Эшҡыуарлыҡ тигәндә беҙ, күпселек осраҡта, магазин тотоуҙы, кафе йә ресторан эшен, туризмды, ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеүҙе генә күҙ алдына килтерәбеҙ. Ауыл эшҡыуарын үрҙә һанап үткәндәрҙән тыш тағы ла фермерлыҡ эшендә күрәбеҙ. Ләкин ауыл уңғандары башҡа төрлө өлкәлә лә эшҡыуарлыҡты үҫтереп, ауылдаштарына эш урындары булдырып, ең һыҙғанып йәшәй. Ошондай ир-егеттәрҙең береһе Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Булат НОҒОМАНОВ. Ул үҙенең ауылында баҡса еләге үҫтереүҙе яйға һалған. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә был эшмәкәрлектең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшәбеҙ.
Булат, үҙең менән яҡындан таныштырып, был өлкәлә нисек эш башлауың тураһында һөйләп үтһәң ине.
- Мин ошо ауылда тыуып үҫтем. Белемем буйынса химик-технолог. Оҙаҡ йылдар алыҫ Себер тарафтарында технологик ҡоролма операторы булып эшләнем.
Еләк үҫтерергә тотоноуыма 5 йыл. Эшҡыуарлыҡҡа кеше нисек килә? Йә ул ғаилә эшен дауам итә, йә ниндәйҙер быға тиклем буш булған өлкә таба, йәки дәүләт эшендә минут-сәғәтте һанап ултырырға теләмәй. Ә кемделер эшҡыуарлыҡҡа минең кеүек осраҡ этәрә. Ҡатыным ауырлы булғанда һабантуйға барҙыҡ. Бәпес көткән ҡатындарҙың аппетиты үҙенсәлекле, ул ҡапыл ғына үҙгәрә һәм нимәлер ашағыһы килә бит инде: кәләш тә баҡса еләген тәмләп ҡарау теләген белдерҙе. Ләкин һабантуй яланында һатылған еләктең тәме уға оҡшаманы. Етмәһә, ҡатынымда аллергия барлыҡҡа килде.
Ошо мәлдә миндә: "Ни өсөн беҙ әллә ҡайһы тарафтарҙан алып киленгән, тотош химия менән үҫтерелеү сәбәпле айҙар дауамында боҙолмайынса һаҡланған еләкте ашайбыҙ?" - тигән һорау тыуҙы. Баҡса еләген үҙем үҫтерә башларға хәл итеп, вахта эшенән баш тарттым да, ауылда ҡалып, эшкә тотондом. Тәүҙә еләкте йорт янында бәләкәй генә майҙандарҙа үҫтереп ҡараныҡ. Ҡышын теплицала ла үҫтереп мәшәҡәтләндек, ләкин беҙҙең төбәктәге һауа шарттарында был мөмкин түгеллеген аңланыҡ. Теплицаны ҡыш буйына йылытыуға күп аҡса китте. Бөгөнгө көндә еләкте тик асыҡ һауала, баҫыуҙарҙа үҫтерәбеҙ, йәйгеһен генә уңыш йыябыҙ.
Ошо ваҡыт эсендә еләкле майҙанығыҙ ни тиклем ҙурайҙы?
- Хәҙер беҙҙең хужалыҡ 3 гектар майҙанды биләй. Унда иртә сортлы баҡса еләген үҫтерәбеҙ. Уңышты июндә йыябыҙ. Тәүҙә көҙгө һалҡындар төшкәнсе уңыш биргән ремонтант сортлы баҡса еләген үҫтерҙек. Ләкин был сорт баҡса еләге түтәлде ике йыл һайын алмаштырып тороуҙы талап итә, был иһә сығымлы һәм мәшәҡәтле. Ремонтат сортлы еләктәрҙең составында шәкәр әҙ, әлбиттә, ләкин ул ашауға ҡатыраҡ. Хәҙер беҙҙә үҫкән ябай еләк сортынан уңышты тик йәй генә йыябыҙ, ләкин уны бер ултыртһаң, 5-6 йыл уңыш бирә. Шулай уҡ ул беҙҙең климатҡа ла һәйбәт яраҡлашҡан сорт. Ябай сортҡа күсеүебеҙҙең тағы бер сәбәбе - уның тәмлелеге, һутлылығы. Ябай сорт баҡса еләген үҫтереү иҡтисади яҡтан күпкә өҫтөнөрәк.
Баҫыуҙа эш нисек ойошторолған?
- Баҫыуҙағы төп эшебеҙ - утау, яҙын-көҙөн еләккә зарар килтереүсе бөжәктәрҙән, сәскә атҡанға тиклем грипп ауырыуҙарынан эшкәртеү. Бөтә был эшкәртеү кеше һаулығы өсөн зарарһыҙ.
Еләк баҫыуҙары тамсылап һыу ҡойоу ҡоролмалары менән һуғарыла. Бындай ысул еләктең тамырына һыу ебәреп, уларҙың дымлы булыуын тәъмин итә. Шуға күрә былтырғы ҡоролоҡ беҙҙең еләктәрҙең тамырына артыҡ тәьҫир итмәне, ә бына ҡоро һауа торошо, ямғырҙарҙың әҙ булыуы еләктең япраҡ һәм емештәренә зарар килтерҙе. Былтыр беҙҙә йәй һауа температураһы +40 градустан кәм булманы, бер генә тапҡыр ямғыр яуҙы, уныһы ла һибәләп кенә үтте. Шуға күрә былтыр уңышты әҙ йыйҙыҡ.
Шулай уҡ былтырғы йәйҙең эҫе булыуы бал ҡорттарының әҙ осоуына сәбәпсе булып, күпселек еләктең һеркәләнмәйенсә ҡалыуына килтерҙе.
Күпселек ваҡыт баҫыуҙы ғаиләм, атай-әсәйем, туғандарым ярҙамында эшкәртәм. Уларҙың ярҙамы ифрат ҙур, рәхмәт уларға. Шулай уҡ эш күп ваҡытта тирә-яҡ ауылдарға иғлан биреп, эшселәр яллайбыҙ. Эш хаҡы - кемдең күпме эшләүенә ҡарап билдәләнә.
Еләккә хаҡты нисек билдәләйһегеҙ?
- Бында төрлө факторҙар үҙ ролен уйнай. Төбәктә был эш менән шөғөлләнеүселәрҙең булыу-булмауы, баҙарҙа алыҫтан алып киленгән еләктең күләме, йәйҙең нисек килеүе һәм башҡаларҙан сығып хаҡ билдәләнә. Былтыр, мәҫәлән, уңыштың әҙ булыуы төбәктә еләктең хаҡын арттырыуға килтерҙе.
Йәй башында баҡса еләгенә һорау ҙур була. Шуға күрә уңышты һатыуҙа ауырлыҡтар тыумай - йыйып торабыҙ, шунда уҡ һатып алып бөтәләр, күмәртәләп заказ биреүселәргә хатта ҡалмай ҙа. Июнь башында, еләк өлгөрә генә башлағанда килограмын 400-500 һумға тәҡдим итәбеҙ, миҙгел ваҡытында аҙыраҡ төшөрәбеҙ, ай аҙағында хаҡ тағы ла күтәрелә. Шулай ҙа беҙҙең хаҡтар осһоҙ. Әгәр ҙә еләк күп булған осорҙа баҙарҙа башҡалар килограмын 300 һум менән һатһа, беҙ 20 - 30 һумға арзаныраҡ ҡуябыҙ.
Һатыуҙы төрлө ысул менән атҡарабыҙ. Мәҫәлән, яҡын-тирәләге район үҙәктәрендә эшләүсе баҙарға сығарабыҙ. Унда тәғәйен кеше менән килешәбеҙ ҙә, ул һатып бирә, ә беҙ уға аҡсаһын түләйбеҙ. Шулай уҡ алдан заказ биреүселәргә йыйып алып барып бирәбеҙ. Баҫыуға килеп һатып алыусылар ҙа етерлек. Уларға йә үҙебеҙ йыйып бирәбеҙ, йә үҙҙәре йыйып ала. Беҙ йыйып бирһәк, килограмм хаҡы юғарыраҡ, әлбиттә, кеше үҙе йыйһа, 5 литрлыҡ биҙрә 100 һум тирәһе була.
Баҡса еләген үҫтереү эшенә тотонорға теләгәндәргә ниндәй кәңәш бирер инең?
- Үҙемдең тәжрибәнән сығып һүҙ йөрөткәндә, шуны әйтер инем. Уңыш алыу өсөн еләк үҫентеләре сифатлы булырға тейеш. Һәм баҫыуҙы һуғарыу системаһының эше лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәҫәлән, беҙҙең баҫыуға сығарылған сорттарҙың һәр береһе ишек алдындағы баҡсала һынау үткән - төрлө сорттарҙы бәләкәй күләмдәрҙә алып, уларҙы баҡсала үҫтереп ҡарап, шунан ғына баҫыуға сығарҙыҡ, йәғни төбәк климатына яраҡлаштырҙыҡ. Һынау осоронда теге йәки был сорттың беҙҙең климатта нисек яраҡлашыуын, ниндәй эшкәртеүҙе күтәреүен, еләктең ҙурлығы күпме булыуын, уның тәмен, һутлылығын тикшерҙек. Тикшереүҙәр ысулы менән беҙҙең төбәк климатына яраҡлаша алған, һыуыҡҡа бирешмәйенсә яҡшы ҡышлаған сорттарҙы алып ҡалдыҡ. Һәм әлеге мәлдә баҫыуҙа үҫкән баҡса еләге сорттарын ҡышын ҡапламайбыҙ, улар асыҡ һауала ҡыш сыға.
Ҡышҡы миҙгелгә ниндәйҙер ҙур әҙерлек үткәрмәйбеҙ. Башлыса, көҙгөһөн баҫыуҙы яҡшы итеп һыуға туйындырабыҙ, ер дымлы булырға тейеш.
Шулай уҡ еләктән тыш, үҫентеләр һатырға була. Беҙ уларҙы һатып алыусыларға ябай һәм кассеталы үҫентеләр рәүешендә тәҡдим итәбеҙ. Ябай ысуллы итеп һатыу ерҙән ҡаҙып алынған үҫентене һатыу. Кассеталы рәүештә һатыуҙың эше күберәк. Был ысул һәр үҫентенең мыйыҡсаһын торф һалынған айырым һауытҡа ултыртып һатыуға ҡайтып ҡала. Үҫентеләр фоггер ҡулайламаһы аҫтында тамырлана. Фоггер - һыуҙы парға әйләндереүсе ҡоролма. Кассеталы ысул менән тамырланған үҫентеләр яңы ерҙә тиҙерәк берегә, үҫә һәм уңышты ла иртәрәк бирә. Үҫентеләрҙе почта менән республика буйлап ҡына түгел, ә бөтә Рәсәй буйлап ебәрәбеҙ.
Ҙур теләк - эштең ярты уңышы. Шулай булғас, кемдеңдер был эшмәкәрлекте башларға теләге бар икән, тик уңыштар ғына теләйем. Үҙеңә ышанғанда, ғаиләң яғынан аңлау булғанда, бөтә эште лә атҡарып сығырға мөмкин.
Шулай итеп...
Ауылдар бөтә, имеш, тип ауыҙ тултырып һөйләргә яратабыҙ. Ләкин Булат Ноғоманов кеүек тырыш, рухлы, үҙ маҡсатына ынтылыусан, эштән ҡурҡмаған, ауыл тормошон үҙ итеп йәшәгән ир-егеттәр барында, ауыл йәшәйәсәк һәм үҫәсәк. Бөтә республика буйлап төрлө өлкәлә үҙ урынын табып, эшҡыуарлыҡ алып барғандар күп. Яҡын киләсәктә уларҙың һаны тағы ла артыр, тип өмөт итәйек. Ауылдың киләсәге уңғандар ҡулында.
Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА