Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.
"Аҡбуҙат" эпосында Шүлгән батша кешеләргә зыян итеүсе барса яуыз көстәрҙе кәүҙәләндерә. Эпостың төп геройы Һәүбән күлдә һунар иткән саҡта алтын өйрәкте атып яралай, уныһы кеше тауышы менән һөйләшә башлай:
"Егет, атҡан һунарың
Өйрәк түгел, белһәң һин,
Күлдә йөҙөп уйнаған,
Данлы Шүлгән батшаның
Йәндәй күргән ҡыҙы мин.
Ай егетем, егетем,
Мине күлдән алма һин,
Төйәгемдән айырып,
Күлгә ҡайғы һалма һин!
Ни һораһаң, бирәйем,
Изге теләк теләйем,
Өйөр-өйөр мал тиһәң,
Барын һиңә бирәйем", -
тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, Һәүбәнгә ялбарған, ти.
Шүлгән батшаның ҡыҙы Һәүбәнгә күлдән киткән мәлдә артына әйләнеп ҡарамаҫҡа ҡуша:
"Егет, мине ебәр ҙә
Бер ҡарамай алға кит!
Бөтә төҫтән өйәрләп
Йылҡы сығыр, шуны көт!
Һауымы еткән һыйырҙар
Мөзөлдәп сығыр быҙауһыҙ,
Алпанлап баҫыр ҡуйҙары
Мөңрәп сығыр ҡуҙыһыҙ;
Күл шаулатып, күл ярып,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Аҡбуҙ сығыр - мал ҡото,
Бөтә малдан һуң ҡалып, -
Сабыр итеп шуны көт.
Маңлайынан һыйпаһаң,
Телгә килеп һөйләр ул,
Ни теләһәң, барын да
Һис ҡарыуһыҙ эшләр ул".
Һәүбән өйрәк-ҡыҙҙың әйткәнен тыңлап, уны иреккә ебәрә лә, артына боролоп ҡарамайынса ғына, күлдән ситкә табан китә. Бер аҙ барыуға ул күп аттар кешнәүен, һыйырҙар мөңрәүен, һарыҡтар баҡырыуын ишетә. Кинәт көслө ел сыға, дауыл ҡуба. Һәүбәнгә алға атлау ауырлаша бара. Ул, ахыры, түҙә алмайынса, артҡа боролоп ҡарай. Ҡараһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай: бөтөн даланы мал көтөүҙәре ҡаплап алған, ә һыуҙан һаман аттар, һыйырҙар һәм һарыҡтар сығып килә икән.
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады һәм боронғо сәнғәте аша мең йыллыҡтар бәйләнеше күҙаллана.
Урта таш быуаты (мезолит)
Был осорҙа Уралда климат үҙгәреп, элеккегә ҡарағанда байтаҡҡа йылына бирә. Төньяҡ һәм Урта Уралды, Европа һәм Азияның төньяҡ киңлектәрен шуға тиклем ҡаплап ятҡан боҙ ҡатламдары иреп бөтә, бында бик күп күлдәр, ҡуйы үләнле болондар һәм урмандар хасил була. Хайуандар донъяһы ла үҙгәреш кисерә: һалҡын климатҡа яраҡлашҡан мамонттар, ҡуйы йөнлө носорогтар боҙло төньяҡҡа табан китә, йәиһә үлеп бөтә. Улар урынын ҡуян, болан, мышы һәм башҡа йәнлектәр ала. Уларға инде элеккесә һунар итеп булмай, уҡ-һаҙаҡ кеүек һунар ҡоралдарына өҫтөнлөк бирелә. Кешеләр балыҡ тотор өсөн һөйәктән гарпун яһарға өйрәнә. Таш эшкәртеү техникаһы ла үҙгәрә. Ауыр ҡул киҫкестәре, элекке осло башлы таш ҡорамалдар урынына саҡматаштан йоҡа ғына итеп телеп алынып, бысаҡ кеүек еңел, трапеция, өс мөйөшлө, сегмент формаһындағы пластиналар ҡулланыла башлай. Уларҙың үткер ҡырҙары бысаҡ рәүешендә файҙаланыла. Бындай ҡоралдар элегерәк, б.э. тиклем 40-12 мең йыл элегерәк тә ҡулланылған, әммә улар таштан яһалған төп эш ҡоралына әүерелә. Ошондай ҡомартҡылары булған торалар Көньяҡ Уралдың бөтөн территорияһында табылды, был бында йәшәгән халыҡ һанының күпкә артыуы менән бәйле. Улар иҫәбендә бик яҡшы өйрәнелгән Романовка һәм Илмырҙа (Өфө янында), Сөн (Баҡалы районында), Йәнгел, Яҡтыкүл, Морат (Әбйәлил районында) һәм башҡа боронғо кеше торлаҡтарын атап китергә була.
Был торалар өсөн ҡәләм формаһындағы оҙон ҡырлы нуклеустар - саҡматаш ҡалдыҡтары айырыуса характерлы булып тора, уларҙан бысаҡ формаһындағы йоҡа пластиналар китеп алынған.
Ошо тораларҙың саҡматаш ҡорамалдары шул тиклем бай һәм күп төрлө, был археологтарға Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы һәм Урал аръяғы райондарындағы мезолит ҡомартҡыларының ике ҙур үҙаллы төркөмө булыуы хаҡында һығымта эшләргә дәлил булып тора (Урал аръяғында - Йәнгел һәм Илмырҙа археологик мәҙәниәттәре).
Һөйәк ҡалдыҡтарын, тупраҡ-геология шарттарын заманса радиоуглерод һәм башҡа лабораторияларҙа тикшереү нигеҙендә ошо мәҙәниәттәрҙең йәшәү ваҡыты билдәләнә. Был б.э. тиклем X-VI мең йыллыҡтарға тура килә. Тарих фәнендә Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш булған райондарҙа (Көньяҡ Себер, Волга буйы, Ҡаҙағстан) көн иткән ҡәбиләләрҙең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү хәҙерге фин-уғыр халыҡтарының боронғо ата-бабаларының килеп сығышы һәм донъя буйлап таралыуы проблемаһы менән бәйле. Улар иҫәбендә венгрҙар, эстондар, финдар (карелдар), мариҙар, мордвалар, удмурттар, комиҙар, манси һәм ханттар бар, хәҙер улар бер-береһенән меңәр саҡрым алыҫлыҡта йәшәй. Ошо халыҡтарҙың телдәре оҡшаш булыуы уларҙың яҡын ҡәүемдәр икәнлеген аңлата, уларҙың боронғо ата-бабалары фин-уғыр телендә аралашып, бер территорияла йәшәгән.
Геологик һәм археологик тикшеренеүҙәр Балтик диңгеҙе буйында көн итеүсе эстон һәм финдарҙың был ерҙәрҙә мезолит осоронан да иртәрәк йәшәмәүен аныҡ билдәләне. Артабанғы осорҙарҙың бай археологик материалдары (неолит, бронза быуаты) күп һанлы ҡәүемдәрҙең бер территориянан икенсеһенә күсеп китеүе хаҡында аныҡ мәғлүмәт бирә, әммә был боронғо фин-уғыр халыҡтарына ҡағылмай.
Логик фекерләү ғалимдарға боронғо этник фин-уғыр телле ҡәүемдәр берлегенең тәүҙә Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш райондарҙа формалашыуы, һәм бынан күсеп киткән кешеләрҙең Көнсығыш Европаның төньяғындағы, шул иҫәптән Көнсығыш Балтик буйының һәм Скандинавияның буш ятҡан ерҙәрҙе үҙләштереүе хаҡында һығымта яһау мөмкинлеген бирә. Артабанғы мең йыллыҡтарҙа айырым йәшәгән халыҡ төркөмдәренең телдәрендә айырмалыҡтар хасил була, шулай итеп фин, эстон һәм уларға ҡәрҙәш булған башҡа халыҡтарҙың телдәре формалаша.
Неолит осоро
Урал-Волга буйында һәм Көньяҡ Себерҙә неолит осоро б.э. тиклем VI-V быуаттарға тура килә, тип иҫәпләнә. Ошо дәүер датаһы яңыраҡ Төньяҡ Каспий һәм Урта Волга территорияһындағы 30 торала табылған материалдарҙы радиоуглерод анализы ысулы менән тикшергәндә бик яҡшы раҫланды.
Б.э. тиклем VIII-VI мең йыллыҡтарҙа Азияның көньяҡ райондары халыҡтары (бигерәк тә Алғы һәм Урта Азияла) тарихындағы етди үҙгәрештәр ошо ваҡыттағы йәшәйеш шарттарының ҡырҡа алышыныуына килтерә. Бындай үҙгәрештәр, ер эшкәртеүгә һәм малсылыҡҡа күсеү айҡанлы, кешеләрҙең байтаҡ ҙур коллективтарын оҙайлы ваҡытҡа аҙыҡ-түлек запастары менән тәьмин итеү мөмкинлеген булдыра. Ошо төбәктәрҙә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеү керамика ҡуллана башлау (балсыҡ һауыт-һаба), төҙөлөш материалы сифатында кирбес яһау, йөн тетеү һәм туҡыма етештереү, баҡыр металлургияһы башланғыстары менән тап килә. Тормош шарттары яҡшырыуының туранан-тура һөҙөмтәһе булараҡ, халыҡ һанының тиҙ үҫә барыуы күҙәтелә.
Әммә Себерҙә һәм Көнсығыш Европала йәшәүсе ҡәүемдәр тормошона әле һаналып киткән яңылыҡтар бары тик б.э. тиклем VI-V быуаттарҙа ғына үтеп инә. Көньяҡ Уралда ер эшкәртеүҙең һәм малсылыҡтың таралыуы йылға һәм күл буйҙарында дүрт мөйөшлө өйҙәрҙең - усаҡтары иҙәндә булған яртылаш ер өйлө ултыраҡ тораҡтарҙың күпләп барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Ҡомартҡы табылдыҡтарынан (мәҫәлән, Муллалыла, Дәүләкән районы) күп кенә хайуан һөйәктәрен, шул иҫәптән ат, һыйыр һәм ваҡ мөгөҙлө йорт хайуандарыныҡын атап үтергә була. Көньяҡ Уралда ҡырағай кәзә һәм һарыҡтарҙың бер ҡасан да булмауын фән ышаныслы рәүештә раҫланы, шуға күрә был ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙең бында көньяҡ тарафтарынан килгән кешеләр аша үтеп инеүенә дәлил була ала. Тораларҙа ҡырағай йәнлек (мышы, төньяҡ боланы, айыу һ.б.), шулай уҡ балыҡ һөйәктәре табылған. Тимәк, был дәүерҙә традицион хужалыҡ итеү (һунар итеү, балыҡсылыҡ) формалары ла үҙ әһәмиәтен юғалтмаған.
Тораларҙа Уралдағы иң тәүге балсыҡ һауыттарҙың ярсыҡтары табылған. Улар ярым йомортҡа формаһында, осло төплө булып, тыш яҡтан ҡатмарлы ғына орнамент менән биҙәлгән. Балсыҡ һауыт яһай башлау неолит дәүере кешеһенең бик әһәмиәтле ҡаҙаныштарының береһе була. Балсыҡтан яһалған һауыт утта бешерелгән аҙыҡҡа күсеү мөмкинлеген бирә, ә был, үҙ сиратында, кешенең һаулығын, уның нервы системаһын нығытыу өсөн файҙалы була.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА