
Беҙҙең халыҡта ер тойғоһо, илһөйәрлек көслө. Ватаным, тип ата-бабаларыбыҙ яу сапҡан, аҫабалыҡ хоҡуғын ҡаты алыштарҙа даулап алған һәм артабан уны күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Революциянан һуң ерле автономияны ла көрәштә, үҙ армияһын булдырып, тәү башлап башҡорттар ала, башҡаларға юл яра.
Ни хәлдәһең, ауыл?
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн дә, урбанизация киң ҡолас йәйгән дәүерҙә лә, халҡыбыҙҙың күпселеге тыуған еренә, ырыуы төйәгенә тоғро. Ә ауыл иһә, туған тел, милли мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр һағында тора, глобалләшеү барған, ассимиляция киң таралған дәүерҙә был үтә лә мөһим, тигән ышаныу киң таралған. Ситтән ҡарағанда, һандарға, рәсми отчеттарға нигеҙләнеп кенә фекер йөрөткәндә шулайҙыр, бәлки, ә инде ауыл мөхитен эсенә инеп байҡаһаң, күңел төшә, ирекһеҙҙән, йән әсеткес һығымталарға киләһең. Ысынбарлыҡ үтә лә аяныслы - беҙҙең күҙ алдында милләтебеҙ бишеге бөлә һәм юғала, ул үлем түшәгенә ятҡан ҡартайған кеше хәлендә бөгөн. Быны йөрәк аша ҡабул итеүе бик ауыр. Айыҡ аҡыл иһә, беҙ йәмғиәтебеҙҙең башҡаға төрләнеү, бер сифаттан икенсеһенә күсеү осоронда йәшәйбеҙ, тәрән үҙгәрештәр, тетрәнеүҙәр шаһитыбыҙ, тип һығымталай. Ҡайҙа барһаң да, ауылдарҙа бушап ҡалған өйҙәр берәү-икәү түгел, ә тиҫтәләгән. Ҡарауһыҙҙары вайран булып емерелеп ята, ул харабаларҙы йыйыштырыу урындағы властарҙың, кешеләрҙең уйына инеп тә сыҡмай. Йәштәр юҡ кимәлендә, иҫкергән йорттарҙа күп осраҡта ололар яңғыҙ үҙҙәре генә ғүмер кисерә.
"Нишләп улай?" Был һорауға яуап һәр кемдең теле осонда - ауылда эш юҡ. Икенсе бәлә - ауыл кешеһе социаль йәһәттән, ҡаланыҡылар менән сағыштырғанда, ныҡ үгәйһетелгән. Оптимизация һылтауы менән мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ябылып бөттө, йә ябылыу өҫтөндә. Ятып дауаланыу түгел, хәҙер табипҡа күренер өсөн дә район үҙәгенә барырға кәрәк. Элек иһә совхоз үҙәктәре булған ауылдарҙа ла дауаханалар эшләп торҙо ла бит...
Өсөнсө ҙур бәлә (бәлки, иң ҙурылыр) - юлдарҙың үтә лә насар хәлдә булыуы. Үткән йылда миңә республикабыҙҙың иң ҙур райондарының береһе буйлап арҡыры-буй йөрөп сығырға тура килде. Тормош ихтыяжы мәжбүр итте. Дөрөҫөн генә әйтәм: иҫ-аҡылым китте - юлдар, ғөмүмән, юҡ. "Юҡ" һүҙенә баҫым яһарға кәрәк был осраҡта. Сөнки ҡырсын түшәлгән шоссе юлдарҙан да 40 саҡрымдам ашыу тиҙлек менән йөрөп булмай. Соҡор өҫтөндә соҡор, исмаһам, грейдер менән үтһәләрсе. Юлдар яҡшы булһа, техника заманында мәктәптәрҙең, дауаханаларҙың алыҫлығы бик үк беленмәҫ тә ине. Барып етеүе ауыр булғанға, төпкөл ауылдарҙа магазиндар ҙа юҡ иҫәбендә. Бер кем дә, ыҙа сигеп, машинаһын онтап, насар юлдан тауар ташырға теләмәй.
Ошо сәбәптәр һуңғы йылдарҙа эске миграцияны уғата йылдамлатты. Оло юлдан ситтә ятҡан бәләкәй ауылдарҙа ул бигерәк ныҡ күҙгә салына. Кешеләр, балабыҙҙы уҡытабыҙ, дауаханаға яҡыныраҡ йәшәйбеҙ, тип, район үҙәктәренә, яҡындағы ҡалаларға күсенә.
Вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләү инде тормошобоҙҙоң ғәҙәти бер күренешенә әүерелде. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында киң таралыу алды ул. Колхоз-совхоздар бөлөп, хеҙмәт өсөн түләмәй башлағас, ирҙәр аҡса табыу, ғаиләһен аҫырау мохтажлығынан ситкә китә башланы. Хәҙер икенсе быуын үҙ атайҙарының юлын дауам итә. Тәүгеләр, тыуған төйәктәренә тоғро ҡалып, күп осраҡта әле лә үҙ нигеҙендә йәшәп ятһа, йәштәр ҡалаларҙа, һис юғында, район үҙәктәрендә төпләнеүҙе хуп күрә.
Юғары белем алған дипломлы йәштәр Өфөлә ҡала, йә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, илебеҙҙең башҡа тарафтарына юллана. Үкенескә ҡаршы, ауылда, мәктәптән башҡа уларға эш урыны юҡ. Һирәкләп кенә амбулаторияға - фельдшер, мәҙәниәт йортона, ауыл хакимиәтенә белгес кәрәк булыуы ихтимал. Әлбиттә, район үҙәктәрендә төрлө ойошмалар, дәүләт учреждениелары күп. Тик, пенсия йәше күтәрелгәс, ул урындарҙа башлыса өлкәндәр ултыра, хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа әле вазифанан китергә ашыҡмайҙар - аҡса ҡартына ла, йәшенә лә берҙәй кәрәк бит. Заманы шулай.
Ҡайһы яҡтан ҡараһаҡ та, ауылдың киләсәге өмөтһөҙ кеүек, сөнки унда йәшәргә теләүселәр һирәгәйә, ә ололар баҡыйлыҡҡа күсә.
Малы барҙың, һыйы бармы икән?
Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов йыш ҡына: "Ауылда йәшәүселәр эшһеҙ була алмай", - тиер ине. Уның был һүҙҙәренән, ерҙә йәшәйһегеҙ, уны эшкәртегеҙ, мал аҫрағыҙ, шунан табыш алығыҙ, тигән мәғәнә табырға мөмкиндер. Ысынлап та, совет власы осоронда, дөйөмләштереп, ерҙе колхоз-совхоздар ғына эшкәртһә, малдан халҡыбыҙ бер ваҡытта ла өҙөлгәне булманы. Ә ит, һөт, ҡаймаҡ-май - һәр заманда ла кешегә кәрәк көндәлек ризыҡтар.
Боронғо заманға ҡағылмай, һуғыш йылы һәм унан һуңғы осорҙарҙы ғына алһаҡ та, күп ғаиләләрҙе аслыҡ тырнағынан һыйыр ҡотҡарып ҡалған. Был турала иҫтәлектәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә бик күп яҙылған, оло быуын туғандарыбыҙҙан да ишетеп беләбеҙ уны. Совет осороноң артабанғы йылдарында мал, иш янына ҡуш, тигәндәй, етеш тормош сығанағы булды. Күптәр, ике һыйыр аҫрап, йыл да башмаҡтарының берәүһен һуғымға тотонһа, икенсеһен һатты, шул аҡсаға һыуытҡыс, телевизор, диван-шкаф кеүек ҡыйбатлы әйберҙәр алды, йыйып барып, хатта машиналы булды. Ауыл магазиндарына һөт, ит ризыҡтары килтермәнеләр, ҡалала аҡ май, колбаса дефицит аҙыҡ-түлек иҫәбендә йөрөнө, күп ерҙә уларҙы талон менән генә бирҙеләр. Бесән сабыу йәй мәленең иң ҙур һәм төп эштәрҙең береһе һаналды, ә һуғым осоро байрамға әүрелер ине.
Хәҙер ауылдарҙа мал тотоусылар кәмей, хатта, бөтә бара, тип тә әйтергә мөмкин. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда күрә йөрөйбөҙ - ҡайҙа ла көтөү ун тапҡыр самаһы ҡыҫҡарған. Көтөүсенең юҡлығына әллә ҡасан күнгәндәр, уны эҙләмәйҙәр ҙә, 40-50 баш һыйырҙы сиратлап көтәләр. "Малдан файҙа юҡ"... "Өйрәнгәнбеҙ, шуға ғына бөтөрмәйбеҙ"... "Берәүгә ҡалдырҙыҡ, һыйырһыҙ ишек алды бигерәк толҡаһыҙланыр ул"... Сәбәптәре тураһында кемдән генә һораһаң да, шундайыраҡ яуап ишетәһең. Элек совет аҡсаһы менән баҙарҙа ит 5 һум торҙо. Бөгөн ул уртаса - 500-600 самаһы. Иҡтисадсылар иҫәпләүенсә, элекке бер һум яҡынса әлеге 250-300-гә торошло. Тимәк, ит 1250-нән дә төшмәҫкә тейеш. Тик был хаҡҡа уны кем алып ашар икән?
Баҙар ҡанундарына ҡаршы килеү мөмкин түгел. Һорау иткә хаҡты күтәреү форсатын бирмәгәс, ауыл кешеһе уны үҙе өсөн ҙур файҙа менән һата алмай. Шулай ҙа һөт ризыҡтарын, итте үҙҙәре баҙарға сығарғандар табышһыҙ ҡалмай. Малдың ишле булыуы ла шарт был осраҡта. Асылда бит, бер һыйыр өсөн дә, бишәүҙе ҡарарға ла таң менән торорға кәрәк. Һүҙ юҡ, ауыр хеҙмәт ул. Бер башты һатып, кеҫәгә һалған аҡса күләменең бәләкәс кенә өлөшө түккән хәләл көсөңдө ҡаплай. Ҡалғаны - бесән, ем, башҡа тотоноуҙарға киткән сығымдар. Шуға, көсәнеп тир түгеү табыш менән ҡайтарылмай, малды кәсеп итеүҙән фәтүә юҡ, тип һығымталай күптәр.
"Һыйлы көнөң - һыйырҙа", ти халыҡ аҡылы. Был раҫлау хәҙерге тормошҡа тап киләме һуң? Элек ауылда ғаиләләрҙең туҡланыуы, аш-һыуының муллығы туранан-тура шәхси хужалыҡтарға бәйле булһа, хәҙер магазиндарҙа бөтәһе лә бар (оло юл буйында ятҡан ауылдарҙа, әлбиттә). Сағыштырмаса арзан да, сифаты инде - икенсе мәсьәлә. Ғөмүмән, һыйырҙа йән аҫрар мохтажлыҡ юҡ бөгөн. Йәштәр ситкә киткәс, ауыл ҡартая. Ололар иңенә мал бағыу ауыр йөк булып ята, күптәренең кәзә тоторлоҡ та хәле булмағас, ҡура бушап ҡала.
Тағы бер сәбәбе бар был күңелһеҙ күренештең - мал бит һине үҙенә бәйләй, эргәһенән ебәрмәй. Бер көнгә ҡунаҡҡа барып киләм тиһәң дә, кемдер йорт-ҡураңа күҙ-ҡолаҡ булып торорға тейеш, ә оҙайлы ялға, сәйәхәткә китеү тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялың ғына булып ҡала. Хәҙерге заман кешеһе өсөн был - ҙур юғалтыу, тиң-тоштарың рәтенән төшөп ҡалыу. Хатта ауырырға ла форсатың юҡ һинең.
Шулай итеп, шәхси хужалыҡтарҙа малдың ныҡ ҡыҫҡарыуы ауылдарҙың бөтә барыуының бер билдәһе булыуҙан тыш, уның һәм тотош илебеҙҙең социаль-иҡтисади йөҙөнөң бөгөнгө сағылышы ла. Дәүләт сәйәсәте, баҙар иҡтисады ҡанундары, бөгөнгө тормош ҡиммәттәренең, кеше фиғеленең, йәшәйешкә ҡараштың үҙгәреүе шундай һөҙөмтәгә килтерҙе.
Малсылыҡ, мал бағыу иҡтисади төшөнсә булыуҙан тыш, мәҙәни, әхләҡи-мораль, тәрбиәүи йөкмәткегә эйә икәнен дә онотмайыҡ. Улар менән бергә быуаттар һуҙымында формалашҡан ғөрөф-ғәҙәт, йолалар, милли кәсептәр, милли ризыҡтар әҙерләү серҙәре юғала. Бала саҡта көтөүсенең быуын-быуын үрелгән оҙон ҡайыш сыбыртҡыһын күреп, быны нисек эшләйҙәр икән, тип аптырай инек. Ундай оҫталар һәр ауылда булды. Хәҙер ул кәсеп өлгөһөн сувенир магазиндарында ғына табырға мөмкин. Эйәр-өпсән, сбруя яһау, сана табаны, дуға бөгөү ҙә онотолған инде. Башҡортостанда йөҙ милләт вәкиле йәшәй, шулар араһынан тик башҡорттар ғына ҡорот ҡайната, тултырма, ҡаҙы тултыра, ҡымыҙ бешә. Хәл былайға барһа, был ризыҡтарҙың нимә икәнен дә оноторбоҙ. Йүрмәне бит хәҙер эшләмәйҙәр. Ас эсәкте түгел, эс-ҡарынды ла тотошлайы менән ташлай ҙа ҡуялар бит. Бысранғылары килмәй. Баш-тояҡты ла өтөп ыҙаланмайҙар.
Һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләрен үткәреүҙең үҙ йолалары, эш рәттәре бар. Улар ҙа яйлап онотола. Мал салған ирҙәр ҙә юҡ иҫәбендә. Ошоға бәйле ғибрәтле бөгөнгө бер тормош хәленә туҡталып китәйем.
Ҙур ауылдарҙың береһендә яңғыҙ йәшәгән тол ҡатын көҙгә ҡарай күп итеп бройлер тауыҡтары үҫтереп ала. Уларҙы эш итеп ҡуйыр ваҡыт етә. Йолҡоп-таҙаларға ике әхирәтенә әйтә. Тик салырға ир кеше таба алмайҙар. Һирәк ҡалған белештәре, күршеләре төрлө сәбәптәр менән баш тарта, ундай эште белмәйем, тип тураһын әйтеүселәр ҙә була. "Йә, ни эшләйбеҙ, әхирәттәр?" - ти хужабикә. Инде олоғая барған өс ҡатын бер-береһенә ҡараша. "Әллә инде, үҙем самалап ҡарамаһам", - тип яуаплай аптырағандан уларҙың береһе.
Ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында был ғәмәл беҙҙең халыҡ өсөн ситен, әлбиттә. Сараһыҙҙан хәҙер гүзәл зат өсөн дә мал ҡаны сығарыу ғәҙәти булып китмәһен ине ул.
"Тупраҡ башҡорт бәхетелер, бәхетебеҙҙең тәхетелер..."
Ауыл ул - йәшәү урыны, рухиәт сығанағы ғына түгел, ә ер биләү ҙә. Ер иһә - ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади төшөнсә. Тәүге әһәмиәтенә ҡағылмай, икенсеһе тураһында һүҙем.
Ерҙән файҙаланырға һәм табыш алырға була. Аҡсаға күсерелгән хаҡы ла бар уның. Малсылыҡ менән халҡыбыҙ үҙ йорт хужалығында ҡайһы заманда ла өҙөлмәй шөғөлләнде. Ә ер, өй тирәһендәге баҡсанан, картуфлыҡтан тыш, коллективлаштырыу осронан алып йә дәүләттеке, йә колхоздыҡы булды. Хәҙер ер биләү, уны эшкәртеү закон менән тыйылмай, киреһенсә, хуплана ғына. Ал, эшкәрт, мәнфәғәтен күр! Бының өсөн тәүшарт та бар - ауылда йәшәгән һәр кем пай биләмәләренә эйә. Тик үҙ хужалығыңды үҫтереү, фермерлыҡҡа, йә башҡа кәсепкә тотоноу бөтәһенең дә ҡулынан килмәй шул. Ер һөрөү, сәсеү, уңыш йыйыу өсөн техника кәрәк, ә уны ҡайҙан алмаҡ. Кеше психологияһын да иҫәптән сығарып ташлап булмай. Совет власы осоронда тейешенсә түләнгән эшкә йөрөп, хеҙмәт хаҡы алып йәшәп өйрәнгәс, күптәр яңыға күнегеп китә алманы. Тәбиғәт тә ҡырыҫланды бит хәҙер. Урал аръяғы төбәген алһаҡ миҫал өсөн, бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәй, ул яҡтағы райондарҙа колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы йәйҙәрҙең рәткә ҡоро килеүе менән бергә барҙы. Һуңғы ике тиҫтә йылда ер ҡорғаҡһып кипте, йылға-күлдәр тартылды, йә бөтөнләй ҡороно. Климаттың глобаль үҙгәреүе касафатылыр инде ул. Крәҫтиән хужалыҡтары ойошторорға йөрьәт итеп, иген сәскән, күпләп мал баҡҡан фермерҙар артыҡ мандып китә алманы. Ҡул һелтәп, ситкә эш эҙләп сығып киткәндәр ҙә араларында юҡ түгел.
Буш ятҡан баҫыуҙарға, бөгөн булмаһа, иртәгә хужа табылыр. Тәбиғәт тә, бәлки, йомшарыр, бынан ары шифалы ямғырҙарын йәлләмәҫ. Шуға ла ер мөнәсәбәттәрен, бүленгән пайҙарҙы рәсмиләштереү үтә лә мөһим ул. Был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡарау, халҡыбыҙ бишеге һаналған ауылдарҙың яҙмышын, ысынлап та, тамырынан хәл итеп ҡуйыуы ихтимал. Һәм ул беҙҙең халыҡ файҙаһына булмаясаҡ. Ситтән килеп, пай ерҙәрен оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыусылар йышая. Закон ҡуртым килешеүен 49 йылға тиклем төҙөү хоҡуғын бирә. Ярты быуаттан һуң ул ерҙәрҙең кемдән кемгә, нисек күскәнен кемдеңдер тикшереп йә юллап йөрөүе бик икеле. XVII һәм XIX быуаттарҙа башҡорт ерҙәрен нисек законлы (төрлө вәғәҙәләр, алдау юлы менән) һәм туранан-тура законһыҙ тартып алһалар, тарих ҡабатланмаҫ, тип кем әйтер. Был инде - үрҙә атап кителгән ижтимағи-сәйәси юҫыҡта ятҡан мәсьәлә.
Бар ул өмөт, бар!..
Минең "Сиктең сигендә" тип аталған хикәйәмдә бөгөнгө ауыл яҙмышы һүрәтләнә. Унда шундай урын бар:
"...Рәсихҡа ҡараһам, ул тын ғына илай. Һыҡтамай ҙа, һыуҡылдамай ҙа. Күҙҙәренән йәштәр генә тама.
- Нишләп илайһың, Рәсих? - тип һорайым ғәжәпләнеп.
- Ауыл үлә, - тине ул. - Һин ҡайтып, ошолайтып күңелеңде баҫып китәһең. Ә беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа ҡайтыр? Тыуған тупрағым, тыуған төйәгем, тип...
- Күпме эҙләһәм дә, бала саҡ һуҡмаҡтарымды таба алманым мин дә, Рәсих. Һаҡлай алмағанбыҙ уларҙы. Арттан килгән балаларға нимә ҡалыр?.. Белмәйем яуапты был һорауға.
- Улар ҡайтмаясаҡ. Еребеҙ ҙә китһә...
- Ике йылдан пенсияға сығам. Ҡайтып, ауылда төпләнергә иҫәбем.
- Бында һиңә нимә бар?.. Үлергә йөрөгән ауылда.
- Ер алам, тырыштырып ҡарайым. Бәлки, башҡа фермерҙар менән берләшеп, ауылды күтәреп булыр. Киләсәк быуын хаҡына..."
Әҫәремдә күтәрелген проблеманы хәл итеүҙә этәргес булырҙай юлдарҙың береһенә ишара яһайым. Ул да булһа - аҙмы-күпме бол туплаған һәр кемдең үҙ тыуған бишеген һаҡлап алып ҡалыу өсөн малынан өлөш сығарыуы, көсөн сарыф итеүе.
Ситтә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, эшләгән аҡсаһын тыуған ауылы үҫешенә һалған ир-уҙамандарыбыҙ байтаҡ. Йылайыр районы Матрай ауылынан яҡташым Ирек Фәхретдин улы Мәҡсүтов шундайҙарҙан. Ул үҙе Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһында йәшәй, "Лидер Транс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып тора. "Башҡорт" совхозы бөлөп, баҫыуҙар, мал фермалары хужаһыҙ ҡалғас, Ирек Фәхретдин улы тыуған төбәгендә ауыл хужалығы тармағын тергеҙергә ҡарар итә. Бөгөнгө көндә фермер хужалығы 4 мең гектарҙан ашыу ерҙә иген, мал аҙығы культуралары сәсә, фермала 700 баш мал аҫрай. Бынан тыш, Ирек Мәҡсүтов тыуған ауылына һәм районына даими ярҙам күрһәтә, мәҙәни, спорт сараларының бағымсыһы булараҡ билдәле. Ул - Башҡортостанда 2021 йылда башланған һәм бөгөн киң ҡолас алған "Атайсал" проектын күтәреп алған уҙамандарҙың береһе лә.
Быйыл май айында үткән "Атайсал - Ватан көсө" республика форумында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Солтан ауылында тыуып үҫкән Камил Хәйруллин "Солтан - бында ауылды тергеҙәләр" проекты тураһында һөйләне. Ул үҙе күп балалы ғаиләлә буй еткерә, 50 йылға яҡын Санкт-Петербургта йәшәй. Ата-бабалары XIX быуаттан бирле ғүмер иткән Солтан ауылының бөтә барыуын күреп йәне әсенгән Камил Әғзәм улы, уны һаҡлап ҡалырға ниәт ҡыла. Үҙ иҫәбенә торлаҡ йорттар төҙөй һәм балалы йәш ғаиләләргә бушлай ҡуртымға бирә, сыр ҡайнатыу заводы аса, урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам ҡулы һуҙа. Был мәктәпте һәм балалар баҡсаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Зыялы милләттәшебеҙ хәҙер өлкә властары менән ауылға асфальт юл һалыу тураһында һөйләшеү алып бара, 10 миллион һумға төшкән уның проектын үҙ иҫәбенә эшләткән дә инде. Был турала "Киске Өфө" гәзите 20-се һанында мәғлүмәт биргәйне.
Әйткәндәй, атап үтелгән "Атайсал" проекты ауылдарға иғтибарҙы көсәйтеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, республикала билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге менән бәйләнештәрен нығыта, уларҙы ауылды борсоған проблемалар менән яҡындан танышырға этәрә. Икенсенән, ауылдың киҫкен мәсьәләләрен хәл итеү майҙансығы булып тора. 2024 йылда, мәҫәлән, "Атайсал" проекты сиктәрендә төрлө эштәрҙе үҙ эсенә алған 22 мең сара ғәмәлгә ашырылған. Ҡайҙалыр социаль объекттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар биналары төҙөкләндерелгән, мәсеттәр һалынған, һуғыш ветерандарына обелисктар, балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, зыяраттар, инештәр таҙартылған һәм уратып кәртәләп алынған.
Кооперация - колхозға кире ҡайтыу түгел ул
Әгәр хөкүмәт, тейешле хаҡын ҡуйып, халыҡтан һөт, ит, йәш мал һатып алыуҙы ойошторһа, бәлки, хәл яҡшыға үҙгәрер ине. Тик был әлеге шарттарҙа - тормошҡа ашмаҫ хыял ғына. Шулай ҙа мәсьәләне сисеүҙең юлы бар, ул - ауылдарҙа ауыл хужалығы буйынса ҡулланыусылар кооперацияһын булдырыу.
Мин үҙем йыш барып йөрөгән ауылда (исемен атап тормайым) һөтсөлөк йүнәлешендә өс фермер эшләй. Дөйөм алғанда сама менән 100-гә яҡын һыйыр һауа улар. Ун ике саҡрымда урынлашҡан һөт эшкәртеү цехы былтыр ябылып ҡуйҙы. Ни ҡылырға белмәй аптыранған фермерҙарҙың береһе ҡаймаҡ-майын, ҡорот-эремсеген ҡалаға алып барып, урамда тороп һата, икенсеһе һөттө феләк менән үҙ машинаһында көн һайын 60 саҡрым араға ташый. Өсөнсөһө башҡа юлын тапҡан. Ғөмүмән, ыҙалап етештерәләр, ыҙалап һаталар һәм, әлбиттә, килемдәре лә самалы ғына. Ауылда итселек йүнәлешен алып барған тағы бер егет бар. Әгәр ошо дүрт крәҫтиән хужалығы, кооперацияға берләшеп, һөт, ит ризыҡтары етештереүҙе генә түгел, һатыуҙы ла бергәләшеп үҙҙәре ойошторһа, кәсептәре күпкә отошлораҡ булыр ине.
Ҡабул ителгән махсус закондар нигеҙендә кооператорҙарға дәүләт һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен әйтеп үтергә кәрәк. Шәхси хужалыҡтарҙың да ошо рәүешле берләшеүе һәр йәһәттән хуплана. 1995 йылдың 8 декабрендә ҡабул ителгән "Ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында"ғы 193-сө һанлы федераль законға ярашлы, ауыл хужалығы етештереү кооперативы тип ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу буйынса берлектәге эшмәкәрлек өсөн граждандар тарафынан булдырылған ауыл хужалығы кооперативы таныла. Етештереү кооперативы ағзаларының һаны 5 берәмектән дә (фермер йәки шәхси хужалыҡтар) кәм булмаҫҡа тейеш.
Ғөмүмән алғанда, зарланып ултырырға түгел, ә ысынбарлыҡты нисек бар шулай ҡабул итеп, ауылда мал бағыуҙы яңыса ҡороу тураһында уйларға ваҡыт. Шул саҡта киләсәккә ышаныс та уяныр.
Ата-бабалар нигеҙе ҡоромаһын
"Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ,
Бүтәнсә юҡ сарабыҙ.
Тупраҡ китһә, һау бул, донъя,
Өҙөлмәктер самабыҙ", - тип халҡыбыҙға оран һала Шәйехзада Бабич үҙенең "Тупраҡ" шиғырында.
Киң тарала барған тағы бер матур күренештән сығып, бәлки, ауылдар яҙмышы улай уҡ өмөтһөҙ түгелдер, тигән уй килә. Бик күптәр, ситтә йәшәп тә, бушап ҡалған атай йортон ҡараулы тоторға тырыша. Йәйҙәрен ҡайтып йәшәп китәләр, туғандары менән йыйылышып, атай-әсәй рухына аяттар бағышлайҙар, балалары күңеленә тыуған ер төшөнсәһен һалалар.
Киләһе быуын ата-бабалар төйәгенә тартылмаҫ, тип кем әйтә ала? Һәр замандың бит - үҙ зауығы, донъяны ҡабул итмеше, ижтимағи өҫтөнлөктәре, иҡтисади ҡанундары. Яҡшы юлдар, көслө һәм ышаныслы техника, инновациялар, үҫешкән элемтә саралары, интернет, һанлы технологиялар, яһалма зиһен (интеллект) - былар яҡын киләсәктә тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө буласаҡ. Шундай шарттарҙа, бәлки, мегаполистарҙа йәшәү урынһыҙ һаналыр, кеше үҙ асылына ынтылыр, тәбиғи мөхиткә тартылыр. Ошо хәлдә киләсәк быуындың, был - ата-бабаларым, тимәк, минең ерем, тип әйтер һәм ҡайтыр урыны булһын ине. Гәзитебеҙҙең быйылғы 11-се һанында Хәйбулла районы Әбделнасир ауылынан сыҡҡан, хәҙер Өфөлә йәшәгән алдынғы ҡарашлы йәштәр менән әңгәмә ҡорғайны Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Унда химия фәндәре кандидаты, Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһы Олимпиада хәрәкәте наставниктары ассоциацияһы наставнигы Айнур Ғүмәров бына нимә ти: "Әле килеп техник прогресс шундай тиҙлектә бара: бер нисә йылдан шул уҡ Хәйбуллаға ике-өс сәғәттә капсулаға ултырып, поезд менән осоп барып етергә мөмкин буласаҡ. Ул осраҡта мин мотлаҡ рәүештә Хәйбуллала, шул уҡ Әбделнасирҙа йәшәйәсәкмен. Мин ауылдан Өфөгә өс-дүрт көнгә килеп, ял көндәренә тыуған яғыма ҡайтасаҡмын. Был көн ҡотолғоһоҙ рәүештә киләсәк. Хәҙер деурбанизация процесы башланды. Элек кешеләр Урал аръяғынан, Ирәндек буйынан белем алыр өсөн, тормош кимәлен күтәрер өсөн ҡалаларға юлланһа, хәҙер кире ағым башланасаҡ. Ул сағында шул уҡ концерт, спектакль премьераһын ҡарарға Өфөгә генә түгел, Ирәндек буйҙарынан шул уҡ Мәскәүгә лә барып, шул уҡ көндә кире әйленеп ҡайтыу мөмкин буласаҡ. Ул сағында, һеҙ әйткәнсә, фән үҫеше ауылды һаҡларға булышлыҡ итәсәк".
Тыуған ауыл, тимәк, халҡыбыҙҙың үткәне менән бәйләнештең бына-бына өҙөлөргә тороуын аңлап, ғаиләлә, туғандар, ырыу-аралар ҡоронда, бер уйға килеп, берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү зарурлығы килеп тыуҙы бөгөн. Ул да булһа - һәр кемдең ер хоҡуҡтарын рәсмиләштереүе, ҡулына тейешле документтар алыуы, атай-әсәйҙән ҡалған пай майҙандарын мираҫ итеп үҙенә теркәүе. Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ, тип юҡҡа әйтмәгән бит халҡыбыҙ.
Ҡайҙа ғына юҡ хәҙер башҡорт. Ил буйлап ҡына түгел, бөтә донъяға һибелгән. Юғары хәрәкәттә булған заманда йәшәгәс, был хәлгә кеше артыҡ аптырамай ҙа. Ләкин килер бер көн: тыуған тупраҡ көсө, ата-бабалар аманаты, тәҡәт бирмәй, һәр башҡортто Уралына әйҙәр. "Ай Йола" төркөмөнөң "Һомай" йыры шул саҡырыуға ишара түгелме ни? Аталы-ҡыҙлы Шәйхетдиновтар үҙҙәре лә сит ерҙәрҙә төрлө телдәрҙә ҙур сәхнәләрҙә уңышлы сығыш яһай. Ә киң танылыу туған телдә башҡарылған, "Урал батыр" эпосы мотивтарына бәйле йыр аша килә. Ошо түгелме ни тупраҡ көсө? Уйланырға урын бар, һис шикһеҙ.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА