«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Александр Юрченко, тарих фәндәре кандидаты, бойондороҡһоҙ тикшеренеүсе (Санкт-Петербург): Картала Итиль йылғаһы төшөрөлгән һәм артабан ул үҙенең бер ҡушылдығына күсә. XIV быуатта Кама йылғаһы ла Итиль тип аталған була. Башҡорт ҡалаһы йылға ярында, ҡалалар сылбырында күрһәтелгән. Картографтарҙы, дөрөҫөрәк әйткәндә, уларға заказ биреүселәрҙе һәм уларҙың информаторҙарҙын ҡалалар үҙҙәренән үҙҙәре генә ҡыҙыҡһындырмаған. Әйтәйек, был картала Мәскәү юҡ. Беҙ XIV быуатта Мәскәүҙең булғанлығын беләбеҙ. Ҡаланың картала күрһәтелмәүе уның булмауына дәлил түгел. Ул осорҙа, Европа банкирҙарының геосәйәсәти мәнфәғәттәренә ярашлы, Мәскәү уларҙы ҡыҙыҡһындырған бер нәмәне лә тәҡдим итә алмаған. Тап шуның өсөн Мәскәүҙең уларға кәрәге булмай. Ә Башҡорт ҡалаһы бар, Сарай бар, башҡа ҙур һәм бәләкәй ҡалалар бар.
Салауат Хәмиҙуллин: Паскерти ҡалаһы, моғайын, тарихи-географик мосолман традицияһына ла билдәле булғандыр. XIV быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы, киң билдәле Рәшид-ад-Динде дауам итеүсе Хәмдуллах Казвини, шулай уҡ Ирандың монгол хакимдары һарайында хеҙмәт итеүсе ғалим, үҙенең "Нузхат ал-кулуб" ("Йөрәктәр хозурлығы") тигән хеҙмәтендә ошо хаҡта телгә ала.
Искәндәр Сайетбатталов, филология фәндәре кандидаты ӨФһТУ-ның Иранистика үҙәге директоры: Казвини VII климатҡа ҡараған Башҡорт төйәгендәге ике ҙур ҡала, улар тирәһендәге киң далаларҙа кешеләрҙең тораҡтары булыуы хаҡында яҙа. Ул үҙенә тиклем булған мәғлүмәттәрҙе күсереп кенә алмаған, уларҙы тәнҡит күҙлегенән ҡарап, һайлап алып ҡына теркәгән. Үҙ заманының ҙур чиновнигы булараҡ та ул актуаль информация йыя алған, шулай уҡ уға монгол яулап алыуы осоронда тупланған мәғлүмәттәр ҙә билдәле була.
Салауат Хәмиҙуллин: Шулай итеп, батша менән кенәз Урус араһындағы хат алышыуҙа һанап үтелгән Увек, Һамар, Өфө атамалары йылға исемдәрен түгел, ә айырым урындарҙы аңлатҡан, тип фараз итергә лә була, сөнки Урҙа осоронда ошолай тип аталған тораҡ пункттары була. Был осраҡта бер һорауға ғына яуап табыу фарыз: рус отрядтары бында килгәнсе тораҡ инфраструктураһы ғәмәлдә булғанмы әллә улар килгәнгә тиклем байтаҡ ваҡыттар элегерәк тормош һүнеп ҡалғанмы? Ошо һорауға яуап табыр өсөн яңынан археология материалдарына иғтибар итеү фарыз. Тик улар ғына алдараҡ килтерелгән картография һәм яҙма сығанаҡтар мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн раҫлай ала. Шулай итеп, һуң урта быуаттар осорона, йәғни XIV-XVI быуаттарға ҡараған материалдар бармы икән?

(Дауамы. Башы 37-44-се, 46-49-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 186

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru