«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Салауат Хәмиҙуллин: Ҡәлғәнең тәүге кешеләре Сутолока йылғасығы һыуын эскән һәм хужалыҡ маҡсаттарында файҙаланған, уның менән бәйле төрлө хәтирәләр бар. Ул хәҙерге ваҡытта бетон коллектор буйлап ҡына аға, хәҙерге Сочинская (элекке Усольская) урамы аҫтынан һалынған торбанан ағып сыға һәм Ағиҙел йылғаһына ҡоя, ә ул саҡта рустар Ағиҙелде Белая Воложка тип йөрөткән. 1586 йылдың йәйендә тап уның тамағында баструк (острог - фортификация ҡоролмаһы) һалына башлай, һәм уның йылғасыҡ исеме менән Сутолока тип аталыуы ла мөмкин булған. Ярай әле ул Өфө тип аталған, Өфө йылғаһының тамағына тиклем бынан көнсығыштараҡ бер нисә саҡрым ерҙә булһа ла. Был фактты Өфө тарихының тағы ла бер серле йомағы тип әйтергә була.
Булат Аҙнабаев: Мәскәү һалған яһаҡты Ҡаҙанға алып барып түләү башҡорттар өсөн ауыр һәм мәшәҡәтле эш, ул күп көс талап иткән операцияға тиң. Шуға күрә улар Мәскәүҙән үҙҙәренең территорияһында, традиция буйынса элекке Нуғай наместничествоһы урынлашҡан тарихи ерҙә яһаҡ йыйыу үҙәген төҙөтөүҙе тәҡдим итә. Фискаль-хоҡуҡи (суд эштәре) мәсьәләләрҙе хәл итеү яңы ҡаланың төп функцияһы була. Ҡәлғә бер нисек тә хәрби үҙәк була алмай, сөнки тәүге йылдарҙа хәрби гарнизондағы кеше иҫәбе 150 генә була. Ул башҡорттарға ниндәй ҙә булһа етди хәрби ярҙам күрһәтә алмаҫ ине, сөнки яҡын-тирәләге ҡапма-ҡаршы тороусы көстәрҙәге яугирҙар һаны унар меңләп һанала.
Салауат Хәмиҙуллин: Төньяҡ Евразияның ҡала төҙөү традицияһына ярашлы, ҡәлғә имән ағасынан төҙөлә, шуға күрә тәүге осорҙа башҡорттар уны "Имән ҡала", тип атай. Әммә бында ағастың нисек итеп талап ителгән кимәлдә килтерелеүе менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп түгел. Әгәр ағасты ҡоро юлдан ташыһалар, ошондай грандиоз эште башҡарыусыларҙы кем шул тиклем ат-арба менән тәьмин иткән? Ағасты һыу юлы буйлап та килтереп булған - ул саҡта кемдәр ағас киҫкән һәм һал ағыҙған? Кемдәр үҙҙәренең аҫаба ерҙәре һәм урмандары менән бүлешкән, Башҡортостанда ул замандарҙа (шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ла) хужаһыҙ ерҙәр һәм урмандар булмай? Ниһайәт, тәүге мәлдәрҙә ҡәлғә гарнизонын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән? Был һорауҙарға яуап үҙенән-үҙе беленеп тора: урындағы башҡорттар.
Булат Азнабаев: Өфө ҡәлғәһе XVI-XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә ҡабул ителгән ҡала төҙөү ҡағиҙәләрен билдәле кимәлдә боҙоп төҙөтөлә. Өфөгә иң яҡын ҡәлғә - Ҡаҙан ҡалаһы, ә уға тиклем 600 саҡрым ара ята. Кәрәк булғанда Өфөгә хәрби ярҙамды тиҙ арала бойомға ашырыу мөмкин түгел. Бына Себерҙә ҡәлғәләр һалына башлағас, улар араһындағы алыҫлыҡ 50-70 саҡрымдан йырағыраҡ булмауы талап ителә, сөнки шул саҡта ғына бер ҡәлғәнән икенсеһенә бер тәүлек эсендә ярҙамға килеп өлгөрөп була. Шундай алыҫ һәм хәүефле төбәктә, дошман күмәк көс менән һөжүм иткән саҡта бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтеү мөмкин булмаған бер хәлдә, 150 генә кешенән торған гарнизонлы ҡәлғә төҙөтөүен рус властарының урындағы башҡорттарҙың гарнизонға ярҙам итә аласағына ныҡлы ышанғанына нигеҙле бер дәлил итеп ҡарау фарыз.
Шул уҡ йылдарҙа Мәскәү тағы ла бер нисә ҡәлғә төҙөтә, ошо хаҡта Пекарский ентекле мәғлүмәттәр килтерә. Мәҫәлән, Һамар ҡәлғәһе күләме һәм гарнизоны яғынан Өфө ҡәлғәһенән 4 тапҡырға ҙурыраҡ итеп һалынһа, Өфө иң бәләкәй ҡәлғә булып ҡала. Русь властарына етди ҡаршылыҡ күрһәткән төбәктә ошондай бәләкәй, ҡеүәтһеҙ хәрби форпост төҙөтөүҙе рациональ ғәмәл тип ҡабул итеп булмай. Тимәк, бында иң тәүҙә башҡорт мәнфәғәттәре күҙ уңында тотолған: башҡорттар үҙҙәре йәшәгән территорияла ҡәлғә төҙөтөү мәсьәләһендә үҙ ихтыярына таянып эш иткән. Тәүҙә рус хөкүмәте буласаҡ ҡәлғәнең урынын билдәләү маҡсатында башҡорттар менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ошо маҡсатта рус хөкүмәте башҡорттарға үҙ вәкилен - дьяк Артемьевты ебәрә. Буласаҡ ҡәлғә урынын башҡорттар үҙҙәре күрһәтә. Әгәр ҙә шундай һөйләшеү-килешеү булмаһа, бында Өфө ҡәлғәһе төҙөлмәҫ тә ине.

(Дауамы. Башы 37-43-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru