1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла тыл фашист илбаҫарҙарын еңеүҙә ҙур роль уйнай. Ауыл халҡы фронтты бөтөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәре, барлыҡ совет халҡы кеүек үк, Ҡыҙыл Армияны матди-техник яҡтан тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фондтарында XX йөҙ йыллыҡтың иң аяуһыҙ һәм ҡанҡойғос һуғышы ваҡытында тылдағы тормошто сағылдырған документтар һәм материалдар бик күп һаҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ының эшкә яраҡлы барлыҡ ир-аты тиерлек мобилизациялана. Уларға алмашҡа завод-фабрикаларға, ауыл хужалығына ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр килә. Ҡайһы бер документтарға мөрәжәғәт итәйек. Беренсе документта, 22 июндә Өфө ҡалаһының "Ударник" клубы эргәһендәге майҙанда киске сәғәт 8-ҙә 10 меңдән ашыу кешенең ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты секретары Георгий Дорофеевтың илебеҙгә Германияның баҫып инеүе тураһындағы сығышын тыңлауы тураһында яҙыла. Хеҙмәтсәндәр үҙҙәренең сығышында еңеүгә ышаныс һәм ҡаҡшамаҫ тәүәккәллек белдерә. "Ил оборонаһын нығытыуға барлыҡ көсөбөҙҙө һәм энергиябыҙҙы бирербеҙ. Илгә күпме кәрәк, шунса иген тапшырырбыҙ!" - ти Дәүләкән районы хеҙмәтсәндәре. Республиканың башҡа район һәм ҡалаларында ла митингылар шундай сәйәси күтәренкелек менән үтә.
Башҡортостанда мобилизация шул уҡ көндө башлана. Кешеләр Ватанды яҡлау һәр граждандың намыҫындағы хәрби бурыс булыуын аңлап фронтҡа китә. Үҙ теләге менән фронтҡа китергә теләүсе ирекмәндәр бик күп була. Был хаҡта факттар дәлилләй. Ҡыйғы районы хәрби комиссариатына беренсе көндә үк 64 ғариза яҙыла, шуларҙың 5-һе - медицина белемле ҡатын-ҡыҙҙан. Бөйөк Ватан һуғышының дөйөм халыҡ характерында булыуын халыҡтың фронтҡа ярҙамы, оборона фонды ойоштороу хәрәкәте лә раҫлай. Кешеләр, үҙ ауыҙынан өҙөп, аҡса, дәүләт займы облигациялары, шәхси ҡиммәтле биҙәүестәрен тапшыра. Фронт һәм тыл бер бөтөнгә әүерелә. "Красная Башкирия" гәзитенең 1941 йылдың 5 ноябрендәге һанында был хаҡта: "Хәҙер хеҙмәтсәндәр башланғысы менән һәр ерҙә Ҡыҙыл Армия өсөн йылы әйберҙәр йыйыу бара. Совет патриоттарының был хәрәкәте мөһим дәүләт бурысына әүерелә. Был эш Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Борай, Илеш һәм башҡа райондарҙа яҡшы ойошторолған", - тип яҙыла.
Һуғыш йылдарында Башҡортостан хеҙмәтсәндәре фронт ихтыяжына 2 миллиард һумдан ашыу ирекле иғәнә тапшыра, бынан тыш, хәрби техника төҙөүгә 2,5 миллиард 500 мең һумдан ашыу аҡса бирә. Ошо иғәнәгә төҙөлгән "Башҡортостан колхозсыһы", "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Башҡортостан пионеры", "Башҡортостан нефтсеһе", "Башҡортостан комсомолы", "Белорет металлургы" танк колонналары, "Александр Невский", "Полководец Суворов", "Салауат Юлаев", "Өфө" бронепоезы гитлерсыларҙы аяуһыҙ ҡыра.
1941-1945 йылдарҙа Башҡортостандан ғына фронтҡа 470 мең йылы әйбер, 360 вагон посылка йыйып оҙатыла. Ҡыҙыл Армияның аҙыҡ-түлек фондын ойоштороу тәрән илһөйәрлек сағылышы була. Республика колхоздары һәм колхозсылары был фондҡа пландан тыш 94 мең тонна иген, 47 мең бот ит, 2 мең бот май, 5,5 мең бот бал һ.б. тапшыра. Хеҙмәтсәндәр фронттағы яугирҙарға бүләк итеп 83 мең пар быйма, 21 мең ҡыҫҡа тун, 36 мең ҡолаҡсын бүрек, 300 мең йөн ойоҡ, силғау, бейәләй һ.б. - барлығы 510 мең әйбер ебәрә. Стаханов хәрәкәте көсәйә, хәрби әҙерлекте нығытып, Башҡортостан хеҙмәтсәндәре Ҡыҙыл Армияға арыу-талыуһыҙ ярҙам итә. Завод һәм фабрикалар коллективтары юғары йөкләмә ала, пландан тыш продукция етештереү өсөн эштән һуң да көс түгә.
Мәҫәлән, 3-сө төҙөлөш тресы бригадаһы йөкләмәһен үтәгәнгә тиклем эш урынынан 18 көн буйы китмәй. Өфө ПРЗ-һының ҡаҙансылар бригадаһы һуғышҡа тиклем 12 көндә эшләгән күләмде 3 көндә үтәй. Өфө паровоз депоһы токары И. Федосеев, армияға алынған иптәше өсөн эшләп, көнөнә 4-әр норма бирә. "Ишембайнефть" тресында А. Гончаренко, Ш. Ҡотлозаманов, М. Ҡобағошовтың быраулаусы мастерҙар бригадаһы көн һайын йөкләмәне 200-250 процентҡа үтәй ("Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите ("Красная Башкирия"), 31.10.1941 й.). БашТАСС хәбәр итеүенсә, Өфө тау ҡорамалдары заводы июндә 63 мең һум саф табыш ала, стахановсылар көндәлек нормаларын 312 һәм унан да юғары процент менән үтәй. Быраулаусы (сверловщик) Ғәзизов, токарь Кинйәкәев производство нормаһын 400 процентҡа үтәһә, токарь Батурин ҡайһы бер көндәрҙә хатта 6-шар норма бирә.
Республиканың металлургия сәнәғәте, Дәүләт Оборона комитетынан задание алып, танк, артиллерия заводтары, снарядҡа әҙерләмәләр өсөн тиҙ арала ҡоростоң ныҡлы сортын сығарыуҙы, машина эшләү һәм металл эшкәртеү предприятиелары миналар, авиабомбалар, төрлө снарядтар һәм башҡа продукция эшләүҙе үҙләштерә. Хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ та бик күп талап ителә. Өфө моторҙар эшләү заводы фронттың хәрби техникаһын тәьмин итеү буйынса Бөтә Союз социалистик ярышы инициаторы булып сығыш яһап, хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә - Оборона Дәүләт комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағын 23 тапҡыр яулай.
Ағас эшкәртеү сәнәғәтенең эре предприятиелары авиация сәнәғәте, артиллерия саңғылары өсөн фанера эшләүҙе үҙләштерә. Еңел, аҙыҡ-түлек, урындағы сәнәғәт предприятиелары һәм кәсеп кооперацияһы үҙ эшен үҙгәртеп ҡора. Өфө, Ишембай, Черниковка теген фабрикалары хәрби кейем, маскировка халаттары, противогаз сумкалары тегә. Яңы Троицк буҫтау фабрикаһы шинель буҫтауы һәм техник туҡымалар сығара. Архангел, Баймаҡ, Борай, Маҡар райондарындағы урындағы сәнәғәт артелдәре саналар, бричкалар, саңғылар, махсус һауыт етештерә.
Һәр урында комсомол-йәштәр фронт бригадалары ойошторола, дошманды еңеүгә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре ҙур өлөш индерә. Күмертау районының "Алтын башаҡ" артеле колхозсыһы Анна Чуева уңыш йыйыу барышында көн һайын норма буйынса 400 көлтә урынына 2-3 мең көлтә бәйләй. ("Красная Башкирия", 1941 й., 7 сентябрь, № 212). Ауыл хеҙмәтсәндәре икмәктең дә танк һәм самолет, ҡорал һәм боеприпастар кеүек үк дәһшәтле ҡорал икәнен яҡшы аңлай. Башҡортостанда ла, бөтә ил кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр һөнәрен үҙләштереүе киң ҡолас ала. Был инициатива менән Ишембай ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары сығыш яһай. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар нефтсе, металлург, станоксы, иретеп йәбештереүсе, тимерсе, шофер, балта оҫтаһы, ташсы, монтер булып китә. Һуғыштың тәүге көнөнән үк йәш колхозсылар тракторсылар һәм комбайнсылар курстарына йыйыла, 1941 йылдың июль урталарына уларҙың һаны 13 меңгә етә.
Республикала һәр урында Ҡыҙыл Армияға ярҙамға бөтә халыҡ ополчениеһы төҙөлә башлай. 15 августа уның төркөмдәрендә һәм отрядтарында барлығы 71 273 кеше иҫәпләнә. СССР-ҙың хәүеф аҫтында ҡалған райондарынан көнсығышҡа халыҡты, мәҙәни һәм фәнни учреждениеларҙы, аҙыҡ-түлек, сеймал запасын һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе күсереү донъя тарихында тиңһеҙ, ысын мәғәнәһендә ҡаһарман һәм драматик эпопея була.
24 июндә ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты предприятие һәм учреждениелар эшен хәрби юҫыҡҡа үҙгәртеп ҡороу, госпиталдәр булдырыуға әҙерлек, мобилизацияның тәүге көндәре йомғаҡтары, Өфө нефть эшкәртеү заводында авиация бензинын сығарыуҙы арттырыу, 8 Март исемендәге теген фабрикаһын мобилизация заданиеһын үтәүгә әҙерләү тураһында бер нисә ҡарар ҡабул итә.
26 июндә БАССР Совнаркомы Стәрлетамаҡта В. И. Ленин исемендәге Одесса станоктар эшләү заводын урынлаштырыу тураһында беренсе ҡарар сығара. Шул уҡ көндө ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты мобилизацияланғандар һәм халыҡ араһында агитмасса эше, тимер юл буйынса хәрби йөк ташыу графигы үтәлеше тураһында һ.б. мәсьәләләрҙе тикшерә. Һуғыш башланғас, Башҡортостанға 172 предприятие эвакуациялана, уларҙа СССР-ҙың көнбайыш республикалары һәм өлкәләренән килгән 300 мең самаһы кеше эшкә урынлаштырыла. Нефть сәнәғәте наркоматы, СССР элемтә һәм дәүләт контроле, Рәсәй Федерацияһының, Украинаның һәм Литваның бер нисә наркоматын урынлаштырыу һәм уларҙың нормаль эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса бурыс намыҫ менән башҡарыла.
Республикала Украина Фәндәр академияһы һәм Яҙыусылар берлеге, Киев опера һәм балет театры, Мәскәү нефть, медицина, китапхана, Орел педагогия институттары һ.б. эшләй. Башҡортостан территорияһында һуғыш йылдарында эвакуацияланған хәрби уҡыу йорттары дислокациялана, шул иҫәптән: Ҡыҙыл Армия Генераль штабы академияһы, В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия, политсоставтың белемен камиллаштырыу курстары, Севастополь зенит-артиллерия, Гомель һәм Рига пехота училищелары, Хәрби-фельдшер мәктәбе һ.б. урынлаша. 1941-1942 йылдарҙа ғына был хәрби-сәйәси белем усаҡтарына, курстарға 5 мең хәрби йүнәлтелә.
Хәрби хәрәкәттәрҙең киң ҡоласлылығы, фронттағы ҙур юғалтыуҙар яу яланына яңынан-яңы резерв оҙатыуҙы талап итә. Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ республикала запас һәм күнекмә хәрби частары ойошторола, улар хәрби бурыслылар иҫәбенән фронт өсөн резерв әҙерләй. Башҡортостан территорияһында 112-се (16-сы гвардия), 74-се, 76-сы, 113-сө Башҡорт кавалерия дивизиялары, айырым уҡсылар бригадаһы, Салауат Юлаев исемендәге танкка ҡаршы айырым Башҡортостан истребитель полкы һ.б. формалаштырыла. Дәүләт Оборона комитеты ҡарары нигеҙендә 1941 йылдың август-сентябрендә Әлкә ауылында 17-се запас уҡсылар бригадаһы ойошторола, ул бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ойошторолоуҙан һуң 1944 йылда 12-се запас уҡсылар дивизияһы булып китә. Һуғыш йылдарында уның частарында һәм подразделениеларында 225,5 мең яугир әҙерләнә. Предприятиелар һәм учреждениелар формалаштырылған хәрби берләшмәләр һәм частарҙы шефлыҡҡа ала. Уларҙы транспорт саралары, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары менән тәьмин итә, ашханалар, клубтар йыһазландырырға ярҙамлаша. Мәҫәлән, 112-се Башкавдивизия өсөн республика хужалыҡтарынан 13 меңдән ашыу ат, егеү кәрәк-ярағы, кейем-һалым, фураж һ.б. тапшырыла.
112-се кавдивизияның "Ҡыҙыл атлылар" гәзите 87-се һанында яҙыуынса, бынан 80 йыл элек, 1942 йылдың 3 ноябрендә дивизияға Башҡорт АССР-ының хөкүмәт делегацияһы бара. Митингыла БАССР Совнаркомы Рәйесе Мөхит Вәлшин сығыш яһай. Ул кавалеристарға ҡайнар сәләм һәм башҡорт халҡының наказын еткерә, ҡыҙыл атлыларҙы артабан да көстәрен йәлләмәй тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан яҡларға саҡыра. Үҙенең тәбрикләү һүҙендә БАССР-ҙың халыҡ артисы Бәҙәр Йосопова яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары, балалары, һеңлеләренән ялҡынлы сәләм еткерә. Һуңынан дивизия яугирҙары Сибаев, Нафиҡов, Әлибаев, Нәзиров, Белов сығыш яһай. Сығыштарҙы башкавдивизияның политругы Нәзиров йомғаҡлап ҡуя. Ул Башҡортостан халҡына сәләм әйтә һәм бай бүләктәре өсөн рәхмәт белдерә. Кавалеристар: "Беҙ уларҙың наказын үтәрбеҙ. Дошманды еңеп ҡайтырбыҙ!" - тип ышандыра.
Генерал-майор, бынан ике йыл элек Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡыйыу яугирҙары Тыуған илгә биргән антына тоғро ҡала. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дивизия 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. 3860 яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, уның сафынан 78 Советтар Союзы Геройы сыға, биш яугир Дан орденының тулы кавалеры була. Тап ошо дивизия СССР-ҙың ҡоро ер ғәскәрҙәре араһындағы дивизияларҙан иң күп Советтар Союзы Геройын бирә.
Шулай итеп, бөтә республика - олоһо-кесеһе - Еңеү көнөн бер сафта фиҙаҡәр хеҙмәт менән яҡынайта. Башҡортостандың күп милләтле хеҙмәт фронты фашистик Германияны еңеүгә ҙур өлөш индерә. Быны 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфөгә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" маҡтаулы исемен биреү тураһындағы Указы ла раҫлай.
Ниязбай СӘЛИМОВ,
Башҡортостан Республикаһының
Милли архивы директоры урынбаҫары.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА