
Беҙҙең быуындың бала сағы совет власының сәскә атҡан сағына тура килде. Уҙған быуаттың 50-се - 60-сы йылдары. Беҙ бик бәләкәйбеҙ әле, ауылыбыҙҙың башланғыс мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ. Мәктәп бинаһы бәләкәй генә ағас өйҙән ғибәрәт, уның ике класы, коридоры һәм уймаҡтай ғына уҡытыусылар бүлмәһе бар. Беренселәрҙән ни барыһы 10 ғына бөртөк балаларбыҙ. 1-се һәм 3-сө, 2-се һәм 4-се кластарҙы ҡушып уҡыталар. Үҙаллы эшеңде тиҙ тамамлаһаң, Зәйтүнә апайбыҙҙың өлкән класс уҡыусылары менән ниҙәр эшләгәнен күреп, тыңлап ултыраһың. Класс стенаһында матур рамлы портрет эленеп тора: уны беҙ Лилин бабай тип беләбеҙ. Апабыҙ йыр дәресендә уға арналған йыр өйрәтте, ололар Үктәбер байрамы тип атап йөрөткән көҙгө бер көндә, беҙҙе октябряттар сафына алып, Лилин бабайыбыҙҙың бик бәләкәй сағында төшкән һүрәте ҡуйылған ҡыҙыл йондоҙсоҡто түштәребеҙгә беркеткәс, клуб сәхнәһендә хор менән ошолай тип йырланыҡ: "Ленин һөйөклө атабыҙ, ул һәр көн беҙҙең менән. Беҙ уның рәс(е)мен биҙәйбеҙ гөл-аҫыл сәскә менән...".
Педучилищела, институтта уҡыған йылдарҙа Владимир Ильич Ульянов тураһында бик күп документаль һәм әҙәби әҫәрҙәр менән танышырға насип булды. Советтар дәүе-рендә Октябрь революцияһына, граждандар һуғышына арналған спектаклдәр ҡуйылды, кинофильмдар төшөрөлдө, бихисап йырҙар ижад ителде. Мәктәптә уҡыған саҡта Михаил Исаковскийҙың "Хушлашыу" тигән йыры йәш күңелдәребеҙгә айырыуса хуш килде, уны русса ла, башҡортса ла бик дәртләнеп йырланыҡ:
"Бар приказ: уға - көнсығышҡа,
Ҡыҙға - көн байышына ...
Китте шулай комсомолдар
Граждандар һуғышына..."
1974 йылдың 27 апреле. Мәскәүҙә ВЛКСМ-дың XVII съезы тантаналы концерт менән тамамланды. Беҙ, В.И. Ленин исемендәге педагогия институты студенттары, дөйөм ятаҡтың телевизор ҡуйылған ял итеү бүлмәһенә ошо концертты ҡарарға йыйылғанбыҙ. Бына бер саҡ Кремлдең съездар һарайы сәхнәһенә ул саҡта уҡ киң танылыу тапҡан совет йырсыһы Иосиф Кобзон сыҡты. Концертты алып барыусы талантлы артистың Николай Добронравов менән Александра Пахмутова съезд өсөн махсус рәүештә ижад иткән "И вновь продолжается бой" тигән йырын башҡарасағы хаҡында иғлан итте. Кобзондың былай ҙа көслө һәм күркәм тауышы, микрофон аша тағы ла нығыраҡ көсәйтелеп, мөһабәт залға ғына түгел, бар илгә яңғыраны:
"И вновь продолжается бой,
И сердцу тревожно в груди,
И Ленин такой молодой,
И юный Октябрь впереди!"
Александра Пахмутова хәтерләүенсә, был йыр съезд башланыр алдынан ашығыс рәүештә яҙыла, концертҡа бер-ике көн ҡалғас, Иосиф Кобзон "Песняры" вокал-инструменталь төркөмө менән төн буйына репетиция яһай. Тик шуныһы: СССР мәҙәниәт министрлығы цензорҙарына ошо йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә һис оҡшамай, улар, халыҡсан итеп әйткәндә, бүрәнә аша бүре күрә. Ике ҙур талант эйәһенә ошо сәнғәт әҫәре үҙгәртергә бойорола, әммә улар тупаҫ чиновниктар ҡушҡанды үтәүҙән баш тарта. Һөҙөмтәлә ошо революцион рухлы йырҙы концерттарҙа ла, радио һәм телевидениела ла башҡарыу тыйыла. Әммә 1975 йылда Үҙәк телевидениеның "Йыл йыры" тапшырыуында Лев Лещенко уны ҡайтанан башҡара, һәм был әҫәргә "йәшел ут" асыла.
Ә Октябрь революцияһы көнөн йыл һайын 7 ноябрҙә бөтә ҙур ил шаулап-гөрләп байрам итеүен дауам итте. Ошо көндә, һауа шарттары ниндәй генә булмаһын, баш ҡалабыҙ урамдарын тултырып, Ҡыҙыл майҙанға табан байрамса биҙәлгән хеҙмәтсәндәр колонналары ағылды. Ҡыҙыл байраҡтар тулҡыны, яһалма сәскәләр, транспаранттар, завод-фабрика эшселәренең тынлы оркестрҙары башҡарған революцион көйҙәр байрам демонстрацияһына үҙенсәлекле йәм һәм ғәм биреп торҙо.
Совет власы йылдарында В.И. Ленинды бөйөк шәхес тип баһаланылар. СССР-ҙың иң юғары наградаһы - Ленин ордены менән батыр яугирҙар, тыныс хеҙмәт геройҙары бүләкләнде. Ә иң мөһиме - Ульянов-Ленин Рәсәй империяһында социалистик революция ойошторған коммунистар партияһының идеологы һәм ғәмәли етәксеһе, философ һәм сәйәсмән булып танылды. Карл Маркс, Фридрих Энгельстан ҡала ул XX быуат башында социалистик ҡоролош төҙөү буйынса фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси әҫәрҙәр авторы булараҡ та ул саҡтағы прогрессив интеллигенция тарафынан юғары баһаланды.
В.И. Ленин Советтар Союзы тип аталған бөйөк державаға нигеҙ һалыусы юлбашсы сифатында данлана, әммә йылдар үтә килә совет идеологтары уның шәхесен һәм эшмәкәрлеген коммунистик культҡа әүерелдерә. Социализм һәм коммунизм идеологияһында ҡапма-ҡаршылыҡтар артҡандан-арта бара, законлылыҡ һәм демократия хөкөм һөргән дәүләт урынына партия диктатураһы һис бер алышынмаҫ власть системаһын төҙөй һәм бер үҙе хакимлыҡ итә. Әммә XX быуаттың аҙағында коммунистар партияһы етәкләгән власть системаһы үҙен үҙе бөтөрөү юлына сыға, һөҙөмтәлә СССР державаһы тарҡала. Рәсәйҙә үҙҙәрен либерал-демократтар тип атаған бер төркөм сәйәсмәндәр власҡа килә. Ете тиҫтә йылдан ашыу хакимлыҡ иткән советтар власы обструкцияға дусар ителә, уның ҡаҙаныштары иҫәпкә алынмай, социализм идеяһы буш хыялға, хатта ки кешелектең яман бер феноменына тиңләнә. Яңы осор политологтары тик бер фактты белмәмешкә һалыша: 1999 йыл һуңында Бөйөк Британияның "Би-Би-Си" радио тапшырыуҙары корпорацияһы "Икенсе мең йыллыҡ кешеһе"н билдәләү маҡсатында төрлө аҡыл эйәләренең рейтингын асыҡлай: капитализмдың иҡтисади асылын асыусы һәм коммунизм тәғлимәтен нигеҙләүсе Карл Маркс - беренсе, Альберт Эйнштейн - икенсе, Исаак Ньютон - өсөнсө урынға сыға.
Ә бит социализм идеяһының асылында ябай халыҡты капиталистик эксплуатациянан ҡотҡарыу, тиң хоҡуҡлы, ирекле граждандарҙың гуманлы һәм ғәҙел дәүләтен төҙөү маҡсаты ята. Рәсәй хеҙмәтсәндәре социаль революцияла үҙҙәре теләп, үҙ ихтыяры менән ҡатнаша, сөнки һәр бер ижтимағи түңкәрелештең билдәле бер сәбәптәре була. XX быуат башында Рәсәйҙең монархия режимы йәмғиәт һәм дәүләт үҫешен тотҡарлап, үтеп сығып булмаҫтай сәйәси һәм иҡтисади ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Ябай халыҡ массалары ярлыланғандан-ярлылана барып, хәйерселеккә төшә, шул уҡ ваҡытта дворяндар, помещиктар, заводчик-фабриканттар хеҙмәтсәндәр етештергән барса әйбер һәм килемде үҙләштереп, ил байлығына хужа булып йәшәй. Батша власы, миллионлаған Рәсәй граждандарын империалистик һуғыштарға ебәрә, "Дин, батша һәм ватан өсөн" лозунгы аҫтында улар аслыҡтан, һыуыҡтан, яман сирҙәрҙән ҡырыла, диңгеҙ төптәренә китә, окоптарҙа серей, пушка итенә әйләнә... 1905 йылдағы Рус-япон һуғышында хурлыҡлы еңелеү тәүге рус революцияһының этәргес көсөнә әйләнһә, 1914 йылда башланған Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыу ахыр сиктә 1917 йылдағы февраль буржуаз-демократик революцияһына алып килә.
Шәхси тормошта ғына түгел, йәмғиәттә һәм дәүләттә лә хәл-ваҡиғалар бер кирегә китһә, тиҙ генә туҡтамаясаҡ. Был - аксиома. Урынлы һорау килеп тыуа: ни сәбәпле февраль революцияһынан һуң төҙөлгән Ваҡытлы хөкүмәт революцион рух ҡайнаған дәүләт менән йүнләп идара итә алмай? Сәбәбе бер генә: ул - Рәсәй буржуазияһы һәм шул уҡ дворян-помещиктар мәнфәғәттәрен генә яҡлап сыға, ябай хеҙмәтсәндәрҙең талап-ихтыяждарын бар тип тә белмәй. Империалистик һуғыш дауам итә, эсерҙар партияһы ағзаһы булған А.Ф. Керенскийҙың, хөкүмәт етәксеһе булараҡ, тотороҡло сәйәси позицияһы булмай. Ул ғына ла түгел, халыҡ урамдарға сыға башлағас, репрессияларҙан да баш тармай. Һул һәм уң сәйәси партиялар араһында көсөргәнешлек арта, Рәсәйҙә яңынан революцион ситуация барлыҡҡа килә. Петербург гарнизоны һалдаттары ла большевиктарҙың "Бөтә власть - Советтарға!" тигән лозунгыһын хуплай, Ваҡытлы хөкүмәт приказдарын үтәүҙән баш тарта.
Әйткәндәй, Америка яҙыусыһы, коммунист Джон Рид Октябрь революцияһы алдынан булған сәйәси ваҡиғаларҙы һәм большевиктарҙың Смольныйҙағы эшмәкәрлеге, 1917 йылдың 25 октябрендә Ҡышҡы һарайҙы алыуы һәм нисек итеп Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыуы хаҡында бөтә донъяға билдәле булған, 1919 йылда Нью-Йоркта инглиз телендә нәшер ителгән "Донъяны тетрәткән 10 көн" исемле китабында бәйән итә: "Банктарҙы миллиләштереү хаҡында декрет, Халыҡ хужалығының Юғары советын булдырыу, ер тураһындағы декретты ғәмәлгә ашырыу, армияны демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу, дәүләт менән идара итеүҙең һәм тормоштоң барса өлкәләренә тиҙ арала үҙгәрештәр индереү - былар барыһы ла, эшсе, һалдат һәм крәҫтиән массаларының ихтыяры менән бойомға ашырылып, яйлап, күп хаталар һәм тотҡарлыҡтар менән пролетар Рәсәйҙе хасил итә башланы.
Большевиктар, хакимлыҡ ҡылыусы кластар йә иһә башҡа сәйәси лидерҙар менән компромисҡа инмәйенсә, иҫке хөкүмәт аппараты менән килешеүгә бармайынса, власҡа килде. Әммә улар быны бер бәләкәй генә клика тарафынан ойошторолған көс ҡулланыу юлы менән дә эшләмәне. Әгәр ҙә ки Рәсәй халыҡтарының киң массалары инҡилапҡа әҙер булмаһа, был уңышһыҙ тамамланыр ине. Большевиктарҙың ҙурҙарҙан-ҙур уңышының берҙән-бер сәбәбе - иҫкелекте емереү һәм тамыранан йолҡоп ташлау эшенә йәлеп итеп, халыҡтың киңдәрҙән-киң ҡатламдарының тәрән һәм ябай ниәттәрен ғәмәлгә ашыра башлау, һуңынан улар менән бергәләп емертелгән харабалар туҙанында яңы донъяның нигеҙен ҡороу..."
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА