«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНЬЯҠ УРАЛ ТӨБӘГЕНЕҢ ТӨП МӘҒАРИФ ҮҘӘГЕ
+  - 


Республиканың юғары уҡыу йорттарына студенттар ҡабул итеү мөҙҙәте тамамлана. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында был эштәр нисек атҡарылған? Уҡыу йорто йәштәрҙе ниндәй йүнәлештәр, ниндәй проекттары менән үҙенә йәлеп иткән һәм башҡа ошондай һорауҙарҙы уҡыу йортоноң директоры Илдар ХӘМИТОВҡа төбәнек.

Сибай институтының башҡа уҡыу йорттарында күҙәтелмәгән үҙенә генә хас данлы традициялары бар, уларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек әле...

- Эйе, Сибай институты Урал аръяғы халҡы өсөн юғары миссия үтәүсе уҡыу йорттарының береһе. Беҙҙең студенттарыбыҙҙың күбеһе Көньяҡ Урал райондарынан йыйылған һәм уларҙың 90-92 проценты башҡорттар. Һәм, әлбиттә, аралашыу башлыса башҡорт телендә алып барыла. Икенсенән, уҡыу йортоноң тышҡы, эске биҙәлеше, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренең бюстары һәм барельефтар тәрбиәүи маҡсатҡа йүнәлтелгән. Бынан тыш, беҙҙең бөтә факультеттарҙа ла студенттарҙың ниндәй йүнәлештә белем алыуына ҡарамаҫтан, башҡорт теле туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Башҡорт теле республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ ҡабул ителгән, шуға ла ул дәүләт гербы, дәүләт флагы, гимн кеүек дәүләт ҡурсаулығында булырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Был йәһәттән һуңғы ваҡытта телгә иғтибар артыуы һөйөндөрә. Шуға ла башҡорт телен туған тел булараҡ һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү- ул һәр беребеҙҙең иңенә һалынған ҙур бурыс. Был бурыс беҙҙең студенттар күңеленә ныҡлы һеңдерелә.
Рухи тәрбиә биреү эшмәкәрлегебеҙ уны этномәҙәни йүнәлештә ойоштороуҙан, студенттарға халҡыбыҙҙың матур йола һәм ғәҙәттәре нигеҙендә әхлаҡ ҡанундарын өйрәтеүҙең әһәмиәтенән сығып билдәләнгән. Шуға күрәлер ҙә, беҙҙең уҡыу йортона килеүселәр студенттарҙың алсаҡ, ихлас булыуына һәм кем генә булыуына ҡарамаҫтан, сәләмләп үтеүенә иғтибар итә. Был ысынлап та шулай, әлеге талап уҡыу башында уҡ һеңдерелә һәм ул студентты диплом алғансы оҙатып йөрөй. Сираттағы йолабыҙ - ул уҡытыусы менән уҡыусының үҙ-ара йылы мөнәсәбәте. Беҙ һәр студенттың ҡайҙан килгәнен, ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен, уның һәләтен, мөмкинлектәрен шәхсән беләбеҙ. Улар беҙҙең даими күҙәтеү аҫтында. Йәғни, студентҡа беҙ шәхес булараҡ ҡарайбыҙ һәм уҡыу йылы буйына уның күңелен үҫтерәбеҙ, формалаштырабыҙ, аҙаҡ бындай партнерҙарса булған мөнәсәбәт студент диплом алып, эшкә урынлашҡас та һөҙөмтәле дауам итә. Үҙҙәре уҡып сығып, инде балаларын ошо белем усағына алып килгәндәр байтаҡ беҙҙә. Тағы ла шуны әйтер инем, бөгөнгө көндә институттың уҡытыусылар коллективының төп өлөшөн элекке студенттарыбыҙ тәшкил итә. Йәғни күсәгилешлек һаҡлана. Мин үҙем дә ҡасандыр ошо институтты тамамлап, ошонда ҡанат нығытҡан, фән тауҙарын яулаған кешемен. Уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге миңә ят түгел, киреһенсә, бик яҡын. Йылдар үтһә лә беҙҙең маҡсатыбыҙ бер нисек тә үҙгәрмәне - ул илдең лайыҡлы граждандарын әҙерләү, шәхестәр үҫтереү.
Шулай итеп, ҡасандыр ҡаланың бер мәктәбе базаһында башланғыс алған уҡыу йортоноң бөгөн үҙ йөҙө, үҙ йүнәлештәре, күркәм йолалары бар. Әлбиттә, ҡаҙаныштар, уңыштар бер көн эсендә генә яуланмаған. Бында институтҡа бөтә белемен, оҫталығын, идеяларын һалған ғалимдарыбыҙҙың утыҙ йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе ята. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ һәм ошо матур традицияларҙы артабан да камиллаштырырға, үҫтерергә тырышабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, теге йәки был уҡыу йортоноң баһаһын студенттар билдәләй, белем усағының төп хеҙмәт күрһәткесе - сығарылыш студенттарының квалификацияһына ярашлы эш урыны табыуы. Был яҡтан та беҙгә йөҙ ҡыҙартырға тура килмәй, беҙҙә белем алған студенттар тормошта юғалып ҡалмай, һәр ерҙә үҙ урынын таба. Юғары белемле, тәртипле, тәрбиәле, көслө рухлы, кешелекле, кеселекле булған белгесте кем яратмаһын! Шуға ла Сибай институтын тамамлаған белгестәргә ихтыяж ҙур: улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә.

Эйе, һеҙҙең студенттарҙың тәртибе, үҙ-үҙен тотошо, белем алырға ынтылышы ла күптәрҙән айырыла икәнен беләбеҙ. Ә ҡайҙа дисциплина һәм яуаплылыҡ, унда маҡсатҡа өлгәшеү кимәле лә юғары була. Йәштәргә ошондай матур тәрбиә биреүгә нисегерәк өлгәшеп була икән?

- Бының сере - берҙәм команданың һәм һәр кемдең бер уйҙа булыуында, эште еренә еткереп башҡарыуындалыр, тиеп уйлайым. Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорттарының береһе булып танылған икән, бының нигеҙендә һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе ята. Институттың тәүге көндәренән үк был яңы йүнәлештәге, йәғни белем, тәрбиә, рух, физик әүҙемлек тигән төшөнсәләрҙе үҙенә һеңдергән, эш комплекслы алып барылған уҡыу йорто булырға тейеш, тигән концепция һалынғайны. Һәм ошо йүнәлештә беҙ бына утыҙ беренсе яңы уҡыу йылын башлайбыҙ ҙа инде. Сибай институтында һәр хәрәкәт, һәр сара, һәр лекция, студенттың институт хеҙмәткәре менән һәр осрашыуы, аралашыуы ана шул тәрбиә, тәртипте булдырыуға йүнәлтелгән. Баштан, беренсе курстан уҡ, студенттарға уҡыу йортоноң төп ҡағиҙәләрен аңлатабыҙ, ә аҙаҡтан гел хәтерҙәренә төшөрәбеҙ. Шулай итеп, матур ғәҙәт формалаша.
Уҡыу йортонда ифрат күп саралар үткәрелә. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙан тыш, төрлө осрашыуҙар, диспуттар, спорт ярыштары, акциялар һ.б. Был саралар ҡағыҙға яҙылған өсөн генә үткәрелергә тейеш, тигәнде аңлатмай. Уларҙың һәр береһенә оло мәғәнә, тәрбиә һалынған. Сараға ярашлы план төҙөлә, сценарий яҙыла, тейешле музыка һайлана. Шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтә була, шул саҡта ғына студенттың күңеленә тәьҫир итергә мөмкин. Кеше эҙләнеүҙән, үҫештән туҡтарға тейеш түгел. Шуға ла беҙҙең бөгөнгө талап - беҙгә килгән бала заманса белем алыу, тәртипле, тәрбиәле булыуҙан тыш, үҙенең сәләмәтлеген дә хәстәрләһен, спорт менән шөғөлләнһен, физик әүҙемлеген юғалтмаһын. Беҙ бөгөн шуны яҡшы аңлайбыҙ: физик сәләмәтлегеңде үҙең хәстәрләгәндә генә, заман афәтенә ҡаршы тора алаһың. Тимәк, беренсе планға аң, күңел таҙалығы, мәрхәмәтлелек, хеҙмәт тәрбиәһе сыға.
Хеҙмәт тәрбиәһе тигәндән, шуны әйтә алам - беҙ быйыл студенттарҙың төҙөлөш отрядын тергеҙҙек, унда башлыса технология факультеты студенттары бик ихлас, тырышып эшләне. Студент отрядында хеҙмәт итеүҙең тағы ла бер әһәмиәтле яғы бар - ул да булһа, аҡса эшләү. Иң мөһиме - студенттар үҙҙәрен хеҙмәттә һынап ҡарай, ә хеҙмәт сынығыуы алған кеше тормошта ышаныслы аҙымдар яһай, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй. Унан тыш, эш менән мәшғүл йәштәрҙең насар уйҙарға, алама ғәҙәттәргә ваҡыты ла ҡалмай, теләге лә булмай. Студенттар үҙҙәре отрядҡа "Арғымаҡ" тип исем ҡушты.
Шуныһы ҡыуаныслы, һәр идеяны бойомға ашырыр өсөн беҙҙә бөтә шарттар бар. Спорт менән шөғөлләнер өсөн бынамын тигән өс спорт залыбыҙ, стадион бар. "Ете ырыу", "Сармат" исемле халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгәндәр өсөн заманса балет залы, костюмдәр бүлмәһе булдырылған. Иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, инженерҙар өсөн бейеү, ҡурайҙа уйнау нимәгә кәрәк, тигән һорау тыуыуы ла ихтимал. Уҡытыусы булараҡ шуны әйтә алам: сәхнәгә сыҡһа, студент үҙендә булған бөтә комплекстарынан ҡотола, йәғни үҙенең эске хәүефтәренән азат була. Бейеүҙе сәхнәләштереү алдынан да ҙур тәрбиәүи эш башҡарыла, йәғни бейеүҙең килеп сығыу тарихы, эстәлеге тураһында тулы мәғлүмәт бирелә, көйө менән таныштырыла. Быларҙың барыһы ла йәш быуында сәнғәткә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләй.
"Һеҙҙең институттың коридорында йөрөп кенә белем алырға була",- тип әйткән ине бер яҙыусы беҙгә килгән бер сәфәрендә. Был ысынлап та шулай. Институттағы һәр барельеф, һәр композицияның үҙ тәғәйенләнеше бар, тигәндәй. Мәҫәлән, башҡорт шағиры Ш.Бабичтың 120 йыллығына арналған республика шиғыр конкурсы Бабич һәйкәленән старт алып, бөтә республиканы иңләп, беҙҙең уҡыу йортонда тамамланып ҡуйҙы. Быйыл бына Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың 180 йыллығын, Каруанһарай төҙөлөүгә арналған сараларҙы бына ошондай юҫыҡта үткәрергә ниәтләп торабыҙ. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына арнап ниндәй генә саралар үтмәне беҙҙә. Бына ошондай саралар аша йәштәребеҙгә матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ.

Һеҙҙең студенттар, тимәк, үҙойошоу тигән матур сифатҡа эйә. Был ғаиләнән киләме? Бөгөнгө атай-әсәйҙәрҙең балаларында ошондай матур сифаттар тәрбиәләүҙәге ролен нисек баһалайһығыҙ, әллә был сифаттар һеҙҙең уҡыу йорто коллективының эш һөҙөмтәһеме?

- Атай-әсәйҙәрҙең балаларына матур тәрбиә биреүенә, әлбиттә ҡыуанып ҡарайбыҙ. Шуныһы һөйөнөслө, бөгөн Республика Хөкүмәте тарафынан да ғаиләгә, балаларға иғтибар бермә-бер артты. Был бик ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки беҙ нисек кенә тырышмайыҡ, бөтә нигеҙ ғаиләлә һалына. Беҙ бына ошо ғаиләлә алынған матур өлгөнө артабан үҫтереп, камиллаштырырға, уны байытырға тырышабыҙ ҙа инде. Шундай матур тәрбиә биргән ата-әсә беҙгә балаһын ышанып тапшыра икән, беҙ уларҙың,балам сит-ят юлға баҫмаһын, урам тәрбиәһенә бирелеп китмәһен, тип борсолоуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Бөгөн үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, йәштәрҙе ылыҡтырыусы, ымһындырыусы нәмәләр бик күп. Шуға ла студенттарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Көндөҙ - дәрестә, төштән һуң төрлө секциялар, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә улар. Дөйөм ятаҡта ла тәртип яйға һалынған. Студенттарҙың үҙидаралығы әүҙем эшләй. Уларға уҡыу йортоноң иң алдынғы, һүҙе үткәндәй лидерҙар йәлеп ителгән. Шулай итеп, Сибай институты студенттары аҙнаның һәр 7 көнөндә, 24 сәғәт буйы ныҡлы күҙәтеү аҫтында. Был студенттың иректәрен сикләү тигәнде аңлатмай, ә уларҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғау билдәһе.
Ә бына "үҙойошоу" тигән төшөнсә күберәге беҙҙә һалына. Айырыуса беренсе курста. Иң күп саралар улар өсөн үткәрелә. Уҡыу йылы башланыу менән "Беренсе курстар айлығы" иғлан ителә. Был ай иң яуаплыһы, уның барышында белем усағы, бындағы түңәрәктәр, музей менән таныштырыла, уҡыу йортоноң етәкселеге, ҡала хакимиәте, хоҡуҡ органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтә. Айлыҡ "Беренсе тапҡыр сәхнәлә" тигән сара менән тамамланып ҡуя. Был беренселәр өсөн йондоҙ сәғәте. Бына ошонда күренә лә инде студенттарҙың үҙойошоу сифаттары, сөнки сараны студенттар тулыһынса үҙҙәре алып бара, сценарий туплай, алып барыусыларҙы тәғәйенләй һәм байрамды башынан алып аҙағына тиклем ойоштора. Уҡытыусылар ҙа бик ярата был байрамды, сөнки нәҡ ошо сәхнәлә институтҡа кемдәр килеүе, ниндәй һәләткә эйә булыуҙары күренә.

Һеҙҙең студенттар республикалағы ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендәге конкурс, бәйгеләрҙә лә сығыш яһай, еңеүҙәр яулай. Шуларҙы ла барлап китәйек әле.

- Беҙ мегаполиста йәшәһәк тә, республика, Рәсәй кимәлендәге сараларҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Беҙ электән үк "Студенттар - ирекле эшҡыуарлыҡта" тигән Бөтә Рәсәй проектында әүҙем ҡатнашабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрөп тә үтәйек әле: Сибай институты был проектта Рәсәй кимәлендә еңеп, 2008 йыл Сингапурҙа, 2012 йылда Ҡытайҙа Рәсәй намыҫын яҡлағайны. Быйыл да бик уңышлы сығыш яһаныҡ. Бынан тыш, технология факультеты студенты Тимур Агишев кикбоксинг, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты студенттары Айнур Вәлитов менән Рөстәм Хәйбуллин көрәш буйынса Башҡортостан чемпиондары булды. Сәлим Мәхмүтов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Наҙгөл Янбаева Башҡортостан Башлығы стипендияһына, Наҙгөл Ҡужагильдина М.Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булды. Информатика һәм математика факультеты студенттары программалаштырыу буйынса Урал беренселегендә уңышлы сығыш яһаны, бөгөнгө көндә беҙҙекеләр "Иннополис Университеты" юғары уҡыу йортонда, "iВолга" йәштәр форумында уңышлы сығыш яһай. Педагогика факультеты студенттары Бөтә донъя фольклориадаһында тәржемәсе булып эшләне. Беҙҙең студенттар шулай уҡ йыл һайын Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы ала һәм оҙатып йөрөй. Республика киң мәғлүмәт сараларының I конкурсында институт ТВ Гран-приға, "Юлдаш" газетаһы I дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды. 2017 йылдан алып "Артек" лагеры менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Студенттарыбыҙ унда йәйге практика үтә һәм бай тәжрибә туплауға өлгәшә.

Быйылғы ҡатмарлы шарттарҙа уҡыу йылын нисегерәк тамамланығыҙ?

- Быйылғы уҡыу йылын бик яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ. Көндөҙгө бүлекте тамамлаған 97, ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алған 346 студентҡа диплом тапшырҙыҡ, 40 студент институтты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Билдәле, тәүге ярты йыллыҡта уҡытыу дистанцион форматта алып барылды. Был һынауҙы ла беҙ уңышлы үткәреп ебәрҙек. Аудиториялар техник яҡтан заманса йыһазландырылған, бөгөн матди-техник базаны артабан камиллаштырыу өҫтөндәбеҙ, яңы компьютер техникаһы алдыҡ. Бөгөн мәғариф учреждениелары уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисерә, шуға ла Урал аръяғы райондарының мәғариф идаралыҡтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ, район мәктәптәре беҙҙә бер нисә тапҡыр камиллаштырыу курстары үтте. Сибай институты йылдар дауамында үҙ маҡсатына тоғро ҡалып, күптән инде Урал аръяғының мәғариф үҙәгенә әйләнде, тиһәк, һис тә хата булмаҫ.

Абитуриенттар өсөн ҡабул итеү имтихандары нисегерәк, ҡасан, ниндәй факультет, бүлектәргә ойошторола?

- Быйыл 250 бюджет урыны булдырылды, үткән йыл был һан 192 ине. Дүрт факультет та һөнәри йүнәлеш буйынса эште әүҙем алып барҙы. Көндөҙгө бүлеккә ҡабул итеү тамамланды. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә студенттарҙы ҡабул итеү 25 октябргә тиклем дауам итә. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: беҙ тәүге тапҡыр инклюзив белем биреү буйынса белгестәр әҙерләй башланыҡ. Бының өсөн студенттарыбыҙға бөтә шарттар булдырҙыҡ.
Көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыуҙың түләүле нигеҙенә килгәндә, ул яҡынса 30-110 мең тирәһе тәшкил итә. Йәнә шуға иғтибар итергә кәрәк: уҡыу йорто етәкселегенең үҙенең ҡарары нигеҙендә был сумманың яртыһына тиклем кәметелеүе лә ихтимал. Әгәр студенттың Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе юғары икән, уҡыу йортондағы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыу, олимпиада, конференция, фәнни эштәрҙә уңыштары булһа, комиссияның ҡарары нигеҙендә уҡыу өсөн түләгән аҡсаһының хаҡы кәметелеүе мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең уҡыу йортон һайлаусылар бер ваҡытта ла тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын лайыҡлы таба.

Рәүилә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 324

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru