«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮСМӘ ХАЛЫҠТАР ДОНЪЯҺЫ, ЙӘКИ БӨЙӨК ДАЛА ЦИВИЛИЗАЦИЯҺЫ ХАҠЫНДА
+  - 


20-21 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙың "Торатау" Конгресс-холында бик фәһемле һәм күркәм сара уҙғарылды: "Боронғо дәүерҙә һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы" тип аталған III Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла (III Мәжитов уҡыуҙарында) Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Әзербайжандан килгән ғалимдар ҡатнашты. Был сара күренекле башҡорт археологы, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.

Конгресс-холл фойеһында конференцияла ҡатнашыусылар иғтибарына Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған боронғо ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар экспозицияһы, тарихи китаптар күргәҙмәһе һәм "Мәжитов: ғүмер оҙонлоғондағы экспедиция" тип аталған фотокүргәҙмә тәҡдим ителде. Күптәрҙә Өфө районының "Подымалово-1" ҡомартҡыһында ҡаҙыу эштәре барышында табылған, урта быуаттарға ҡараған һөнәри-етештереү үҙәге артефакттары ҡыҙыҡһыныу уятты.
Баш ҡалабыҙға килгән билдәле ғалимдарҙы Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, РФА Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко, Өфө фән һәм технологиялар университетының ойоштороу үҫеше буйынса проректоры Илгиз Ҡәҙерғолов, БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Ижтимағи-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов тәбрикләне.
Пленар ултырышта сығыш яһаған башҡорт ғалимдарынан РФА Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина һәм БР ФА академигы, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Н.А. Мәжитовтың ғалим, тарихсы-археолог, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттар тарихын өйрәнеүгә арналған ғилми хеҙмәттәренә, халҡыбыҙҙың милли аңын һәм үҙаңын үҫтереү өсөн алып барған тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Тарих фәнендә хасил булған Мәжитов мәктәбе киләсәк быуындар өсөн дә ғилми фиҙаҡәрлек өлгөһө булып ҡаласаҡ.
Пленар һәм секциялар ултырыштарындағы сығыштарында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Рәсәй төбәктәре ғалимдары шулай уҡ төрки халыҡтарының боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихи булмышы проблемалары буйынса үҙҙәре алып барған тикшеренеүҙәре өсөн күренекле археолог Нияз Мәжитовтың ғилми мираҫының ни тиклем әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов үҙенең сығышында фәндә тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеү осраҡтарына юл ҡуймау зарурлығының ни тиклем мөһим икәнлегенә баҫым яһаны. "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер билдәле татар тарихсылары башҡорт халҡының боронғолоғон инҡар итеүгә, уның килеп сығышын һәм тарихи яҙмышын күрәләтә фальсификациялауға ҡоролған хеҙмәттәрен академик баҫма рәүешендә бөтөн Рәсәйгә тарата. Бындай ялған ғилми хеҙмәттәрҙе ваҡытында фашлау фарыз", - тип белдерҙе тарихсы.
Конференция барышында республикабыҙҙың Шишмә районындағы Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре (мавзолейҙары) хаҡында иҫкә алынды. Көньяҡ Уралда һәм Волга буйында бындай тарихи объекттар бик һирәк осрай. Ваҡытында уларға әллә ни иғтибар ҙа булманы, Башҡортостандың ошо ижтимағи-мәҙәни мираҫ объекттары ташландыҡ хәлдә ҡала килде. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер бында археологик, биологик тикшеренеүҙәр, реставрация һәм ҙур төҙөлөш эштәре ғәмәлгә ашырыласаҡ. Шишмә районы биләмәһендә "Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы" проекты тураһында Данир Ғәйнуллин һәм "Архтамға" эксперт-проект бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ҙур күләмле эштәр башланып ҡына тора: майҙаны 500 кв.м булған визит үҙәге төҙөлә, Турахан кәшәнәһенә табан һуҡмаҡ төҙөкләндерелә.
Конференцияның пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров та ҡатнашты.
- Һеҙҙең "Мәжитов уҡыуҙары"нда ҡатнашыуығыҙ - беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә... Тарихсының роле айырыуса әһәмиәтле. Ул - беҙҙең халыҡтарыбыҙҙың уникаль үҙенсәлектәре һағында тороусы, тәрән белемле белгес.
Көньяҡ Урал Көнсығыш һәм Көнбайыш диалогының мөһим үҙәге булараҡ, традициялар һәм көнитмеш рәүештәре киҫелешендә тора. Тап ошонда Рәсәй составына ингән милли республикаларҙың дәүләтселеге ярала, күп халыҡтарҙың мәҙәни нигеҙҙәре хасил була.
...Ошо өлкә буйынса эксперттарҙы төҙөләсәк музей сиктәрендә хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ. Беҙ тап күсмә цивилизациялар хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Был башҡорт, татар, яҡут, венгр йә иһә ҡаҙаҡ цивилизациялары ғына түгел. Һүҙ тотош, барса күсмә цивилизациялар хаҡында. Беҙҙең бурыс - уларҙың ваҡыттар арауығындағы хәрәкәтен, мәҙәниәттәре үҫешен күрһәтеү. Шуға күрә беҙҙең проект барса күсмә цивилизацияларҙың тоҡомдарына ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
...Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының бер маҡсаты, ғилми йүнәлештән тыш, ағартыу эшмәкәрлеге булырға тейеш. Шул иҫәптән бында төрлө йәштәге кешеләр өсөн заманса мәғрифәт комплексы буласаҡ. Музей янында беҙ ат ярыштары манежын, һөнәри ауыл һәм башҡа этнотарихи локациялары булған Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Ошо майҙансыҡтарға яҡын урында ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттары булған "Күскенсе" тип аталасаҡ заманса ҡунаҡхана төҙөү ҙә күҙаллана. Музейҙы формалаштырыуҙың төп принциптары: тарихилыҡ, хаҡлыҡ һәм фәнни ҡаҙаныштарға таяныу, - тине Радий Фәрит улы ғалимдарға мөрәжәғәт итеп.
Дискуссия барышында тарих фәндәре докторы, Көньяҡ Урал дәүләт университетының Евразия тикшеренеүҙәре буйынса ғилми-мәғрифәти үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Сергей Боталов бынан ике йыл элек Башҡортостанда Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын булдырыу бер фантастик идея итеп кенә ҡабул ителгәндәй булды, тине. "Ә бөгөн беҙ музей комплексының үҙенең киләсәктәге һынланышын ала барыуын күрәбеҙ, һәм оҙаҡламай унда ҙур визит үҙәге хасил буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Турахан мавзолейы янында археологик тикшеренеүҙәр уҙғарыла, улар бер нисә мөһим асыш эшләргә мөмкинлек бирҙе", - тип белдерҙе ғалим.
Өфө фән һәм технологиялар университетының "Археология 2.0" ғилми-мәғрифәти үҙәге директоры Илшат Бәхшиев конференцияла ҡатнашыусыларҙы 2023 йылда республика биләмәләрендә алып барылған археологик ҡаҙыу эштәренең һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. "Беҙ остазыбыҙ Нияз Мәжитовтың "археолог экспедицияла эшләй" тигән принцибын тотабыҙ. Ғалимдың археология фәненә индергән өлөшө бик ҙур һәм ул Рәсәй һәм сит ил ғалимдары өсөн фекерләү предметы булып ҡала. Беҙ быйыл һигеҙ объектта археологик ҡаҙыу эштәре алып барҙыҡ. Айырыуса Турахан кәшәнәһе янындағы некрополь иғтибар үҙәгендә булды, унда 12 билдәле булмаған ҡәбер табылды. Шулай уҡ урта быуаттарҙа һөнәр һәм етештереү үҙәге булған "Подымалово-1" ҡомартҡыһын тикшерҙек, уның потенциалы ахырынаса асылып бөтмәгән. Тупланған мәғлүмәттәр Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы фондын тулыландырасаҡ", - тине Илшат Бәхшиев.

Шулай итеп, башҡа республикаларҙан, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән ғалимдар фекер алышыуҙарҙа ихлас ҡатнашты, ғөмүмән, улар Башҡортостанға, Өфөгә килеп, башҡорт донъяһы менән яҡындан танышыуҙары менән бик тә ҡәнәғәт булды. Һүҙҙе уларға бирәйек.

Ҡырым АЛТЫНБӘКОВ, Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан, рәссам-реставратор, "Ҡырым утрауы" Ғилми-реставрация лабораторияһы етәксеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Беҙ, төркиҙәр, бөйөк дала цивилизацияһын ҡороусы халыҡтарҙың вариҫтарыбыҙ. Беҙҙең уртаҡ ата-бабаларыбыҙ барса донъяға билдәле иҫ киткес мәҙәни мираҫ ҡалдырған. Хәҙерге төрки илдәрендә табылған археология ҡомартҡылары ошоға дәлил. Тарихи Башҡортостанда табылған сармат алтыны кеүек артефакттар Ҡаҙағстан биләмәләрендә лә бар. Әйтәйек, башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында нәҫелдәшлек кенә түгел, ә мәҙәни яҡынлыҡ та күҙгә салынып тора. Бер-беребеҙ менән үҙ телдәребеҙҙә аралашҡанда беҙгә тылмас кәрәкмәй. Мин башҡорт дуҫтарымда ҡунаҡта булғаным бар. Бишмармаҡ булһынмы, ҡаҙы йә иһә ҡаҙылыҡмы - һис бер айырмаһы юҡ; бында булғанымда үҙ өйөмдәгеләй тоямын үҙемде. Ғилми эшкә килгәндә, мин шәхсән ҡаҙыу эштәре барышында табылған артефакттарҙы реставрациялау, йәғни уларҙың ысынбарлыҡта нисек булғанын визуаль рәүештә тергеҙеү менән шөғөлләнәм. Мәҫәлән, ошо конференцияла "Уржар жрицаһы"ның төҫ-ҡиәфәтен, кейемдәрен, биҙәүестәрен, ни менән шөғөлләнеүен объектив рәүештә тергеҙә алыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштым. Был табылдыҡ ҡомартҡы үҙенә күрә уникаль күренеш. Әүәл батшалар, арҙаҡлы сардарҙар, яугирҙар ҡәберлектәрендә ерләнгән кешеләрҙең һындарын тергеҙә инек, был осраҡта хәрби кейемдәрен, төрлө ҡоралдарын, йыртҡыс һындары һүрәтләнгән әйберҙәрҙе һ.б. артефакттарҙы ҡулланып була. Ә "Уржар жрицаһы" - бөтөнләйе менән икенсерәк ҡомартҡы, бында алтын һәм көмөш биҙәүестәр, аҡһөйәк тоҡомонан булған ҡатындар ғына кейә алған кейем ҡалдыҡтары һәм, шул уҡ ваҡытта, дауалау өсөн ҡулланылған үҫемлек орлоҡтары, баш кейемен биҙәүсе Феникс ҡошоноң символик һынланышы ошо үтә лә һирәк осрай торған ҡомартҡы эйәһенең жрица, йә иһә дауалаусы-бағымсы булыуына ышаныслы дәлил булды.
Башҡорт ғалимы Нияз Мәжитов асҡан һәм ентекле тикшергән "Өфө-II" ҡаласығының заманында Европа карталарында теркәлгән Башҡорт ҡалаһы икәнлегенә һис бер шик юҡтыр. Әйтерһегеҙ: нисек инде ул күсмә ҡәбиләләр ҡалалар төҙөп, шунда йәшәй башлаған, тип. Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ. Дала кешеләренең төп хужалыҡ итеү йүнәлеше - малсылыҡ. Уларға үҙ заманында бер көтөүлектән икенсеһенә, үләне мулыраҡ булғандарына күсеп йөрөргә тура килгән, әлбиттә. Ә ҡырағай аттарҙы эйәләштереү дала тормошона ҡырҡа үҙгәреш индерә - был иң тәүге транспорт сараһы. Әммә хатта йәйрәп ятҡан дала киңлектәрендә лә абсолют күскенселек булмаған. Йәмғиәт үҫеше барышында хеҙмәт бүленеше барлыҡҡа килә: кемдер көтөүсе, кемдер - ер эшкәртеүсе, һунарсы, кемдер - яугир, кемдер мәғдән ҡаҙыусы һәм металл иртеүсе, уны эшкәртеүсе. Ҡорал-ҡорамалдар, шул уҡ ат дағаларын, өҙәңге-ауыҙлыҡтарҙы, биҙәүестәрҙе, ювелир әйберҙәрен эшләр өсөн металл эшкәртеү үҙәктәре асыла, ә улар далала түгел, ҡалаларҙа урынлашҡан була. Быны бер кем дә инҡар итә алмай.

Рөстәм АБДУМАНАПОВ, Ҡырғыҙ Республикаһының Томск ҡалаһындағы почетлы консулы, тарих фәндәре кандидаты: Өфө ҡалаһына тәүләп кенә килгәнмен. Ҡалағыҙ иҫ киткес матур, ғилми конференция һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырҙы, бик күп ҡыҙыҡлы сығыштар тыңланды, ә башҡа тарафтарҙан килгән ғалимдар менән аралашыу күңелдәребеҙгә хуш килде. Һеҙҙә "Өфө-II" ҡаласығын һаҡлап алып ҡалыу проблемаһы бар икәнен беләбеҙ. Ғөмүмән, археологик ҡомартҡыларҙы өй-рәнеү менән бер рәттән уларҙы ҡурсалау археологтарҙың мөһим бурысы ул. Улар бит халыҡтарыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәре тамырҙарын күрһәтә, йәшәйеш ағасы тамырына балта менән сабыу кеүек хилафлыҡтарға юл ҡуймау зарур.

Вячеслав КОТОВ, тарих фәндәре кандидаты, археолог, РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре: Бөгөнгө ҙур ғилми конференция күренекле башҡорт археологы Н.А. Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған. Беҙ, тарихсылар, уның менән ғорурланабыҙ: Нияз Абдулхаҡ улы үҙенең ғилми эшмәкәрлегендә бары тик урта быуаттарҙағы Көньяҡ Урал проблемалары менән генә сикләнеп ҡалманы, ул, универсаль ҡарашлы ғалим булараҡ, күп йылдар дауамында тупланған археологик материалдар нигеҙендә башҡорт халҡының иртә этногенезы өлкәһендә ҙур асыш яһаны. Көньяҡ Урал территорияһында таш быуатынан башлап урта быуаттарға тиклем арауыҡта тупланған археологик артефакттарҙы ентекләп өйрәнеп, Нияз Мәжитов урындағы автохтон һәм көньяҡ далаларынан күсеп килгән ҡәбиләләрҙең матди һәм рухи мәҙәниәттәре менән башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы араһында туранан-тура күсәгилешлек булыуын иҫбатланы. Беҙ, йәшерәк быуын археологтары, уның менән йыш аралаштыҡ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ, хатта ки ғилми бәхәстәр ҙә ҡора инек. Ул киң һәм тәрән ҡарашлы ғалим-аналитик булараҡ танылыу тапты, ғилми эшмәкәрлегендә археология өлкәһенән башҡа сығанаҡтарҙы ла урынлы һәм маҡсатлы ҡуллана алды: этнография, картография, лингвистика, фольклор, мифология материалдарын ҡыйыу рәүештә ғилми әйләнешкә индерҙе. Һөҙөмтәлә Н.А. Мәжитов Көньяҡ Уралда һәм уға яҡын ятҡан далаларҙа йәшәгән боронғо ҡәбиләләрҙең этногенезын эҙмә-эҙлекле өйрәнеп, ҙур ғилми хеҙмәт яҙҙы һәм нәшер итте. Ул башҡорт халҡының ғына түгел, ошо ғәйәт киң географик арауыҡта күп быуаттар дауамында йәшәп килгән башҡа этностарҙың да килеп сығышын өйрәнеүгә тос өлөш индерҙе. Көньяҡ Урал - Евразия халыҡтары хәрәкәте киҫешкән бөйөк юл саты, һәм ошонда барған тарихи процестарҙы ентекләп өйрәнеү ғилми яҡтан үтә ҡыҙыҡлы. Евразия далаларында туҡтауһыҙ хәрәкәт бара, бәрелештәр, һуғыштар, яулап алыуҙар булып тора. Ә Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы зонаһы күсеп китергә мәжбүр ителгән байтаҡ ҡына ҡәбиләләр өсөн һаҡланып ҡалып була торған территорияға әйләнә. Әлбиттә, сит тарафтарҙан килеүселәр урындағы халыҡ вәкилдәре менән аралаша, туғанлаша башлай, бер мәҙәниәт икенсеһенә ыңғай йоғонто яһай, этник үҫеш процестары көсәйә бара. Иң мөһиме - барса ҡәбиләләр өсөн уртаҡ булған рухи мәҙәниәт формалаша. Уның иң сағыу өлгөһө - башҡорттарҙың "Урал батыр" эпосы. Уның сюжетында, тексында үтә боронғо дәүерҙәргә генә хас булған байтаҡ ҡына күрһәткестәр булыуы асыҡланды. Был грандиоз әҫәр башҡорт халҡының рухи-поэтик мираҫының төп нигеҙен тәшкил иткән.
Каспий буйы һәм Көньяҡ Урал арауығында тәүләп ҡырағай аттар ҡулға эйәләштерелгәс, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе халыҡтар тарихында яңы этап башлана - йыраҡ араларға күсеп йөрөү, сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, йылҡысылыҡ үҫеше этнос үҫешенә яңы импульс бирә, был формалаша барыусы башҡорт этносының мәҙәниәтендә киң сағылыш тапҡан. Ошо йәһәттән күсмә ҡәбиләләрҙең дөйөм кешелек цивилизацияһына индергән өлөшөн баһалап бөткөһөҙ, тип әйтергә була. Бында бына нимәгә иғтибар итеү зарур: абсолют рәүештә, даими күсеп йөрөүсе ҡәбиләләр боронғо дәүерҙәргә ҡарай, ул Евразия далаларына хас күренеш. Көньяҡ Уралды алһаҡ, бында даими күсеп йөрөүгә бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ булмай. Мәҫәлән, башҡорттарҙың яҙ һәм йәй миҙгелдәрендә йәйләүгә сығыуын бер нисек тә күскенселек билдәһе итеп ҡарап булмай, быны малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтың күнегелгән хужалыҡ итеү рәүеше, тип кенә нарыҡларға мөмкин.

Фларит СӨНҒӘТОВ, тарих фәндәре кандидаты, археолог: Н.А. Мәжитов тарафынан ентекләп өйрәнелгән "Өфө-II" ҡаласығы - Рәсәй кимәлендәге ҡиммәтле тарихи объект, урта быуаттарҙа картограф Герард Меркатор тарафынан Европала нәшер ителгән атласта тап Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынында Башҡорт (Паскерти) ҡалаһы күрһәтелгән. Бында табылған археологик артефакттар күп нәмә хаҡында һөйләй. "Өфө-II" ҡаласығы федераль кимәлдәге тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар иҫәбенә инә, һәм ул закон нигеҙендә һаҡланырға, ҡурсаланырға тейеш. Шуға күрә ошо ҡомартҡы биләмәһендә ниндәйҙер капиталь төҙөлөштөң булыуы мөмкин түгел, юғиһә, был күрәләтә законды боҙоу булыр ине. Өфө ҡалаһы биләмәләрендә әленән-әле боронғо Башҡорт ҡалаһы менән бәйле артефакттар табылып тора, шул уҡ Көнсығыш сығыу юлын төҙөгәндә ошо ҡаланың һуңғы осорона ҡараған объект табылды. Мәҫәлән, бында табылған мисәттәр бик ҡыҙыҡлы: шундай мисәттәрҙең башҡорт старшиналарында булыуы билдәле. "Подымалово-1" ҡомартҡыһында ҡаҙыу эштәре барышында бик етди материалдар табылды. Был ҡомартҡы Алтын Урҙа дәүләтенең һуңғы осорона ҡарай. Башҡорт халҡының этногенезы мәсьәләһенә килгәндә, Нияз Мәжитов был проблеманы комплекслы өйрәнеүҙе хуп күрҙе. Археолог факттар менән эшләй, ә уларҙы тикшергәндә яҙма сығанаҡтарҙы ҡулланыу фарыз. Беҙ барса сығанаҡтарҙы белеп тә бөтөрмәйбеҙ әле. Бына яңыраҡ Ирандан алынған бер факт мәғлүм булды: беҙгә билдәле ғәрәп илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙландың башҡа бер ҡулъяҙмалары ла һаҡланып ҡалған. Әгәр был мәғлүмәт дөрөҫ булһа, Ибн Фаҙландың Башҡорт ҡалаһына килеүе һәм бында 500 кешелек ҙур мәсет булыуы раҫланасаҡ. Беҙ антропология, генетика фәндәре аша күп асыштар яһай алырбыҙ, тип уйларға ерлек бар. Мәҫәлән, б.э. V быуатында йәшәгән кеше һөйәктәренән генетик материал алып, уның генетик үҙенсәлектәрен хәҙерге кешеләрҙеке менән сағыштырып булыр ине. Фән тик тормай, яңы технологиялар барлыҡҡа килә, шуға боронғо ҡомартҡыларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу зарур.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Башҡортостан Республикаһы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры: Һуңғы осорҙо Башҡортостандың тарих фәне һәм археологияһы өсөн уникаль ваҡыт, тип әйтер инем. Бына былтыр ғына бөтөн донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ошо исемдәге уникаль музей комплексы төҙөлөп, сафҡа индерелеү менән меңәрләгән кеше ошо үтә һирәк осрай торған ҡомартҡы менән шул музей эсендә генә йөрөп таныша ала. Беҙ халҡыбыҙҙың палеолит эпохаһынан башланған боронғо тарихын бөтөн донъя халыҡтарына таныта алабыҙ хәҙер. Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы хәҙер Рәсәйҙең иң яҡшы музейҙары иҫәбенә инә. Бына әле Башҡортостанда Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөү тарих фәнен, археологияны үҫтереү өсөн ҡеүәтле стимул буласаҡ. Ошо музейҙың ғилми концепцияһын ғәмәлгә ашырыуҙа ғалимдарыбыҙҙың ҙур бер төркөмө эшләй: археологтар, тарихсылар, этнологтар, антропологтар, биологтар ҡатнашлығында мөһим тикшеренеүҙәр алып барыла. Музей биналары өсөн яңы йыһаздар алына, улар төҙөлә башланы инде. Хәҙерге заманда фән һәм технологиялар тиҙ үҫешә, улар ярҙамында археология өлкәһендә яңы асыштар яһап буласаҡ. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла башланы, улар ярҙамында ерҙән күренмәгән объекттарҙы табып була. Беҙҙең алдыбыҙҙа бер мөһим бурыс тора - тарихи ҡомартҡыларҙы киләсәк быуындарға имен-аман тапшыра алыу. Улар ошондай объекттарҙы зарар килтермәй генә тикшерә аласаҡ. Бына киң билдәле Филлипов ҡурғандары ла ахырынаса асып бөтөлмәгән, Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында кальцит аҫтында ҡалған һүрәттәрҙе лә киләсәк быуын ғалимдары өр-яңы методтар менән тикшерә аласаҡ. Бығаса шул уҡ ҡаҙыу эштәрен тупаҫ инструменттар - көрәк, кәйлә ярҙамында башҡарҙылар, ул мәҙәни ҡатламдарға емергес тәьҫир итә. Шуға күрә тарихи ҡомартҡыларҙы консервациялап, һаҡлап алып ҡалыу хаҡында ла оноторға ярамай.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 182

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru