
йәки Нисә йәш һиңә, Өфө?
(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)
Салауат Хәмиҙуллин, тарих фәндәре кандидаты, билдәле тележурналист: "Өфө - миллионлы мегаполис, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, XIX быуатта - Өфө губернаһының, XVIII быуатта - Өфө йәғни Башҡорт провинцияһының, XVI-XVII быуаттарҙа - гигант арауыҡты биләгән Өфө өйәҙенең үҙәге. Уның биләмәләрен көнсығышта Тобол йылғаһынан алып көнбайышта Волгаға, төньяҡта Кама йылғаһынан көньяҡҡа табан Эмбаға тиклем йәйрәп ятҡан аҫаба башҡорт ерҙәре хасил иткән. Урта быуаттарҙа хәҙерге Өфө урынында шулай уҡ административ үҙәк ролен үтәгән ҡала булған, быға археология, яҙма сығанаҡтар һәм картография материалдары дәлил. Шуға күрә ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы - 1574 йыл - элекке ваҡыттарҙан әлеге көнгә тиклем бәхәсле мәсьәлә булып ҡала һәм һәр төрлө шикләнеүҙәргә, уй-фекерҙәргә ерлек бирә. Беҙ ҙә ошо ҡыҙыҡлы тема буйынса барлыҡҡа килгән һорауҙарға үҙебеҙҙең эксперттарыбыҙ - Петр Рычков, Петр Пекрский, Николай Гурвич, Булат Аҙнабаев, Рәмил Рәхимов, Фларит Сөнғәтов, Илшат Бахшиев, Владимир Агте, Светлана Воробьева, Александр Колонских, Искәндәр Сәйетбатталовтар менән бергәләп яуаптар эҙләп ҡарайыҡ".
Физик география күҙлегенән ҡарағанда, Өфөнөң уникаль урынды биләүе хаҡындағы фекер бәхәс тыуҙырмай. Ҡаланың төп өлөшө өс яҡтан һыу артериялары менән сикләнгән ярымутрауҙа урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡала тау-ҡалҡыулыҡтарҙа тора, йылға буйҙарындағы текә ярлауҙарҙың бейеклеге урыны менән 100 метрҙан да ашып китә.
Көньяҡтан һәм көнбайыштан Ағиҙел (русса - Белая), көнсығыштан Өфө йылғалары (русса - Уфа йә иһә Уфимка) Өфөнө уратып аға, һуңғыһын башҡорттар Ҡариҙел тип атай. Шулай итеп, ҡалаға ҡоро ерҙән төньяҡтан, боронғо Себер трактынан ғына инергә мөмкин була. Көньяҡ Урал "Геродоты", бында 1734 йылда Ырымбур экспедицицияһы составында килгән XVIII быуат тарихсыһы Петр Рычков, ошо турала былай тип яҙып ҡалдырған: "...башкирцы реку Уфу называют Уфа-Идель, что значит Уфа река, а Белую, Ак-Идель, что значит Белая река".
Волганың төркисә атамаһының Иҙел, Эдил, Атил рәүешендә әйтелеп йөрөтөлөүе бер кемгә лә сер түгел. Бынан Ағиҙел йылғаһының бында тәүләп күсеп килеүсе рустар тарафынан ни өсөн Белая Воложка тип аталыуы беленеп тора: был - башҡорт гидронимы Ағиҙелдең туранан-тура тәржемәһе, йәғни калькаһы. "Иҙел" терминының килеп сығышы асыҡланмаған, әммә хәҙерге башҡорт телендә теләһә ниндәй ҙур йылға ошо һүҙ менән атала. Шуға күрә Башҡортостанда бер юлы өс Иҙел, йәғни Волга бар: Аҡ Иҙел - "Белая Воложка"; Ҡара Иҙел - "Черная Воложка" һәм, ниһайәт, Дим - боронғоса Күк Иҙел, йәғни "Небесная" йә иһә "Синяя Воложка". Өс "Воложка"ның, йәғни Иҙелдәрҙең барыһы ла - Аҡ, Ҡара, Күк Иҙелдәр Башҡортостандың тарихи үҙәгендә - Өфөлә бер-береһенә ҡушыла. Бында күп быуаттар һәм хатта меңәр йылдар дауамында кешеләрҙе үҙенә тартып, ылыҡтырып торған ерҙең магияһы нимәлә һуң?
Владимир Агте, тыуған яҡты өйрәнеүсе (Өфө ҡалаһы): Бында үтә боронғо замандарҙан бирле кешеләрҙең ҙур тораҡтары булғандыр, тип уйлайым, сөнки Өфө ярымутрауы, тәбиғи йәшәү мөхите булараҡ, бик тә уңайлы урын. "Боронғо ҡәбиләләр ни өсөн тап ошонда ҡала төҙөгән?" - тигән һорауға мин былай тип яуап бирер инем: "Ошо географик нөктә - Көньяҡ Уралдың барса юлдарына, шулай уҡ йылғаларына сығыу өсөн үҙенсәлекле асҡыс булып тора. Бигерәк тә йылғалар буйлап бик алыҫ ерҙәргә тиклем барып етеп була".
XX быуат баштарында төшөрөлгән фотоларҙан билдәле булыуынса, хәҙерге Дуҫлыҡ Монументына ҡаршы Ағиҙел йылғаһы буйында гигант баркалар туҡталған. Өфөгә Златоустан, Белореттан, Тирләндән металл һәм унан эшләнгән әйберҙәр ташылған. Мәҫәлән, Дыуандан йылғалар буйлап ҙур баржаларҙа етен килтерелгән, ошо сеймалдан ныҡлы арҡандар ишелгән, етен орлоғонан май һығылған. Йылға юлдарының бик әүҙем файҙаланылғанына шик юҡ. Тимәк, ошондай мөмкинлектәрҙе бында боронғо замандарҙа йәшәүсе кешеләр ҙә үҙ мәнфәғәттәрендә ҡуллана алған, тип фекер йөрөтөргә ерлек бар.
Салауат Хәмиҙуллин: Археология мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфө ярымутрауында һәм уның тирә-яғында таш быуатынан бирле кешеләр йәшәгән. Әгәр ҙә ки тәүтормош кешеһе, Урал тауҙарына үтеп инеп, Шүлгәнташ мәмерйәһен үҙенең картиналар галереяһына әүерелдерә алған икән, Ағиҙел ағымының түбәндәрәк өлөшөндә урынлашҡан Өфөнөң тирә-яғын төйәк итеү уның өсөн әллә ни ауыр ғәмәл булмағандыр, тип фараз итергә була.
Илшат Бахшиев, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр Академияһы ӨФҮ-нең Р.Ғ. Күзеев ис. Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы: Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә ҡаҙып асылған "Затон торағы" ҡомартҡыһында бик ҡыҙыҡлы археологик артефакттар табылған. Тикшеренеүсе коллегаларыбыҙ уларҙы мезолит эпохаһына (б.э. тиклем 10-сы - 8-се мең йыллыҡтарҙан 5-се мең йыллыҡтарға тиклем. - Тәрж. иҫк.) тап килеүен билдәләй. Таштан яһалған предметтар йыйынтығы археология дәреслектәрендәге һүрәттәрҙе хәтерләтә. Мәҫәлән, саҡматаштан юнып эшләнгән уҡ башаҡтары, башҡа таш артефакттар бик яҡшы һаҡланған.
Салауат Хәмиҙуллин: Иртә металл эпохаһында Көньяҡ Уралда металлургия бик тиҙ үҫешә бара - баҡыр, көмөш, алтын табыла, бронза иретелә.
Илшат Бахшиев: XIX быуат аҙағында донъя күргән мәғлүмәттәргә ярашлы, бронза быуатына ҡараған иң сағыу артефакттар, уларҙы ҡомартҡы тип атап була - бронза ураҡтар - Миловка ауылы янында урындағы кешеләр тарафынан табыла.
Салауат Хәмиҙуллин: Иртә тимер быуаты осоронда (б.э. тиклем IV быуат - б.э. III быуаты) Өфө территорияһы Ҡара Абыҙ тип аталған археологик мәҙәниәткә ҡараған, был атама хәҙерге Благовещен районындағы Ҡара Абыҙ ҡомартҡыһы исеменән алынған.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА