«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМҺЕҘ АҠЫЛЛЫМЫ, ЙӘКИ КИТАП УҠЫМАҒАН МӘҘӘНИӘТЛЕМЕ?
+  - 


Ағымдағы йылдың Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ, үҙебеҙҙә иһә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылы итеп иғлан ителеүенә бәйле әңгәмәләр циклын дауам итәбеҙ. Редакциябыҙ ҡунаҡтары - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы бүлек мөдире Зиннур Фәрит улы СӨЛӘЙМӘНОВ менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы САЛАМАТОВА.

Ризаитдин Фәхретдиновтың шундай һүҙҙәре бар: "Әхлаҡ әҙәбиәт менән бер үк. Халыҡтың әҙәбиәте ниндәй булһа, уның әхлағы ла шулай булыр". Әҙәбиәт тә, мәҙәниәт тә әҙәптән башлана. Беҙҙә иһә, мәҙәниәт тураһында уның өҫкө өлөшөнә, сәхнәгә генә ҡарап фекер йөрөтөүселәр ҙә юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта халыҡ артисы исемен йөрөтөүселәр ҙә үҙ ғүмерендә бер китап та уҡымауы бар. Был хәлгә берәр аңлатма биреп буламы?

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы:
Әгәр ҙә белемһеҙ актер сәхнәгә сыға икән, уның ҡарашынан, ҡыланыштарынан уҡ мәҙәни кимәле үтәнән-үтә күренеп тора. Актер барлыҡ тышҡы сифаттары менән сағыу булып та, уның эске мәҙәниәте тура килмәһә, ул тамашасы менән бәйләнеш булдырып, образды тыуҙыра алмай, уның образы аша әҫәр юҡҡа сыға тигән һүҙ. Мин был хаҡта студенттарыма һәр ваҡыт әйтә киләм. Таланттың эсендә, һис шикһеҙ, әҙәпте, әҙәбиәтте, тарихты үҙ эсенә алған мәҙәниәт ятыуы шарт. Сәхнәгә сыҡҡан актер драматургтың ошо әҫәрҙе яҙырға нимә мәжбүр иткәнен дә белеүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта актер сәхнә асылғансыға тиклем үк булған ваҡиға күҙлегенән дә сығып уйланырға тейеш. Белемһеҙ табип ауырыуҙы дауалай алмаған һымаҡ, белемһеҙ актер ҙа тамашасы күңелен яуларлыҡ образ тыуҙыра алмай.
Зиннур Фәрит улы: "Беҙ элек шулай булдыҡ, уҡый, тырыша инек, хәҙерге йәштәр улай түгел", тигән һымаҡ кәмһетеү бар ул. Әммә мин был фекер менән килешә алмайым. Сөнки һәр замандың үҙ йөҙө, үҙ ысулдары бар. Мәҫәлән, элек китаптан башҡа бер ниндәй ҙә сығанаҡ булмаған. Хәҙерге йәштәрҙәге мәғлүмәт базаһын элекке заман йәштәре төштәрендә лә күрә алмайҙыр. Бөгөн йәш кеше интернет аша Лондон китапханаһындағы китапты төп нөхсәһендә уҡый ала. Мин ысулдарҙың күп булыуы ла кешене биҙҙерәме икән, тип тә уйлап ҡуям. Элек, мәҫәлән, Баймаҡ кешеһенә Өфөләге китапханалағы бер китапты уҡыр өсөн баш ҡалаға килергә, китапханаға яҙылырға, китапҡа заказ бирергә, көтөргә кәрәк ине. Хәҙер иһә бер генә төймәгә баҫыу ҙа етә. Минеңсә, эҙләнеү процесы кешене үҙгәртә булһа кәрәк. Шуға күрә элекке менән хәҙергене туранан-тура сағыштырыу дөрөҫ түгел. Беҙ хатта иртәгә нисек булырын да әйтә алмайбыҙ. Ҡайһы бер нәмәләр хәҙер көн эсендә, сәғәт арауығында үҙгәрә. Шундай ҡыҙыҡлы заманда йәшәйбеҙ. Ҡасандыр башҡорт һыбай йә арбала, санала йөрөгән, шунан паровоз һөйрәгән поездың килеүе ҙур эволюцияны тәшкил иткән. Ризаитдин Фәхретдинов "Әсмә" повесында ана шул поезд килгәндәге вокзалды тасуирлай. Бөгөн халҡыбыҙ алдында ла ҙур һынылыш тора, йәғни һанлы технологиялар шауҡымында телебеҙҙе, үҙебеҙҙе һаҡлап ҡала алабыҙмы?

Бына һин, Зиннур Фәрит улы, Ризаитдин Фәхретдиновтың "Әсмә" әҫәрен сәхнәләштерҙең. Ул бөгөнгөнөң ниндәй проблемаһына ауаздаш? Әгәр ҙә шулай булмаһа, һин уны ҡуймаҫ та инең бит инде?

Зиннур Фәрит улы:
Был йәһәттән Ризаитдин Фәхретдинов бик ябай фекер әйтә. Ул: "Беҙҙең киләһе быуынды ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләй", - ти. Ризаитдин Фәхретдинов йәшәгән заманда ҡатын-ҡыҙҙың эшмәкәрлек даирәһе сикләнгән була, тик ХХ быуат башында ғына нескә зат тулы хоҡуҡлылыҡ яулап, майҙанға сыға башлай. Әле юҡҡа ғына матриархат мәле килеп етте, тип әйтмәйҙәр. Беҙ бер ауылда фольклор экспедицияһында булғанда ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр бөтә барыуы хаҡында борсолоп сығыш яһағайны. Күп кенә ауыл хакимиәттәрендә булдыҡ, күбеһендә ауыл хакимиәте башлыҡтары булып ҡатын-ҡыҙ эшләүе лә күпте һөйләй. Әлегә ваҡытта ҡатын-ҡыҙ белемгә эйә булды, тик улар, Фәхретдинов әйткәнсә, яңы быуынды тәрбиәләй аламы? Быныһы икенсе мәсьәлә.

Ә һин, Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, ошоғаса туплаған тәжрибәң менән хәҙерге көн күҙлегенән белем менән аҡылдың айырмаһын нимәлә күрәһең? Белемле кеше лә аҡыллы булмауы бармы?

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы:
Дүртенсе класҡа килгәндә беҙҙең мәктәптәге математика уҡытыусыһы Ғәҙелшин Мөхәмәт Ғатаулла улы тәүге дәрестә үк таҡтаға эре хәрефтәр менән "Белем менән аҡыл икеһе ике төшөнсә. Белем аҡылды алмаштыра алмай. Пифагор" тип яҙып ҡуйҙы. Математиканан уҡытыуҙы ул ошонан башланы. Утыҙ йыл үтеп китһә лә, һаман да иҫемдә ошо хәл. Миңә ҡалһа, бөгөн кешелә белем күберәк, аҡыл әҙерәк. Эйе, белемле кеше лә аҡыллы булмауы бар. Шул уҡ ваҡытта аҡыллы кеше үҙенең белемһеҙлеген йәшерә ала.
Зиннур Фәрит улы: Аҡылдың эсендә аң да бар. Ысынлап та, белемле булыу аҡыллы булыу менән тиң түгел. Аҡыл йәшәйеш принциптары менән бәйле. Белем китапханаға йыйылған китаптар һымаҡ. Аҡыллы кеше белемен файҙалана беләлер. Яңыраҡ "Табор уходит в небо" фильмындағы бер өҙөктө интернетта күреп ҡалдым. Унда аҡыллы кешенең икеләнә белеүе хаҡында фекер әйтелә. Булған белемен аҡылға әйләндерә алған кеше инде оло шәхес булып үҫешә.

XVIII быуат башҡорто менән хәҙерге көн башҡорто нимәһе менән айырыла тип уйлайһығыҙ?

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы:
Айырылмай. Сөнки ул быуатта ла, бөгөн дә мәҙәниәттең нимә икәнлеген аңлаған шәхестәр булған, улар әле лә бар. Әлбиттә, заман үҙгәргән һәм уға ҡарап кешелектең йәшәйеше генә үҙгәргән. Беҙ һәр ваҡыт үткән быуатта йәшәүселәрҙе белемһеҙ, артта ҡалған итеп күрергә тырышабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, беҙ бөгөн ағымдағы йылыбыҙҙы Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан итеп, "Нимә ул мәҙәниәт?" тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта 1932 йылда, теп-теүәл 90 йыл элек беҙҙә Милли мәҙәниәт институты төҙөлгән. Унда башҡорт фольклоры, башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы бүлектәре асыла. Унда Ленинградта уҡып ҡайтҡан Мөхтәр Байымов тәүге директор булып эшләп өлгөрә, унан Ғабдулла Амантай институтты етәкләй. Институтта эшләгән Ғәзиз Әлмөхәмәтов йәйҙәрен экспедицияға сығып китеп, Башҡортостан райондары буйлап халыҡ йырҙарын йыйып йөрөй. Киң билдәле тюрколог Николай Дмитриев институт эшенә килеп ҡушыла һәм "Башҡорт теленең грамматикаһы" тигән китабын яҙа. Ошоларҙан сығып, теге заман башҡорттары артта ҡалған тип фекер йөрөтөп буламы? Үткәндәрҙе беҙ ниндәйҙер сикләүҙәр аша ҡарарға тейеш түгелбеҙ, сөнки тарих - ул үткәндәр тураһында түгел, тарих ул киләсәк тураһында.
Зиннур Фәрит улы: Миңә ҡалһа, кешенең асылы, ысынлап та, үҙгәрмәй. Әммә төрлө әйбергә төрлөсә ҡараш тыуа, ҡараш үҙгәрә. Әле ун йыл элек кенә бер төшөнсәгә бөтөнләй башҡаса ҡараш ине, хәҙер ул бөтөнләй икенсе төрлө. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Ҡараш, әлбиттә, үҙгәрә, әммә мәҙәни форма һаҡланып ҡала.
Зиннур Фәрит улы: Беҙ, нисектер, формулалар, ҡалыптар менән фекерләргә өйрәнгәнбеҙ һымаҡ. Ысынлап та, ниндәй булған икән XVIII быуаттағы кеше? Шулай уҡ балаларын һөйгәндер, йәне көйгәндер, беҙҙең һымаҡ уҡ яратҡандыр инде. Донъяға ҡарашы икенсе булғандыр ул.

Шәйәхмәт Сибаевты кантон итеп Әбйәлил районының Рәхмәт ауылына ебәрәләр. Ҡатыны Фатима Атайсалда (хәҙерге Иҫке Сибай) тороп ҡала. Был ике ауыл араһын хәҙерге заманда машина менән ике сәғәттә үтеп була. Ә Шәйәхмәт Фатимаһын һағынып:
Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Кәкүк тә генә саҡырыр ер түгел.
Илама ла, Фатимам, ай, илама,
Йүгереп кенә ҡайтыр ҙа ер түгел,
тип йыр сығара. Элекке кеше беҙгә ҡарағанда хислерәк булманымы икән?

Зиннур Фәрит улы:
Хислерәк булғандыр. Хәҙерге заманда беҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әллә күпме мәғлүмәтте ҡабул итеп, эшкәртеп өлгөрәбеҙ. Ә ул ваҡытта бөгөнгөләй коммуникация булмағас, кешенең ваҡыты күп, ауылдан ауылға мәғлүмәт килеп еткәнсе бихисап ваҡыт үткән. Хәҙер иһә майҙанға башҡа төрлөрәк хистәр килеп сыға һымаҡ. Элекке кешенең күңеле бай, күңеле бай икән ул мәҙәнилерәк тә булған. Хәҙер иһә күңел ярлылығы кешелек сифаттарын юғалтыуға ла алып килә. Улай тиһәң, ул ваҡытта йәшәмәгәс, сағыштырыуы ла ҡыйын.

Хәҙерге сәнғәттә, театрҙа, кинола башҡорт характеры нисек сағылыш табырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?

Зиннур Фәрит улы:
Миңә был тема ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, грузин юморы тиҙәр, йәһүд анекдоты, әрмән радиоһы, ҡыҫҡаһы, һәр бер милләт нимәһе менәндер айырылып тора. Миңә башҡорт менән татарҙың бесән эшләүе хаҡындағы лаҡап оҡшай. Башҡорт әйтә (яйлап әйтергә кәрәк, һуҙып): "Бараһың, сабаһың, бакуйҙарын әйләндерәһең, күтәремгә һалаһың, күбәләйһең, шунан алып ҡайтаһың". Татар былай тип тиҙ генә әйтә икән: "Аның нәрсәсе бар инде, барасың да, чабасың да, өясең дә, жыясың да куясың". Бына бит, бер үк эш эшләй һымаҡ, тик үҙ нескәлеге бар, тиҙлеге.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Минең өс туған һеңлемдең ире - кейәүем бар. Бөгөнгө башҡорт тигәндә шул кейәүем күҙ алдыма килә. Өфөнөң уртаһында дүрт бүлмәле шәп фатирҙа йәшәй ул. Үҙе сығышы менән Әбйәлил районынан. Дүрт ҡыҙҙары бар, барыһы ла 20-се башҡорт мәктәбендә уҡыйҙар. Өйҙә балалар тик башҡортса ғына һөйләшә. Кейәүем ҡара таңдан сығып китә, үҙенең шәхси бизнесы бар, һеңлем ҡыҙҙар һәм өй мәшәҡәттәре менән булыша. Әллә күпме ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша үтһә лә, кейәүем ныҡышмалы рәүештә алға бара. Минең өсөн башҡорт характерын ошо кейәүем һынландыра. Әгәр ҙә милләтебеҙҙең ун проценты уның һымаҡ булһа, киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.
Зиннур Фәрит улы: Кейәүеңдең уңышлы кеше булыуы күп йәһәттән һеңлеңдән дә тора, Гөлсәсәк.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Мин бына үҙем кемгә кейәүгә сығырға тигәндә иң беренсе нәүбәттә атайыма лайыҡлы кейәү тигән талапты тәүге планға ҡуйҙым. Уның атайым ише уҡымышлы, тормошта ныҡлы ҡарашы булған кеше булыуы мөһим ине. Ул "Минең кейәүем бит ул!" тип ғорурланып йәшәргә тейеш тип уйланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым вафат булғанда мин кейәүҙә түгел инем, шулай ҙа атай хаҡы - мәңгелек. Әгәр ҙә бөгөн мин бик лайыҡлы кеше менән донъя көтәм, балалар үҫтерәм икән, уның нигеҙе - атай алдындағы яуаплылыҡ. Мөхәббәт мәсьәләһенә килгәндә, был хис йәшәй-йәшәй барлыҡҡа килеүсән.
Зиннур Фәрит улы: "Әсмә"не ҡараған кешегә Шәмсиә инәй, бәлки, "Золушка"лағы үгәй әсәй һымаҡ булып тойолор. Шәмсиә Әсмәне эшләтергә, ниндәйҙер ҡарт бабайға кейәүгә бирергә тырыша. Әсмә быға ҡырҡа ҡаршы һымаҡ, ул уҡырға теләй. Шәмсиә һаман үҙ һүҙен һүҙ итергә ынтыла. Был саҡта тамаша залында ултырыусылар Әсмә яғында була. Шәмсиәнең ҡарты ла Әсмәне йәлләй, уны ҡарт кешегә кейәүгә бирергә ҡаршы һымаҡ. Әммә аҙаҡҡа табан фекерҙәр үҙгәрә, сөнки Әсмә Шәмсиә инәйҙең тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫырға өйрәткәнен аңлап өлгөрә. Ҡарттың иһә уны йәлләүе, бәлки, шул уны көткән һәләкәткә алып килгәндер ҙә. Был йүнәлештәге ике-өс ҡарашты бергә тоташтырырға тырыштым да инде спектаклдә, килеп сыҡтымы, уныһы тамашасы хөкөмөндә.

"Иң мөһим сәнғәт төрө булып беҙҙең өсөн кино тора", тигән Владимир Ленин. Ысынлап та, иң тәүҙә һүҙ булған, шунан шиғыр, йыр, проза, драматургия, театр барлыҡҡа килгән. Аҙаҡтан ошоларҙың барыһының да синтезы булып кино сәнғәте формалашҡан. Киләсәктә йәшәй торған милләттең киноһы ла булырға тейеш, улай ғына ла түгел, милләттең рухи үҫеше һөҙөмтәһе лә ул кино. Башҡорт киноһының киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? Ни өсөн һаман да Салауат батырыбыҙ тураһында кино төшөрә алмайбыҙ?

Зиннур Фәрит улы:
Мин киноны рухи үҫештең иң юғары һөҙөмтәһе тип һанамайым. Сөнки кинонан һуң тағы ла нимәлер буласаҡ. Бәлки, ул виртуаль ысынбарлыҡтыр, виртуаль донъялыр. Унда кинолағы һымаҡ ниндәй мөхиттә, сюжетта теләһәң, шунда йәшәй алаһың. Ул сағында кино сәнғәт булараҡ бөтөнләй тарихта тороп ҡалыуы бар. Ә бына театрға килгәндә инде, ул һәр ваҡыт йәшәйәсәк. Сөнки кинолағы ваҡиғалар таҫмаға яҙылып, унда ҡатып ҡала, ә театрҙа ваҡиғалар әле һәм хәҙер бара. Тамашасы менән артист араһында бер нәмә лә юҡ, тере энергия, тере тауыш. Минеңсә, театр, бәлки, һүҙҙән дә алдараҡ барлыҡҡа килгәндер. Сөнки театр һинең йәшәйешеңде символдар аша тамашасыға еткереү ысулы.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Әле профессиональ театр ныҡлап аяҡҡа баҫмаған саҡта агитпьесалар тыуған. Агитпьеса нимә ул? Ул халыҡтың әлеге йәшәйешен сәхнәлә күрһәтеү. Удар бишйыллыҡтар башланған саҡта был төр пьесалар шул темаға арнала. Шулай уҡ халыҡтың фекере лә туранан-тура сәхнәлә яңғыраған. Мин дә сәхнә сәнғәтенең иң юғары нөктәһе театр тип һанайым һәм ул театр халыҡ менән дәүләтте бәйләп торған урын. Илдә барған ваҡиғалар ҙа театр аша күрһәтелеп, халыҡҡа еткерелһә, ә халыҡтың талаптары театр аша хөкүмәткә еткерелә.
Зиннур Фәрит улы: Дөрөҫ, театр - бөгөнгө көн тураһында, ниндәй генә тарихи спектакль булмаһын, ул барыбер бөгөнгә ҡайыра.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Мостай Кәримдең "Театр - ул мөхәббәт хаҡында күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, ә кино мөхәббәт хаҡында телефон аша һөйләшеү", тигән һүҙҙәре бында тап килеп тора.

Ғәзим ағай Шафиҡов "Урал батыр" пьсаһын яҙҙы, мин уны башҡортсаға ауҙарҙым. Академда Рөстәм Хәкимов ҡуйырға тейеш. Шунда мәрхүм актер Хәмит Шәмсетдинов бик ҡыҙыҡлы идея тәҡдим итте. Уның күҙаллауынса, был әҫәрҙе ҡуйыр өсөн бер ниндәй ҙә декорация кәрәкмәй. Ни бары сәхнәнең алғы планында үлсәү йәғни бизмән тора. Артҡы планда ваҡиғалар бара һәм Урал менән Шүлгән ваҡыт-ваҡыты менән бизмәндең ике яғына килеп ята. Изгелек еңә башлаһа, Урал, яуызлыҡ еңә башлаһа, Шүлгән аҫҡа баҫа.
Һеҙгә шундай һорау: әгәр ҙә кино төшөрөү мөмкинлеге килеп сыҡһа, һеҙ "Урал батыр"ҙы нисек төшөрөр инегеҙ?

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы:
Бынан бер өс йыл элек Булат Йосопов менән был турала һөйләшкәйнек. Фильм төшөрөү тураһында һүҙ сыҡҡас, мин уға бының өсөн белемем дә, эпосты аңларлыҡ аҡылым да, кимәлем дә етерлек булмауын әйттем. Мин ул кимәлгә ҡасан барып етеремде лә әле белмәйем. Уны үҙ ғүмеремдә аңлап етә алырмынмы икән? Мин Булат Тимербай улына эпосты иң ныҡ аңлаған ғалим Закирйән Әминев менән һөйләшергә тәҡдим иттем. "Урал батыр"ҙы аңларлыҡ, аңлатырлыҡ берҙән-бер кеше тип мин уны һанайым. Башҡа ғалимдар миңә үпкәләмәһендәр. Эпосты мин беләм, аңлайым, тип әйткән кешеләр ҙә күп, әммә улар тексын ғына белә. "Ҡөрьән"де уҡып тәфсирләрлек минең белемем дә юҡ, шуға мин дини китабыбыҙҙы уҡыған хәлдә лә, уны аңлатырға баҙнат итмәйем. "Урал батыр"ҙа минең өсөн "Ҡөрьән" кеүек үк ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙерге ваҡытта "Урал батыр"ҙы яттан һөйләү конкурстары үтә. Бик хуп. Ләкин уҡыусылар "Урал батыр"ҙы яттан һөйләмәй, ә "Урал батыр" эпосының тексын ғына яттан һөйләй, тип ҡабул итәм. Текст һәм эпостың асылы. Ошо ике төшөнсә араһында ҙур айырма бар.
Зиннур Фәрит улы: Тексын ятлаған кеше барыбер ҙә үҙенсә эпосты аңларға тырыша инде ул. Ул кеше шул юлға баҫҡан, барып етәме-юҡмы, уныһы икенсе мәсьәлә. Бәлки, эпосты асыҡларға ынтылған кеше башҡа серҙәрҙең дә асылына төшөнә алалыр, ул да насар түгел. "Урал батыр"ҙы сәхнәлә, кинола нисек ҡуйылырға тейешлеген әйтә алмайым. Сөнки Урал батырға ҡылыс тоттороп, ҡаршыһына Ҡәһҡәһәне, дейеүҙәрҙе ҡуйһаң, ул йәнһүрәткә әйләнә. Нимә эшләһәң дә, ул әкиәт була. Бәлки, ағалы-ҡустылы Урал менән Шүлгәндең, атаһы менән әсәһенең уларға мөнәсәбәтен үҙәккә ҡуйып, нимәлер эшләргә булалыр.

Дин тотмаған кеше мәҙәни була аламы?

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы:
Дини юлда булып та, уларҙың ҡылыҡтары менән ризалашмаған кешеләрем бар. Шуға күрә дин тотоу ғына мәҙәни булыуҙы аңлатмайҙыр. Икенсенән, тотош сикләүҙәрҙән генә торған динде беҙгә өлгө итеп бирәләр, ә бит дин ул, тәү сиратта, ғилем. Мин, мәҫәлән, Морат Лоҡманов менән бер сәғәт ултырып һөйләшһәм, бер тоҡ китап уҡығандай булам. "Улайтма, былайтма" тип гел тыйырға тырышҡан дин юлындағы кеше мәҙәниме икән? Әйтеүе ҡыйын. Дин тыйыу ғына түгел, ул йәнеңде ял иттерә торған тәғлимәт. Әгәр ҙә кешенең йәне тыныс икән, ул насар ҡылыҡтарҙы тыйған өсөн түгел, аңлы рәүештә эшләмәй.

Совет осоронда кешеләр араһында бик йылы иптәштәрсә мөнәсәбәт бар ине. Коммунистик идеология емерелеп, дин иреклеге килгәйне, киреһенсә, кешеләр төрлө дини секталарға бүленеп, улар араһында дошманлыҡ башланды. Совет осоронда ысын дини мөнәсәбәт коммунизм төҙөүсенең әхлаҡи кодексы нормаһына йәшеренеп йәшәнеме икән? Нисек уйлайһығыҙ?

Зиннур Фәрит улы:
Мин был хаҡта әйтә алмайым, бәлки, дошманлыҡ динде үҙ файҙаһына ҡулланған кешеләрҙән торалыр. Миңә Ислам динендә шуныһы оҡшай: беҙ Хоҙайҙы нисек кенә күҙ алдына килтерһәк тә, Уны күрә алмайбыҙ. Әммә беҙ Уның изгелеккә илткән юлын яҡшы күрәбеҙ. Динде ҡорал итеп алыусылар үҙҙәрен мулла тип атарға ла мөмкиндәр, тик улар динде башҡаларға һөжүм итер өсөн ҡуллана башлаһа, дошманлыҡ барлыҡҡа киләлер. Атеизм осоронан һуң дин беҙҙең тормошҡа төрлө тарафтарға барып, дини ғилем алған кешеләр аша төрлө секталар булып килеп инде. Дошманлыҡтың нигеҙе лә ошондалыр. Ә, әйтәйек, революцияға тиклем, асылда, беҙҙә бер йүнәлеш - тәриҡәт юлы өҫтөнлөк иткән. Бер риүәйәт бар. Сиркәү янында бер малай илап ултырған. Янына Хоҙай Тәғәлә килеп:
- Нимә булды, ниңә илайһың? - тип һораған.
- Сиркәүгә индермәйҙәр, - тигән малай.
- Илама, унда һине генә түгел, мине лә индермәйҙәр, - тип тынысландырған уны Хоҙай Тәғәлә.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы: Үҙен башҡалар алдында аҡыллыраҡ итеп күрһәтергә тырышыу ҙа бар ҡайһы бер дин юлында булыусыларҙа. Динде файҙаланып, башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртергә маташыусылар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбәйҙе. Минең ҡартәсәйем мәрхүмә биш намаҙ уҡыны, тик бер ваҡытта ла беҙҙе тыйманы, әрләмәне, хатта беҙ уның намаҙ уҡығанын да күрмәй ҡала инек. "Мин хәҙер намаҙ уҡыйым. Барығыҙ ҙа шым ғына ултыраһығыҙ", тигән тыйыу ҙа, иғлан да булманы. Һүҙһеҙ генә аңлап тора инек. Беҙгә дөрөҫ аңлатыуҙың башҡа әмәлдәрен тапты ул. Был күренеште лә юғары мәҙәнилек, тип аңларға кәрәк.

Әмир ҒҮМӘРОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 315

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru