарҙы ла үтеп сыға ала.
Һәр кемдең шәхси тормошонда ла һынауҙар етерлек ул. Арабыҙҙа ғаилә ҡормаған, бала тәрбиәләмәгәндәр һирәк. Әммә ғаилә асылы тик мөхәббәттән генә тормай - ул тормоштарын бергә бәйләгән ике заттың ғаилә мөхитендә мотлаҡ осраясаҡ төрлө ҡаршылыҡ-ауырлыҡтарҙы, аңлашылмаусылыҡтарҙы, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-кисерештәрҙе үтеп сығып, матди һәм рухи һынауҙарға һыр бирмәй, бер бөтөн булып ҡала алыуындалыр ул. Минеңсә, ғаилә тормошондағы һынауҙарҙан да ауырыраҡтары юҡ кеүек. Юҡҡамы ни әлеге заманда теркәлгән ғаилә союздарының яртыһынан күберәге тарҡалыуға дусар. Шуға күрә ғаилә бөтөнлөгөн күҙ ҡараһылай һаҡлай алыу фарыз беҙгә.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә мәктәп уҡыусылары өсөн дәүләт органдары тарафынан закон нигеҙендә ойошторолған махсус һынауҙар - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм Төп дәүләт имтихандары (русса - ЕГЭ һәм ОГЭ) әлегә тиклем телебеҙҙән төшмәй. Әлбиттә, уҡыу-уҡытыу һөҙөмтәләрен һынау-имтиханһыҙ билдәләүе ҡыйыныраҡ, сөнки мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың барыһы өсөн дә мотлаҡ булған махсус тикшереү уларҙың белем һәм күнекмәләр кимәлен стандартлаштырылған баһалау шкалаһы - тестар ярҙамында билдәләү аша башҡарыла. Ошо һынау алымдары йәмғиәттә күп дискуссиялар тыуҙырҙы, уны ҡәтғи рәүештә тәнҡитләүселәр әле лә етерлек. Һынау - һынау инде, ул ғәҙел һәм объектив башҡарылырға тейеш. Тик бында мине ошо имтихандар менән бәйле бер кире күренеш айырыуса борсоуға һала. Ул ошо мөһим һәм кисектергеһеҙ сараны нисек ойоштороуға ҡағыла. Имтихандар уҡыусыларҙың үҙ мәктәптәрендә түгел, а алдан махсус билдәләнгән мәктәптәрҙә ойошторола. Һәр уҡыусы ошо мәктәпкә ингәндә, дөрөҫөн әйткәндә, тентеү процедураһы аша үтә. Имтихан барышында туалетҡа барыусыларҙы бер үҙҙәрен генә, оҙатып йөрөүселәрҙән башҡа, сығармайҙар. Ошо хәлдәргә психологик яҡтан баһа бирһәң, быны бары тик үҫмерҙәргә ҡарата дәүләт тарафынан ғәмәлгә ашырылған ышанмаусылыҡтың иң сағыу өлгөһө, тип атап булыр ине. Әйтеүе ҡыйын, әгәр шәхсән, әлеге уҡыусылар кеүек, ошондай ситуацияға эләкһәм, үҙемде енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе кеше һымаҡ тойор инем. Минеңсә, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәргә ҡарата ошондай мөнәсәбәттең рәсми төҫ алыуы уларҙың үҙҙәрендә лә һис бер ыңғай кисереш уятмайҙыр ул.
Бөгөн бөтөн донъя хәүефле көндәр кисерә. Кешелек сираттағы һынауын тота. Коронавирус тигән микроскопик зат, кешеләрҙе ауыр сиргә дусар итеп, бар халыҡтарҙы көнитмештәре хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Әлбиттә, ошо һынауҙан Рәсәй ҙә ситтә тороп ҡала алманы. Тотош илгә хәүеф янаған ауыр ситуациянан нисек итеп ҡотолоу юлдарын табыу хаҡында ил етәкселәре лә уйланмай ҡалмай, барыбыҙға ла билдәле саралар ҙа күрелә. Иң алғы һыҙыҡта - табиптар, коронавирус таяғының иң ауыр башы ла улар иңенә төшә. Улар, профессиональ бурыстарына тоғро ҡалып, үҙ-үҙҙәрен аямайынса, медицина ярҙамына мохтаждарҙың хәлен еңеләйтергә тырыша. Маһир табиптарыбыҙ маҡтауға һәм кешеләрҙең ихлас рәхмәтенә лайыҡ.
Шул уҡ ваҡытта бына нимәгә иғтибар итергә кәрәктер. Ошондай ауыр мәлдәрҙә бик күптәребеҙ, бигерәк тә матди яҡтан терәк булырҙай туғандары булмаған оло быуын кешеләре ярҙамға мохтаж. Ә беҙҙә, Рәсәйҙә, миллионерҙар ҙа, миллиардерҙар ҙа етерлек бит. Тик әлегә тиклем радио-телевидениенан да, башҡа матбуғат сараларынан да ниндәй ҙә булһа бер байҙың, шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп, кемгә булһа ла хәйриә ярҙамы ойоштороуы хаҡында бер генә булһа ла хәбәр ишетелгәне юҡ. Йә булмаһа, шул-шул олигарх дауаханаларға, табиптарға шунса аҡса күсерҙе, тигәнерәк хәбәр сыҡһа, хатта бер аҙ аптырабыраҡ та ҡалыр инек. Ҡарундар йәнен ябай кеше, йәмғиәт ҡайғыһы һис бер борсомай шул. Һеҙгә нисектер, миңә ҡалһа, улар бөгөн дә, һәр ваҡыттағыса, нисек булһа ла үҙ байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу менән мәшғүл кеүек тойола. Тимәк, әлеге һынауҙы улар үтә алмаясаҡ. Һәм улар, ниндәй генә юғары вазифа биләмәһен, халыҡ ихтирамынан мәхрүм ҡаласаҡ.
Әлбиттә, ил күргәнде күрәсәкбеҙ, ил кисергәнде кисерәсәкбеҙ. Коронавирус тыуҙырған хәүеф тә артта ҡалыр, ваҡыты еткәс. Яҡын киләсәктә беҙҙе тағы ла ниндәй һынауҙар көтәлер - быныһы әлегә билдәһеҙ. "Һаҡланғанды Аллаһ үҙе һаҡлар", тигән боронғолар. Шуға күрә үҙебеҙгә лә, барса яҡын кешеләребеҙгә лә тейешле һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәү зарур. Йәнә, "Өмөтһөҙ - шайтан", тип тә әйтәләр. Киләсәккә ышаныс үә яҡты өмөттәр бағлап йәшәргә яҙһын инде, хөрмәтле милләттәштәр.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА