Декабрь айында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яңы Конституцияларын ҡабул итеүгә 30 йыл тулды. Дәүләт ҡоролошоноң төп принциптарын һәм ҡанундарын билдәләп, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуҙың төп ҡануни нигеҙе булараҡ, Конституцияның йәшәйешебеҙҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Рәсәй составындағы милли республика (дәүләт) булараҡ, Башҡортостандың конституцион үҫешенең үҙ тарихы бар. Республикабыҙҙың яңыртылған дәүләтселек нигеҙҙәре XX быуат башындағы Рәсәй инҡилабы барышында ерле мөхтәриәт (автономия) өсөн көрәш һөҙөмтәһендә булдырыла. Әйткәндәй, "автономия" һүҙе грек телендә "үҙ ҡануниәтлелек" булыуҙы, йәғни үҙ ҡанундары булған дәүләт мәғәнәһен аңлата.
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың ерле автономияһы иғлан ителгәндән һуң башҡорт ҡоролтайҙарында конституцион әһәмиәткә эйә булған яңы хоҡуҡи акттар ҡабул ителә башлай. Башҡортостандың беренсе Конституцияһы проекты 1920 йылда уҡ әҙер була. Башревкомдың 1920 йылдың 9 апрелендәге ултырышында Конституция комиссияһы булдырыла, ә тәүге проект бик күләмле булып (12 бүлек, 235 статья), республика тормошон һәр яҡлап көйләүҙе күҙаллай. Тәүге Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеген туҡтатҡас, 1921 йылдың 29 апрелендә БашЦИК Президиумы ултырышында конституция мәсьәләһе яңынан ҡуҙғатылып, яңы комиссия ағзалары тәғәйенләнә. Әммә был ваҡытта автономияларға үҙ конституцияһын булдырыу хоҡуғы бирелмәгән була, һәм эш туҡталып ҡала.
РСФСР-ҙың 1925 йылда ҡабул ителгән Конституцияһы автономиялы республикаларға үҙ конституцияларын булдырыу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ССР-ының тәүге Конституцияһы 1925 йылдың 27 мартында Советтарҙың V Бөтә башҡорт съезы тарафынан раҫлана. Конституция 4 өлөштән, 8 бүлектән тороп, унда барлығы 93 статья була. Конституцияның төҙөлөшө түбәндәгесә була: I. Дөйөм положениелар; II. Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының РСФСР һәм СССР менән закондар сығарыу һәм идара итеү өлкәһендәге мөнәсәбәттәре; III. БССР-ҙың бюджет хоҡуҡтары; IV. БССР-ҙа Советтарҙың Бөтә башҡорт съезы вәкәләттәре предметы тураһында; V. БССР-ҙа Совет власының төҙөлөшө тураһында; VI. Урындағы власть тураһында; VII. Һайлау хоҡуҡтары; VIII. БССР-ҙың гербы, флагы һәм хөкүмәтенең урынлашыуы тураһында.
Был Конституция раҫлау өсөн ВЦИК-ка ебәрелә, әммә үҙәк власть уны раҫлауҙан баш тарта. Конституцияның 1-се статьяһында "Башҡортостан РСФСР составына ирекле инеүсе һәм уның аша Совет Социалистик Республикалар Союзы менән берләшеүсе республика булып тора" тип яҙылыуын ВЦИК комиссияһы инҡар итә. Ошо комиссияның йомғаҡлау белешмәһендә "Рәсәй Федерацияһы айырым республикаларҙың ирекле килешеүе нигеҙендә түгел, ә РСФСР юғары органдары раҫлауы менән Рәсәй республикаһы составындағы айырым милләттәрҙе автономиялы республикаларға айырыу принцибында төҙөлә", тип белдерелә. Был хәл Лениндың 1920 йылда уҡ Әхмәтзәки Вәлидигә "Башҡортостан менән төҙөлгән Килешеү - бары бер ҡағыҙ киҫәге генә", тип әйтеүенә бер тамсылай оҡшаған.
1937 йылда Советтарҙың Х Бөтә башҡорт съезында ҡабул ителгән Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ла ВЦИК тарафынан 1940 йылға тиклем раҫланмай, шуға күрә республикабыҙҙың Төп законы ғәмәлдә булмай, тип әйтергә мөмкин. Әлбиттә, был осорҙа Башҡортостандың үтә сикләнгән дәүләтселеге бары Рәсәй һәм СССР Конституциялары һәм ҡанундары нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Сталин һәм ВКП(б) диктатураһы йылдарында конституцион законлылыҡтың декларатив форма ролен үтәп, сит дәүләттәр алдында бер ширма булыуын да оноторға ярамай.
Рәсәйҙең власть системаһы ваҡыты-ваҡыты менән билдәле бер үҙгәрештәр кисерә, ил менән идара итеүҙә демократлаштырыу осорҙары ла булып ала, хатта ил Президенты үҙе үк милли республикаларға үҙаллылыҡты, хатта суверенлыҡты вәғәҙә иткән мәлдәргә үҙебеҙ шаһит булдыҡ.
1993 йылда яңы Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған конституцион реформаның билдәле бер сәйәси сәбәптәре булды, ул СССР Президенты Михаил Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтенең уңышһыҙлыҡҡа осрауы менән бермә-бер бәйле. Советтар Союзы тигән бөйөк держава билдәле бер амбициялы сәйәсмәндәр араһында аңлашмаусанлыҡ барлыҡҡа килеп, ҡотолғоһоҙ тарҡалыу юлына сыҡҡайны. Рәсәйҙә бер үк ваҡытта Президент һайлау кампанияһы башланып киткәс, РФСР Юғары Советы Рәйесе Б.Н. Ельцин милли республикаларға мөмкин булғанса үҙаллы йәшәү, йәғни суверенлы булыуҙы тәҡдим итә. Борис Ельцин, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, бына ниҙәр әйткәйне: "Беҙ Башҡортостан халыҡтарына әйтәбеҙ, беҙ Башҡортостандың Юғары Советына, Хөкүмәтенә әйтәбеҙ: үҙегеҙ йота алған тиклем власть өлөшөн алығыҙ... Әгәр һеҙ Башҡортостандың ер аҫты ла, байлыҡтары ла, ерҙәре лә - былар Башҡортостан халыҡтары мөлкәте, тип ҡарар итһәгеҙ, тимәк, ул шулай буласаҡ... Башҡортостандың нефте һәм газы уныҡы, тик ул ғына үҙенең байлыҡтары менән тотонорға хоҡуҡлы... Әгәр Башҡортостан үҙенең суверенитеты хаҡында иғлан итһә, беҙ был суверенитетты хөрмәт итәсәкбеҙ". Һис шикһеҙ, бындай сәйәси аҙымдар Рәсәй дәүләтенең берҙәмлеген һаҡлау һәм тотороҡло ҡалыуын тәьмин итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы.
Әлбиттә, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ хөкөм һөргән 90-сы йылдарҙа Рәсәй етәкселегенең ул саҡтағы эске сәйәсәте СССР ваҡытынан ҡалған дөйөм мөлкәтте ахырынаса исраф итеп бөтөрөүгә юл ҡуйманы, был ҡағиҙә иң беренсе милли республикалар өсөн үтә мөһим булды. Әлбиттә, күптән иғлан ителгән баҙар иҡтисады һәм үҙгәртелгән сәйәси ҡоролош яңыртылған Конституцияға нигеҙләнергә тейеш була. Һәм тап шул маҡсаттарҙа оло Рәсәй иленең дә, Башҡортостан Республикаһының да яңы Конституциялары ҡабул ителә. Беҙ әле лә үҙгәрештәр тамамланмаған, ауыр сәйәси ситуациялар тыуып торған осорҙа йәшәйбеҙ. Ошо сәбәптәр арҡаһында Төп законға ла үҙгәрештәр индерелеп тора. Әммә Башҡортостан халыҡтары өсөн йәшәгән ил-йортобоҙҙоң дәүләтселеге, уның республика статусы булыуы мөһим, ә был тап Конституция тип аталған төп дәүләт документыбыҙға асыҡтарҙан-асыҡ, аныҡтарҙан-аныҡ итеп теркәлеп ҡуйылған. Киләсәк быуындарыбыҙға Конституция көнөнөң 50 йыллығын ғына түгел, бер быуатлыҡ тарихын да шатланып билдәләргә яҙһын, тим.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА