
Бынан 32 йыл элек, 1993 йылдың декабрь айында, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яңы Конституциялары ҡабул ителде. Дәүләт ҡоролошоноң төп принциптарын һәм ҡанундарын билдәләп, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуҙың төп ҡануни нигеҙе булараҡ, Конституцияның йәшәйешебеҙҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Рәсәй составындағы милли республика (дәүләт) булараҡ, Башҡортостандың конституцион үҫешенең үҙ тарихы бар. Республикабыҙҙың яңыртылған дәүләтселек нигеҙҙәре XX быуат башындағы Рәсәй инҡилабы барышында ерле мөхтәриәт (автономия) өсөн көрәш һөҙөмтәһендә булдырыла. Әйткәндәй, "автономия" һүҙе грек телендә "үҙ ҡануниәтлелек" булыуҙы, йәғни үҙ ҡанундары булған дәүләт мәғәнәһен аңлата.
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан ерле автономияһы иғлан ителгәндән һуң, башҡорт ҡоролтайҙарында конституцион әһәмиәткә эйә булған яңы хоҡуҡи акттар ҡабул ителә башлай. Башҡорт үҙәк шураһының 2-се һанлы фарманын Башҡортостан автономияһының тәүге конституцион акты итеп ҡарап була. Был тарихи документҡа шура рәйесе Шәриф Манатов, уның урынбаҫары Әхмәтзәки Вәлидов һәм сәркәтибе Шәйехзада Бабич һәм шураның алты бүлеге мөдирҙәре үҙҙәренең ҡултамғаларын ҡуя.
Фарманда былай итеп яҙылған: "Башҡорт мәркәз шураһы Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губернияларының башҡорт территорияһын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә". Ғәскәр, банктар, тимер юлдары, почта, телеграф, һалым йыйыу Башҡортостандың дәүләт учреждениеларына ҡарамағына бирелә, автономия биләмәләре айырым кантондарға бүленә һәм улар яңы административ берәмектәр ролен үтәй". Башҡорт шураһы фармандары 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа уҙған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫлана. Унда ҡабул ителгән резолюцияларҙың береһендә Рәсәй республикаһының милли автономиялар һәм өлкәләр союзынан (Федерацияһынан) хасил булыуы, Башҡортостандың Рәсәй составына милли-территориаль штаттарҙың береһе сифатында инеүе хаҡында белдерелә. Мөхтәриәттең (республиканың) ҡануни нигеҙҙәрен "Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһындағы положение", "Бәләкәй Башҡортостан менән автоном идара итеү тураһындағы положение", III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡабул ителгән башҡа ҡарарҙар хасил итә.
Кесе Ҡоролтай Башҡортостан автономияһының иң юғары органы булып тора. Парламент депутаттары итеп 22 йәштән кесе булмаған, төрлө енестәге, милләтенә һәм диненә ҡарамайынса, һәр кеше һайлана алған. Республиканың предпарламентына Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында 22 кеше ағза итеп һайлана. Кесе Ҡоролтайға республиканың министрҙарын һәм хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләү хоҡуғы бирелә. Кесе Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе итеп Юныс Юлбарыҫ улы Бикбов һайлана. 1917-1919 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте автономияның башҡарма власть органы була. Уның составына хәрби, финанс, иҡтисад, халыҡ мәғарифы, статистика, ер эштәре, рухи эштәр бүлектәре инә. 1918 йылдың июлендә йәмғиәт тәртибен һаҡлау өсөн башҡорт милицияһы ойошторола, уның менән Әхмәт Бейешев етәкселек итә. Ҡоролтайҙарҙағы ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса, автономия территорияһында мир һәм дөйөм суд органдары төҙөлә, улар уртаҡ дәүләт ҡанундары буйынса эш итә. 12-се һанлы ҡарарҙа диндең дәүләттән айырылыуын һәм бөтә диндәрҙең тиң хоҡуҡлы булыуы иғлан ителә. Бойондороҡһоҙ Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына рухи һәм башҡа рухи-мәҙәни һәм мәғәриф-ағартыу учреждениелары (мәктәп, мәҙрәсә, китапхана һәм башҡалар) асыу хоҡуғы бирелә.
1918 йылдың 20 авгусында, Башҡорт мәркәз шураһының 4547-се һанлы фарманына ярашлы, Башҡортостан автономияһының рәсми дәүләт флагы раҫлана: ул күк, йәшел һәм аҡ төҫлө өс горизонталь тигеҙ һыҙаттан торған. Күк төҫ башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, йәшел - Ислам дине төҫө, аҡ - тыныслыҡҡа, бәхеткә һәм именлеккә ынтылышты аңлатҡан.
Башҡортостандың беренсе конституцияһы проекты 1920 йылда уҡ әҙер була. Башревкомдың 1920 йылдың 9 апрелендәге ултырышында Конституция комиссияһы булдырыла, ә тәүге проект бик күләмле булып (12 глава, 235 статья), республика тормошон һәр яҡлап көйләүҙе күҙаллай. Тәүге Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеген туҡтатҡас, 1921 йылдың 29 апрелендә БашЦИК Президиумы ултырышында конституция мәсьәләһе яңынан ҡуҙғатылып, яңы комиссия ағзалары тәғәйенләнә. Әммә был ваҡытта автономияларға үҙ конституцияһын булдырыу хоҡуғы бирелмәгән була, һәм эш туҡталып ҡала.
РСФСР-ҙың 1925 йылда ҡабул ителгән Конституцияһы автономиялы республикаларға үҙ конституцияларын булдырыу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ССР-ының Конституцияһы 1925 йылдың 27 мартында Советтарҙың V Бөтә башҡорт съезы тарафынан раҫлана. Конституция 4 бүлектән, 8 главанан тороп, унда барлығы 93 статья була. Конституцияның төҙөлөшө түбәндәгесә була: I. Дөйөм положениелар; II. Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының РСФСР һәм СССР менән закондар сығарыу һәм идара итеү өлкәһендәге мөнәсәбәттәре; III. БССР-ҙың бюджет хоҡуҡтары; IV. БССР-ҙа Советтарҙың Бөтә башҡорт съезы вәкәләттәре предметы тураһында; V. БССР-ҙа Совет власының төҙөлөшө тураһында; VI. Урындағы власть тураһында; VII. Һайлау хоҡуҡтары; VIII. БССР-ҙың гербы, флагы һәм хөкүмәтенең урынлашыуы тураһында.
Был Конституция раҫлау өсөн ВЦИК-ка ебәрелә, әммә үҙәк власть уны раҫлауҙан баш тарта. Конституцияның 1-се статьяһында "Башҡортостан РСФСР составына ирекле инеүсе һәм уның аша Совет Социалистик Республикалар Союзы менән берләшеүсе республика булып тора" тип яҙылыуын ВЦИК комиссияһы инҡар итә. Ошо комиссияның йомғаҡлау белешмәһендә "Рәсәй Федерацияһы айырым республикаларҙың ирекле килешеүе нигеҙендә түгел, ә РСФСР юғары органдары раҫлауы менән Рәсәй республикаһы составындағы айырым милләттәрҙе автономиялы республикаларға айырыу принцибында төҙөлә", тип белдерелә.
Шулай итеп, 1937 йылда Советтарҙың X Бөтә башҡорт съезында ҡабул ителгән Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ВЦИК 1940 йылда раҫлағанға тиклем республикабыҙҙың ғәмәлдәге Төп законы булмай, тип әйтергә була. Әлбиттә, был осорҙа Башҡортостандың үтә сикләнгән дәүләтселеге бары Рәсәй Конституцияһы һәм ҡанундары нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Сталин һәм ВКП(б) диктатураһы йылдарында конституцион законлылыҡтың декларатив форма ролен үтәп, сит дәүләттәр алдында ҡоролған бер ширма булыуын оноторға ярамай.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА