«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМ МЕНӘН ӘСӘЙЕМДЕҢ ЯҠШЫЛЫҒЫ АУЫЛДАШТАРЫМ АРАҺЫНДА ЙӘШӘРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле прозаик Гөлсирә ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНАның тормошсан, тәрән психологизмға ҡоролған ижадын күптәр үҙ итә. Былтыр әҙибә үҙенең тағы ла бер түңәрәк юбилей датаһын билдәләне, һәм ул уҡыусыларын әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тора. Әҙәм балаһының рухи донъяһын оҫта сағылдырған Гөлсирә Мирза ҡыҙы менән тормош, ысынбарлыҡ, ижад тураһында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Яҙыусының һәр даим уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеүе тәбиғи. Гөлсирә, был турала һүҙ барғанда һеҙ үҙегеҙҙең телгә алырлыҡ уңышығыҙ тип нимәне атар инегеҙ?

- Ҡырҡ йәшемдән һуң ике телде: боронғо йәһүд һәм инглиз телдәрен өйрәнеүемде иң ҙур ҡаҙанышым тип һанайым. Уңыштың сере, әлбиттә, яратҡан эшең менән шөғөлләнеү. Йәһүд телен өйрәнгәнемде хәтерләйем: китап нәшриәтендә эшләйем, йыш ҡына эшемде өйгә алып ҡайтырға тура килә. Балалар бәләкәй, иреңә лә иғтибар кәрәк. Эшемде бөтөп, барыһы ла йоҡлап киткәнсе төнгө ун икеләр етә. Шунда күңелде йылытып торған ниндәйҙер бер "тәмле" нәмә барлығын иҫемә төшөрөп, "Ниндәй ҡыуанысым бар һуң әле?" тип барлағанда: "Ә, йәһүд теленән контроль эш ебәргәйнеләр бит әле", - тип һөйөнгәнем хәтеремдә.
Тыуған ауылым Иҙәштә пекарня асып, дүрт йыл буйы ауырыуға һабышыу сигенә етеп ыҙаланғандан һуң, ябырға мәжбүр булыуымды еңелеүем тип һанайым. Хәйер, был еңелеү минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныштарыма ҡарағанда ла күберәк нәмә аңлатты. Тормошомда ошо еңелеүҙең булғанына ҡыуанып бөтә алмайым. Ә бизнесҡа килгәндә, ул, нисек кенә булмаһын, аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала, сөнки аҡса эшләй алмайһың икән, ябылаһың. Беҙҙең икебеҙ өсөн дә, улым Ренатҡа ла, миңә лә аҡса ул тиклем тәүлек әйләнәһенә уйларға кәрәк булған мөһим нәмә булмай сыҡты. Беҙҙең өсөн эш-аҡса - ләззәт түгел, ә эш-ләззәт - аҡса.

Байтаҡ йылдар инде Иҙәштә мал-тыуар тотоп, боронғо йолаларға тоғролоҡ һаҡлап донъя көтәһегеҙ. Ниндәй ризыҡтарҙы үҙ итәһегеҙ?

- Үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы. Диңгеҙ йәнлектәренән әҙерләнгән аш-һыуҙы, япон һәм ҡытай кухняһын яратмайым. Донъя буйлап күп йөрөлдө, Санкт-Петербург, Мәскәү, Амстердам, Бонн, Дюссельдорф, Париждарҙа ресторан-кафеларҙа тамаҡландым. Хатта Швейцария, Америка миллионерҙары менән табындаш булырға насип итте. Әсәйемдән дә тәмлерәк бешергән кеше юҡлығына инандым. Әсәйем булғанға түгел, ул ысынлап та ныҡ оҫта ине. Уның тоҙлаған йәшелсәләрен ауыҙ иткәндәр 30-40 йылдан һуң да һағынып һөйләй. Аш-һыу тигәндән: күптән түгел АҠШ-тан ҡыҙым Ләйләнең дуҫының атаһы менән әсәһе килеп китте. Бик бай, шул уҡ ваҡытта ифрат ябай кешеләр (Һүҙ ыңғайында: атайым менән әсәйем ябайлыҡты кешенең аҡыл күрһәткесе һымаҡ баһалай ине). Килеүҙәренә аш һалдыҡ. Шул тиклем яратып, ҡат-ҡат өҫтәтеп ашанылар. Шунан: "Ниндәй тәмле һурпа, беҙҙең улай килеп сыҡмай", - тиҙәр. Ҡыҙым: "Улай тәмле булһын өсөн кәмендә өс төрлө ит һалырға кәрәк шул. Хатта был ғына ла түгел: ул кәзәне, бройлерҙы, ҡаҙҙы үҙең тәрбиәләп үҫтеререгә тейешһең", - тип әйтеп ҡуйҙы.

Бер нисә йыл элек шуға иғтибар иткәйнем: ейәнсәреңдең, ейәнеңдең һеҙҙе ихтирам итеүҙәре уларҙың һеҙҙең менән башҡорт телендә һөйләшеүендә сағыла ине. Ваҡыт үтеү менән ошо мөнәсәбәт үҙгәрмәнеме?

- Ейәнем, ейәнсәрем - икеһе лә Өфөлә, минең территорияла тыуҙылар. Беҙ электән - башҡортса һөйләшкән ғаилә. Кейәүебеҙ рус телле ине, ул да бер ай эсендә башҡортса өйрәнеп алды. Камилә рус телен мультиктар аша өйрәнде, тиергә була. Артабан Дорогино ауылында үҙҙәренең өйөнә күсеп сыҡтылар, Камилә мәктәпкә бармағайны әле. Атаһы менән әсәһенең русса һөйләшкәнен ишеткән дә: "Был нимә, өләсәйемде ихтирам итмәүме? Нишләп башҡортса һөйләшмәйһегеҙ?" - тигән. Өләсәләрен дә, башҡаларҙы ла ихтирам итәләр, шөкөр. Камилә лә, Данияр ҙа таҙа әҙәби телдә һөйләшәләр. Әле йәшәгән мөхиттәре күберәк русса аралашыу булғас, телгә бәйле ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар ҙа килеп сыға, әлбиттә. Йәй көнө ҡайтып, ике ай ауылда булалар. Был ярҙам итә. Былтыр "Һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнашып, Данияр - беренсе, Камилә икенсе урын алды. Икеһе лә - башҡорт теле уҡытыусыһының терәге.
Ғалимдар әйтеүенсә, бала ун йәшкә тиклем туған телендә яҡшы һөйләшһә, артабан тел онотолмай. "Беҙҙең тел - хазина, белгән нәмәне онотмағыҙ. Утыҙҙан ашыу төрки теле бар, ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, һеҙ унда үҙ кеше булаһығыҙ. Ер шарында төркиҙәр күп, улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер", - тип әйтәм. Минең дә ярҙам итеп ебәргән мәлдәрем булды. Санкт-Петербург аэропортында тикшереү аша үткәндә, күрәм, бер үзбәк ҡатынын эскә индермәйҙәр. Сөнки ул күп итеп төрлө шампунь алған, ул тиклем шыйыҡсаны самолет эсенә алырға ярамай. Таможенник әйтеп ҡарай, теге ҡатын бер нәмә лә аңламай. Мин үҙебеҙсә өндәшеп, теге ҡатынға хәлде аңлаттым. Поста торған урыҫ егете ҡыуанысынан хатта көлөп ебәрҙе. Күп тел белеүҙең файҙаһы ҙур. Ә беҙҙең башҡорт теле шул мөмкинлекте бирә. Артикуляцион аппаратыбыҙ ни тиклем һәйбәт ҡулайлаштырылған, беҙҙең башҡорт теле бөтөн ауыҙ ҡыуышлығында йөрөй. Татар теле теш алдында әйтелә: "талларда сайрый сандугач..." Башҡорт нисек әйтә: "Ай, Уралым, Уралым!" Тел көмбәҙҙә тора. Эйе, һәр телдең үҙ урыны бар. Мәҫәлән, аңҡауҙың иң төпкө урынына тел тейһә, ул инглиз теленең урыны, саҡ ҡына артҡараҡ китһә, француздыҡы. Ә беҙҙең тотош ауыҙ ҡыуышлығының мөмкинлеген файҙаланған башҡорт телен өйрәнгән саҡта был сит халыҡтарға ауырлыҡ та тыуҙыралыр. Ә беҙҙең балалар туған тел менән формалашһа, улар бөтә телдәрҙә лә акцентһыҙ һөйләшә ала. Хәтер менән беҙҙең артикуляцион аппарат туранан-тура тоташҡан. Тимәк, үҙебеҙгә бирелгән хазина менән файҙаланырға ла файҙаланырға! Балаларға ла шуны аңлатырға кәрәк. Американан килгән бер иптәшебеҙгә "Эмми" тип өндәшәбеҙ. Шунан мин: "Инглизса исемегеҙ нисек яңғырай?" - тип һораным. "Әми," тип яуап бирҙе. Беҙҙә булған өн, беҙ иһә ҡатмарлаштырып, урыҫ теле аша әйтеп бер булабыҙ.
Беҙҙә кәмһенеү комплексы көслө әле. Үҙемдең телемде, милләтемде инҡар итһәм, мин шәп кеше булам, тигәндәр ҙә бар. Бөтә нәмә комплексҡа бәйле. Элек журналист булып эшләгән саҡта интервью алырға йөрөй торғайным. Академик, профессор, оло кеше булғас, өйөнә барам. Матур итеп интервью бирә. Балаһы килеп инһә, үҙгәреп китә, үҙен түбәнерәк итеп ҡуя. "Ул ҡала балаһы, минән шәберәк",- тигән мөнәсәбәт һиҙелә. Бала быны һүҙһеҙ ҙә тойомлай. Шуға иғтибар иткәнем бар, ҡатнаш ғаиләләрҙә кем көслөрәк, бала шул милләтте һайлай. Башҡорт атай йүнһеҙ икән, бала әсәһе яғын ала.

Тимәк, һиҙемләү-тойомлау бәғзеләрҙе һүҙһеҙ генә ниндәйҙер аҙым яһарға этәрә...

- Тойомлау, һиҙемләү мал-тыуарҙа, ҡош-ҡортта ла бар бит ул. Улар һүҙҙе аңламай, ә хужаһының нимә теләгәнен күҙҙән ҡарап белеп торалар. Минең кәзәләрем шулай. Хатта өйрәк бәпкәләре лә. Был үҙе бер мөғжизә. Башта улар менән аңлашыуы ауыр булды. Сөнки кәзә алһам да, башта уларға ҡурҡыбыраҡ ҡарай инем. Миңә күрше ауылдан ике туған апайым килде. Игелектең үҙе инде ул апайым, мал йәнле кеше. Кәзәләрем араһында торғанда береһен шапылдатып һөйә, икенсеһенә хәбәр һөйләй. Кәзәләр апайымды уратып торғандар, ситкә китмәйҙәр, ә миңә улай итмәйҙәр ине. Ни өсөн? Сөнки апайым малды ихлас ярата, ә мал быны шундуҡ аңлай. Минең ҡурҡҡанымды белгәс, мөнәсәбәттәре икенсе төрлө булды. Һин уларға ихлас булған һайын, улар ҙа үҙҙәренең бөтөн характерын аса, һиңә ышаныс белдерә. Бына шулай бөтәһенә лә әкренләп өйрәнергә тура килде.
Кәзәләрҙе һауырға кәрәк. Һарайға улар ингәндә ашарға һалам, шуға улар талаша-талаша инергә тырышалар. Минең бер нисә һөтлө кәзәм бар, уларға айырыуса икенсе мөнәсәбәт. Улар сиратҡа һуғышып инеп тормайҙар, ситтән генә ҡарап торалар. Уларға ҡарап ымлауым була, тып-тып итеп, иң алға килеп баҫалар. Мине ҡарашымдан уҡ аңлайҙар. Өйрәк бәпкәләре менән дә шул уҡ хәл. Береһе ауырыны, өйәнәге сыҡты, һыуға ебәрһәң генә рәтләнеп китә ине. Был бәпкәне ҡарап ҡына үҫтерҙек. Шул хәтлем ҡулға өйрәнде, беҙгә ышана. Бер көндө кис өйрәктәрҙе һарайға индерергә кәрәк ине, мин арығанмын, ә тегеләр инмәй ҙә ҡуялар. Һарайҙы әллә нисә ҡат уратып йөрөнөк, эскә инмәнеләр, тышта миңә ҡарап яталар. Теге өйрәк тә миңә ҡарап ятты, беҙ ҡараштыҡ, шунан ул торҙо ла һарайға инеп китте, уның артынса бөтөн төркөм дә һарайға йүнәлде. Ҡулда тиерлек ҡарап үҫтергән өйрәктең миңә булған ышанысы шул тиклем көслө, нимә теләгәнеңде күҙҙән уҡый.

Гөлсирә, һеҙ "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" тигән хикәйәгеҙ менән "Ағиҙел" журналының лауреаты булдығыҙ. Был мауыҡтырғыс әҫәрҙең яҙылыу тарихын да белергә ине.

- Хикәйәне мин һигеҙ йыл элек яҙа башлағайным. Нисек яҙыла башланы? Минең Сыуашстанда Ева Николаевна тигән бик яҡын әхирәтем бар. Өлкән йәштәге апай, уға хәҙер һикһән йәш. Әсәһенең бер туған ҡустыһы хәбәрһеҙ юғала. Хәҙер эҙәрмәндәр төркөмдәре күп бит. Табып биргәндәр. Концлагерҙа булыу тураһында ҡағыҙ алалар. Ева Николаевна: "Интернеттан шул лагерь тураһында материал табып бирә алмаҫһыңмы, очерк яҙырға теләйем", - тине. Эҙләнеп, һикһән туғыҙ битлек материал ебәрҙем. Шул эҙләнгән мәлдә Удмуртиянан бер әбейҙең тарихына иғтибар иттем. Ул да 90-сы йылдарҙа атаһы тураһында шундай мәғлүмәт ала, Германияға барып күрмәксе була, ауылдаштары уға өс мең тирәһе аҡса йыйып бирә. Ул саҡта ауыр йылдар ине бит. Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа автобус менән, эләгеп-һағып, Мәскәүгә виза үҙәгенә килеп етә. Уны йәлләп, билет алып бирәләр. Шул әбейҙең фотоһы әле лә күҙ алдымда. Аҡ йөн нәскиҙә, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге йорт тәпешкәһендә, оҙон ҡара күлдәктә туғандар ҡәберлегендә эйелеп, һамаҡлап-һамаҡлап атаһына ниҙер һөйләй. Немецтар нисек уны ҡаршы алғандары, ҡайҙарҙа йөрөткәндәре, матур итеп поезға ултыртып оҙатып ебәргәндәре - барыһы ла ентекләп яҙылған. Был булған хәл. Минең хикәйә шулар тәъҫирендә тыуҙы. Бер деталь дә уйлап сығарылмаған. Мин бары мозаика ғына эшләнем. "Томас" тип яҙам бит, ул минең дуҫым. Мин уның өйөндә лә булдым. Атаһы фельдшер булараҡ, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан. Яраланғас, һуңғы самолетта Германияға алып сыҡҡандар. Ул 54 йәштә яраларҙан үлеп ҡалған. Ғүмере буйы антифашист булған.

Хикәйәнең исеме иғтибарҙы йәлеп итә: "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем". Әҫәрҙең башынан аҙағына тиклем алып барып еткерелгән был көслө идея шундуҡ тыуҙымы?

- Юҡ. Уның ҡайҙан тыуғанын үҙең дә белмәйһең бит. Бараһың-бараһың, томан әкренләп кенә тарала бара. Хикәйәнең тәүге вариантында Германиялағы осрашыуҙар юҡ ине. Һуғыш тураһында яҙғанда беҙ үҙебеҙҙең ҡараштан сығып ҡына уйлайбыҙ. Ә "Беҙҙең менән Алла" тип совет балаларын үлтерергә килгән немецтар нимә тип уйлаған? Ошо һорау башҡа килгәс, инглиз тарихсыһының эҙләнеүҙәрен уҡый башланым. Әсиргә алынған һалдаттар тураһында йөҙгә яҡын видео ҡараным. Улар инде ҡарттар, үҙҙәренең башындағы үҙгәрештәр тураһында илай-илай һөйләйҙәр. "Сталинград тамуғында минең дуҫым ятып ҡалды. Үлгән иптәшемдең шинелен систереп кейеп, тере ҡалдым. Үҙемде шул тиклем ғәйепле тоям, һаман ғәфү итә алмайым". Йәки "Атеистарҙы, большевиктарҙы үлтерергә тип килдек. Бер әбей миңә ашарға һалды. Стенала "Ударница" тигән маҡтау ҡағыҙы эленгән. Ризыҡ биргән был әбейҙең күңелендә иман барлығын күрҙем", һ.б. Ошонда тағы ла бер нәмәне әйтер инем. Беҙ ҙә бит атайҙар быуынын атеистар, динһеҙҙәр булдылар, тип, аҙмы-күпме, ғәйепләгән һымаҡ та булабыҙ. Ләкин улар бит Аллаһы Тәғәлә ҡабул итерлек эштәрҙе эшләнеләр. Улар беҙҙе: "Кеше кешегә - дуҫ һәм туған" тип үҫтерҙеләр, донъяла тыныслыҡ булһын, тип көрәштеләр, шуның өсөн дә Советтар Союзының уңыштары күп булды. Беҙ шуны онотмаҫҡа тейешбеҙ. Миңә әле дөрөҫлөк етмәй. Шәхсән кимәлдә түгел, донъя кимәлендә.
Атайым йәне-тәне менән иленә бирелгән ысын коммунист ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин үҫмер саҡта уҡ беҙ икәүләшеп "Голос Америки", "Азатлыҡ" радиоларын тыңлай инек. Тыңлайбыҙ ҙа, һөйләшәбеҙ. Хәҙер аңлайым, ул мине үҙаллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтергә теләгән. Хәтеремдә, "Америка тауышы"нан Солженицындың "Теленок бодал дуб" тигән әҫәрен тыңланыҡ. Бала ғына күңелем менән дә шул яҙыусының хыянатсыллығын, ялғанлағанын, намыҫы таҙа булмағанын тойоп екһенгәнем хәтеремдә. Әлеге заманда мәғлүмәт шул тиклем күп, хатта нимә дөрөҫ, нимә ялған икәнен белеүе мөмкин түгел дәрәжәһендә.
Беҙ, бөгөнгөләр, доғалар ҡыла беләбеҙ, шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә аяуһыҙлыҡ та күрһәтәбеҙ. Ә беҙ ниндәй сабыр, иманлы, тәүфиҡлы инәйҙәрҙе күреп үҫтек. Ауыл клубында илле йәшемде үткәргәндә залда ике рәт булып ошо матур әбейҙәр ултыралар ине. Ағайымдар рауза гөлләмәләре алып килгәйнеләр. Шул затлы сәскәләрҙе ошо инәйҙәргә таратып сыҡтым. Йөҙҙәре балҡып: "Уй, бындай сәскәләрҙе тотоп та ҡарағаныбыҙ юҡ ине!" - тип шул хәтлем ҡыуанып ҡайтып киткәйнеләр. Был матур әбейҙәр быуыны китеп бөтөп бара. Ауылда алтмыш биш йәшемде үткәргәндә ошо оло быуын да булды. Тик матур әбейҙәрҙең ике-өс бөртөгө генә ҡалғайны... Уларҙың инде янда булмауҙарына һағышланып, илап ултырҙым.

Һеҙ бер юлы ике хикәйә яҙам, тигәйнегеҙ. Икенсе хикәйәгеҙҙең исемен белергә ине.

- "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" тип атала. Ҡайһы бер йондоҙҙарҙың миллион йыл элек балҡыған яҡтыһы әле саҡ килеп баш осондағы көмбәҙебеҙҙе нурландырған һымаҡ, әллә ҡасан вафат булған кешеләрҙең яҡшылығы һаман да тормошобоҙҙо йәмләй. Хикәйә шул турала. Бәлки, был тәү ҡарашҡа матур образ ғына булып күренәлер. Тик бының раҫ икәненә иманым камил: атайым менән әсәйемдең вафатына өс тиҫтәнән ашыу йылдар уҙҙы, ә уларҙың ауылдаштарыма эшләгән яҡшылығы миңә бөгөн йәшәргә ярҙам итә.

Гөлсирә, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ижад тигән серле донъя һеҙгә тағы ла яңы асыштар бүләк итер, улар тураһында ла һүҙ алып барырбыҙ әле...

- Ижадтың мистикаға тартым мәлдәре лә бар ул. Элек-электән уны ижадсылар "илһам", "муза" тип атап йөрөткән. Һуңғы йылдарҙа ғына мейе эшмәкәрлеген тикшереүҙәр, шулай уҡ квант физикаһындағы асыштар ул серле өлкәне ҡаплап торған ҡорғанды асыңҡырап-асыңҡырап ала. Илһам ул үҙ һүҙле, талапсан, мыжыҡ ҡунаҡ. Көтмәгәндә килә, кәрәк саҡта килмәүе лә ихтимал.
Шунан беҙ яҙыусыларҙың "түл йыйыу" тигән һүҙе бар. Уның да оҙаҡҡа һуҙылыуы бар. Шундай ваҡыттарҙа мин уҡыйым, хәҙер бит икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәр бар: интернеттан уҡыйым. Уҡырға ине, тигән китаптарҙың оҙон исемлеге бар. Илһам шулай уҡ беҙҙең мейенең тулҡын әүҙемлеге тигән нәмә менән бәйләнгән һәм тета-һаләтенә (тета-состояние) ингәндә бик ҡыҙыҡ асыштарға юлыға алаһың.
Шулай уҡ мейенең "доға халәте" тигән мәле була. Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышанып, онотолоп доға ҡылғанда кеше шул хәлдә була һәм ошондай мәлдә теләктәр ҡабул була икән. Быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла мөмкин. Әммә ышанһаң яҡшыраҡ, сөнки бер бик ҡыҙыҡ һәм мөһим әтнәкәһе бар: ышанһаң - була, ышанмаһаң - булмай. Был тәүге ҡарашҡа башҡа һыймаҫлыҡ булып күренһә лә, шулай икәнен үҙемдең һынап ҡарағаным бар. Һәр кемдең быны үҙ башынан үткәргәне бар, тик, ғәҙәттә, беҙ быға иғтибар итмәйбеҙ, осраҡлылыҡҡа япһарабыҙ. Сөнки үҙ яҙмышың өсөн үҙеңдең уйҙарың яуаплы икәнен ҡабул итеү бик ауыр нәмә. Үҙ бәләләрең өсөн башҡаларҙы ғәйепләү еңел бит.
Хәйер, был бик киң, ҡатмарлы тема һәм ул турала айырым китап яҙырға булыр ине. Кешелектең тарихы бай, еңеле лә булған - тик яҡшылыҡ ҡына мәңгелек. "Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ" тиелә "Урал батыр" эпосында. Үлемһеҙ булыр өсөн Йәншишмәнең һыуын уртлаған урында уны үҙе йотоп ебәрмәйенсә, бар тәбиғәт йәшәһен өсөн кире бөрккән Урал батыр балалары булыуыбыҙҙы иҫтә тотоп йәшәйек.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 294

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru