Гәзитебеҙ барлыҡҡа килгәндән алып уның телебеҙ таҙалығы өсөн көрәшен йыш ҡына баҫылып сығып торған мәҡәләләрҙә күрәбеҙ. Бәғзе һандарҙа һөйләшебеҙҙәге һүгенеү хаҡында фекерҙәр ҙә күренеп ҡалғылай. Башҡорт теленең матурлығына туранан-тура ҡағыла был тема. Бөгөнгө көндә тирә-яғыбыҙҙа киң таралған, хатта аҙым һайын тигәндәй осраған шул һаҡрат һүҙҙәргә мин дә күнегеп китә алмайым (беҙҙең яҡта яман һүҙҙәрҙе "һаҡрат" һүҙ тиҙәр). Һүгенеү тигән нәмә милләтебеҙгә хас түгел, хатта ул, ниндәйҙер йоғошло сир һымаҡ, халҡыбыҙға һуңғы быуаттарҙа ғына ситтән килеп йәбешкәндер, тип тә уйлайым.
Бала саҡтан иғтибар иткәнем бар. Ҡайһы бер ағайҙар кемделер әрләгәндә йә иһә шул көйө генә лә урыҫса-башҡортсалап иркенләп һүгенә торғайны. Ул ғына ла түгел, һүгенеүгә "оҫта" булған шул кешеләрҙең улдары ла бәләкәйҙән атайҙарын ҡабатлай башлай. Әле генә теле асылып, һөйләшә башлау менән, кескәй генә малайҙарҙың урыҫсалап, хатта ике ҡатлы итеп тә һалдырғандары иҫемдә. Мәҙәк күреп, ҡайһы бер оло кешеләрҙең ул балаға тағы ниҙер өҫтәп өйрәтеп, уның "тел байлығын" артабан "камиллаштырып" маташыуына ла шаһит булынғаны бар...
Үҙем үҫкәндә, бер ҡасан да атайымдың һүгенгәнен ишетмәнем. Әллә шуғамылыр, минең өсөн бындай һүҙҙәр ғәйәт оят һымаҡ тойола ине. Кис көтөүҙән малдарҙы ҡаршы алырға барғанда берәй башмаҡ йә һарыҡ ҡайыртмай китеп, үтә ныҡ йән көйгәндә, шул хайуанды ныҡ ҡына итеп әрләге килә торғайны килеүгә. Әммә әлеге башҡаларҙан ишеткеләгән һүгенеүҙе эстән генә ҡабатлап ҡараһам, үҙемдән үҙем оялып китә торғайным. Ғүмеремдә лә был яман ғәҙәткә өйрәнмәҫмен, тигән ҡарарға килә инем һәр саҡ. Мәктәпкә барғас, матур ғына һөйләшкән уҡытыусы ағайҙарҙан, апайҙарҙан үрнәк алырға тырыштым. Донъяла уларҙы иң әҙәпле кешеләргә һананым. Уҡытыусылар бөтөнләйгә һүгенә белмәйҙер тип тә уйлай торғайным. Ышанаһығыҙмы, хатта улар бәҙрәфкә лә бер ҡасан да йөрөмәйҙер һымаҡ тойола ине…
Мәктәптән һуң, институтҡа уҡырға инеп, башҡа халыҡ вәкилдәре менән аралаша башлағас, әлбиттә, бындай һүҙҙәргә йышыраҡ юлыҡтым. Ә инде әрмегә алынып, артабан унда ике тиҫтәнән ашыу йылдар йөрөгән кеше булараҡ, бәлки, миңә ундай "фольклор"ҙы күптәребеҙгә ҡарағанда йышыраҡ та ишетергә тура килгәндер. Хәрбиҙәр, башлыса, ир-ат халҡынан торғанғалыр, яҡын-тирәлә ҡатын-ҡыҙ булмаған осраҡтарҙы файҙаланып, эс серҙәрен иркенләп "бушатып" алыу форсаты менән шулай файҙалана, күрәһең. Шуғалыр ҙа, ғәскәри халыҡтың лөғәтенән ул "йола"ны айырып алып та булмайҙыр инде ул.
Мин хеҙмәт иткән частарҙың береһендәге "строевой плац"тың трибунаһындағы микрофон саманан көслөрәк тауышҡа көйләнгән булып, бәғзе мәл генералдың "тәрбиәүи нәсихәттәре" офицер ғаиләләре йәшәгән ҡаласыҡҡа ла ишетелеп тора торғайны. Ирҙәр коллективында шундай күренеш ғәҙәти булып та киткән шул. Ә уставҡа ярашлы, рядовойҙан маршалға тиклем хәрбиҙәр барыһы ла бер-береһенә ихтирамлы тонда, хатта "һеҙ"гә өндәшергә бурыслы. "Воинская вежливость" тип атала ундай төшөнсә, әммә был талаптың эшләп киткәнен күргәнем юҡ (Ул хаҡта офицерҙар араһында лаҡап та йөрөй: "Военнослужащие обязаны друг-другу обращаться только на "Вы": "Выгоню", "Выпорю", "Высушу"... и т.д.)
Хатта һүгенмәй, мәҙәни итеп һөйләшкән бәғзе офицерҙарҙан (мәҫәлән, политработниктарҙан) башҡалар көлөп тә маташа торғайны. Үҙем шәхсән һалдаттар менән һөйләшкәндә лә әлеге "урыҫса" һүҙҙәрҙе ҡушмаҫҡа тырыштым. Ул ғына ла түгел, һалдат һүгенеп ебәрһә, хатта әрләп тә алғылағаным булды. Ҡайһы бер офицерҙарҙың "башҡорт һалдаттары үҙ-ара һөйләшә башлаһа, нишләп урыҫса һүгенә" тип һорағандарын хәтерләйем. Мин, бигүк дөрөҫлөккә тап килмәһә лә: "Сөнки беҙҙең телдә һүгенеү бөтөнләйгә юҡ!" - тип фәстереп кенә ебәрә торғайным. Үҙ милләтең өсөн бер аҙ ғорурлыҡ тигән нәмә лә булғандыр инде…
Күптән түгел Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Өс дәлил"ендә "Эскелек, һүгенеү - бер туғандар…" тип аталған яҙмаһын уҡығас, ошо хаҡта үҙемдең фекерем менән дә бүлешеп алырға ҡыҙығып киттем. Эйе, арабыҙҙа ныҡ таралған бит был афәт. Тәү ҡарауҙа уның кешеләргә һис бер зыяны ла юҡ һымаҡ. Бәғзе бер "ҙур" кешеләрҙең дә һүгенеп ебәргән осраҡтары була. Коммунистар заманында насар һүҙҙәрҙе ҡулланыу әллә ни модала булманы ла ул. Ә бына илдә үҙгәртеп ҡороу башланғас, бик күп кәрәкмәгән нәмәләр ҙә әүҙем рәүештә терелтелә башланы. Хатта киноларҙа, башҡа төрлө сараларҙа ла ап-асыҡ ҡына итеп, Әхмәр Үтәбай әйтмешләй, "эт ашағыһыҙ" һүҙҙәр ҡулланыла торған булып китте.
Беҙҙең хәрби ҡаласыҡта йәшәгән милләттәштәр балаларының, ундай-бындай нәмәнең урыҫсаһын белгән хәлдә лә, башҡортса тик атаһы менән әсәһе һөйләшкән нормаль һүҙҙәр генә ишетеп үҫеүе, бәлки, яҡшыға ғына ла булғандыр. Йылына бер ялға ҡайтҡан арала башҡортсалап һүгенеүҙе өйрәнеп тә өлгөрмәнеләр. Ана шуға бәйле бер мәҙәк хәл иҫемә төштө. Минең менән бер гарнизонда Ырымбур өлкәһенән бер башҡорт полковнигы хеҙмәт итте. Ҡатыны ла беҙҙең милләттәш. Балаларын туған телендә һөйләшергә өйрәткәндәр ине. Бер мәл (туҡһанынсы йылдар башы булһа кәрәк), уларҙа ҡунаҡта булғанда "видик"тан "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" концертын ҡарайбыҙ. Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович ниндәйҙер таҡмаҡ әйтеп, "…магазинда араҡы юҡ, эс инәңдең мәтрүшкә сәйен", тип тамамлағас, әлеге полковниктың үҫмер йәштәрҙәге улы етди генә: "Ә йыр какой-то нескладный",- тип әйтеп ҡуйҙы (таҡмаҡтың "төп нөсхә"һен бер ҡасан да ишетмәгән булһа кәрәк)… Беҙҙең яҡта әйтмешләй, "атаһы ҡошап" һүгенергә өйрәнмәгән бала ундай һүҙҙәрҙе ситтән әллә ни үҙләштермәйҙер ҙә инде ул.
Әхмәр Ғүмәр улы: "Ауыҙынан эт ашағыһыҙ һүҙҙәр ысҡындырыусыларҙы алама ғәҙәтенән арындырыу өсөн уны оятлы итеү маҡсатҡа ярашлылыр. Йәғни бының өсөн һүгенеүҙе "Тел зинаһы"на тиңләргә кәрәктер. Ә башҡалар нисек уйлай?" - тигән һорау ҡуя. Уның был фекере, ҡуйған һорауы ла бик урынлы тип һанайым. "Тел зинаһы" тигәне менән ҡуш ҡуллап ризалашам, сөнки һүгенеүҙең елеге тап ана шундай, әҙәмдәрҙең теләһә ҡалай бәйләнешенә барып тоташа бит. Фәлән кешене һүккәндә йыш ҡына уның инәһен дә ҡушалар. Үтә бай фекерле Үтәбайҙың һүҙҙәрен раҫлай был. Икенсенән, һүгенеүсе, үҙе лә һиҙмәҫтән, кемдеңдер яҡынына (ата-инәһенә) күрәләтә яла яҡҡан һымаҡ була. Изге Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә саф ҡатын-ҡыҙға нахаҡҡа ғәйеп тағыусының был донъяла ла, Ахирәттә лә ләғнәтләнәсәге, Ҡиәмәт көнөндә уның теле, ҡул-аяҡтары үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡтары хаҡында әйтә ("Ән-Нур" сүрәһе, 23-24-се аяттар). Шуға күрә лә ауыҙынан ниҙер сығарыу алдынан кеше иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнең ләғнәтенән ҡурҡырға тейеш. Әҙәм балаһы үҙенең һәр һүҙе өсөн яуаплы.
Һүгенеүҙең Ислам дине ҡанундарына ҡапма-ҡаршы килеүе хаҡында хәҙистәр ҙә бихисап. Бәйғәмбәрҙең с.ғ.с. "Һүгенеүсе кеше - беҙҙән түгел", тигән мәғәнәле хәҙисе бар (Әт-Тирмизи). "Яҡшы бер һүҙ өсөн кешенең Аллаһы Тәғәлә хозурында юғары дәрәжәгә өлгәшеүе һәм, шул уҡ ваҡытта, икенсе бер уйламай ысҡындырған һүҙе арҡаһында Раббының асыуына тарыуы, хатта Йәһәннәмгә лә төшөүе бар", тигән хәҙисте лә беләйек (Әл-Бохари). Шуға күрә лә беҙ, үҙебеҙҙе мосолманға һанап йөрөгән кешеләр, һәр саҡ уйлаңҡырап һөйләргә тейешбеҙ. Балаларыбыҙҙың насар һүҙҙәргә өйрәнеүенә йыш ҡына "урам"ды ғәйепләргә яратһаҡ та, үҙебеҙҙең телебеҙҙе лә контролдә тотһаҡ, ғәзиздәребеҙ беҙҙән бер ҡасан да насар һүҙҙәр ишетмәҫ ине. Элекке ғәҙәтебеҙ буйынса, ауыҙыбыҙҙан яңылыш ҡына берәй "әр" сығып киткән хәлдә лә, "әстәғфируллаһ" (Аллаһтан ғәфү үтенәм) тип әйтеү кәрәк. Йәшлек менән һәр төрлө яман көләмәстәр һөйләп йөрөгән булһаҡ, шуның өсөн Раббыбыҙ алдында тәүбәләр ҡылайыҡ. Ул - тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, рәхимле.
Быуаттар буйы Ислам дине ҡағиҙәләренә буйһоноп йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың шундай теләһә нимәнән азат булғанлығына иманым камил. Сөнки улар изге Китапҡа - Аллаһ һүҙенә, шулай уҡ Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйткәндәргә ышанып, ғибәҙәттәр ҡылып ғүмер иткән.
Бер нисә йыл тирәһе элек хөкүмәтебеҙ социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыуҙы тыйған ҡарар ҙа сығарғайны. Мин быны тик хуплайым. Тел буйынса махсус белемле уҡытыусы, яҙыусы, журналистарҙың, теле-радиотапшырыусыларҙың һөйләшенә гел генә иғтибар итәм. Уларҙың сит һүҙҙәрҙе ҡушмай, тап-таҙа башҡорт телендә матур итеп һөйләшеүен ишетеп хайран ҡалам, шунан ҡәнәғәтлек табам. Барыбыҙ ҙа телебеҙ именлеге һағында торған бына шул кешеләребеҙҙән үрнәк алайыҡ, гүзәлдәрҙән гүзәл телебеҙҙе боҙмайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәр.
Һүҙ аҙағында. Элегерәк, беҙҙең күрше Аҡтау ауылындағы бер чабан хаҡында ошондай бер мәҙәк йөрөй торғайны. Бер ҡасан да һүгенергә яратмаған был ағай, һарыҡтары баш бирмәй, тыңламай ҡаса башлаһа: "Ах һеҙ, неграмотный һарыҡтар! Бәррә-ә-ә!" - тип кенә ҡысҡыра имеш... Төптәнерәк фекерләп ҡараһаҡ, был ағай бик күптәребеҙгә ҡарағанда ла мәҙәнилерәк булған түгелме?..
.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА