Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Уңдым" тигән шиғырында әйтелгәнсә, ғүмер юлының бер миҙгеленә барып еткәс, барыһынан да уңғанһыңмы, әллә туңғанһыңмы икәнде самалар, аңлар мәл етә. Кем нисектер, ә бына Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең директоры, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы ӘБДРӘХИМОВ, шағир кеүек үк, "Эйе, уңдым, күп нәмәнән уңдым" тип әйтә алыр шәхестәрҙең береһе. Уның ғүмер юлы тураһында әңгәмәләштек.
Харис Зәбих улы, һүҙҙе һеҙҙең тамырҙарығыҙ, атай-әсәйегеҙҙән алған ғүмерлек һабаҡтарҙан башлайыҡ әле. Бала саҡтан эш менән нығынып үҫкән ауыл балаһына тыуған төбәген ташлап сығып китеүе ауыр булманымы?
- Тамырҙарым Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан, мин шунда донъяға килгәнмен, уҡығанмын, кеше булғанмын. Ҡыпсаҡ ырыуынанбыҙ. Атайым Зәбихулла ошо ауыл егете, әсәйем Зөһрә күрше Дауыт-Ҡайып ауылы ҡыҙы. Нәҫелдәрҙе барлаһаң, ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәр ошо ерҙә йәшәгән, тырышып эшләгән заттарҙан. Ҡартатайым да, олатайым да һуғышта булғандар, аҙаҡ колхоз баҫыуҙарында, фермаларында ең һыҙғанып эшләгәндәр. Атайымдар ғаиләлә бишәү үҫкән: иң өлкән ағалары Әхмәҙулла бабай милиция органдарында эшләгән, икенсеһе Сәйфулла бабай һуғышта эҙһеҙ юғалған, атайым - өсөнсө бала, унан һуң Рамаҙан һәм Ғәфүр ҡустылары тыуа. Атайым оҫта ҡуллы булды, колхоз баҫыуҙарында ла эшләне, көтөүен дә көттө. Әсәйем дә унан һис ҡалышманы. Шул арала биш балаһын, ике апайым һәм ике һылыуымды, мине матур итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырҙылар.
Беҙ үҫкән 1960-1970 йылдар бик тыныс, матур осор булды һәм шуға ла ниндәйҙер ауырлыҡтар кисерҙек, тип әйтә алмайым. Атай-әсәй яғынан ҙур иғтибар тойоп йәшәлде, барыбыҙҙы ла белемле иттеләр. Тәү сиратта кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле, ябай булырға өйрәттеләр. Һәм быны тел менән әйтеп түгел, ә үҙ өлгөһөндә күрһәтеп үҫтерҙеләр. Атай-әсәйҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән генә түгел, бөтә ауыл халҡынан алғанбыҙ тәрбиә һабаҡтарын. Бөгөн дә тыуған яҡҡа ҡайтҡанда эскерһеҙ, ябай ауылдаштар менән аралашыу, күрешеүҙән һуң үҙеңде яңы тыуғандай хис итәһең.
Мин бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, ауыр эштән ҡурҡмай, атайыма "Ҡыҙыл Байраҡ" колхозының көтөүен көтөштөм. Ул осорҙа был ҙур хужалыҡты ағайыбыҙ Рамаҙан Әбдрәхимов етәкләне. Иң тәүге эш хаҡымды ла 6-сы класта уҡығанда баҫыусы булып эшләп алдым. Колхоз малдарын иртүк тороп яланға ҡыуа торғайным. Бына ошо эшем өсөн колхоз бригадиры, Мортаза Ғөбәйҙулла улының бер туған ҡустыһы Сәфәр ағай әсәй менән атайға 50 һум аҡса килтереп бирҙе. Уға нимәлер алып бирҙеләрме икән үҙемә, хәтерләмәйем... Шулай ҙа күңелемә яҡын ошо ауыл мөхитенән айырылып сығып китергә тура килде, сөнки 9-10-сы класты Күмертауҙа интернатта уҡыным. Унан инде 1979 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына, башҡорт теле бүлегенә уҡырға индем.
ВЛКСМ-дың Күгәрсен райкомында ойоштороу бүлеге етәксеһенең урынбаҫары, комсомолдың райком секретары булып эшләүегеҙ, бына ошо мәктәпте үтеү һеҙгә ниндәй йоғонто яһаны?
- Педагогия институтын тамамлаған йылда мине ул саҡтағы мотлаҡ шарт буйынса йүнәлтмә менән Ғафури районының Ҡормантау ауылына эшкә ебәрҙеләр. Унда бер йыл географиянан уҡыттым да, министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеп, тыуған яғыма ҡайтыуҙы юллай алдым. Ҡайтҡас, йәш белгес тип, комсомолдың район комитетына эшкә саҡырҙылар. Мәктәп йылдарында ла, аҙаҡ студент саҡта профком һәм студсовет ағзаһы булып, төрлө саралар ойоштороу буйынса тәжрибәм булғас, ризалаштым. Бында ысын тәжрибә мәктәбе үттем, белемем дә артты, бик күптәр менән аралашырға, аҡыллы кешеләр менән бергә эшләргә тура килде.
Комсомол - үҙе үк тормош мәктәбе. Ул йәштәрҙе башҡаларға өлгө күрһәтеп, тырышып эшләп йәшәргә, тиҫтерҙәрең менән уртаҡ тел таба белергә, тәртипле, ысын кеше булырға өйрәтте. "Көрәшергә, эҙләргә, табырға, еңелмәҫкә!" кеүек бик матур девиздарыбыҙ булды. Ошонда эшләү, комсомол мәктәбен үтеү артабан тормошомда шул тиклем ярҙам итте, һағынып иҫкә алам ул йылдарҙы һәм бөгөнгө йәштәргә лә шундай бер юл күрһәтеүсе, маяҡ булырҙай ойошма кәрәк ине, тим. Бер ваҡыт совет осорона бәйле бар нәмәне лә хурлап телгә алһалар ҙа, бөгөн барыһы ла йәш быуынға дөрөҫ ҡиммәттәр биреп тәрбиәләүҙә "Октябрят", "Пионер", "Комсомол" ойошмаларының әһәмиәтен дөрөҫ баһалай. Ул саҡта Байкал-Амур магистрале, Йомағужа һыуһаҡлағысы кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә ошо рухта тәрбиәләнгән йәштәр эшләне, гөрләтеп донъя көттө, маҡсатлы булды. Йәштәрҙең көсө ташып тороуын, уларға эш бирергә, күрһәтергә, әйҙәргә, ярҙам итергә кәрәк икәнен яҡшы аңлағандар. Бөгөн дә әле эшләп килгән йәштәр хәрәкәттәре араһында шундай тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәткән береһе көс алһа, насар булмаҫ ине.
Халыҡтан "Күгәрсен районының мәҙәниәт министры" тигән баһаны ишетеү мәртәбәлер. Был осор ауылдашығыҙ, Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың етәкселек иткән йылдарына ла тура килә...
- Эйе, районда шулай шаяртып әйтә торғайнылар. Мин 14 йыл буйы райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләнем. Һағынып иҫкә ала торған бик матур йылдар булды, бергә эшләгән райондаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. 1988 йылда район мәҙәниәт бүлегендә эш башланым, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Юғары Совет Председателе, аҙаҡ Президент булып һайланды һәм республикабыҙ, халыҡ өсөн әһәмиәтле эштәренең береһе - мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүе булғандыр. Ул етәкселек иткән осорҙа профессиональ коллективтар менән бер рәттән, райондарҙағы үҙешмәкәр коллективтар ныҡ үҫеште, юҡлыҡ заманында ла саралар табып, матди-техник нигеҙҙе тәьмин итеп торҙо. Яҡташтары булараҡ, беҙҙән йыш ҡына оло байрамдарға, дәүләт кимәлендәге сараларға тирмә ҡороуҙы һорай торғайны. Шулай баш ҡалалағы Дуҫлыҡ монументы эргәһендә тирмә ҡороп, Б.Н. Ельцин, В.В. Путинды ла ҡаршы алдыҡ, яҡташыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.
Шундай арҙаҡлы ауылдашым булыуы менән ғорурланам. Ҡайҙа барһаң да, "Ҡайһы яҡтан?" тип һораһалар, "Тәүәкәндән" тиһәң, уның исемен иҫкә алалар, "Президентыбыҙҙың ауылдашы икәнһең", тип яҡын күрәләр. Беҙ, ауылдаштар, уның илебеҙгә, ауылыбыҙға эшләгән изге эштәрен онотмайбыҙ.
Һеҙҙе тыуған районығыҙ менән генә түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән дә оҙаҡ хеҙмәт осоро бәйләй...
- Күңелемә бик яҡын ҡала Стәрлетамаҡ, бәлки, йәшлегем ҡалаһы булғанғалыр. Киренән бында килермен тип уйламаған да инем, әммә оҙаҡ йылдар үткәндән һуң үҙем тамамлаған З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына тәрбиә һәм социаль мәсьәләләр буйынса ректор урынбаҫары итеп саҡырҙылар. Урынлашып киткәнсе, элек йәшәгән шул уҡ ятаҡта торҙом, 8 йылға яҡын эшләнем. Өфөгә лә эшкә күп саҡырҙылар, әммә Стәрлетамаҡты яҡыныраҡ күрәм, ул минең яратҡан ҡалам. Ул миңә төрлө милләт кешеләрен берләштергән төҙөк, йәшел ҡала булыуы менән дә яҡындыр.
Стәрлетамаҡ кеүек ҙур производствоһы булған, төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ҡалала башҡорт мөхитен һаҡлап ижад итеү нисек бирелә коллективығыҙға?
- 1991 йылда барлыҡҡа килгән ике ҙур ойошманың Хөкүмәт ҡарары менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе булараҡ ҡушылып эшләй башлауына былтыр 10 йыл тулды. Филармониябыҙ үҙе генә лә ҙур коллектив. Ул "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, "Бейеү театры", Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, "Сәрби" сыуаш ансамбле, Музыкаль-әҙәби лекторийҙы үҙ эсенә ала. И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры - халыҡҡа киң билдәле коллективтарҙың береһе. Беҙҙең спектаклдәрҙе, концерттарҙы һәм башҡа төр сараларҙы ҡаланың төрлө милләтле халҡы ихлас ҡабул итә, даими тамашасыларыбыҙ бар. Балалар өсөн әкиәттәрҙе ғаиләләре менән килеп ҡарайҙар, спектаклдәрҙең башҡортса булыуы уларҙы һис аптыратмай: синхрон тәржемә менән тәьмин ителә бит. Мәктәптәр, предприятиелар, ойошмалар менән бик әүҙем эшләйбеҙ, ял көндәренә "ғаилә абонементы" үткәреү ҡаралған, Пушкин картаһы ныҡ ярҙам итә.
Нигеҙ һалынғандан алып көслө етәкселәр, ижад кешеләре эшләгән һәм үҫтергән был коллективтарҙы. Шуға берләшеп эшләгән ойошма ла бер тиҫтә йыл эсендә бик күп ҡаҙаныштарға өлгәшә, республика һәм Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә үҙ исемен яңғырата ала. Шул еңеүҙәр араһында 2019 йылда уҙғарылған "Туғанлыҡ" халыҡ-ара театраль фестивалдә М. Кәрим әҫәре буйынса "Өс таған" спектакле менән Гран-при яулауҙарын телгә алып китергә мөмкин. Ғөмүмән, бик әүҙем һәм ижад ҡомары ташып торған кешеләр эшләй беҙҙә, коллектив менән дә, айырым үҙҙәре генә яулаған еңеүҙәре лә бихисап. Республика халҡына билдәле фильмдарҙа, сериалдарҙа ла төштөләр. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа туҡталып торған "Күңелле йәшәйбеҙ" тигән ял һәм күңел асыу тапшырыуын яҡын киләсәктә дауам итергә ниәт итеп торабыҙ, артистар ҙа, тамашасылар ҙа быны түҙемһеҙләнеп көтә.
Бына шулай, йылына 400 тапҡыр концерт ҡуйырға, 280 тапҡыр спектакль күрһәтергә, 102 мең кешене хеҙмәтләндерергә тигән дәүләт заданиеһын үтәп, ең һыҙғанып эшләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырырға, матди-техник базаны яҡшыртырға, кәрәкле ҡорамалдар, транспорт менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм ҡала хакимиәтенең ярҙамын, иғтибарын тойоп эшләйбеҙ һәм киләсәккә пландарыбыҙ күп.
Коллективығыҙ республиканың яҡындағы башҡа ҡала-ауылдарына ла йыш гастролдәр менән бара, баш ҡала тамашасыһын да хайран итеп ҡайта. Халыҡты ылыҡтырыуы, ҡуҙғатыуы еңелме?
- Тормош алға бара, бөгөн йәнең нимә теләй, шул бар. Элек клубтарҙа гармун уйнап, халыҡты бейетеп йөрөһәк, хәҙер бының менән генә булмай. Кешенең үҙаңы, белеме, грамоталығы үҫте, улар артистарҙың нисек уйнауына, тамашаның йөкмәткеһенә баһа бирә, сағыштыра ала. Шуға бөгөнгө тамашасыны ылыҡтырыу өсөн тарихи ваҡиғаларҙы ла онотмай, үткәндәрҙе һәм хәҙергене берләштергән, ғаилә ҡиммәттәренә ҙур иғтибар бирелгән концерт-спектаклдәр ҡуйырға кәрәк. Халыҡтың йөрөгәне һәр ваҡыт ихлас йөрөй, һәм күпселекте тәшкил итә. Шулай ҙа телефон менән тороп, телефон менән йоҡоға талған кешеләр араһында тере аралашыу юҡ... Элеккесә, бер-береңә яҡын туғандарса, дуҫтарса ҡараш, кешелеклек донъя ығы-зығыһы, аҡса артынан ҡыуыу араһында юғалып ҡалған төҫлө. Был сәнғәткә лә тәьҫир итмәй ҡалмай, әлбиттә. Республикабыҙҙа ла дәүләт ҡарамағындағы мәҙәни ойошмаларҙан тыш, шәхси бригадалар, шәхси эшҡыуарҙар күбәйҙе һәм халыҡтың һайлау мөмкинлеге артты, тик сифат яғына иғтибар итергә кәрәк.
Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы үтә. Ғаилә ныҡлығының сере ниҙә?
- "Ябайлыҡта - бөйөклөк", тигән һүҙҙәр күңелемә бигерәк яҡын. Ә инде халҡыбыҙҙың "Бер олоно, бер кесене тыңла", тигән боронғо аҡылына ғүмерем буйы таянып йәшәйем. Ябай һәм кешелекле булырға, тәкәбберләнмәҫкә кәрәк. Башҡалар кеүек үк, ябай бер ғаилә беҙ ҙә: ҡатыным Земфира менән 25 йыл бергә ғүмер итәбеҙ, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Өлкәнебеҙ Ләйсән Башҡорт дәүләт университетын тамамланы, ә Айгөл Өфө фән һәм технологиялар университеты психология факультетының 2-се курс студенты. Ғаилә ныҡлығының серен тәү сиратта бер-береңде ихтирам итеүҙә, яратып, күңел биреп йәшәүҙә күрәм. Ярҙам итешеп, кәңәшләшеп, ике яҡ туғандар менән аралашып йәшәү мөһим. Минең эшем тынғыһыҙ булыуын, кеше ял иткәндә лә эшләүемде, ал-ял белмәүемде ҡатыным аңлап ҡабул итә, уңдым. Бынан тыш, өйҙә эштәребеҙ тураһында һөйләшмәйбеҙ. Был насармы-юҡмы, әммә шулай ҡоролған. Бер кемде лә, эштәге хәлдәрҙе лә һөйләмәйбеҙ, барыһынан да ял итәбеҙ.
Ғаилә бәхете - өлкән быуындың һау-имен булыуында ла ул. Беҙ һаман да әсәй йылыһын тойоп йәшәгән бәхетле балалар, шөкөр. Мораҡта бер үҙе донъя көткән яратҡан әсәйемә йыш ҡына ҡайтып йөрөйбөҙ, ул инде 89 йәш менән бара. Эш өсөн тыуған тиҙәр уның кеүек кешене, әле лә йүгереп йөрөй, егәрле, тынғыһыҙ, һис бер минут эшһеҙ тора алмай.
Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тиерҙәр ине боронғолар. Бөгөн балаларҙы нисек тәрбиәләргә?
- Боронғолар һис насарға өйрәтмәгән инде ул, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар. Беҙҙе лә үҫкәндә ҡаты тоттолар, эш боҙоп йөрөү ҡайҙа ти ул. Атай-әсәйҙән генә ҡурҡып тороу түгел, уҡытыусыны ла хөрмәт иттек, ауылдағы һәр өлкән кешенең әйткәненә ҡолаҡ һала инек. Уҡытыусы менән ата-әсәләр бер һүҙле булды гел. Хәҙер бына ошо берҙәмлек етеңкерәмәй. Ярай әле, мәктәпкә хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарҙылар, юғиһә, сәскә үҫтерергә лә, таҡта һөртөргә лә ярамай, имеш. Шулай тәрбиә булмай бит инде, барыһын да тыйып бөтөрөп, эш рәте белмәгән быуын үҫтереүҙең йәмғиәткә файҙаһы бармы? Балаларҙы эш менән тәрбиәләргә кәрәк. Был уларҙы башҡаларға ҡарата кешелекле, ата-әсәһенә ихтирамлы булырға ла өйрәтә, халҡына һәм йәмғиәткә файҙалы кеше итеп үҫтерергә булышлыҡ итә. Юғиһә, барыһы ла тир түкмәйенсә генә ҙур етәксе, матур машина, етеш тормош тураһында хыяллана. Эшләмәйенсә бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай икәнен аңларға тейештәр. Был турала йәштәрҙең үҙенә тура әйтеп тә булмай әле хәҙер, күңелдәре тиҙ кителә, һүҙ күтәрмәүҙәре ихтимал. Өлкәндәрҙең кәңәшен ҡабул итеп бармайҙар шул. Шуға үҙебеҙгә матур өлгө күрһәтеп йәшәргә, һүҙ менән булмағас, ғәмәлдәребеҙ менән яҡшыны айырырға, тәрбиәләргә ҡала.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Гел кешеләр менән эшләнем. Улар араһында даһиҙар ҙа, тормош юлын матур үтеүе менән үрнәк күрһәтеүселәре лә күп булды. Һәр береһенән өйрәнеп йәшәнем, әле лә шулай итәм", - тине Харис Зәбих улы әңгәмәбеҙҙе ослап. Бына шулай ғүмер буйы аҡыл туплап, башҡаларҙан фәһем алып, камиллыҡҡа ынтылып йәшәгәндәр тормошонда уңалыр ҙа. Һәр хәлдә, бөгөнгө геройым тап шундайҙарҙан.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА